Төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнәм. Маҡсатым – яҡын арала үҙ йортомдоң ишеген асып инеү, ғаилә менән бергә иркен өйҙә йәшәү. Өҫтәүенә, үҙ ихатамда мунса-һарай булһа ине, тип хыялланам. Тик бына коронавирус инфекцияһының килеп сығыуы, уның йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарына тәьҫир итеүе күңелде борсой. Пандемия республикалағы төҙөлөш тармағына нисек йоғонто яһаны икән?
З. ӘЙҮПОВ.
Өфө ҡалаһы.
– Шуныһы һөйөнөслө: Башҡортостан Волга буйы федераль округында торлаҡты сафҡа индереү буйынса лидерҙарҙың береһе булып ҡала. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә 2,6 миллион квадрат метр майҙанлы 34,8 мең фатир сафҡа ингән. Күрһәткестең үҫеше, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 24 процент тәшкил иткән.
Шулай итеп, Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды тотороҡло биләүен дауам итә. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында республикабыҙ элеккесә алтынсы урынды биләй.
– Пандемия сәбәпле, төҙөлөш тармағы өсөн айырым ҡатмарлыҡтар булһа ла, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә генә түгел, маҡсатлы күрһәткестәрҙе һәм былтырғы ошо осор билдәләрен артығы менән үтәй алдыҡ, – тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. 2024 йылға республика – 2,950 миллион квадрат метрҙан, 2030 йылға 4 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған торлаҡты сафҡа индереүҙе планлаштыра.
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө һиҙелерлек үҫеш күрһәтеүен дауам итә. Барлыҡ сығанаҡтар иҫәбенә 2021 йылдың 11 айында, баҡсасылыҡ өсөн ер участкаларында төҙөлгән торлаҡ йорттарҙы иҫәпкә алып, 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға индерелгән. Был алдағы йылдың ғинуар – ноябре менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк.
Берҙәм торлаҡ төҙөлөшө мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 200-ҙән ашыу төҙөлөшкә рөхсәт ғәмәлдә. Төҙөүселәр тарафынан дөйөм майҙаны 3,2 миллион квадрат метр булған 267 тирәһе йорт күтәрелә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда тест рәүешендә “Стройпортал” эш башланы. Уның маҡсаты – башҡарма властың төбәк органдары, шулай уҡ уларға ҡараған дәүләт һәм муниципаль ойошмалар, инвесторҙар, төҙөүселәр, граждандар һәм республика биләмәһендәге төҙөлөш тармағы ойошма-предприятиелары һөҙөмтәлелеген арттырыу.
– Бөгөн “Стройпортал”дан инвесторҙар-төҙөүселәр ҡуллана ала. Унда ҡала төҙөлөшө тураһындағы мәғлүмәттәр һәм Башҡортостан Республикаһы ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы, төҙөлөш тармағында муниципаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеге бар, – тип белдерҙе Егор Родин.
2022 йылда порталды функциональ йәһәттән яҡшыртыу эше дауам итәсәк. Әйткәндәй, “Стройпортал”да процедуралар калькуляторы, белем базаһы менән танышырға мөмкин. Уларҙа – ҡала төҙөлөшө тармағындағы көнүҙәк мәсьәләләр.
“Стройпортал” эшен яҡшыртыу маҡсатында инвесторҙар-төҙөүселәр үҙ тәҡдимдәрен [email protected] электрон адресына ебәрә ала. Улар сервистарҙы ойошторғанда иҫәпкә алынасаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА