Афғанстан һуғышы тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, унда һалдат бурысын үтәгән ир-егеттәр күңеленән хәрби хеҙмәт йылдары юйылмаған. Ул саҡтағы ун һигеҙ йәшлек кенә егеттәр хәҙер олпат ир ҡорона ингән. Һуғыш юлы үтеп, артабанғы тормошта юғалып ҡалмаған, матур итеп донъя көткән, эшләгән көслө заттар – йәш быуын өсөн рух ныҡлығы, илһөйәрлек өлгөһө.
Бөгөнгө мәҡәләм геройы Рузэль Кульшеков йәш кенә килеш Афғанстанда үҙенең һалдат бурысын лайыҡлы башҡара. Егет кеше хеҙмәт итергә тейеш, тигән ҡараштың бәләкәйҙән һеңдерелеүе лә уға ауырлыҡтар алдында ҡурҡмаҫҡа ярҙам иткәндер. Хәҙер байтаҡ йылдар Ишембайҙа йәшәһә лә, ғәмәлдә ул Стәрлетамаҡта тыуған. Үҙенә хас ҡыҙыҡһыныуҙары менән һәләтле малай булып үҫә ул. Мәктәптә уҡыған йылдарында бокс менән шөғөлләнә, йырларға ла ярата. Химиктар мәҙәниәт һарайы хорына ла, мәктәптекенә лә йөрөй, солист булып та сығыш яһай. Китап уҡырға яратыуы күңел донъяһын байыта. Художестволы әҙәбиәтте һыу кеүек эсә, тиергә мөмкин уның тураһында. Мәктәптекенән тыш, ҡаланың бер нисә китапханаһына йөрөп, өйөнә китаптар ташый.
– Әҙәбиәттән өҙөлгәнем булманы. Бер китапты бер көндә уҡып сыға торғайным. Атай-әсәйемдән йәшереп, юрған аҫтында фонарь яҡтыһында булһа ла уҡып ята инем. Әҙәбиәткә һөйөүем бала саҡта әкиәттәр уҡыуҙан башланып китте. Аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуым рус, сит ил әҙәбиәтенә күсте, тарихи китаптарҙы ла яраттым, – ти Рузэль Фәтих улы.
Мәктәптән һуң һөнәр алыуҙан алдараҡ, армияға барып ҡайтыу теләге көслөрәк була.
– Беҙҙең заманда армияға бармаған егеттәргә ҡыҙҙар ҡарамай ине. Хәрби хеҙмәттә булыу ғорурлыҡ һаналды, шуға ҙур теләк менән киттем. 1986 йылдың май айы ине. Тәүҙә Өфөгә ебәрҙеләр, аҙаҡ биш ай тирәһе Харьков эргәһендә Чугуев тигән ҡалала күнекмәлә булдыҡ. Унда саҡта “Афғанстанға бараһыңмы?” тип һорағанда, бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булманы, шунда уҡ ризалаштым. Бер аҙҙан Ташкентҡа остоҡ, 7 ноябрь алдынан Ҡабулда инек инде. Шинданд провинцияһында вертолет эскадрильяһында хеҙмәт иттем, – ти әңгәмәсем, һалдат осорон хәтерләп.
Рузэль Кульшеков 20 ай Афғанстанда була. Кандагар эргәһендәге операцияла ҡатнашып, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Был награда уға тыуған яҡтарына ҡайтҡас тапшырыла.
Сит яҡтарҙа тыуған ерҙең ҡәҙере нығыраҡ тойола. Көндәрҙе һанай-һанай ҡайтыу мәле лә килеп етә.
– Әлбиттә, ул көндө көтөп алдым. Бик ныҡ һағындырғайны. Хәрби хеҙмәтте тултырып, 1988 йылдың июнь айында тыуған яҡҡа юлландыҡ. Шиндандтан Ташкентҡа хәрби аэродромға төшөрҙөләр. Мәскәүгә самолет менән ҡайтайыҡ тиһәк, билет бөткән, икенсе көнгә поезға билет алырға тура килде, ләкин бер кис ҡайҙалыр ҡунырға кәрәк ине. Хеҙмәттәштәрем, барлығы ун егет, күмәкләп бер инәйгә өйгә индек. Беҙҙе матур итеп ашатты, һыйланы. Рәсәйгә йүнәлгәс, беҙҙең дә күңел тыныс, кәйеф яҡшы ине. Поезда Мәскәүгә тиклем барырбыҙ, баш ҡаланы ла күрербеҙ тип уйлағайныҡ. Юлда Ырымбур станцияһын иғлан иткәс, тиҙерәк өйгә ҡайтҡы килеп, поездан төшөп ҡалдым, – тине Рузэль, армиянан ҡайтҡан осорон хәтерләп.
Йәшлек – йөрәктә көс-ғәйрәт ташып торған саҡ, алға маҡсаттар ҙа ҙур. Рузэль дә һөнәр алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия институтының индустриаль педагогия факультетына уҡырға инә. Тап ошо уҡыу йортонда ул үҙенең буласаҡ тормош юлдашын – Арлар ауылы ҡыҙы Гөлсәсәкте тап итә.
– Тәүҙә Рузэль менән дуҫ ҡына булып йөрөнөк. Әхирәтем менән мине киноларға ла, кафеларға ла алып барҙы. Һуңынан хистәр тәрәнәйҙе – мөхәббәткә әүерелде. Бик тәртипле, ғәҙел, башҡалар тураһында насар һүҙ һөйләмәҫ, ләкин кәрәк саҡта үткер ҙә була белеүе менән шул саҡта уҡ айырылып торҙо. Студсовет ағзаһы ине, факультеттың профкомында ла эшләне. Рузэль студенттар араһында ла абруй яуланы, – тип һүҙгә ҡушылды тормош иптәше Гөлсәсәк Абдрахман ҡыҙы.
Йәштәр 1990 йылда өйләнешкәс, Ишембайҙа төпләнә. Хәҙер 31 йылдан ашыу тормош һуҡмағынан парлап атлап киләләр. Гөлсәсәк үҙен уҡытыусылыҡҡа арнай. Хеҙмәт юлын 2-се мәктәптә башлай, 19-сы мәктәп асылғандан бирле ошо уҡыу йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ғаилә башлығы ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетында инженер-эколог һөнәрен алып сыға. Төҙөлөш тармағында ла хеҙмәт итә, һуңынан Себергә нефтсе булып эшкә күсә. Буш ваҡытында йорттар төҙөү менән мәшғүл.
Эш, донъя көтөү мәшәҡәттәренә алданып, йылдар артынан йылдар үтә... Хәҙер улдары Рушан менән Артур – үҙҙәре ата-әсәһенең терәге. Атайҙары малайҙары өсөн һәр яҡлап та матур өлгө. Өлкән улдары Ишембай нефть колледжын тамамлағандан һуң армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Һалдат бурысын ул Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында Дзержинский дивизияһында үтәй. “Армияға бармайым тигән уй башына ла инмәне. Уҡып бөтөү менән хеҙмәт итеп ҡайтты”, – тине улдары тураһында Кульшековтар. Әле Рушан Себерҙә быраулаусылар бригадаһы мастеры булып эшләй. Икенсе улдары Артур, Өфө дәүләт нефть техник университетында бакалавриатты тамамлап, магистратурала уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта эшләргә лә өлгөрә.
Йәмәғәт тормошонан да ситтә түгел Кульшековтар. Ковид сире башланғас, сикләүҙәр индерелгән мәлдә Рузэль улы Рушан менән бергә ҡала урамдары буйлап, хәүефһеҙлекте хәстәрләп, патрулдә йөрөй. Бының өсөн икеһе лә “Граждандар хәүефһеҙлеген һәм сәләмәтлеген тәьмин иткән өсөн” миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Рузэль Фәтих улы – мәктәптәрҙә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Ишембай районының Афғанстан ветерандары берлеге рәйесе Илдус Хөбөтдинов, башҡа яугирҙәр, уҡыусылар менән осрашыуҙарға барырға ла ваҡыт таба. Үҙ күҙҙәре менән һуғыш күргән һалдаттың йәш быуынға һәр саҡ әйтер теләктәре бар:
– Тыуған илеңде яратырға кәрәк, сөнки ул берәү. Һәр егет Ватан алдындағы бурысын үтәргә тейеш, армияла хеҙмәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Күңелендә патриотизм рухы көслө булған, сәләмәт тормош алып барған егеттәр – ил таянысы. Ата-әсәгә, ололарға ихтирамлы булыу кеүек сифаттарҙы йәш быуында күберәк күрергә теләр инем, – тине ул.
Тыуған илен яратҡандар – ғаиләһенең дә ҡалҡаны. Тормош иптәше, балалары, туғандары өсөн дә яуаплылыҡ көслө була уларҙа.
Йәшәү йәмен донъя именлегендә, яҡындарының иҫәнлегендә, булғандың ҡәҙерен белеп йәшәүҙә күрә Афған һуғышын үткән яугир. Буш ваҡытта Башҡортостандың матур тәбиғәтле урындарына сәйәхәт итергә яраталар. Былтыр Ағиҙел буйлап һалда йөҙгәндәр, Бөрйәндә Шүлгәнташ мәмерйәһендә һәм башҡа урындарҙа булғандар. Балалары бәләкәй саҡта уҡ, палаткалар алып, тәбиғәткә юлланған ғәҙәт әле лә юғалмаған. Күңеле моңға һыуһағанда ҡулына гитараһын алып йырларға ла ярата Рузэль Фәтих улы.
Шәхси йортта йәшәүҙәре рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә мөмкинлек бирә. Уңған хужа хәстәрлеге менән теплица ҡоролған. Бергәләп ер эше менән булышыу ҙа – уларҙың күңел йыуанысы.
Көндәлек мәшәҡәттәргә баҫылып, ғүмер, һаулыҡ ҡәҙере тураһында уйланып бармайбыҙ. Тарихыбыҙ биттәрендәге әле бер, әле икенсе ерҙә булған һуғыштар, ҡыйылған ғүмерҙәр йәшәү тәмен нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Һуғыш кисергән яугирҙәрҙең “Иң мөһиме – донъялар тыныслығы” тигән теләктәренең мәғәнәһен дә улар менән һөйләшкәндә тәрәнерәк аңлайһың.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.