Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 10:00

“Десантсы атайым менән ғүмер буйы ғорурландым”

"Үҙ теләгем менән армияға хеҙмәт итергә китеүемә ғәжәпләнгәндәр ҙә булды, әлбиттә..."  

“Десантсы атайым менән ғүмер буйы ғорурландым”
“Десантсы атайым менән ғүмер буйы ғорурландым”

Илеш районының Түбәнге Йәркәй дөйөм белем биреү лицейында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология дәрестәрен алып барған Денис Ильяс улы Биктимеров  йәш булыуына ҡарамаҫтан, төплө фекерҙәре, илһөйәрлек, тыуған ер йәме, ир намыҫы  тураһындағы ҡарашы, уйҙары менән һоҡланыу тыуҙырҙы. Үҙ хыялдарына тоғро, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәгән егеткә ихтирам, ата-әсәһенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!

– Бөрө социаль-педагогика академияһын  2001 йылда уңышлы  тамамлағас, армияға хеҙмәт итергә киттем. Бындай хыялым бәләкәйҙән күңелдә йәшәй ине, егет кешегә хәрби хеҙмәттең нисек булыуын белеү, һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарау теләге һис тә ят түгел бит инде.  Үҙ теләгем менән хеҙмәт итергә китеүемә ғәжәпләнгәндәр ҙә булды, әлбиттә. Әсәйем Гүзәлиә минең көтөлмәгән ҡарарыма ҡаршы төшөп, ниәтемде һүрелтергә маташманы. Ике-өс тапҡыр хәрби комитетҡа  барып ғариза яҙҙым, ниһайәт, теләгемде ҡәнәғәтләндерҙеләр. Армияла отделение командиры булдым. Белоруссияла һауа-космик оборона ғәскәрҙәрендә бер йыл сержант  булып хеҙмәт иттем.

“Денис, ҡал хеҙмәт итергә, артабан уҡыуҙы дауам итерһең”, - тип “ҡоҙалаусылар”, “хәрби хеҙмәт тап һинең кеүектәр өсөн” тип өгөтләүселәр ҙә булды. Эйе, ил именлеген һаҡлау бурысы, яңы хәрби технологияларҙы өйрәнеү, дисциплина, яңы белем алыу күңелемә бик яҡын. Тик тыуған яғымды һағыныу тойғоһо барыһын да еңде,  Илеш тәбиғәтенән, ауылдаштарымдан, туғандарымдан айырылып ғүмер итеүҙе күҙ алдына килтерә алманым.

Атайым 1980-1982 йылдарҙа Афғанстанда десант-штурмлау төркөмөндә хеҙмәт иткән. Ә ҡустыһы  Дауыт ағайҙың 1984-1986 йылдарҙа пехотала хеҙмәт иткәнен ишетеп беләм. Уларҙың ҡыйыулығы, һынауҙарҙы намыҫлы үтеүе менән ғүмерем буйы ғорурланам.  

– Денис, һинең өсөн армия хеҙмәте ни өсөн ҡәҙерле, ул егеттәргә нимә бирә?  

– Барыһынан да элек мул тормош тәжрибәһе. Бер йыл эсендә әллә күпме йылға етерлек хәтирәләр, яңылыҡтар, күнекмәләр алдым. Тәүге айҙың ауыр булыуын йәшермәйем, уҡыу процесы тиҙләтелгән рәүештә барҙы, көн һайын тактика, стройҙа йөрөү, атыу һәм дөйөм дәүләт сәйәсәте буйынса әҙерлек үткәрелде. Өҫтәүенә нормативтарҙы үтәргә кәрәк.

Мин әле лә хәрби хеҙмәттән айырылғаным юҡ, Рәсәй мобилизация резервында торам. Вазифам – рота старшинаһы, прапорщик званиеһында. Алынған күнекмәләрҙе онотмау, яңы технологияларҙы үҙләштереү өсөн ай һайын занятиелар үткәрелә. Йылына бер тапҡыр сборға йыйылабыҙ. Һуңғы тапҡыр Ырымбур өлкәһендә тотош полк тупланды.

– Һинең лицейҙағы эшең дә булмышыңа тап килә шикелле, балаларҙы яратаһың, һәр береһе менән уртаҡ тел таба беләһең, тиҙәр...

– Тормошҡа бик яҡын бит мин уҡыусыларға белем биргән дәрес. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү ҡыҙыҡлы, фәһемле. Ә технологияларҙы өйрәнеү егеттәр өсөн, ҡайҙа ғына йәшәһә лә,  һулар һауалай кәрәк буласаҡ. Ағастан изделиелар эшләргә, металды киҫергә, ағасты һырлап биҙәргә өйрәнәбеҙ, самолет, катер, вертолет моделдәрен проектҡа ҡарап эшләйбеҙ. Быйыл олимпиаданың муниципаль кимәлдә ойошторолған этабында лицей еңеү яуланы. Республика ярыштарында ла һынатҡаныбыҙ юҡ, ижади эштәребеҙ юғары баһа ала. Оҫта ҡуллы уҡыусым Данил Зарипов менән VII кластан алып байтаҡ ижад бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһаныҡ.

– Ә армия тормошо уҡыусыларыңды ҡыҙыҡһындырамы?

– Хәрби хеҙмәтте тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн төрлө һорауҙар бирәләр. Тыныслыҡ, илһөйәрлек, ил тойғоһо йәштәрҙең күңел төпкөлөндә.  Егеттәргә контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәрен аңлатам, лайыҡлы эш хаҡы, фатир менән тәьмин итеү, тулы  социаль пакет ҡаралыуы тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырам. Мәғлүмәтле булыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

– Денис, һине Ватан һаҡсылары көнө менән ҡотлайбыҙ, маҡсаттарыңа ирешеүеңә һис кенә лә шикләнмәйбеҙ. Уңыштар һиңә!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: