Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2022, 13:25

Шундай атай бар саҡта!

Батыр Бәхетйән улы биш балаһын яңғыҙы тәрбиәләй.

Ғәҙәттә, ир кеше ҡатыны менән балаларын ҡалдырып китһә, был бер кемде лә әллә ни аптыратмай. “Тормош шулай инде”, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ә бына әсә кеше балаларын иренә ташлаһа... Бер юлы биш балаһын да ҡалдырһа... Сабыйҙары өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған ирҙәргә һоҡланмай сара юҡ. Шундай атайҙарҙың береһе тураһында ошо көндәрҙә “Сибайский рабочий” баҫмаһы хәбәрсеһе Римма Мәхмүтова бәйән итте.

Батыр Бәхетйән улы Изиков бер үҙе биш бала тәрбиәләй. Уларҙың иң ҙурына – 15, иң бәләкәйенә – ике йәш. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң? Ғаиләлә тыуған дүртенсе сабыйға бер йәш тә өс ай булған саҡта әсә кеше балаларын иренә ҡал­дырып сығып китә. Ул икенсе тапҡыр кейәүгә сыға, унда тағы бер ҡыҙға ғүмер бирә. Әммә тормош шарттары насар булғанлыҡтан, ул сабыйҙы ғаиләнән тартып алалар һәм Силәбе өлкәһен­дәге балалар йортона ебәрәләр.

Ошо ҡыҙыҡайға ике йәш тулғас, опека бүлеге Батыр Бәхетйән улына уны тәрбиәгә алырға тәҡдим итә. Оло йөрәкле ир өлкән ҡыҙҙары менән кәңәшләшә лә бәләкәй Илзидәне үҙ ғаиләһенә ала. Шулай итеп, ғаиләлә балалар бишәүгә етә.

– Мин һәр ваҡыт ҙур, татыу ғаилә тураһында хыяллана инем, әммә ба­ла­ларҙы бер үҙем тәрбиәләрмен тип башыма ла инеп сыҡманы. Үҙем тулы ғаиләлә үҫтем, дүрт апайым һәм өс аға­йым булды. Атайым менән әсәйем Хәйбулла районында совхозда эшлә­не, – тип һөйләй Батыр Бәхетйән улы.

Ир табип булырға хыяллана, хатта Сибайҙағы медицина учи­лищеһына инер өсөн имти­хан­дарҙы уңышлы тап­шыра, ләкин атаһы ауылға ҡай­тыр­ға ҡуша, улы уны тыңлай. Хәҙер ир бы­ның өсөн үкенә. “Балаларыма гел әй­тәм: уҡығыҙ, һөнәр алы­ғыҙ, юғи­һә, минең кеүек ауыр физик хеҙ­мәт менән шөғөл­лә­нергә тура килер, тим”, – ти ул.

Батыр Бәхетйән улы 16 йәшендә көтөүсе булып эшләй башлай, һыйыр һауа, әсәһенә ярҙам итә. Тырыш хеҙ­мәте өсөн уны, машинала һыйыр һауыу буйынса иң йәш оҫта булараҡ, грамота менән бүләкләйҙәр. Ике йыл армияла кинолог булып хеҙмәт итеп ҡайта. Ул армияла бик әүҙем була. Марш-бросок, тартылыу, күтәрелеү һәм әйләнеү, атыу буйынса ярыш­тарҙа еңеп сыға һәм бының өсөн өйөнә ялға ҡайтыу менән бүләк­ләйҙәр. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, совхозда эшләүен дауам итә.

Һуң ғына өйләнә, уға – 36, кәлә­шенә 19 йәш була. Өсөнсө балалары тыуғас, әсәлек капиталына йорт һатып алалар. Ғаилә башлығы вахта менән йә Өфөлә, йә Мәскәүҙә эшләй. Шул ваҡытта ҡатыны балаларын ҡал­ды­рып юғала башлай, иҫерткес эсем­лектәр менән мауыға. Ир кеше ҡатынын дөрөҫ юлға баҫтырырға, ғаиләһен һаҡларға тырыша. Айыҡ сағын­да бик тырыш ҡатын була, әммә күп тә тормай, кире эсә башлай һәм бар донъяһын онота. Бәлә­кәй улдарына 1,3 йәш булғанда ул бөтөнләй сығып китә.

Был саҡта ирҙең әсәһе лә вафат бу­ла һәм балаларҙы ҡарар кеше ҡалмай.

– Миңә ауылда ҡалып, бала­ларҙы үҙемә тәрбиәләргә тура килде. Тик аҡса ла кәрәк, шуға күрә Сибайға күстек, ике бүлмәле фатирҙы ҡур­тымға алдыҡ, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына ағас ҡырҡыусы булып эшкә урынлаштым. Ваҡытлыса ҙур ҡыҙҙарҙы Хәйбулла районының Сиҙәм ауылындағы мәктәп-интернатҡа ебәрҙем, уртансы улым Ильясты урта мәктәпкә, бәләкәй Риязды балалар баҡсаһына бирҙем, – тип һөйләй Батыр Бәхетйән улы.

Һуңғараҡ ул бөтә балаларын да янына ҡайтара, шул иҫәптән Илзидә­не ҡыҙлыҡҡа ала.

– Розалина ҡыҙым ауылда спорт менән шөғөлләнә ине, бында Сибайҙа ла күңеленә ятҡан шөғөл табыр, тип ышанам. Балалар үҙаллы, өйгә эштә­рен үҙҙәре башҡара, мин контролдә тотам. Кис ашарға әҙерләйем, – ти ир. – Элекке ҡатыным балалар тура­һында бик уйламай, ҡыҙҙарымдың теләге буйынса ғына улар менән осраша. Ҡатын-ҡыҙ балаларын ташла­маһын ине, ниндәй генә алтын ир булмаһын, ул-ҡыҙҙарға әсә мөхәббәте һәм наҙы бик кәрәк шул.

Батыр Бәхетйән улына әле 51 йәш. Яңы мөнәсәбәттәр ту­ра­һында ул уйламай ҙа. Хәс­тәрҙәре етәрлек, уға балаларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит.

Эйе, ғаиләгә еңел түгел. Ирҙең 23 мең һум эш хаҡы һәм балалар по­собиеһы ғына етмәй. Изиковтар ғаи­лә­һенә изге йөрәкле кешеләр яр­ҙам итә. Иҫке Сибайҙан исемен әйтер­гә теләмәгән эшҡыуар уларға даими рәүештә ит килтереп тора, ҡала советы депутаты Эмиль Йәрмө­хәмәтов бер йәшник емеш-еләк ҡалдырған, “Ышаныс” граждандарға ярҙам итеү үҙәге ғаилә башлығына кейем алып биргән. Шулай уҡ ҡаланың социаль хеҙмәттәре лә булышлыҡ итә.

Әле уларҙың төп пробле­ма­һы – торлаҡ мәсьәләһе. Район­дағы йортта йәшәп булмай, һатыуы ла ауыр.

Ир тормош шарттарын яҡ­шыр­тыу өсөн былтыр май айында “Ғаилә” үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Ул балала­рын мәктәпкә әҙерләүҙә ярҙам һора­ған. Үҙәк яңғыҙы биш бала ҡараған ирҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе ярҙамында бала­ларға кейем-һалым һәм уҡыу әсбаптары алып бирешкәндәр. Ғаиләнең кураторы – үҙәк белгесе Илүзә Таштимерова мөмкин булғанса ярҙам итә.

“Атай кешенең балалары өсөн тырышыуын күрәбеҙ. Улар­ҙы кешеләр алдында кәм-хур ит­кеһе килмәй, һәй­бәт кейем алып бирә. Яҙмышының ауыр бу­­лыуына ҡарамаҫтан, ул тор­мошҡа уҫалланмаған, кеше­ләргә лә изге күңел менән ҡарай. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ҡалабыҙҙа бындай ғаиләләр әҙ түгел. Минең патронаж аҫтында ауыр хәлдәге 26 ғаилә бар, уларҙың өсәүһендә ирҙәр балаларын яңғыҙы тәрбиәләй”, – ти Илүзә Таштимерова.

Ә яңыраҡ ҡаланың фотографы Руслан Ҡәйетҡолов һәм “Ангел” студияһы уларға фотосессия бүләк иткән. Ғаилә өсөн был ысын байрамға әйләнгән, быға тиклем уларҙың бер дөйөм фотоһы ла булмаған. Аҙаҡ иһә Розалинаға киске күлдәк тә бү­ләк иткәндәр. Был фотоға бәлә­кәй Илзидә генә эләкмәгән, был мәлдә ул шифаханала булған.

Бына шундай ғаилә йәшәй Сибай­ҙа. Бәлки, уларҙың бары­һы ла шәптән дә түгелдер, әммә балалар атайҙары янында һәм бергә. Улар киләсәктә лә тормош ауырлыҡтарына биреш­мәҫ, берҙәм булып үҫеп етерҙәр һәм үҙҙәре ныҡлы ғаилә ҡорорҙар, тип ышанайыҡ.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: