Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 11:40

Күңеле һәр саҡ йәш

Сәбәбе – тормошто ярата белеүҙә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йәштәрсә дәртле, һомғол кәүҙәле, тормошҡа үҙ ҡарашы булған, ышаныслы аҙымдар яһап, “тимер ат”ын егеттәрсә “йүгәнләгән”, сәхнәләрҙә аҡҡоштай талпынып бейегән, йәйге миҙгелдә умартаһынан ҡайтып инмәгән, яҙын-көҙөн һунарға йөрөгән, ҡыш төрлө биҙәүестәр эшләп, ҡулынан бәйләмен төшөрмәгән, йәй баҡсаһында үҫтереп, көҙөн йәшелсәнән әллә күпме салат, емеш-еләктән төрлө һут-ҡайнатмалар, шифалы үләндәр менән һатыу иткән Мәҙинә Ибраһимоваға ҡарап, был ҡасан йоҡлай ҙа, ҡасан бар эшкә өлгөрә икән, тип аптырап ҡуяһың.

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорау әҙәпһеҙлек һаналһа ла, геройымдың етмешкә артмаҡлауына һис тә ышанғы килмәй. Уға ҡарайһың да, Мәҙинә Рәсих ҡыҙы алдында ҡартлыҡ үҙе баҙап ҡалалыр, тип уйлап ҡуяһың. Бөгөн Әбйәлил районының бар яҡлап уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, тәжрибәле умартасы, йүнсел ҡатын, ҡул эштәренә маһир Мәҙинә ИБРАҺИМОВАның күп яҡлы һөнәрҙәренә туҡталып, тормошҡа мөнәсәбәте хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Мәҙинә Рәсих ҡыҙы, һәр саҡ йәш булып ҡалыуҙың сере ниҙә?

– Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп ярата белеүҙә. Икен­сенән, мин һәр саҡ хәрәкәттәмен, тик ултырырға ваҡытым да юҡ. Нимәлер уйлап та ебәрәм, шуны эшләргә булып та китәм (йылмая – авт.). Күптәр тәүҙә уйлап ала, аҙаҡ уны әллә күпме әйләндереп, төбөнә төшкәс кенә, эшләргә тотона. Минең холҡомда тәүәккәллек тә бар, күп осраҡта ул ярҙам итә, ҡайһы саҡта ҡамасаулыҡ та килтерә.

Өсөнсөнән, матурлыҡты яратам. Йортомдоң үҙемсә күркәм итеп йыйыштырылған, баҡсам­дың шау сәскәгә күмелгән, умартамдың тип-тигеҙ ултыр­тылған, кейемдәремдең зауыҡ менән һайланылған һәм ашаған ризығымдың файҙалы, шифалы булыуы шарт.

– Әбйәлилдәр генә түгел, хәҙер тотош республика халҡы һеҙҙе умартасы ҡатын-ҡыҙ була­раҡ яҡшы белә. Республика умар­тасылар конкурсында бер нисә тапҡыр ҡатнашып, гел приз­лы урындар яулап, ваҡытында “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциа­цияһы президенты Филипп МакКейбтың шәхси бүләгенә лә лайыҡ булдығыҙ. Быйыл үтәсәк “Апимондия” ға әҙерлек барамы?

– Ысынлап та, мине район халҡы “Пчелка Майя” булараҡ бик яҡшы белә. Хатта был ҡушамат йәй аҙағында бал һығыу мәлендә бик популяр булып китә (көлә – авт.). Күршемдең бәләкәй ҡыҙы ҡушҡан исем уйламаҫтан ҡушамат булып йәбеште, уға хәҙер үҙем дә өйрәнеп киттем.

Уйлап ҡарағанда, мин ҡортсо­лоҡҡа уйламағанда килеп эләк­тем. Райондың ауыл хужалығы бүлегендә һин дә мин эшләп йөрөгән мәлемдә ҡыҫҡартылыуға эләккәс, бер аҙ юғалып ҡалдым. Өфөгә эшкә саҡырһалар ҙа, яңы ғына йорт һала башлап, уға күсеп тә өлгөрмәгәс, Әбйәлилдә ҡалырға булдым. Шул саҡта умар­тасылыҡҡа ныҡлап тотонорға тигән ҡарарға килдем һәм яңы­лышманым. Бөгөн әллә күпме уҡыусым бар, улар ҙа ҡортсо­лоҡта күптән үҙ юлын тапҡан тәжрибәле умартасылар. Йыл һайын мин әҙерләгән ҡортсолар республика конкурсында призлы урындар яулай, үҙем дә ике тапҡыр абсолют чемпион, бер нисә йыл рәттән алдынғы урындарҙы яуланым.

Быйыл үтәсәк “Апимондия”ға килгәндә, сарала ҡатнашыу хоҡуғы күптән алынған, ул беҙгә республика конкурстарында еңеү яулағаныбыҙ өсөн бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Филипп МакКейб вафат булды, уның автограф ҡуйған махсус кейемен кейеп уға күрһәтермен, тип уйлағайным, хыял тормошҡа ашманы. Әлегә сараның нисек үтере, ҡасан булыры хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, коронавирус эпи­демия­һына бәйле, бәлки, онлайн тәртибендә үтеүе бар. Әммә нисек кенә булмаһын, бар донъяны танытҡан башҡорт балына арналған донъя кимәлендәге сара бик юғары кимәлдә ойошторолор тигән ышаныста ҡалам.

– Белеүебеҙсә, һеҙ күптән инде башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары­ның биҙәнеү әйберҙәре, селтәр, һаҡал, ҡашмау, хәситә етештереү кеүек сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән шөғөлгә тотонған­һығыҙ. Умартасының биҙәүестәр эшләү оҫтаһына әүерелеүенә нимә сәбәпсе булды?

– Беренсенән, был күңел ҡу­шы­уылыр, тип уйлайым. Икен­се­нән, ҡортсолоҡ ваҡытлыса шө­ғөл бит, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем бал ҡорттары кеүек алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ ҙә ҡыш өйҙә ултырабыҙ. Оҙон кистәрҙе үткәреү, күңелдәге бушлыҡты ни менәндер тулыландырыу маҡса­тында башлағайным, хәҙер ярат­ҡан кәсебемә әйләнде. Баштараҡ сәхнәләрҙә, телевизорҙан сығыш яһаған милләттәштәребеҙҙәге, бейеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙағы милли биҙәүестәрҙе күреп бер аҙ көйөп тә, бошоноп та алдым. Ни өсөн тигәндә, һуңғы ваҡытта стилләштерелгән әйберҙәр тигән мода артында халҡыбыҙға бөтөнләй хас булмаған тамға, төҫ, шулай уҡ эшләү стиленә тап килмәгән биҙәүестәр күбәйҙе. Селтәр-һаҡалды алғанда ла, бөгөн ҡулына энә тота алған һәр кем эшләргә ынтыла. Был йәһәттән мине иң ныҡ борсоғаны – милли ҡомартҡыларыбыҙҙың бәҫе аҡрынлап юғала бара: күптәр тота ла, төрлөсә яһап, бәйләп, сигеп, хатта шуның дөрөҫлөгөн иҫбат итергә тырыша. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, милли кейем үҙенсәлеге аҡрынлап юҡҡа сыға, тигән һүҙ. Эшләһендәр, бер һүҙем дә юҡ, таҡһындар, ифрат матур, килешә ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙға, тик белеп башҡарырға кәрәк бит.

– Үҙегеҙ селтәр эшләү серенә кемдән өйрәнгәйнегеҙ?

– Үтәгәндән Шәмсиә Мофаззалова, Хөбәйбә Әминева, Асҡар­ҙан Сәхипъямал Усманова апай­ҙарға шәхсән барып, нисек эшләү кәрәклегенә төшөндөм. Бала саҡтан өләсәйемдең әйткәндәре, өйрәткәндәре лә күңелдә һаҡлана килгән. Йөҙ йәшлек Латифа өләсәйем селтәрҙәге тәңкәне “ҡатабыҙ” тиер ине. Дөрөҫөрәге, тәңкәне “ҡаҙ тәпәйе” итеп ҡатабыҙ. Уртаһына берҙе алып, өс төрлө нығытабыҙ. Шул сағында тәңкә бөгөнгө күптәрҙең эшләгән селтәрҙәрендәге кеүек тырпайып тормай, ә матур итеп нығынып ултыра.

Быны күптәр хәҙер белмәй ҙә. Иғтибар итһәгеҙ, ҡашмауҙы хәҙер бәләкәстәрҙең көләпәрәһе кеүек эшләй ҙә ҡуялар. Ә ысынында ҡашмауҙың башында тишек ҡа­лырға тейеш. Һәр ырыуҙың үҙенә генә хас тамғалары һалынған. Мин, Тамъян ырыуы вәкиле булараҡ, бына ҡашмауҙағы тамғам шаҡмаҡлап һалынған. Һуңғы ваҡытта башҡорттоң тамғаһы тип ҡусҡарҙы йыш ҡуллана башланылар, әммә ул ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ халҡыныҡы иҫәпләнә. Ҡортбаштар ҡашмауҙы бөткәнсе ҡуйған, ә бына ҡойроҡ ҡушҡарға тиклем төшөп тора. Элек бит ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен бушҡа ғына кейеп йөрөмәгән, был йәштәргә кәүҙәне тура тоторға ярҙам иткән, арҡа һөйәк умыртҡаһын, маңлайҙы һаҡлаған. Селтәр күкрәкте сит күҙҙән, төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау сараһы булып та иҫәпләнгән.

– Ысынлап та, бөгөн күптәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейе­ме­нең айырылғыһыҙ бер өлө­шөн тәшкил иткән биҙәүестәрҙе төрлөсә йөрөтә һәм уларҙы нисек кенә эшләмәйҙәр. Хатта затлы биҙәүесте ҡышҡы пальто йәки тун өҫтөнән тағыусылар ҙа осрай. Кемдәрҙер уны һалбы­ратып юҡ-бар кейем өҫтөнән тағып та сыға. Ошо хаҡта фе­керҙәрегеҙ нисек? Биҙәүестәрҙе эшләү серҙәре менән дә яҡындан таныштырһағыҙ ине.

– Һуңғы ваҡытта биҙәүестәр ниндәй генә атама менән йөрө­төлмәй! Исемдәренә килгәндә лә дөрөҫлөк яғындамын. Мәҫәлән, алмиҙеү тик тәңкәләрҙән генә торған. Ә бөгөн уны тоталар ҙа мәрйендән эшләйҙәр. Түшелде­ректең дә үҙ атамаһы бар, уны өләсәйҙәр кейем эсенән кейер ине. Күптәр диалект һөйләше тип тә әйтер, уныһы менән дә килешергә мөмкин. Тик һәр урында дөрөҫлөк тантана итергә тейеш тигән фекерҙәмен. Бөгөн элекке кеүек таҙа мәрйен дә, боронғо тәңкәләр ҙә, аҡыҡ, сулпылар ҙа юҡ. Ә инде ялтыраған һәр әйберҙе селтәргә тағып, уны муйынға элеп йөрөүҙән бер фәтүә лә күрмәйем. Селтәрең бәләкәйме-ҙурмы – уныһы мөһим дә түгел, әммә дөрөҫ, зауыҡ менән эшләнгән булыуы мотлаҡ. Ысынлап та, ауыр селтәрҙе көн һайын тағыу мөмкинлеге лә, кәрәге лә юҡ. Ә ул мәҙәни сараларҙа, төрлө байрамдарҙа кейелә икән, был күренешкә ыңғай ҡараштамын.

Шулай ҙа үҙемдең бер нисә фекерем менән дә уртаҡлашҡым килә. Мәҫәлән, тун, пальто өҫтө­нән селтәр тағып йөрөгәндәрҙе өнәмәйем. Ниңә милли ҡомарт­ҡыбыҙҙың мәртәбәһен төшөрөп, уларҙы мыҫҡыллап тигәндәй, кейем өҫтөнән тағырға? Һәр нәмәнең үҙ урыны булырға тейеш. Ҡайҙа, ниндәй һүрәттә күргәнегеҙ бар инәй-өләсәйҙәрҙең селтәр­ҙәрен шулай тағып йөрөгәнен? Был күренешкә әсенеп ҡарайым. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәр-ҡашмауы бер ваҡытта ла күк, аҡ, зәңгәр, һары төҫтә булмаған, ул тик ҡыҙыл мәрйендән эшләнгән. Ниңә һөнәр арттырам тип, йәйғор төҫтәре кеүек яңыса яһап ҡыланырға? Шулай уҡ бәйләнгән, аҙаҡ эт эсәге кеүек һуҙылып торған селтәр тағып, сәхнәгә сығып, бөтә тамашасы алдында сығыш яһаған әртистәребеҙҙе бөтөнләй аңла­майым. Күлдәктәр менән дә шул уҡ хәл. Ҡатлы итәктәр ҡуйып тегеү генә башҡортлоҡто белдермәй, уның да үҙ нескәлектәре етәрлек.

Селтәр өсөн йомшаҡ туҡыма алына, уны кәрәкле үлсәмдә ҡырҡып, тектереп алам. Артабан биҙәүескә милли биҙәк һалына. Мәрйендәр урынына хәҙер мага­зиндарҙа һатылған сәйләндәрҙе (бисер) ҡулланырға тура килә инде. Әйләнештән сығарылған совет осоро тәңкәләрен һатып алып, уларҙы махсус тиштереп, шуларҙы ҡатам. Ҡортбаштарҙы табыу ҙа хәҙер проблема түгел. Күберәк ҡул эштәре менән көҙҙән алып ҡара яҙға тиклем булышам, әле ҡул эштәремдең иң ҡыҙған осоро. Бер өҫтәлемдә башланған селтәр урын алған, дивандың бер яғында төрлө ептәрҙән аҡлы-суҡлы бейәләйҙәр бәйләү менән мәж киләм, яртылаш эшләнгән хәситә лә аҙағынаса еткереүҙе көтөп ята. Холоҡ-фиғелем бер эште генә башҡарыуҙы яратмай, береһенән ялҡып китһәм, икенсеһенә тотонам. Телевизор ҡарағанда, буш ултырмайым, бәйләмемде ҡулыма алам.

Һаҡалды бер йыл тирәһе эшләйем, ә бына селтәргә ике-өс ай ваҡыт етә. Заказ биргән­дәргә лә, һатыуға ла үҙем эшләгән әйберҙәрҙе сығарам. Ялҡау­ланмай, зауыҡлы итеп һәм бар талапты теүәл үтәгәндә, һатып алыусылары ла табылып тора.

– Мәҙинә Рәсих ҡыҙы, һеҙҙе шу­лай уҡ башҡорт халҡының милли ризығы – ҡаҙы, тултыр­маларҙы бик оҫта эшләп, һатып ебәреүсе булараҡ та беләләр. Үҙегеҙҙең клиенттарығыҙ ҙа бар.

– Эйе, ул яҡҡа ла хәтәр оҫтамын (көлә – авт.). Йыл һайын бер йылҡыны һатып алып һуй­ҙыртам. Рәхәтләнеп төн буйы ҡа­ҙы эшләйем, тултырма тултырам. Тәүҙә бер көн алда ма­йындағы бөтә биҙҙәрен таҙартып сығам, ярыларын ҡырҡып алам. Хәҙер ҡаҙы, тултырма баҙарҙа, кибеттә күп һатыла, әммә уларҙың барыһы ла хәләл, сифатлы, тип әйтмәҫ инем. Бер ваҡыт таны­шымдың табынында ҡаҙы ашарға тура килде: ни йота алманым, ни ташлап булманы, ҡағыҙ кеүек сәйнәп ултырылды. Күптәр ҡаҙыға майҙың ярыһын һала, минеңсә, улай ярамай. Бөтә ризыҡ элек халҡыбыҙ нисек эшләгән, шулай әҙерләнергә тейеш. Әйҙә үҙең өсөн төрлөсә ҡыландыр, әммә уны һатыуға сығарма. Бына шунан башлана башҡорттоң милли ризығына баһа. Һәр хәлдә, минең ҡаҙыларым Мәскәүгә, Сорғотҡа оҙатыла, берәүҙең дә насар, тәмһеҙ тигәне әлегәсә ишетелмәне.

– Һеҙ шулай уҡ һунарсы ла бит әле.

– Эйе, мин районда махсус рөхсәт алған мылтыҡлы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ һунарсымын. Тәбиғәтте яратыуҙан, уның менән аралашыуҙан, һәр миҙгелдең матурлығына һоҡланыуҙан, шифалы үләндәр йыйыуҙан башлан­ған шөғөл аҡрынлап миндә һунарсылыҡ ҡомары уятты. Мин һунарға ниндәйҙер йәнлекте йәки ҡошто атам тип түгел, ә дуҫтар менән бергә тәбиғәттә ял итеү, аралашыу өсөн сығам. Шулай ҙа ҡор, сел һәм һуйыр алыу – минең иң яратҡан һунарсылыҡ шөғөлөм.

– Ә бейеүгә һөйөү ҡайҙан килә?

– Бәләкәйҙән. Йәштән район­дың “Йәшлек” халыҡ бейеү ансам­блендә бейенем. Ансамбль менән күп илдәрҙә сығыш яһаныҡ. Үҙем “Урал ҡыҙҙары” бейеү ансамбле төҙөп, “Мин тормошто яратам!” республика конкурсында Гран-при яуланыҡ, хәҙер “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға теләк бар.

– Үҙегеҙҙең шифалы балығыҙ янында һәр саҡ тәнгә сихәт биргән төрлө үләндәрҙән яһалған үлән сәйҙәре лә урын ала.

– Уныһын да йәй көнө йыйып, ете төрлө үләндән сәй эшләп, махсус әҙерләп ҡуям. Үләндәр янына гөлйемеш, энәлекте лә өҫтәп ебәрәм. Ҡыш әйҙә рәхәтләнеп эс, балыңды ла ҡабып ебәр...

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

 

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

 

Әбйәлил районы.

Читайте нас: