Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар ведомство исеменән граждандарҙы йыш алдай башлаған һәм халыҡтың банк иҫәптәренә хәүеф янай тип иҫкәртә.
Телефондан мутлашыусыларҙың ҡорбандары — ололар. Телефон номерҙарын алмаштырыу буйынса махсус программалар ярҙамында алдаҡсылар номерҙар, шулай уҡ ведомство бүлексәләренең рәсми сайттарында урынлаштырылған фамилиялар һәм вазифалар менән файҙалана.
Үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыралар һәм зыян күреүселәрҙең банк иҫәбендәге аҡсаһын урларға (йәки кредит бирергә) тырышалар, шуға күрә аҡсаны ашығыс рәүештә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип иҫкәртә "белгестәр".
Мутлашыу схемаһы ышаныслыраҡ булһын өсөн улар енәйәт эшен тикшереү сиктәрендә эш итәбеҙ тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта улар кредит бирергә һәм «енәйәтселәрҙе асыҡлау» маҡсатында үҙҙәре билдәләгән иҫәптәргә аҡса күсерергә тәҡдим итә һәм "тикшереү ғәмәлдәре" тамамланғандан һуң барлыҡ аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙәләй.
Ә зыян күреүсене ҡармаҡтан ысҡындырмаҫ өсөн мутлашыусылар тәүҙә банктың именлек хеҙмәте исеменән шылтыратып, аныҡ исем менән «хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен» саҡырыу тураһында иҫкәртә.
Шул уҡ ваҡытта мутлашыу схемалары башҡаса булыуы ла мөмкин, әммә бер ысул ғыа үҙгәрешһеҙ ҡала — енәйәтселәр зыян күреүселәрҙе аҡсаны икенсе иҫәпкә күсерергә мәжбүр итә. Йыш ҡына банк мәғлүмәттәрен биреүҙе һорай. Тап ошо факт һеҙҙе һағайтырға тейеш.
— Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты теге йәки был ысул менән иҫәптәргә аҡса ебәрергә йәки банк картаһы реквизиттары тураһында хәбәр итергә тәҡдим иткән кешеләрҙең Рәсәй Тәфтиш комитеты йәки Рәсәй Федерацияһының башҡа власть органдары хеҙмәткәрҙәре булмауына иғтибар йүнәлтә. Бындай ғәмәлдәр тәфтишселәрҙең вазифа бурыстарын үтәүе менән бәйле түгел һәм законһыҙ.
Был факттар мутлашыуҙың сағылышы булып тора, ул мутлашыу схемаһында ҡатнашҡан кешеләрҙе асыҡлау һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу маҡсатында кисекмәҫтән эске эштәр органдарына хәбәр ителергә тейеш, - тип иҫкәртә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Телефон мутлашыусыларының һөжүменән нисек һаҡланырға?
Шулай уҡ Тәфтиш комитетының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу линияһына шылтыратып (8 (347) - 251-62-51), тәғәйен тәфтишсе һеҙгә шылтыратҡанмы, юҡмы икәнен асыҡларға мөмкин. Алданған осраҡта кисекмәҫтән Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының территориаль бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: don24.ru