Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 20:00

Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй

“Мәләүез ынйылары”, “Нөгөш ынйылары” кеүек коллективтар ойошторған Гөлсөм Хисаметдинованың уңыш серҙәре хаҡында.

Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған 8 март – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Гөлсөм Хисаметдинова барлыҡ тормошон башҡорт теленә, мәҙәниәтенә бағышлаған тиһәк, һис хата булмаҫ.

Ул таланттарға бай Әбйәлил районы Ишҡол ауылында Рәсимә һәм Исмиәғзәм Үҙәнбаевтарҙың ете балалы ишле ғаиләһендә икенсе булып донъяға килгән. Ата-әсәһе балаларҙа бәләкәйҙән йыр-моңға, сәнғәткә, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләгән. Мәктәп осоронан уҡ бер мәҙәни сара ла талантлы, шуҡ, мөләйем Гөлсөмһөҙ үтмәй. Институтта уҡыған йылдарында уҡ ул “Ирәндек” бейеү коллективын ойоштора.

Хеҙмәт юлын Гөлсөм Исмиәғзәм ҡыҙы Мәләүез районының Смаҡ ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай, 30 йылдан ашыу ғүмерен ул йәш быуынға белем биреүгә арнаған, 20 йыл дауамында мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары бурысын атҡара. Ошо осорҙағы намыҫлы хеҙмәте бихисап маҡтау грамоталары менән баһаланған. 1996 йылда "Йыл уҡытыусыһы-96" республика конкурсында 67 уҡытыусы араһынан финалға сығып, еңеүгә өлгәшә һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була. Шул йылдарҙа Гөлсөм Исмәғзәм ҡыҙы етәкселегендә мәктәптә “Йәш юлаевсылар” балалар ойошмаһы һәм “Нөгөш ынйылары” фольклор-этнографик коллективтары ойошторола.

Бөгөн уңған, тырыш, сәмсел, егәрле, маҡсатлы ҡатын Смаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда эшләй. 2016 йылда Гөлсөм Исмәғзәм ҡыҙы, “Мәләүез ынйылары” башҡорт фольклор коллективын ойоштороп, райондын иң-индәрен бер коллективҡа туплай. Был төркөм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә, күрше өлкәләрҙә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында сығыш яһап, күп еңеүҙәр яулай.

Уңғандарға уңыш юлдаш, ихлас күңелдән атҡарылған эш баһаланмай ҡалмай. Гөлсөм Хисаметдинова – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың мәғариф отличнигы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты, Мәләүез ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы. Бынан тыш та уның яуланған үрҙәре күп. Шулай ҙа иң мөһиме - ул хеҙмәттәштәренең һәм бар ауыл, район халҡының хөрмәтен яулаған.

Ғаиләлә - иренә ныҡлы терәк, яратҡан балалары өсөн ҡәҙерле әсәй. Бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән Хисаметдиновтар. Бөгөн улар - бәхетле  алты ейән-ейәнсәргә һөйөклө олатай-өләсәй. Ҡыҙҙары Сөмбөл, улдары Айнур ҙа әсәләре һөнәрен һайлаған, улар икеһе лә уҡытыусы. Балалары  уңышы менән ата-әсәһен шатландырып, һөйөндөрөп кенә тора.

Фотолар Гөлсөм Хисаметдинованың ғаилә архивынан.

Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Үҙе лә ынйылай балҡып йәшәй
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: