Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 09:23

Һарғайҙар еңде!

Тормошобоҙҙо биҙәгән күренештәр киләсәккә өмөт уята.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Хәмерҙең бер ҡасан да яҡшыға илтмәүен, әллә күпме бәлә-ҡазаның башында эске икәнлеген белһәк тә, уны йәмғиәтебеҙҙән йолҡоп ташлауы еңелдән түгел, ләкин сәләмәт тормош алып барырға ынтылыу, айыҡлыҡ өсөн көрәшеү кеүек күренештәрҙең һуңғы арала көсәйеүе киләсәккә өмөтлө ҡараш уята. Бай йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, айыҡ туйҙар уҙғарыу ҙа тормошобоҙҙо биҙәй.

“Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусылар айыҡлыҡты пропагандалау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға өндәү йүнәлешендә маҡсатлы саралар алып барҙы. Уларҙың эше социаль селтәрҙәрҙә лә, гәзит биттәрендә лә урын алды. Ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡтың дәррәү күтәрелеп еңеү өсөн тырышыуы айырыуса ныҡ сағылды.

Күптән түгел Ишембай район хакимиәтенең бәләкәй залында конкурста ҡатнашыусы ауылдар, башҡарылған эштәрен йомғаҡлап, муниципаль этапта еңеүсе исемен яҡлап сығыш яһаны. Конкурста 11 ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Йәрәбә менән кемдең нисәнсе булып сығыш яһаясағы асыҡлан­ғас, тәүге һүҙҙе верхоторҙар алды. Ҙур тарихлы был боронғо ауылдың үҙенең йолалары бар. Төҙөклән­дереү эштәренең йәнле алып барылыуы ауылда йәшәү өсөн шарт­тарҙы яҡшыртыу йүнәлешендә күрелгән саралар хаҡында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа фермер хужа­лыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар тарафынан ауыл халҡы өсөн яңы эш урындары булдырылыуы ла ыңғай күренеш. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Турчин айыҡ тормош алып барыу­ҙы пропагандалау буйынса эҙмә-эҙлекле эшкә байҡау яһаны. Эске­леккә ҡаршы маҡсатлы көрәш эҙһеҙ үтмәй. Суррогат алкоголь һатыу нөктәләрен ябыу буйынса ла һөҙөмтә күренә. Дөрөҫ юлға баҫып, эшкә урынлашып, матур итеп йә­шәп алып китеүселәр  ҙә киләсәккә өмөт уята.

– Ауыл мәҙәниәт йортонда бөтә йәштәгеләр ҙә күңелдәренә оҡша­ған шөғөл таба ала. “Сударушки” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле 20 йылдан ашыу эшләп килә. Төрлө түңәрәк­тәр ҙә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан. Ир-егеттәр бильярд, шашка, шахмат клубын үҙ итә, ҡатын-ҡыҙҙар бәйләүгә һәм фитнесҡа йөрөй. Мәктәп ҡарамағындағы спорт залы ла буш торғаны юҡ. Йәштәр унда волейбол, футбол уйнай. Алкоголизмға ҡаршы башҡа иҫкәртеү саралары ла даими уҙғарыла. Видеофильмдар күрһә­теп, әңгәмәләр, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороп, ауылдаштарыбыҙҙы насар ғәҙәттән һаҡларға тыры­шабыҙ. Төрлө байрамдарҙы спиртлы эсемлекһеҙ ҙә бына тигән итеп үткәреп булыуын халыҡ аңлай, – тине үҙенең сығышында хакимиәт башлығы.

Артабан һайрандар, көҙәндәр, кинйәкәйҙәр, әхмәрҙәр, ишемдәр һәм башҡа ауыл вәкилдәре бер-бер артлы һүҙ алды. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы уҙғарылған сараларҙы сағылдырған видеороликтар сығыштарҙы тулыландырып, ҡеүәтләп ебәрҙе.

Ә бына һарғайҙар “Айыҡ ауыл” исемен яҡлауға күмәкләшеп кил­гәйне. Улар араһында ауыл ста­ростаһын да, мәсеттең имам-хатибын да күрҙек. Тыуған ауылы яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөү­селәрҙең байтаҡ булыуы уларҙың күңелендәге еңеүгә сәмде күрһәтте. Һарғайҙың әүҙемсеһе Әнисә Хөсәйенова  “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүгә лайыҡлы булыуҙарын йөкмәткеле сығышы аша аңлатып үтте.

– Байтаҡ йылдар элек ауылы­быҙ өмөтһөҙ, перспективаһыҙ тип һаналды, эскелек тә булды, ләкин ауылдашыбыҙ Фәрүр Вәлитов, ғаиләһе менән ауылға ҡайтып, Һарғайға йән өрҙө. Ул, крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, ауыл халҡын эшле итте, тәртип урынлаштырыуға көс һалды. Эскелек проблемаһы хәҙер үткәндә ҡалды. Беҙҙә алкоголле эсемлектәр һатыу нөктәләре юҡ, сөнки уны һораусы ла юҡ. Хәҙер беҙ был насар ғәҙәтте булдырмау, йәғни иҫкәртеү йүнәлешендә эш алып барабыҙ. Ошо маҡсатта спорт, мәҙәни саралар даими үтеп тора. Ауылыбыҙҙа ауыр хәлдә тормош көтөүселәр ҙә юҡ, сөнки барыһы ла эшкә егәрле, тырышып донъя көтәләр. Һарғайҙың көсө ошонда ла күренә, – тигән һүҙҙәр яңғыраны сығышта.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Кис ултырыу” йолаһы уҙғарылыуы, көслө заттар өсөн ирҙәр ҡоро эшләп килеүе лә ауылдағы бар мәсьәлә­ләрҙе күҙ уңында тотоуға, уларҙы бергәләп хәл итеүгә мөмкинлек бирә.

Был юлы ла үҙҙәренең берҙәм­леге, бер төптән эш итеүҙәре менән еңеүгә өлгәште һарғайҙар. Конкурс комиссияһы 11 ғаризаны ҡарап сыҡҡандан һуң, һарғайҙар Гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ еңеүсе ауыл 100 мең һум күлә­мендә аҡса менән дә бүләкләнде. Хәҙер инде улар был исемде республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

– “Айыҡ ауыл” конкурсында район кимәлендә еңеүебеҙгә тотош ауылыбыҙ менән шатланабыҙ. Тағы ла сәмләнеберәк эшләргә дәрт өҫтәлде. Республика кимә­лендә ярышыу айырыуса ҙур көс талап итә. Беҙҙең ауылға ғына хас булған үҙенсәлекле саралар ойоштороуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Һарғай киләсәктә лә һүнмәһен, тағы ла нығыраҡ үҫешһен өсөн, йәш ғаиләләрҙе йәлеп итеү, уларҙы төпләндереү буйынса ла ҙур маҡсат ҡуйғанбыҙ, – тине крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, ауылдаштарын эш менән тәьмин итеүсе Фәрүр Вәлитов.

Муниципаль этапта алдынғылар иҫәбендә тағы ла өс ауыл бар – беренсе урынға Әхмәр лайыҡ булһа, икенсе урында – Кинйәкәй, өсөнсө урында – Верхотор. Уларға ла аҡсалата бүләктәр ҡаралған.

Беренсе урынға лайыҡ булған әхмәрҙәрҙән дә башҡарылған эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Һөҙөмтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә өлгәшелмәгән, әлбиттә.

– Әхмәрҙә элек суррогат алкоголь һатыу нөктәләре күп ине, әле уларҙы ныҡлы кәметеүгә өлгәштек, ләкин башҡараһы эштәр бар әле. Үткән йылда ғына ауыл Советы буйынса суррогат алкоголь һатыу­сыларға ҡарата һигеҙ протокол төҙөлдө, 200 литрҙан ашыу был зәһәр эсемлек тартып алынды, – тине Ишәй ауыл хакимиәте башлығы Илдар Таһиров.

Спорт, мәҙәни саралар, тәр­биәүи әңгәмәләр хәмерҙән һаҡлау ысулы булып тора. Ауылдың клуб мөдире Миңзилә Муллагилдина ошо йүнәлештә алып барылған сараларҙы барланы: “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы”, “Беҙ һыуыҡтан ҡурҡмайбыҙ” тигән спорт ярыштары, “Самауырлы ритайым”, “Балалар менән башҡорт халыҡ уйындары”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡара һағыҙ ҡайнатыу” йолалары, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе кеүек мәҙәни сараларҙың барыһының да маҡсаты бер – халыҡтың ялын файҙалы үткәреү, ҡыҙыҡлы шөғөлдәргә йәлеп итеү.

Ауыл халҡының, мәктәп уҡыу­сыларының район ярыштарында алдынғы урындар яулауы – был йүнәлештәге даими эш һөҙөмтәһе. Мәктәп уҡыусылары араһында өҫтәл теннисы буйынса беренсе урын, ауыл хакимиәттәре араһында еңел атлетика кросында еңеү яулау, ҡыҙҙар араһында мини-футбол буйынса өсөнсө урын – был исемлекте тағы ла дауам итергә мөмкин.

Халыҡ менән күмәкләп өмәләргә сығыу ҙа йәшәгән төйәктәрен матур итеп тотоу теләген сағылдыра. Тәртип булған ерҙә эскелек кеүек насар ғәҙәттәр тамыр йәймәй.

Кинйәкәйҙәрҙең иманлы ғаи­ләләре, эшһөйәр, һөнәрле кеше­ләре тураһында гәзит биттәрендә лә мәҡәләләр даими донъя күрҙе. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаш­ҡанда ла уларҙың берҙәмлеге тойолдо.

– Кинйәкәйҙә ауылдарына, уның киләсәгенә битараф булмаған халыҡ йәшәй. Һәр сарала улар әүҙем. Тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмәгә ҡайҙандыр ярҙам көтмәй техникалары менән сығалар. Зыяратты кәртәләгәндә лә дәррәү ҡатнаштылар. Ауыл мәсете лә халыҡ көсө менән төҙөлөп бөтөп килә. Спорт сараһы уҙғарһалар, тотош ғаиләләрҙе йәлеп итергә тырышалар, сөнки балалар менән бергә ҡатнашыу ғаиләне берләш­терә, йәш быуынға тәрбиә биреү яғынан да файҙаға ғына. Суррогат алкоголь һатыу нөктәһе лә халыҡтың көсө менән бөтөрөлдө. Ауылды йәмһеҙләгән бер генә күренешкә лә битараф ҡалмай улар. Әлеге конкурста ла дәррәү ҡатнаштылар һәм бының өсөн уларға рәхмәтемде белдерәм, – тине Скворчиха ауыл хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко.

Айыҡ тормош алып барған ауылдарыбыҙ күберәк булған һайын, йәмғиәтебеҙҙә иман, тәртип артыр. Башҡарған ошо эштәребеҙ менән йәш быуындың имен киләсәген хәстәрләйбеҙ.

 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

 

Ишембай районы.

Читайте нас: