“Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙҙә Миләүшә исемле ҡатындан хат алдыҡ. “Бик сетерекле хәлдә ҡалдым. Барыһын да аңлатып яҙып үтәйем”, – тип башлана был яҙма.
“Мин юғары уҡыу йортон тамамлағас, мәктәпкә эшкә барырға теләмәнем һәм бер ғилми ойошмаға лаборант булып урынлаштым. Эш тыныс, өйгә эйәреп ҡайтмай. Ғаиләле булып, балалар үҫтергән саҡта бик ҡулай булды был хеҙмәт урыным, тик эш хаҡы үтә аҙ ине.
Мәктәпкә эшкә барған әхирәттәрем, арыу уҡ стаж туплап, төрлө конкурстарҙа еңеп, гранттар яулай башланы, хеҙмәт хаҡтары ла минеке кеүек бәләкәй түгел. Шулай итеп, тәүәккәлләп, мәктәпкә эшкә күстем.
Эш башлауыма быйыл икенсе йыл. Класс етәксеһе лә итеп ҡуйҙылар. Бик ауыр икән мәктәптә эшләүе, шулай ҙа бирешмәҫкә тырышам, өйрәнеп тә барам кеүек. Әммә яңыраҡ булған хәл арҡаһында тынғы таба алмайым.
Былтыр балалар, Яңы йыл алдынан бер-береһен ҡотлап, бүләктәр бирешеп, сәй эсеү өсөн аҡса йыйҙы. 9-сы класс уҡыусыларына, ҙурҙар инде тип, был эште үҙҙәренә йөкмәттем. Староста ҡыҙ аҡса йыйҙы. Ләкин байрамға бер нисә көн ҡалғас, сумкаһынан өс мең һум аҡсаһы юҡҡа сыҡты. Теге бала бик ауыр кисерҙе был хәлде, ныҡ иланы. “Яңылыш төшөп ҡалыуы ихтималмы?” тигәс, “Юҡ, әле генә тәнәфестә һанағайным, теүәл ине”, – тип яуапланы.
Бур табылманы. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән һөйләшеп, юғалған аҡсаны һәр балаға бүлергә ҡарар иттек. Әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды. Мин староста ҡыҙҙың аҡсаны ысынлап юғалтыуына тамсы ла шикләнмәнем, бик тәрбиәле, матур күңелле бала, шуға күрә ғәйепте тулыһынса уға япһарыу, юғалған аҡсаны унан түләтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Шуның менән был хәл онотолдо тиер инем, тағы бер уҡыусының ҡиммәтле генә ҡолаҡсыны (наушнигы) юғалды. Бәлки, төшөрөп ҡалдырғандыр, тип был хәлгә лә әһәмиәт бирмәнек.
Быйыл да балалар Яңы йыл байрамына берәй ергә барып ял итеү идеяһы менән сыҡты. Былтырғы хәлде иҫләп, аҡсаны үҙем йыйырға булдым. “Ҡулаҡса алып килегеҙ, картала буталыш китер”, – тинем.
Класымда өләсәһе яңғыҙ тәрбиәләгән ҡыҙ уҡый. Был абруйлы ханым ейәнсәрен матур тәрбиәләй, уҡыуы менән даими ҡыҙыҡһына, йыйылыштарға ла ҡалдырмай йөрөй.
Бер көн дәрестәр тамамланғас, ҡайтырға йыйынайым тип, класс бүлмәһенә килеп инһәм... шул ҡыҙҙың минең сумканы аҡтарып торған мәлен тап итеп, ишек төбөндә саҡ ултыра төшмәнем.
Ҡыҙыҡай шул тиклем ҡурҡты, илай башланы. Икебеҙҙең арала ҡаты ғына һөйләшеү булды. “Зинһар, бер кемгә лә – класташтарыма ла, өләсәйемә лә, уҡытыусыларға ла әйтмәгеҙ! Башҡаса был хәл бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ. Өләсәйем ауырый, уға әйтә күрмәгеҙ”, – тип иланы. “Ярай”, – тинем инде.
Ә хәҙер аптырайым. “Дөрөҫ эшләйемме мин был хәлде йәшереп? Мәктәп етәкселегенә, ата-әсәләр ҡарамағына сығарырғамы быны? Барыһы ла, шул иҫәптән класташтары белһә, 16 йәшлек бала үҙенә берәй нәмә ҡылып ҡуймаҫмы?” – тигән һорауҙар борсой мине”.
Был хатты гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә баҫҡас, бер нисә уҡыусыбыҙ үҙ фекерен белдерҙе. Мәҫәлән, Зәлифә Хунафина “Әлегә сабыр итергә кәрәк” тип яҙҙы. “Сабыр итергәме икән? Бала шулай боҙолоп китеүе бар. Өләсәһенә әйтергә кәрәк. Абруйлы кеше тип унан ҡурҡырға ярамай”, – тигән фекерҙә Гөлсөм Нурисламова. Уның һүҙен Йәүһәриә Шәкирова ла хуплай: “Был хәлде йәшереп ҡалдырырға ярамай. Уның алдағы тормошон да уйларға кәрәктер. Минең фекерем шулай”.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА