Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 09:10

Башҡортостан ярҙам итергә әҙер

Республикаға ике мең самаһы кеше килер тип көтөлә.

Ярҙам... Башҡортостанда һуңғы аҙнала был һүҙ бик күп тапҡырҙар яңғырай. Ҡунаҡсыл, мәрхәмәтле күңелле Башҡортостан күршеләргә, ҡәрҙәш халыҡтарға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер һәм әлеге ваҡытта йәнә быны иҫбатлай.

Ярҙамдың да ниндәйе бит әле. Республикабыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ирекһеҙ күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алырға әҙерләнә. Әле был республикаларҙа хәлдәрҙең нисек икәнлеген аңлатыу кәрәк түгел, барыбыҙ ҙа белеп, күреп тора. Беҙҙең маҡсат иһә – артыҡ һорауҙар бирмәй, эвакуацияланған граждандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу.

 

Эш башланды!

 

Иң беренсе булып был мәсьә­ләгә үҙенең ҡарашын Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

“Луганск һәм Донецк республикалары халҡы беҙгә туған кеүек. Дуҫлығыбыҙ тарихы Бөйөк Ватан һуғышына барып тоташа. Баш­ҡорт­остан уларға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Эвакуацияланғандарҙы республикаға ҡабул итә алабыҙ. Был йәһәттән оператив штаб төҙөлдө, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин етәкселек итә”, – тине ул.

Башҡортостан бөгөндән ике мең самаһы кешене ҡабул итергә әҙер. Радий Фәрит улы был мәсьәләлә үтә яуаплы һәм иғтибарлы булырға ҡушты.

Башҡортостан Хөкүмәтендә әҙерлек етди һәм эш даими контролдә.

– Белеүегеҙсә, эвакуацияланған ике меңдән ашыу кеше менән ике эшелон килергә тора. Беҙ “Өфө” тимер юл вокзалында уларҙы ҡар­шы алып, ваҡытлыса тороу пункт­тарына тиклем еткерергә тейеш­беҙ. Әлегә 17 муниципалитетта өс меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы ошондай 25 пункт булдырылды, – тине был турала Андрей Назаров.

Шулай уҡ ул Ростовҡа Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ун хеҙмәткәре осоуын хәбәр итте. Улар Башҡорт­останға килергә тейешле кешеләрҙе оҙатып йөрөйәсәк. Бурыстары – тәү сираттағы ойоштороу сараларын тәьмин итеү.

Вице-премьер Максим Забелин белдереүенсә, Башҡортостан биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә яуаплы структуралар әҙер.

– Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары исемлеге тулыһынса әҙер. Ростовҡа юлланған белгестәр бри­гадаһы килеп тыуған мәсьә­лә­ләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, юлда коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә. Бөтә санитар-эпидемиологик сараларҙы тейешле кимәлдә үткәрергә тейеш­беҙ, – тине Максим Забелин.

Транспорт тәьминәте, килеүсе­ләрҙең туҡланыуын ойоштороу, шулай уҡ уларға социаль һәм психологик ярҙам мәсьәләләре буйынса әҙерлек билдәләнде.

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралы­ғы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Кире бәйләнеш статис­тикаһынан сығып, 19 – 22 фев­ралдә ярҙам тураһында йәмғеһе 132 тәҡдим ҡабул ителгән. Республикала йәшәүселәр был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙа, Башҡортос­тандың Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, үҙәккә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүсе­ләрҙән, шулай уҡ уларҙың туғандарынан ярҙам һорап 13 мөрәжәғәт килгән дә инде.

 

Ярҙам итергә теләһәң...

 

Гуманитар ярҙам күр­һәтеү өсөн тауарҙар исемлеге төҙөлгән. Яр­ҙам сифатында түбән­дә­геләрҙе килтерергә мөмкин: түшәк кәрәк-яраҡтары (одеял, мендәр, простынялар), ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең миҙгелгә ярашлы кейеме (эске кейем, ойоҡбаш, аяҡ кейеме), миҙгелгә ярашлы балалар кейеме һәм аяҡ кейеме (күкрәк, урта һәм өлкән йәштәгеләр), сүпрәле изделиелар, сәй, ҡәһүә, шәхси һаҡланыу саралары, балалар аҙығы (ҡоро), ҡоро паек, печенье, кәнфиттәр, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, ярмалар, макарон изделиелары, консервалар, тоҙланған консервалар, теш пастаһы/теш щеткалары, шампунь, һабын/гель, таҫтамал, балалар подгузниктары, бер һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған йүргәктәр, балалар аҙығы, уйынсыҡтар, китаптар, канцелярия тауарҙары, бәҙрәф ҡағыҙы, ҡатын-ҡыҙ өсөн гигиена саралары, дымлы салфеткалар, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба (стакан, тәрилкәләр, ҡалаҡтар), кулерҙар, шешәгә тултырылған һыу, түшәк кәрәк-ярағы, удлинитель, электр сәйнүктәре.

Иғтибар итегеҙ, гуманитар ярҙамдың бөтә предметтары яңы булырға тейеш (тотош төргәктә, этикетка менән), аҙыҡ-түлек – оҙайлы һаҡлау срогы һәм яраҡлылыҡ срогы менән.

Был эштә айырыуса һаулыҡ һаҡлау тармағына ышаныс бағлана: кешеләргә медицина булышлығы кәрәк булыуы ихтимал. Шуныһы ҡыуандыра, беҙҙә ярҙамға әҙерҙәр һәм бының өсөн бөтә шарттар бар.

“Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе Башҡортостан биләмәһенә эвакуацияланған граждандарға барлыҡ медицина ярҙамы төрҙәрен күрһәтергә әҙер”, – тип белдерҙе профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Вил Тимербулатов.

Уның һүҙҙәренсә, республика­ның медицина учреждениелары теләһә күпме кешене ҡабул итеү һәм уларға планға ярашлы, шулай уҡ ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар, койка фонды менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгән. Бынан тыш, республика шифаханалары ла был граждандарға булышлыҡ ҡылырға әҙер. Эвакуацияланғандарға ярҙам итеү республика халҡын медицина йәһәтенән хеҙмәтләндереүгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.

“Табип, пациенттың кем булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Был беҙҙең һөнәри бурысыбыҙ”, – ти Вил Тимербулатов.

Халҡыбыҙ берҙәмлек күрһәтә

 

Радий Хәбиров был республика халыҡтарына ярҙам кәрәк тип социаль селтәрҙәрҙә яҙыу менән беҙҙең Башҡортостан халҡы әүҙемлек күрһәтә башланы. Иң тәүгеләрҙән булып Яңауыл, Белорет, Дүртөйлө, Бөрө, Нефтекама ҡалаларынан кешеләр яҙҙы. “Ғаилә парын үҙебеҙгә индерергә әҙер­беҙ”, “Йәшәргә бушлай бүлмә бирәм”, “Уңайлы шәхси йортто балалары булған ҡасаҡтар ғаиләһенә оҙайлы ваҡытҡа бирә алам”, “Фатирҙа буш бүлмә бар” тип яҙа улар социаль селтәрҙәрҙә.

“Бер нисә ғаиләне ҡабул итә алабыҙ. Эш, хеҙмәт ха­ҡы буласаҡ. Меха­низатор­ҙар, водителдәр, токарь, иретеп йәбештереүсе һәм малсылар”, “Өфөлә ике ир-егет (иретеп йә­беш­тереүсе һәм токарь) өсөн йәшәү менән һәйбәт эш бар” – ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа эш биреүселәр ҡушылды.

“Бөрө республикабыҙ билә­мә­һендә ДНР һәм ЛНР-ҙан эвакуа­ция­ланған кешеләрҙе транспорт менән ташыуҙа ярҙам итергә әҙер”, “Юридик ярҙам күрһәтәм, консультациялар бирәм, әйберҙәр йы­йыуҙа, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары ҡасаҡтары өсөн аҙыҡ-түлек килтереүҙә ярҙам күрһәтәм”, – тип халыҡ ошондай ярҙамды ла тәҡдим итә.

“Ғаилә” үҙәктәрендә балалар тауарҙары, сабыйҙар өсөн өҫ кейеме ҡабул ителә. Райондарҙа шулай уҡ “Ҡыҙыл тәре” йәмғиәте һәм хәйриә ойошмалары эшләй.

Балаларға, шулай уҡ бала­лар­ҙың хәле өсөн борсолған ата-әсәләргә психологик ярҙамды Берҙәм балалар ышаныс телефоны буйынса алырға мөмкин: 8-800-2000-122. Шылтыратыу Рәсәй операторҙарының номерҙарынан бушлай. Телефон тәүлек әйләнә­һенә эшләй.

Римма ҮТӘШЕВА, Дәүләт Думаһы депутаты, Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге етәксеһе:

– Беҙгә ошоға бәйле хәл буйынса эшләү бурысы йөкмәтелде. Ошо көндәрҙә күсенергә әҙер булған 17 кеше шылтыратты. Улар торлаҡ, эш, мәктәп тураһында һораша. Ҡайҙа күсенергә була икәнлеген белешә. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны республика хал­ҡының дәррәү шылтырата башлауы булғандыр. Кем нисек ярҙам итергә әҙер булыуы тураһында белдереп телефон һандарын йыя. Был әлеге мәлдә бик мөһим. 150-нән ашыу кеше шылтыратты. Нефтекама, Өфө, Сибай, Яңауыл, Өфө райондарынан ҡушылдылар. Торлаҡ, кейем-һалым, эш, транспорт... Бөгөн нимә кәрәк, шуны тәҡдим итәләр. Ауыр заманда халыҡтың миһырбанлы булыуы ҡыуандыра.

Беҙ дәррәү эшләйәсәкбеҙ, ярҙамға мохтаждарҙан да, шул булышлыҡты күрһәтерлек кеше­ләрҙән дә шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ. Әлеге мәлдә Ситуация үҙәгендә 25 белгес эшләй. Белгестәр етерлек, ҡытлыҡ юҡ. Ковид буйынса ла эш туҡтамай, тыныслыҡ эҙләп килгән кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.

 

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин:

– Республикаға аяҡ баҫҡан һәр бала артабан белем алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Балалар баҡсалары, мәктәптәр балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Колледждарҙа белем алыусыларға ауырлыҡ тыумаясаҡ. Уҡыу пландарын өйрәндек, улар беҙҙекенән әллә ни айырылмай. Шуға Башҡортостанға килеүсе уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа ауырлыҡһыҙ уҡыу процесына инеп китеренә шик юҡ. Һәр белем учреждениеһы тәрбиәселәре лә, уҡытыусылар ҙа яңы уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.

 

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе:

– Ҡунаҡ һәр ваҡыт ҡәҙерле, ул – Аллаһ бүләге. Башҡортостан ирекһеҙҙән килгән граждандарҙы ҡабул итергә әҙер. Улар үҙ теләге менән өйҙәрен ҡалдырып китмәгән. Ватаныбыҙ ғәйәт ҙур, халҡыбыҙ берҙәм – икмәк барыбыҙға ла етер. Барыбыҙ ҙа – Аллаһтан, һәм барлыҡ изге яҙыуҙарҙа беҙ, кешеләр, Әҙәм менән Һауанан барлыҡҡа килгән ҙур ғаилә, тип әйтелә. Бер-береңде хөрмәт иткәндә, туғандарса бәйләнеш булғанда, ниндәй генә проблемалар килеп тыумаһын, улар хәл ителә. Иң мөһиме – тыныслыҡта йәшәргә кәрәк.

Иман, намыҫ күңелдә лә, эш-ғәмәлдәрҙә лә сағылырға тейеш. Киләсәк граждандарҙы шәфҡәт­лелек менән ҡабул итергә, хәлебеҙҙән килгәнсә уларҙың проблемаларын яйға һалыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер булайыҡ. Изге ғәмәлебеҙ Аллаһ тарафынан тыныслыҡ менән бүләкләнер. Ҡунаҡтарға ысын күңелдән хәстәрлек, иғтибар күрһәтәйек. Аллаһ насип итеп, тиҙҙән күп михнәт кисергән төбәккә тыныслыҡ, именлек ҡайтыр.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әҙерләне.

Читайте нас: