Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:26

“Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек”

Ҡырҡ йыл – сәләмәтлек һағында.

Зимфира Мөхәммәтғаянованың ғаилә архивынан
Фото:Зимфира Мөхәммәтғаянованың ғаилә архивынан

Беҙ уның менән 40 йыл тапаған һуҡмағында осраштыҡ. Бер нәмә лә еңел хәл ителмәй торған заманда йәшәгән, эшләгән, тормошҡа етди ҡараған был апайҙы район дауаханаһында гел аҡ халатта күрә инек. Был юлы дауаханаға башҡа йомош менән килгән икән. “Киләсәккә пландар ҡоролған инде, тормошто үҙгәртерҙәй аҙымдар яһалған, ваҡыт барыһын да үҙе хәл итер” тигән фекер күп йылдар фтизиатр кабинетында фельдшер булып эшләгән Зимфира МӨХӘММӘТҒАЯНОВА менән әңгәмәлә лә сағылды. Йылы һөйләшеүҙә аҡ халатлы ханым үткән ғүмер юлының төрлө миҙгелдәрен барланыҡ.

– Зимфира Ғаян ҡыҙы, бала сағығыҙ ауыр йылдарға тура килһә лә, бер ҙә биреш­мәйһегеҙ, һеҙгә ҡарап һоҡ­ланырлыҡ. Ҡайҙан килә бындай көс?

– 1934 йылда Яланғас ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек. Һынауҙарҙа һынмаҫҡа, еңелеүҙәрҙе күтәрергә өйрәтте заман. Өҫ-баш бигерәк самалы ине. Барыбыҙ ҙа бер төрлө бул­ғанға һиҙелмәгәндер инде. Маҡ­танып әйтмәйем, хәтерем яҡшы ине, әсәйҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым.

Атайым Миңлеғаянды һуғыш башланғас та фронтҡа алдылар. Тылдағы ауырлыҡтарҙы иңдә­ренә һалғандарҙың береһе әсәйем Фәрҙинур беҙҙе үҫтереүгә бар көсөн һалды. Таңдарҙа, ҡыҙарып ҡояш сыҡҡанда, ихлас күңелдән: “Балаларға һуғыш афәтен күрергә яҙмаһын, илдәр тыныс булһын!” – тип теләйем.

Аяуһыҙ һуғышҡа киткәндәрҙең яртыһы ғына ауылға ҡайтты, ә атайым ҡайтманы. 1944 йылдың 26 июнендә, һуғыш аҙағында, Белоруссия ерен азат иткәндә һәләк булған. Әсәйгә: “Һеҙҙең иптәшегеҙ Илебеҙ азатлығы өсөн тиңдәшһеҙ алышта батырҙарса һәләк булды!” – тигән ҡайғылы хәбәр килгән.

Был “ҡара ҡағыҙ” беҙҙең ғаиләнең киләсәген ҙур һынауҙарға дусар итте. Хужаһыҙ ҡалған нурһыҙ йорт тағы ла сүгеберәк ҡалған кеүек булды. Күңелдәребеҙҙе – һағыш, әсәйебеҙҙе хәсрәт баҫты. Ярай әле энекәштәрем Ҡәҙим менән Хаҡҡый бар. Ир бала йүнсел, бик ҡыйыу була бит. Улар мал-тыуарҙы ҡараша, йорт-ҡурала мәшәҡәттәрҙе башҡарырға әсәйемә булыша. Сана тартып, утынға барған саҡтары күп булды. Әсәйебеҙ Фәрҙинурҙы йәллә­гәнбеҙҙер инде, әрһеҙ, бик тырыш балалар булдыҡ. Ошо көндәрҙе иҫкә алһам, күҙемә йәш тула.

Хаҡҡыйҙы иҫкә алмаған көнөм юҡ. Бигерәк туған йәнле ине. Ҡу­расҡа барған һайын, ул йөрөгән эҙҙәрҙе күргән кеүек булам. Уразайҙан Вәсихат Вәсилов, Рәмил Мансуров менән бер заманда уҡынылар, бик дуҫтар ине. Армияға киткәнсе өсөһө лә рус телен яҡшы үҙләштерҙе, өсөһө лә яуаплы урындарҙа тырышып эшләне, халыҡтың ышанысын аҡланы. Инде олоғайған көндә­ремдә уларҙың рухына доғалар уҡыйым. Тормош ҡороп, балалар үҫтереп, Ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып киттеләр. Төп йортта Ҡәҙим йәшәне, әсәйҙе ҡартайғансы ҡаранылар. Уға ҙур рәхмәт.

– Атайһыҙ булһағыҙ ҙа, артабан белем алғанһығыҙ...

– Ауылда ете йыллык мәктәп­те тамамлағас, Ҡурас мәктәбендә уҡыуымды дауам иттем. Биш-алты саҡрым араны көн дә йәйәү үтә инек. Беҙҙе ел-дауыл ҡурҡыт­маны. Дәрестәр рус телендә бара ине. Дәүләт телен яҡшы белеү тормошомда һиҙелерлек роль уйнаны.

Ҡурас тиһәләр, йөрәгем өшөп китә. Юлда йөрөү яҙлы-көҙлө бигерәк яфа ине. Сабата тигәндәре яҙғы һыуҙа йәйелеп китә, таралып киткән саҡтары ла бар. Энекәшем дә шул михнәт­тәрҙе кисергәндер инде.

Ҡурас мәктәбен тамамлағас, Балтаста шәфҡәт туташтары курсы асылды. Медицинаға инеп китергә бик яйлы сәбәп булды. Ижау ҡалаһына юлландым. Медицина училищеһын тамамлап, тыуған яғыма эшкә ҡайттым. Мағашлы-Алмантай фельд­шерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы булып эш башланым.

Ошо йылдарҙа Балтас дауа­ханаһында бала табыу бүлегендә эшләгән билдәле табип Софья Куфуриның хеҙмәтен, уның үҙ һөнәренең оҫтаһы булғанын яҡшы белә инем. Ул Ҡурас, Көндәшле төбәгендә 21 ауылды хеҙмәтләндерҙе. Шул ваҡытта ауылда йыл һайын 20–25-әр бала тыуа ине. Буласаҡ әсәнең хәле ауырлашһа, Софья Павловна кәрәк. Төн уртаһында ла килеп, ярҙам ҡулы һуҙыр ине. Ауылдағы бер телефон бөтә район менән бәйләй. Беҙҙең тирәлә Куфури исеме буй етмәҫлек медицина йондоҙо булараҡ ҡабул ителә. Атаҡлы рәйес Таҡаев бик йылғыр ике ат биргән. Ошо “Ашығыс ярҙам” аттары менән ул көнөнә нисә урында булғандыр. Уның исеме халыҡ хәтеренә һеңеп ҡалды. Ғүмер буйы ошо кешенән үрнәк алып йәшәнем.

Һуңынан Софья Павловна район үҙәгендә эшләне. Яҙмыш мине лә унда килтерҙе. Дауа­ха­наға ниндәй сир менән килһәләр ҙә, Куфури ихлас ҡабул итер, төплө кәңәшен бирер булды. Ул быуын табиптары ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләне, кешегә иғтибар ҙур ине.

Мине Түбәнге Һикеяҙ ауылына күсерҙеләр. Баш табип Мәсғүт Садиҡов мине, йәш ҡыҙҙы, ҡайҙа теләй, шунда күсерҙе. Юғары Ҡа­рышта ла биш ай эшләп ҡалдым.

– Үҙегеҙҙе һәм эшегеҙҙе аңлап торған тормош иптә­шегеҙҙе ҡайҙа осраттығыҙ?

– Йәшәйештең үҙ ҡанундары. Наил исемле егет мине оҙаҡ оҙатып йөрөнө, 1960 йылда өйләнештек. Мин Мөхәм­мәтғаянова фамилияһын алмаштырманым. Иҫ киткес аҡыллы, тыныс кеше ине иптәшем. Дыуанда шоферлыҡҡа уҡып ҡайт­ҡан. Ишетеп торам, Нурмө­хәмәтовты эшендә лә маҡтайҙар, ауыл Советы депутаты, хеҙмәт алдынғыһы. Балаларға ла, миңә лә бик ихтирамлы, иғтибарлы булды. Йыраҡ рейстарҙан ҡайтып, йорт-ҡура эштәрен бөтөрөп ҡуя. РТП-ла, иген ҡабул итеү пунктында эш­ләне. Ваҡыт үтә торҙо, ғаиләбеҙ ишәйҙе, өс балаға ғүмер бирҙек.

Ҡәйнәм Мәхүпъямал бала­ларҙы ҡарап үҫтереште, улар балалар баҡсаһы юлын белмәне. Беҙ ҡайтыуға ашарға бешкән, балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тора, йорттағы ваҡ-төйәк эш баш­ҡарылған. Туғанлыҡтың хикмәте шунда. Ҡәйнәм шундай шәхес ине. Уға ышанысыбыҙ ҙур булды. Беренсе балаға 2 ай 10 көн тигәндә эшкә сыҡтым, ә ул донъябыҙҙы тартты.

Беренсе ҡыҙыбыҙ Илүсә – һөнәре буйынса педагог. Мәк­тәптә уҡытыусы, райкомда яуап­лы секретарь, район хакимиә­тенең мәғариф бүлегендә методист булып эшләне. Венария 1-се мәктәптә инглиз теленән уҡыта, юғары категориялы уҡытыусы. Улым Рәмил юл-төҙөлөш идаралығында эшләй. Биш ейәнсәрем – биш алтыным, дүрт бүләсәрем бар. Үҙемде бәхетле һанайым.

– Аңлауыбыҙса, һеҙҙе хәстәрлекле туғандарығыҙ уратып алған һәм эшләгән саҡта улар терәк булған.

– Нәҫелебеҙҙә туғанлыҡ хисе ныҡлы. Наилдең энеһе Рәфис Нуриев бик ярҙамсыл булды. Бесән өҫтөндә лә, утын әҙерләгәндә лә ул беҙҙә. Уңған, булдыҡлы ине. Ундай кешеләрҙе нисек онотаһың?! Балалар шатлығына күмелеп йәшәйем. Үткәндәрҙе иҫкә төшөрәм, улар беҙҙең тарих бит.

– Һаулыҡ һаҡлау өлкә­һендәге хеҙмәттәштәрегеҙҙән кемдәр айырыуса иҫегеҙҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырған?

– 40 йыл ғүмер һаулыҡ һаҡлау эшендә үтте. Йыл аҙағында төндәр буйы отчет төҙөп ултыра инем. Бергә эшләгән иптәштәрҙе иҫкә алам. Башлап Роза Сәғди ҡыҙы Мәғзүмова менән эшләнем. Иптәше менән Иҫке Яҡшыйҙа торҙолар. Бер туғандар кеүек татыу йәшәнек. Миңә бик ярҙам итте, эшкә өйрәтте. Тәрән белемле кеше, ысын профессионал ине. Ғаиләләре ауылда ла, районда ла өлгөлө булды.

Һуңынан башҡорт егете – фтизиатр Шәмселбаян Ниғмәтулла улы менән бер бүлмәлә ауы­рыуҙарҙы ҡабул иттек. Беҙгә ҡабул итеүгә килгәндәр йоғошло инфекция менән сирләй. Уларҙы Бөрөгә ҡәҙәр оҙатып барған саҡтарым булды. Ҡайһы берҙәре был сирҙең үҙе һәм яҡындары өсөн ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңламай, ҡағиҙәләрҙе үтәмәй.

Бер көн һанап ултырҙым. Барлыҡ баш табиптар менән уртаҡ тел табып эшләгәнмен. Михаил Кущевой, Софья Куфури, Томас Нуғаев, Рәмил Ғәлим­йәнов, Тәслимә Тимершина, Анна Цветкова, Мәсғүт Садиҡов, Лена Карамова, Римма Ильясова, Рәфис Хажиев, Фәнил Ғари­фуллин, Рәшит Сабиров, Рәйеф Әхмәтов, Риәлиф Абдуллин, Ғатуф Гәрәйшин, Любовь Зуева, Ҡауый Вәлиев, Нәзиф Ғатин, Айҙар Хамматов халыҡҡа намыҫлы хеҙмәт итте. Уларҙың һөнәри даны тарихта ҡалды. Район халҡы ошо шәхестәрҙе ихтирам менән иҫкә ала.

Етәкселәр менән тыныс, килешеп эшләнем, ләкин донъя­ның, кеше яҙмышының бер яғы китек була бит. Яратҡан тормош иптәшем 52 йәшендә кинәт вафат булды. Емертеп донъя көткәндә өс бала менән бер үҙем ҡалдым. Инде 63 йыл Балтаста йәшәйем. Һәр көн ҙур кәүҙәле, ышаныслы, ныҡлы аҙымдары менән Наилем ҡайтып инер төҫлө...

– Зимфира Ғаян ҡыҙы, һеҙгә һаулыҡ һәм бәхетле, имен ғүмер теләйбеҙ.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ әңгәмәләште.

 

Балтас районы.

Читайте нас: