Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 08:56

Бер көн батыр булғандар, ә иртәгәһенә – бахыр...

Автомобиль – ҙур хәүеф сығанағы.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Федераль яза-башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бейек ҡойма, сәнскеле тимер менән уратып алынған 5-се колония-ҡасабаһы тыштан уҡ күңелдә шомло уйҙар уята. Хәйер, бер ул ғынамы, башҡа төрмәләр эргәһенән үткәндә лә һәр кешелә ауыр уйҙар тыуалыр. Ошо бейек ҡоймалар артында төрлө енәйәттәр өсөн хөкөм ителеп, кемдәр генә ултырмай, ниндәй генә яҙмыштар йәшерелмәгән ете йоҙаҡ артына. Улар араһында кеше үлеменә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә хөкөм ителгәндәр ҙә бар. Колонияла улар менән осрашып, юлдарҙа булған фажиғәләр һәм был яуапһыҙлыҡтың нисек тамамланыуы тураһында миҫалдарҙы күп ишетергә тура килде.

 

Ә унда велосипедсы китеп барған

 

Колония етәкселеге беҙгә, аварияға осрап, кеше үлеменә сәбәпсе булған бер нисә кеше менән аралашыу мөмкинлеген бирҙе. Иғтибарҙы йәш егет йәлеп итте. Линар Х. Ырымбур ҡала­һынан. Уға ни бары 21 йәш.

– Ырымбур дәүләт университе­тының колледжында дүртенсе курста белем ала инем. 18 йәшем тулғас, водитель танытмаһын алдым. Тәүҙә олатайымдың автомобилендә бергә йөрөнөк. Йыйған аҡсама 2020 йылда үҙемә машина алдым. Транспорт сараһы миңә уҡыуға йөрөү, әсәйемде дауаханаға алып барыу, олатайым менән өләсәйемде баҡсаға йөрөтөү өсөн дә кәрәк ине, – ти Линар.  

Ул 2020 йылдың 17 майында көндөҙгө сәғәт икелә Ырымбур ҡалаһын урап үтеү юлының 16-сы километрында үҙенең “ВАЗ-2114” автомобилендә хәрәкәт иткәндә уң яҡтан һул һыҙатҡа күсә. Әммә икенсе яҡтан ошо йүнәлештә китеп барған автомобилде күргәс тә, уға бәрелеүҙән тайпылып, юлдың уң яҡ ситенә рулде бора, ә унда велосипедсы китеп барған... Бәрелеш һөҙөмтәһендә велосипедсы “Ашығыс ярҙам” килгәнгә ҡәҙәр үк йән бирә.

– Унда сәғәтенә 60 километр тиҙлектә йөрөү рөхсәт ителә ине, ә мин сәғәтенә 78,8 км тиҙлек менән ҡыуҙым. Ғөмүмән, тиҙлекте арттырыу һөҙөмтәһендә уяулыҡты юғалттым. Эсмәгән инем, әлбиттә. Велосипедсыға шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәттем һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырттым. Судҡа тиклем дә, судтан һуң да һәләк булған 32 йәшлек ирҙең ата-әсәһенән ғәфү үтендем. Әле лә уларҙың ярлыҡауын һорап, хаттар яҙып торам. Үкенәм, әммә һуң инде. Автомобиль ҙур хәүеф сығанағы сараһы булып тора, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Линар.

Линарҙың атаһы 2019 йылда вафат булған, ә икенсе йылына үҙе лә бәләгә тарыған... Шулай итеп, ул олатаһы менән өләсәһен дә, әсәһен дә оло ҡайғыға һалған, ғаиләһендә берҙән-бер бала булған. Егет программист һөнәренә уҡыған була. Тәүҙә түләүле нигеҙҙә белем ала башлаһа ла, беренсе курсты яҡшы билдәләргә тамамлап, бюджетҡа күсеүгә өлгәшкән. Колледжды тамамлағас, артабан университетта уҡырға инеү ту­раһында хыялланған...

“Башығыҙҙан үткәндәрҙән сығып, башҡаларға ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ?” – тип һораным унан.

– Мин иң тәүҙә һәләк булған ирҙең әсәһе Марина Станиславовна һәм атаһы Валерий Викторович алдында тағы ла ғәфү үтенәм. Иреккә сыҡҡас, тәү сиратта уларға, өләсәйем менән олатайыма ярҙам итәсәкмен.

Ә инде рулгә ултырғандарға автомобилдең хәүеф сығанағы булыуы тураһында онотмаҫҡа кәңәш итәм. Юл-транспорт фажиғәһе зыян күреүсенең ғаиләһенә генә түгел, шулай уҡ һеҙҙең ғаиләгеҙгә лә бәхетһеҙлек килтерә. Туғандар һәм яҡындар тураһында ла уйларға кәрәк, – тине Линар Х.

Кеше үлеме менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн егетте өс йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Әле бары ун ай ғына үткән, тимер рәшәткә артында ултырырға ла ултырырға... Уны оло йәштәге өләсәһе менән олатаһы көтөп ала алһын ине...

 

30 йыллыҡ тәжрибә менән

 

Икенсе әңгәмәсем – 1961 йылғы ир, Учалы ҡалаһында йәшәгән. Ул,  2020 йылдың 26 сентябрендә Учалы районында Белорет – Учалы – Миәс автомобиль юлының 149-сы саҡрымында “Мазда” автомоби­лендә оҙон боролошта тыйылған урында юл һыҙатын ҡырҡып, ҡаршы юлға сыға һәм “ВАЗ-2109” автомобиленә бәрелә. Һөҙөмтәлә “ВАЗ-2109” автомобилендә алғы ултырғыста ултырған 1997 йылғы ҡыҙ “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәнсе һәләк була. Ә икенсе пассажир, 1994 йылғы ҡыҙ, ауыр йәрәхәттәр ала.

61 йәшлек ирҙең 30 йыллыҡ водитель стажы булған. 2020 йылда ул юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙғаны өсөн һигеҙ тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған: туҡталҡа, ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм башҡалар.

– Миәс ҡалаһынан ҡайтып килә инек. Сәғәтенә 90 километр тиҙлекте тоттом, юлдағы киҫкен боролошта руль боролманы ла ҡуйҙы, ватылды. Мин тура киттем, боролоштан тайпылып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡтым, тормозға баҫһам да, өлгөрмәнем, ҡаршы килгән автомобилгә бәрелдем. “ВАЗ-2109” автомобиле юл ситенә осто. 23 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Судта ғәйебемде тулыһынса таныным. Аварияла кеше һәләк булғас, суд мине ике йылға иректән мәхрүм итте, шулай уҡ һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһенә бер миллион һум түләргә тейешмен. Әле уның 250 мең һумын бирҙем. Иреккә сыҡҡас та, ҡалғанын да ҡапларға йыйынам.

Мин шәхси эшҡыуар инем, газ үткәргес торбалары һуҙҙым, әле эшемде ике улым дауам итә. Иреккә сыҡҡас, эшләйәсәкмен, бурысымды мотлаҡ түләйәсәкмен.

Мин фажиғәлә вафат булған ҡыҙҙың ата-әсәһенә лә  мөрәжәғәт итергә теләйем: “Хөрмәтле Раушания Әхмәт ҡыҙы һәм Рауил Мөхәмәт улы, һеҙҙең ауыр юғалтыу кисереүегеҙҙе аңлайым, шуға ла һеҙҙән ғәфү үтенәм”, – тине.

Ирҙең һүҙҙәренсә, авария урынына “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла оҙаҡ килгән, ҡыҙ медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулында йән биргән.

– Инде ете ай ултырам. Башымдан үткәндәрҙән сығып, башҡа водителдәргә һаҡ йөрөргә кәңәш итер инем. Эскән килеш йәки спирт еҫе саҡ ҡына сыҡһа ла, рулгә ултырмаһындар. Минең кеүек хәлгә ҡалмаһындар өсөн, баштары ауыртһа ла, берәй ауырлыҡ тойһалар ҙа, туҡтап ял итеп, артабан юлдарын дауам итергә кәңәш бирәм. Минең машинаның руле быға тиклем дә бер тапҡыр ватылғайны, уны эшләнеләр. Мин үҙем ғәйепле, рулде тейешенсә ремонтламаным, – тине.

Ир был юлды күп тапҡыр үткән, шуға ла уның һәр метры таныш була, әммә боҙоҡ машинаһы уны фажиғәгә юлыҡтыра. Ул иреккә сыҡҡас та шунда уҡ рулгә ултыра алмаясаҡ әле –  тағы ике йылға водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән.

“Алдан әйтә алмайым, иреккә сыҡҡанға тиклем йәшәргә кәрәк. Сыҡһам, ҡыҙҙың ғаиләһенә матди зыянды түләп бөтөргә һәм киләсәктә лә ата-әсәһенә ярҙам итергә йыйынам, сөнки ул миңә үҙемдең ҡыҙым кеүек... Көн дә иҫләйем, ундай хәлде онотоп булмай. Беҙ совет осоронда тәрбиәләнеп үҫтек, шуға ла бындай хәлдәрҙе ғәҙәттәге күренеш кеүек ҡабул итә алмайбыҙ. Ҡыҙҙың ҡәберенә барып, ғәфү үтенергә вәғәҙә бирҙем”, – тип уртаҡлашты ул.

 

Өс тапҡыр эскән килеш тотолған

 

Колония-ҡасабала эскән килеш юл-транспорт фажиғәһе сәбәпсеһе булған водителдәр ҙә күп. Мәҫәлән, Николай А. иптәше менән мотоциклда күрше ауылға барған. Унда таныштарын осратып, араҡы эскән­дәр. Иҫерек ир, танытмаһы булмайынса мотоциклға ултырып, ҡайтырға сыға. “Сәйәхәт” күңелһеҙ тамамлана: аварияла ике ҡыҙ һәм бер егет зыян күрә, улар дауаха­наға эләгә. Ярай, бәхеткә күрә, иҫән ҡалғандар.

– Мин рулгә бөтөнләй ултыр­маҫҡа тейеш инем, сөнки танытмам юҡ. Иң мөһиме – эскән килеш рулгә тотонорға ярамай ине, – тип үкенә был хәлгә тарыған Николай.

Илдус Х. юл йөрөгәндә етди хәл-ваҡиғаларға тарымаған, әммә эскән килеш рулгә йыш ултырған, шул иҫәптән өс тапҡыр эскән килеш эләккән – 2015, 2020 һәм 2021 йылдарҙа. Штраф кеүек тәрбиә эше һөҙөмтәгә килтермәгәс, өсөнсө тапҡыр тотолғандан һуң, уны 3,5 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.

Әйтергә кәрәк, юлда тәртип бо­ҙоусылар бер тотолмаһа, икен­сеһенә барыбер эләгә. Мәҫәлән, яҙмышын һынарға яратҡан 25 йәшлек Александр С. өсөн һуңғы мажараһы фажиғәле тамамланған: 2020 йылда ул водитель танытмаһыҙ, етмәһә, эскән килеш рулгә ултыра һәм 75 йәшлек ҡатынды тапата. Дауаханаға алып китеп барғанда, ҡатын һәләк була. Ирҙе ете йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Ул да колониянан сыҡҡас, зыян күргән ғаилә алдында ғәфү үтенергә, матди зыянды ҡапларға хыяллана.

Эскән килеш рулгә ултырған кеше ҡулына граната тотҡан маймылға тиң. Улар юлдарҙа аяныслы фажиғә сәбәпсеһе булып тора. Шуға ла ЮХХДИ хеҙмәт­кәрҙәре эскән килеш автомобилгә идара иткән водителдәрҙе аулауға етди иғтибар бирә, әммә һәр водитель эргәһенә ЮХХДИ инспекторын ҡуйып булмай. Үрҙә миҫалға килтерелгән яҙмыштар һәр водителде уйға һалыр, тип ышанғы килә. Колония ла, төрмә лә яҡшы урын түгел, унда эләгергә Хоҙай ҡушмаһын. 

 

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас: