Асҡын районының Солтанбәк ауылы элек-электән уңған, күп балалы ғаиләләре менән данлы. Фәниә Хәниб ҡыҙы Насертдинова ла – ете ҡыҙы өсөн һөйөклө һәм хәстәрлекле әсәй, ейәне өсөн иң ҡәҙерле өләсәй ҙә.
“Ете ҡыҙым – ете шатлығым. Улар миңә киләсәккә ышаныс уята, йәшәргә көс-дәрт бирә, — ти Фәниә Хәниб ҡыҙы. — Үҙем дә биш балалы ғаиләлә үҫтем. Ғөмүмән, минең яҡлап та, ирем яғынан да нәҫелебеҙ киң, ҡеүәтле, бишәр-алтышар бала үҫкән ғаиләнәнбеҙ. Шуғалырмы, һәр йортта балалар күп булырға тейеш, тип уйлайым”.
Татыу ғаиләлә береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Ә исеме ифрат матур, мәғәнәле: Таңһылыу, Алһыу, Ләйлә, Мәрйәм, Мәликә, Мәҙинә, Дания! Таңһылыу ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлап, лаборант булып хеҙмәт юлын башлаған. Тормош иптәше Булат менән Даян исемле ул үҫтерәләр. Алһыу ҙа БДУ-ла география факультетын тамамлаған. Бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Ләйлә – студент, Өфөлә уҡый. Мәрйәм менән Мәликә мәктәптә белем ала, ә бәләкәстәре балалар баҡсаһына йөрөй. 2018 йылда Насертдиновтар ғаиләһе үҙ көсө менән төҙөп сыҡҡан яңы йортҡа күсенгән. Ҙур заманса йортта бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, һәр кемдең үҙ бүлмәһе. Бына шулай, балалар һөйөп, уларҙың уңышына һөйөнөп йәшә лә йәшә бит, тик яҙмыш ауыр һынау әҙерләгән икән...
Ғаилә башлығы Рәүзәт Шәүкәт улы ҡаты сирләп, донъя ҡуйған. Фәниә Хәниб ҡыҙы береһенән-береһе бәләкәй ете бала менән яңғыҙ тороп ҡалған. Бәхетенә, туғандары һәм әсәһе йәнәшәлә генә йәшәй. Оло ҡыҙҙары ла һәр саҡ ҡайтып, ярҙамлашып тора.
Балалары өсөн йән атып торған әсә, һынауҙарҙы лайыҡлы үткәреп, артабан йәшәргә, ҙур донъяны көтөргә көс таба. Ә ул көс – балалар! Береһенән-береһе һылыуыраҡ, һәләтлерәк ете ҡыҙы һәм, әлбиттә, һөйөп туймаҫ ейәне.
Көслө лә, наҙлы ла, рухлы ла, эшһөйәр ҙә һөйөклө әсәй – Фәниә Хәниб ҡыҙына иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Һау-сәләмәт булып, ҙур хәстәрлек һәм һөйөү менән үҫтергән ҡыҙҙарының тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп йәшәүен теләйбеҙ.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.