Учалы районының иң ҙурҙарҙан һаналған Ахун ауылын белмәгәндәр һирәктер, моғайын. Урманы ла, тауы ла, йылға-шишмәләре лә булған матур һәм сихри төбәк ул. Ауылда ике меңгә яҡын кеше йәшәй, йылдан-йыл халыҡ һаны күбәйә бара, йәш ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар арта. Йәштәр матур итеп йорттар һала.
Ауыл үҙенә күрә оло бер ғаилә кеүек. Татыу, эшсән, берҙәм һәм дәррәү кешеләр йәшәй, бына тигән итеп донъя көтәләр. Эшһеҙҙәр юҡ тип әйтерлек, сөнки һәр кемдең үҙ шөғөлө бар. Кемдер – баҡсасылыҡ, икенселәр умартасылыҡ менән шөғөлләнә, өсөнсөләр мал-тыуар аҫрай, бәғзе берәүҙәр ҡул эштәре менән дан алған.
Быймаһы ла быймаһы!
Ауылдың уңған кешеләренең береһе – быйма баҫыу оҫтаһы – Нафиҡ Миңғәлиев. Быға тиклем ауылда эшләп килгән быйма баҫыу цехында 27 йыл эшләй ул. Цех ябылғас, юғалып ҡалмай, үҙ йортонда һигеҙенсе йыл инде эшен дауам итә.
– 1987 йылда “Ҡыҙыл партизан” колхозы етәкселеге менән берлектә быйма баҫыу цехы булдырылғайны. Беҙҙе Межозерный ҡасабаһынан саҡырылған быйма баҫыу оҫтаһы Александр Николаевич Ильичев ошо кәсеп серҙәренә төшөндөрҙө. Минең менән бергә Баттал һәм Шамил Баҡыевтар, Эдгар Латипов, Ильяс Ғәзизов, Марс Ғәббәсов һәм башҡа егеттәр ҙә өйрәнде. Яйлап кәрәкле станоктар, ҡорамалдар алынды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул цех юҡ инде, – тип һөйләне беҙгә Нафиҡ ағай.
Ауыл кешеһе өсөн быйма ябай әйбер түгел. Йомшаҡ та, йылы ла, уңайлы ла! Сатлама һыуыҡтарҙа ауыл халҡы тик быймала йөрөй. Матурлығы менән дә затлы итектәрҙән ҡалышмай. Быйма баҫыу борон халҡыбыҙҙың киң таралған кәсебе булһа, бөгөн ошо һөнәр менән шөғөлләнеүселәр республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әйтәләр бит, быйма баҫыу егәрлеләрҙең генә ҡулынан килә. Ысынлап та, бер пар быймаға кәмендә өс көн ваҡыт сарыф ителә.
– Тәү ҡарауға ғына еңел күренгән эш күп көс талап итә, быуындарҙың хәлен ала, – ти Нафиҡ Хәниф улы. – Һәр эшкә ихтирам менән ҡарарға кәрәк, шулай булмаһа, һөҙөмтә лә булмай. Хәҙер минең айырым цехым бар. Йәшерен-батырыны юҡ, һарыҡ йөнөнөң еҫе яман, әммә емеше татлы. Ә бының өсөн етештергән тауарыңдың сифатлы булыуы шарт. Өйҙән үҙҙәре үк килеп ала, заказдар байтаҡ. Себер тарафтарынан, Мәскәү ҡалаһынан да заказдар күп. Бигерәк тә байрамдар алдынан бүләккә кәрәк тип һорайҙар, – ти быймасы.
– Заказдар күп булып китһә (бая әйткәнемсә, был күберәген байрамдар алдынан була), төн буйы эшләргә тура килә. Бүләккә уңай, хаҡы ла арзан. Балалар быймаһы – 1300, ололарҙыҡы, үлсәменә ҡарап, 1700 һумдан алып. Аҡ йөндән баҫылған быйма йылыраҡ, уңайлыраҡ булһа ла, кешеләр ҡара быймаға өҫтөнлөк бирә. Әйтәм бит, халыҡтың ихтыяжына ҡарап эш итергә тырышабыҙ, бөтә кәрәкле ҡулайламаларым да бар, йыбанмай эшләргә лә эшләргә, – ти оҫта.
Нафиҡ ағай тәүҙә йөрөп, сифатлы йөн йыйып ала, уны киптерә, ҡыйҙан таҙарта, тетә... Аҙаҡ, йөндө һыуҙа ҡайнатып, төп эшкә – быйма баҫыуға керешә.
– Бер пар быйманы, ғәҙәттә, өс көн эсендә баҫам. Ярҙамсы табылһа, әлбиттә, яҡшыраҡ булыр ине, ләкин йәштәр хәҙер бындай эшкә ылығып бармай шул, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.
Эшләһәң, эш ҡарышмай. Күптәр, оҙон аҡса эҙләп, сит тарафтарға китә, ә бына Нафиҡ ағай Миңғәлиев үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Боронғо кәсепте дауам итеп, ауыр булһа ла эштән йәм табып, кешеләрҙе лә ҡыуандырып йәшәгән ир-уҙаман ихтирам тойғоһо ғына уята.
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем...
Мода үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең башҡорт мамыҡ шәлдәре һәр ваҡыт популяр булып ҡала килә. Бөгөн дебет шәлдәрҙе күп осратырға була. Ахун ауылында йәшәгән йәнә бер оҫтабикә – шәл бәйләүсе Миңзилә Абдуллина.
Миңзилә Исмәғил ҡыҙы Ахун ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Магнитогорскиға уҡырға керә. 1985 йылда кейәүгә сыҡҡас, Мәләүез химия заводына эшкә күсеп китәләр.
– Ял көндәрендә баҙарға сығам, ҡатын-ҡыҙ шәл һата. Эй күҙ ҡыҙа. Миндә лә шәл бәйләү теләге тыуҙы. Шул теләгемде эштә апайҙарға һөйләнем. Өйрәтергә теләүселәр табылды. Уның ҡарауы, бәйләү серҙәрен белә инем, әсәйем өйрәткәйне. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кис ултырыуға йыйыла торғайны, мин дә әсәйемдән ҡалмай бара инем. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап, тәүҙә шәл ситенә тотондом. Артабан уға биҙәктәр һалырға өйрәндем, – ти Миңзилә Исмәғил ҡыҙы. – Шулай итеп, беренсе шәлемде 1990 йылда бәйләнем.
16 йыл Мәләүездә йәшәгәндән һуң, тыуған нигеҙгә ҡайтып төпләнә ғаилә. Миңзилә апай башта һатыусы, һуңынан “Башнефть” заправкаһында эшләй. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөнә тотона.
Оҫтабикә биҙәктәрҙе үҙе һайлай. Күңеленә ниндәйе килә, шуларҙы теҙә. Интернеттан өйрәнә, бөтәһен дә яттан белә.
– Ғүмеремдә нисә шәл бәйләгәнмендер, иҫләмәйем. Бүләккә лә, үҙҙәренә тип тә алалар. Килен һөйөүгә тип “паутинка”ға заказ биреүселәр күп. Бер ултырһам, бөтмәйенсә тормайым, бәйләге килеп тик тора. Нәски, бейәләй бәйләргә яратмайым. Ихласлап тотонһаң, бөтә лә ҡуя. Ә минең һаман бәйләгем килә.
Шәлдәрҙең уртаһын да Миңзилә апай ҡул менән бәйләй. Машинканан үткәндәре тигеҙ булһа ла йылыһы булмай, сифаты юғала, бер йылдан ҡойола башлай, тип аңлатты ул. Баҙарҙа, магазиндарҙа шәлдәрҙе күп күрергә тура килә, күбеһенең уртаһы машинка менән бәйләнгән. Мин дә шулай эшләһәм, тиҙерәк булыр ине лә ул, ләкин намыҫым ҡушмай. Кеше хәләл аҡсаһына һатып ала, мәнфәғәтен күрергә тейеш. Шунлыҡтан бер килгән кеше миңә тағы шәл һорап мөрәжәғәт итә. Бәйләп бөтөп торам, алып китеп торалар. Үҙем дә бүләккә гел шәл бирәм – күршемә, ике киленемә, ҡәйенбикәмә, килендәшемә бүләк иткәнем булды. Әҙер ятҡан бер генә лә шәлем юҡ, – ти оҫтабикә.
Дебетте Миңзилә апай Мәләүез яҡтарынан алдыра. Уны тетеү, иләү, сиратыу ҙа ҙур оҫталыҡ талап итә. Шәлгә тигән дебетте артыҡ ныҡ сиратырға кәрәкмәй – ҡабармаясаҡ.
– Миңзилә апай, бер шәлде бәйләү өсөн күпме ваҡыт талап ителә?
– Ике аҙнала әҙер була. Бер ултырғанда бер яҡ ситен бөтөрөргә мөмкин.
– Үҙегеҙ бәйләгән шәлде башҡаларҙыҡынан нисек айыраһығыҙ?
– Һәр кемдең үҙенә генә хас почеркы булған кеүек, бәйләмдә лә шундай эҙ бар. Оҫта ҡулдарҙың эш өлгөләре күҙгә ташланып тора. Дебеттәре тигеҙ сыға.
– Иң яратып бәйләгән шәлегеҙ ниндәй?
– Әсәйемә бәйләгән иң ҙур шәл. Уға хәҙер инде 27 йыл. Шул ҡәҙәр күңел һалып бәйләгәнгәме, әле һаман бер нимә лә булмаған.
Шәл бәйләү – бик оҙайлы процесс. Дебетен әҙерләп алыуға ғына ла байтаҡ ваҡыт талап ителә. Кәзәнең мамығын тарау, ҡыллау, тетеү... Артабан иһә дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау, артабан сиратыу, йомғаҡлау... Шунан инде шәлдең ситен башлау, телдәрҙе һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай кәрәкле ҙурлыҡҡа еткереү. Һуңынан урта теҙеү һәм бәйләү. Урта әҙер булғас, ситтәрен тегеп сығыу. Бының менән генә лә шәл әҙер тигән һүҙ түгел әле. Уны һабынһыҙ ғына, шампунь ҡушып, һыуҙа ебетеп сайҡау һәм телдәрен ҡаҙауҙарға индереп киргестә киптереү. Эйе, шәл бәйләү өсөн дә әллә күпме ваҡыт, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап ителә. Миңзилә апайҙың ҡулдарына бер үк күҙ генә теймәһен, тип теләргә ҡала.
Бына шундай тырыш, йүнсел кешеләр йәшәй Ахун ауылында. Тап улар кеүек уңғандар булғанда, ауылдың бөгөнгөһө лә, киләсәге лә бар. Тормош дилбегәһе ышаныслы ҡулда икәнлегенә үҙебеҙ ҙә ныҡлы ышандыҡ.
Вилиә ЯНБАЕВА.