Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2022, 09:09

Вайымһыҙлыҡ ҡайҙан килә?

Шул арҡала күпме кеше бәләгә тарый, ҡорбан була.

fondtartariya.ru
Фото:fondtartariya.ru

Ни ғилләлер, һуңғы осорҙа балалар йыш юғала. Биш йәшлек булһынмы, ун йәшлекме, ун биш йәшлекме... Даими күренешкә әүерелеп китте бындай яңылыҡтар. Мәҫәлән, 13 февралдә Өфөлә йөрөп килергә тип урамға сыҡҡан 11 йәшлек Арсений өйөнә ҡайтмай. Туғандары полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә һәм күмәкләп бер тәүлек буйы малайҙы эҙләйҙәр. Иртәгәһенә уны имен-һау табалар, ләкин... баш ҡаланан 233 километр алыҫлыҡта, Салауат районының Ташауыл тигән ауылында.

 

Арсенийҙы нисек табалар?

 

Бына ғәжәп! Бала нисек улай алыҫҡа барып сыҡҡан? Берәйһенә эйәреп киткәнме, әллә урлаған­дармы? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит. Баҡһаң, малай компьютер клубында уйнағандан һуң ҡайтырға сыға ла асыҡҡанын һиҙә, әммә ризыҡ алырға аҡсаһы булмай. Бәхетенә, урамда ҡарап тороуға ышаныслы ғына ҡатынды күреп ҡала һәм унан 50 һум һорай. Ҡатын, ас баланы йәлләп, өйөнә алып ҡайтып ашатырға тәҡдим итә. Арсений шатланып риза була, етмәһә, машинала барасаҡтар бит!

Тик шуныһы: был ҡатын Салауат районының Ташауыл ауылы кешеһе булып сыға. Ул тыуған яғына ҡайтырға такси көтөп торған икән. Арсений уға шул мәлдә мөрәжәғәт иткән дә. Шулай ул таныш булмаған ҡатын менән таксиға ултырып китә. Шундай оҙон юлда хатта ҡайҙа китеп барыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынмай...

Ташауылға барып еткәс, ҡатын малайҙың тамағын туйҙыра һәм йоҡ­ларға һала. Иртәгәһенә инде 37 йәшлек хужабикәнең өйөнә, баланы эҙләп, тәртип һаҡсылары килеп инә. Ниһайәт, бөтәһе лә еңел һулап ҡуя. Аҙмы ни бәләкәстәрҙең бәхетһеҙлеккә тарыған, насар уйлы әҙәмдәрҙең ҡорбаны булған осраҡтар...

Арсенийҙы нисек табалармы? Уның үҙе менән телефоны булмай, был эште ҡатмарлаштыра. Полиция хеҙмәткәрҙәре видеокамералар аша баланың ҡайҙа һәм кем менән аралашҡанын, ниндәй машинаға ултырып киткәнен асыҡлай. Һөҙөмтәлә таксисты табалар һәм унан һорау алалар. Водитель ҡатын менән малайҙы ҡайҙа алып барғанын әйтә лә инде.

Аптыраҡ, нилектән өлкән кеше бындай мәғәнәһеҙ аҙымға барған? Ниңә бәләкәй танышының ата-әсә­һенә, туғандарына хәбәр итеү яйын тапмаған? Ни өсөн инде үҫмер тип әйтерлек бала сит кешегә эйәреп киткән? Юлда ла, ауылға барғас та, хәүефләнеп яу һалмаған? Ғаи­ләлә лә, мәктәптә лә “һаҡ булыр­ға, яттарға ышанмаҫҡа, яҡын бармаҫҡа, һөйләшмәҫкә” тип даими ҡабатлап торалар бит... Был ваҡи­ғаны әле тикшерәләр, тәртип һаҡ­сы­ларының ата-әсәгә лә, осраҡлы ҡатынға ла етди һорауҙары бар.

 

“Кисә мин бала урланым”

 

Күптән түгел интернет селтә­рен­дә бер яҙмаға юлыҡтым. Һары­тау ҡалаһынан Надежда Якубова тигән ҡатын бына нимә тип яҙа: “Ки­сә мин бала урланым. Берәү генә түгел, тотош бер төркөм баланы. Һарытауҙағы беҙҙең “Лиза Алерт” эҙләү отряды ҡала паркында “Балалар ҡайҙа китә?” тигән тәжрибә үткәрҙе. Унда балалар өсөн уйын майҙансығы, ҡоштар йөҙөп йөрөгән күл һәм башҡа матур урындар бар. Бала-саға ла һәр ваҡыт күп. Һынауҙың төп маҡсаты – уйнап йөрөгән ерҙәренән сит кешенең әйҙәүенә балалар “юҡ” тип әйтергә әҙерме-юҡмы икән­леген асыҡлау.

Асыҡланыуынса, балалар “юҡ” тип әйтергә әҙер түгел. Әҙер генә лә түгел, белмәйҙәр! Мин туғыҙ баланың туғыҙын да алып киттем. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: бөтә бала ла миңә эйәреп китте! Улар менән һөйләшеүгә лә күп ваҡыт бүлмәнем: күп тигәндә өс минут сарыф иттем. Ә күптәренә “әйҙә минең менән” тип тәҡдим итеү ҙә етте. Үҙҙәре үк, ҡулдарын һоноп, етәкләшергә ынтылды. Беҙ, ҡоштарға ем һибеп, тейендәрҙе ашатып, ситкә киттек.

Апалы-һеңлеле ике үҫмер ҡыҙ “мине атайығыҙ ебәрҙе” тигәнгә генә лә эйәрҙе. Бер нимә лә һораманылар хатта. Ә мин уларҙың атаһының исемен дә белмәйем. Атайығыҙ тип әйткәс, тимәк, ышаныслы апай тип ҡабул иттеләр.

Беҙҙең эргәлә парк хеҙмәткәре лә тора ине. Атайҙарының, ҡыҙ­ҙарҙы каруселгә ултыртып, минһеҙ бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, тип әйткәнен дә ишетте. Карусель туҡтағас, балалар эргәһенә барҙым. Хеҙмәткәр менән дә һөйләшеп торҙом. Шунан ҡыҙҙарҙы алып киттем. Ул һағай­маны ла. Әйткәндәй, был мәлдә унда ошо ике ҡыҙҙан башҡа балалар юҡ ине.

“Лиза Алерт” отрядында өс йыл ярым эшләү осоронда халыҡтың битарафлығына күнегеп тә бөткән­мен. Өлкәндәрҙең берәүһе булһа ла баланы бер кеше алып килеп, икенсеһе алып киткәненә иғтибар итһә, аптырар инем.

Мине тәүге ҡыҙыҡай хайран ҡал­дырҙы. Уның менән әҙерәк һөйлә­шеп, бәүелсәктә уйнатҡас, тейен­дәрҙе ҡарарға киттек. Майҙандан ситкә киткәндә, әсәһенең эргәһенән үттек. Ҡыҙыҡай, шомланып: “Ана, әсәйем тора”, – тип өндәшһә лә, тыңлаусан ғына эйәреп барыуын дауам итте.

Ҡысҡырманы ла, ярҙамға ла саҡырманы. Шыбырлап: “Һеҙҙең менән барғым килмәй”, – тип кенә әйтеп ҡуйҙы. Шулай ҙа үҙе һаман минең менән бергә атланы. Әсәһе беҙҙе ҡыуып еткәнсе шулай бар­ҙыҡ. Уның “Ни эшләп эйәреп кит­тең?” тигән һорауына: “Апай, үҙе менән барырға кәрәк, тип әйтте”, – тип яуапланы.

Бына шулай эйәреп китә балалар. Өнһөҙ, тынһыҙ, һис ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Ә үҙҙәре сит кешегә ыша­нырға ярамай икәнен аңлай! Ул бала әсәһен дә күрҙе, миңә эйә­рергә ярамай икәнлеген дә аңлай ине, әммә тап киреһен эшләне. Бы­на шунан, балалар юғала, тибеҙ...

Бер малай иһә, миңә эйәрһә лә, тәжрибә тураһында белгәнлеген әйтте, “был ҡармаҡҡа эләкмәйем” тип уйланы, ә шулай ҙа үҙе минең менән бергә атланы, бәләкәй ҡустыһын да алғайны. Тимәк, бер ғаиләнән ике баланы алып киттем булып сыҡты.

Мин 15 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем. Һөнәри кимәлдә балалар психо­логияһын аңлайым. Бәлки, миңә генә “юҡ, бармайым” тип әйтә бел­мәгән балалар эләккәндер? Шулай ҙа ғәжәп бит, өс сәғәт эсендә бер түгел, туғыҙ баланы алып киттем! Әгәр минең урында берәй енәйәтсе булһа, хәлдең нисек тамамланырын уйлауы ла ҡурҡыныс...”

 

Бәләнең башы...

 

Ысынлап та, беҙ балалары­быҙ­ҙы артыҡ ышаныусан итеп тәрбиә­ләйбеҙ. Магазинда сиратта торған­да бөтөнләй ят кеше кәнфит-маҙар тотторғанда ла һағаймайбыҙ. Уйнап йөрөгән ерҙән һөйөп киткән инәй-апайҙарға ла иҫебеҙ китмәй. Ә бит бәләнең башы, айырыуса ҙур ҡала ерҙәрендә ошо күренештә лә инде.

Мәкер ҡороусыларҙың алымдары күп: тәм-том менән алдаш­тырһындармы, эт-бесәй менән әүрәтһендәрме, гаджеттар менән ҡыҙыҡһындырһындармы... Әлбит­тә, баланың быларға ымһыныуы бар. Уҡыусыларҙан иһә “әйберемде күтәреш”, “сумкамды алып барыш”, “шул урамды табыш” тип тә “ярҙам һорауҙары” ихтимал.

Психологтар билдәләүенсә, бигерәк тә тыңлаусан, тәртипле ба­лалар ошондай бәлә-ҡазаға йыш тарый. Бөтә бәлә нәҡ тыңлаусан­лыҡ сифатына ҡайтып ҡала ла инде. Бында инде беҙҙең, йәғни өлкәндәрҙең, ғәйебе ҙур. Бәлә­кәйҙән мейеләренә “ололарҙы тыңларға кәрәк” тип һеңдереп үҫтерәбеҙ. Шунлыҡтан улар өлкән кешегә ышанып, ылығып бара.

Әлбиттә, баланы артыҡ ныҡ хәүефкә дусар итеп үҫтерергә лә ярамай, уның да кире яҡтары бихисап. Шулай ҙа был тәңгәлдә һаҡ­лыҡ күрһәтеү, сит-ят кешеләр ме­нән һөйләшмәү, иң мөһиме – эйәр­мәү, машиналарына ултырмау, улар биргән тәм-томдан баш тартыу, һис юғында рәхмәт әйтеп боролоп китеү, магазин, банк һәм башҡа йәмәғәт урындарына инеү, ҡурҡыныс янағанда бөтә төр алымдар менән ярҙамға саҡырыу (енә­йәт­сене ҡысҡырып, ярһып, илап, машина йә йорт тәҙрәләренә таш бәреп ҡурҡытырға була) урынлы. Балағыҙға теге йәки был осраҡта ни­мә эшләргә кәрәклеген дә йыш аң­латып, хәтеренә төшөрөп тороғоҙ.

Балаларҙы һәләкәткә илткән тағы бер нәмә – өлкәндәрҙең ва­йым­һыҙлығы. Кострома ҡалаһын­дағы хәлде ишетеп тетрәнмәгән кеше ҡалмағандыр. Биш йәшлек ҡыҙҙы халыҡ ҡайнап торған ерҙә урлайҙар. Ҡыҙыҡай асырғанып ярҙамға ла саҡырған, ҡысҡырған, әммә күреп, күҙәтеп торған кеше­ләрҙең береһе лә енәйәтселәрҙе туҡтатмаған, ярҙамға ашыҡмаған. Битараф ҡалған. Һөҙөмтәлә йәнә бер бәләкәс яуыз әҙәмдәрҙең ҡорбаны була...

Балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен өйрәтеүен-өйрәтербеҙ ҙә, ә өлкәндәр ярҙам урынына ошондай вайымһыҙлыҡ күрһәтһә? Бындай битарафлыҡ ғүмер хаҡына торошло булмаһын ине лә бит. Сит балалар булмай. Уларҙың хәүеф­һеҙлеге барыбыҙҙың да иңендә икәнлеген онотмайыҡ.

 

Ни өсөн шул тиклем битарафбыҙ?

 

Интернет селтәрендә таралған тағы бер видеояҙма иғтибарымды йәлеп итте. 10 меңгә яҡын кеше “лайыҡ” ҡуйған яҙманы мин дә иғтибарһыҙ ҡалдыра алманым.

Йәш кенә ике егет Америка Ҡушма Штаттарында һәм Рәсәйҙә, “Rakamakafo” проектына ярашлы, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата халыҡтың реакцияһын тикшереү өсөн социаль һынау үткәргән: кеше мыжғып торған ерҙә бер егеттең, йәнәһе, ҡапыл хәле насарая, ул йөрәк тирәһен ҡулы менән баҫып, тирә-яҡтан ярҙамға өмөтләнеп ергә сүгәләй. Иғтибар итеүсе, ярҙам күрһәтергә атлығыусылар булырмы-юҡмы?

Беренсе егет Санкт-Петербург ҡалаһының төрлө урындарында “ҡапыл хәле насарайып, сирләп китә”. Тәжрибә һөҙөмтәһе тура­һында ул былай тип һөйләй: “Өс көн дауамында барған съемка ваҡытында миңә “ярҙам көтөп” 27 тапҡыр берәр сәғәтләп ятырға тура килде. Эргәмдән йөҙәрләгән кеше үтте. Күбеһе битараф булды. Халыҡ күп булған ерҙә кешеләрҙең ни бары ун проценты тирәһе генә: “Һеҙгә ярҙам кәрәкмәйме?” – тип һораны”.

Ә Американың Майами ҡала­һында һынау үткәргән егет былай ти: “Мин дә был экспериментты өс көн дауамында төрлө ерҙәрҙә үткәрҙем. Миңә “ярҙам көтөп” бер минуттан да артыҡ ятырға тура килмәне. “Хәлем насарайғанын” күреп, осраған береһе ярҙам итергә ашыҡты. Тик шуныһы әсендерә: ни өсөн Рәсәй халҡы бына ошондай ваҡиғаларға шаһит булыуҙан ҡурҡа, ситкә ҡаса, битарафлыҡ күрһәтә икән?”

Был видеояҙма күптәрҙе уйла­нырға мәжбүр иткәндер, тип уйлайым. Вайымһыҙлыҡ күрһәтеп, тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараған халыҡ араһында беҙ үҙебеҙҙе лә таны­ғанбыҙҙыр.

Студент саҡта мин дә бер ваҡи­ғаның шаһиты булдым. Трамвайҙа китеп барам. Халыҡ бик күп тә тү­гел, иртәнге сәғәт 10-дар тирәһен­дә минең маршрутта кеше аҙ була. Ҡапыл арттараҡ ултырған бер апай (бәлки, инәй булғандыр) ултырған еренән иҙәнгә тәгәрәп китте. Йө­рәгем жыу итеп ҡалды: нимә бул­ды икән? Эргәһендәгеләр күтәр­һә, ярҙам итһә ине, тип ян-яғыма ҡа­рап, яҡлаусы эҙләйем. Ни өсөн­дөр үҙем янына барырға ҡыйма­йым. Түҙмәнем: “Что с ней случилось? Помогите ей, пожалуйста!” – тип был остан ҡысҡырған булам. Билет һатып йөрөгән кондуктор миңә күтәрелеп тә ҡараманы, тыныс ҡына эшен дауам итте. Кемдер шул саҡ: “Пьяная, наверно”, – тигән булды. Түҙмәнем, үҙем шул яҡҡа ынтылдым (вайымһыҙлыҡ сифаты ул саҡта әле булмышҡа инеп ояла­мағандыр, күрәһең). Йөҙө ағарған апайҙы ҡултыҡлап торғоҙ­ҙом һәм сираттағы туҡталышта тө­шөп ҡалдыҡ. Әмәлгә күрә, поликлиника эргәлә генә булып сыҡты. Апайҙы әйҙүкләп шунда индерҙем дә коридорҙа күренгән табипҡа өндәштем. Бәхетебеҙ бар икән, табиптарҙың береһе килеп ҡан баҫымын үлсәне, шул арала икен­сеһе укол ҡаҙай һалды. Апай­ҙың йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. “Күҙ алдым ҡараңғыланып, ауҙым да киттемсе, ҡан баҫымы түбән шул”, – тигән булды ул, мәшәҡәт һалғаным өсөн ғәфү итегеҙ, тигәндәй. Шә­бә­йеп киткән апайҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, ҡанатланып дәрескә йү­герҙем. Хәҙер уйлайым: бөгөн килеп ошо ваҡиға ҡабатланһа, нимә эшләр инем икән? Ярҙамға йүге­рер­менме, әллә битараф ҡараш ташлап, ары китер инемме?..

Заманға, кешеләргә ни булды һуң? Ни өсөн шул хәтлем бита­рафбыҙ? Быға нимә сәбәпсе булып тора икән? Кемдәндер ҡурҡыумы? Үҙ өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡасыумы? Ни өсөн кеше хәтлем кешегә ярҙам иткәнсе, быға күҙ йомоп ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ? Бер бөйөк аҡыл эйәһе был сифатты хатта енәйәткә тиңләй. Һуңғы осорҙа заман сиренә әйләнгән был сифаттан ҡасан ҡотола алырбыҙ? Ҡотола алырбыҙмы икән?..

 

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

 

Күгәрсен районы.

Читайте нас: