Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2022, 15:17

“Ҡыҙым эсә тип әйтәйемме?”

nezavisimost66.ru
Фото:nezavisimost66.ru

Камила апай – хөрмәтле ханым, оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән, бик күп кешенең сәләмәтлеген хәстәрләгән белгес. Хөрмәт итәләр, кәңәшенә ҡолаҡ һалалар. Барыһы ла яҡшы кеүек. Тик... Бер бәлә уның бар тормошона күләгә төшөрөп тора. Әлеге ваҡытта Камила апай башҡаларҙың ярҙамына һәм кәңәшенә мохтаж. Уның әсенеп-әрнеп һөйләгән монологын тәҡдим итәбеҙ.

“Өлкән улым армиянан һуң йыраҡта, Мәскәү янында төпләнде, шунда кәләш алды. Килен менән ике бала үҫтерәләр, донъя ҡорҙолар. Алыҫ йәшәгәс, уларҙың көндәлек проблемаларын, ығы-зығыһын күрмәйбеҙ. Килһәләр, ҡунаҡ итеп, ейәндәре­беҙҙең үҫкәненә, уңыштарына шатланып тороп ҡалабыҙ. Кешеләр килененә зарлана, улы менән уртаҡ тел таба алмай, әммә беҙҙең төп бәлә ҡыҙыбыҙҙа булып сыҡты.

Ҡыҙыма 32 йәш. Уны иркәләп-хәстәрләп үҫтерҙек, мохтажлыҡ күрмәне. Университет тамамлағас, таныштар аша яҡшы ғына ойошмаға эшкә урынлаштырҙыҡ. Торлаҡ, аҡса проблемаларын белмәне. 25 йәшендә зыялы ғаиләлә үҫкән, үҙе ише юғары белемле, өмөтлө егеткә кейәүгә сыҡты. Матур ғына йәшәп киттеләр. Ике яҡтан да ярҙамдан өҙмәнек. Ейәнебеҙ тыуғас, кейәү шул тиклем шатланды, ҡыҙыбыҙҙы ҡулында ғына күтәреп йөрөттө. Әммә был бәхет оҙаҡҡа барманы – юл фажиғәһендә кейәүебеҙҙең ғүмере өҙөлдө.

Донъяның аҫты-өҫкә түңкәрелдеме ни! Көтөлмәгән ҡайғыны ҡыҙыбыҙ күтәрә алманы, йәшәү дәрте һүнде, эшен ташланы. Балаһына ла иғтибар бүлмәй башланы. Әммә иң ҡурҡынысы алда булған икән: баҡһаң, ул ҡайғыһын һыра менән йыуырға өйрәнеп алған. Бергә эсергә әхирәттәре лә табылған... Ҡыҫҡаһы, бер нисә йыл эсендә ул эскелеккә бирелде. Матур итеп һөйләшеп тә, әрләп тә ҡараным: аңлаған һымаҡ була ла, тағы кәйеф-сафа ҡороу башлана, балаһын уйлап та бирмәй... Ирем менән һөйләштек тә, икенсе өлкәлә йәшәгән таныш табиптар аша, уны наркология дауаханаһына урынлаштырҙыҡ, гипноз, дарыуҙар һәм башҡа юлдар менән эскелектән  дауаланыҡ, иң ахырҙа, бер йылға код ҡуйҙырттыҡ.

Мин – табип һәм башҡаларҙан яҡшыраҡ беләм: ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы дауаланмай һәм элекке эскеселәр булмай. Форсат сығыу менән улар рюмкаға үреләсәк. Әммә әлегә ҡыҙым үҙен тота. Бәлки, һуңғы өс йылда беҙҙең эргәлә йәшәүе лә булышлыҡ итәлер. Беҙ ирем менән алкоголле эсемлекте ауыҙға ла алмайбыҙ, эскелек йортобоҙҙа бөтөнләй юҡ.

Күптән түгел иһә ҡыҙым яңылыҡ менән шаҡ ҡатырҙы: интернет аша бер ир менән танышҡан. Уға 35 йәш икәнлеге мәғлүм. Ҡыҙым “бер-беребеҙгә ғашиҡбыҙ, ул – тап мин көткән кеше” тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Был ир бөтөнләй икенсе төбәктә йәшәй, әммә улар уртаҡ пландар ҡора һәм ысынбарлыҡта осрашыуҙы планлаштыра. Әгәр ҙә мәгәр бер-беребеҙҙе яҡындан күрешкәс тә оҡшатһаҡ, бергә йәшәйәсәкбеҙ, тип тә ебәрә ҡыҙым. Унан бөтөнләй хыялланырға керешә: икенсе бала табасаҡ, эшкә сығасаҡ... Ә минең ҡотом оса: икенсе баланы табыу түгел, беренсе улын да йүнләп ҡараманы, малайҙы мин һәм элекке ҡәйнәһе үҫтерергә ярҙам итәбеҙ. 

Һис шикһеҙ, ҡыҙыма бәхет теләйем, әммә күңелемдәге тынысһыҙлыҡ ялҡынын да һүндерә алмайым. Был интернет аша танышыу нимәгә алып барыр? Уны дауалауға һалған тырышлыҡтарыбыҙ бер нисә көндә юҡҡа сыҡмаҫмы?

Ҡыҙым “был ир тәмәке тарта, байрам­дарҙа ғына эсә” ти. Тимәк, эргәһендә рюмка күтәреүсе булһа, ҡыҙымдың да түҙмәүе, тағы алкоголле эсемлекте ауыҙ итеүе ихтимал. Унан ысҡынһа, ниндәй бәлә буласағын күҙаллағым да килмәй...

Төндәрен уйланып ятам: был ир беҙгә  килһә, ҡыҙымдың эскелеккә бәйле пробле­маһы хаҡында әйтәйемме икән әллә? Бындай хаҡым бармы? Йәштәр эшенә һис тығылғым килмәй, әммә...

Әгәр яратһа, хәлен аңлар, тип өмөтлә­нәм, шул уҡ ваҡытта ҡыҙымдың ауыҙына бер кем дә көсләп шарап ҡоймай, башы булмаһа, бәлә килгәнен көт тә тор. Ни эшләргә һуң миңә?

Тиҙҙән был ир беҙҙең яҡтарға йыйына, имеш. Ҡыҙым шатлана, әҙерләнә, ә мин утлы табалағы бесәй кеүекмен – йоҡом ҡасты, тынғыһыҙлыҡтан ҡан баҫымы күтәрелә. Ни эшләргә икән, дуҫтар?” – тип бәйән итте Камила апай. Әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, яҙығыҙ!

Г. БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: