Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 22:30

Һоҡланырлыҡ күңел донъяһы

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Байназар ауылы ағинәйе Әсмә апай Хәлилованың өйөн эҙләп, боронғо колхоз баҫыуын бер иттек. Йәштәр төпләнгән төбәктә, матур-матур, ҡатлы-ҡатлы заманса йорттар һалынған урамда 80-де уҙған инәй йәшәмәйҙер, моғайын, тигән ялған һығымта аҙаштырып тегеләй-былай йөрөттө беҙҙе.

Баҡтиһәң, инәйебеҙ, 10 йыл әүәл ошо яҡтан өй алып, йәштәр урамында йәштәрҙән һис кәм түгел донъя көтә икән.

Әсмә инәйҙең өйө ҡул эштәре музейы кеүек икән – сымыры донъяһын үҙе ырғаҡлап бәйләгән аллы-гөллө түшәктәре, диван япмалары, теккән-һырыған түшәктәре, йәйғор төҫөндәге ҡорамалары менән биҙәп, заманса шарттар булдырып, үҙе кеүек оҫта ҡыҙына, кейәүенә һәм ейәндәренә терәк-таяныс булып йәшәп ятыуы.

– 83 йәшкә киттем инде, шөкөр. Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, йүнле уҡыу эләкмәне – ете класс менән мөрхәтһенергә тура килде. Атай мәрхүмде миңә өс йәш саҡта һуғышҡа алғандар. 7-се класты бөтөү менән Кәртәле яланға һарыҡ көтөргә ебәрҙеләр.

Әсәйем бик диндар булды, ҡул эштәренә лә әүәҫ ине. Таҫтарҙар, тәҙрә ҡорғандары, мендәр тыштары сикте, сәсте бөртөкләп, беҙҙе лә ҡаты ҡушты, шуға мин дә ҡул эштәренең һәр береһен бәләкәйҙән белеп үҫтем. Атайҙан бик иртә ҡалдым. Ул һуғышта саҡта, һағыныуым шул тиклем булғанмылыр, толобо үҙе кеүек ҡәҙерле, изге әйбер һымаҡ тойолғанмылыр, шуның яғына ҡарап сигеү сигәм. “Ҡуй, шәм яғына боролоп ултыр”, тиҙәр миңә. Тыңламайым. Өс ағайым да ҡайтманы бит һуғыштан – Фәтхулла Алтынбаев, атайымдың ике ҡустыһы: Зекриә Алтынбаев, Мәхмүтдин Алтынбаев.

Әсәйем бик дини булғас, мин дә бәләкәйҙән намаҙ уҡыным. Күп аят-сүрәләрҙе бер-ике уҡыуҙа ятлап ала инем. Беҙгә гел ҡарый мулла (Ҡөрьәнде яттан белә) килә ине. Ул Ҡөрьән уҡый, мин эргәһендә тыңлап ултырам да ятлап алам. Хәтерем яҡшы ине.

Беҙ эшләмәгән эш ҡалманы инде ул. Иҫке Собханғолға кейәүгә сыҡҡас, унда мәктәптә иҙән йыуҙым. Аҙаҡ, 1987 йылда, Магнитогорскиға күсеп киттек. Унда ла эш айырмай эшләнем. Урам һепереүсе лә булдым. Хеҙмәтемде ситтә лә баһаланылар – Силәбе өлкәһенең хеҙмәт ветеранымын, төрлө кимәлдәге бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары күп.

2013 йылда, ҡыҙым өгөтләгәс, тыуған яҡҡа ҡайттым, ошо туғайҙа төпләндем.

1994 йылда ҡот осҡос аварияға осраным. Үҙемдең хикмәтле яҡтарым бар – эшкинмәйһең, тиһәләр ҙә, Аллаһтан ихлас һорап, үҙемде үҙем өшкөрөп, аяҡҡа баҫтым. Дауаханала оҙаҡ яттым. Аяҡҡа баҫып булмай, шулай ҙа сығарырға булып киттеләр. Шул саҡта мин, аяҡһыҙ ултырған кеше, барыһын аптыратып, атланым да киттем. Түшәктә ятҡанда, ваҡытты үткәрер өсөн, түшемә һалып өс косынка бәйләнем. Ҡул эштәре менән булышыу – үҙе бер күңел дауаһы инде ул.

Һуҡыр эсәккә операция яһатҡас та, шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Әмәлиәт тамамланғас, ятып тор, ти табиптар. Мин операция өҫтәленән үҙем тороп киттем дә барҙым. Теккән ебен дә үҙем тартып алдым. Табип аптыраны, – ти мауыҡтырғыс та, фәһемле лә, тарихҡа һәм ваҡиғаларға бай ғүмер йомғағын һүтеп, Әсмә апай.

Бөгөн ул иртә яҙҙан ерҙә соҡсона – баҡсаһы йәйен-көҙөн шау сәскәлә ултыра. Өйөндә лә бихисап гөлдәр үҫтерә. Мейесен дә үҙе сығарған. Ҡыҫҡаһы, ирҙәрҙә булмаған ихтыяр көсө, тәүәккәллек менән бергә гүзәллеккә, зауыҡҡа ынтылып йәшәү, шуны үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, былай ҙа матур донъяһын гөл итеп тотоу сифаты хас Байназарҙың уңған ағинәйе Әсмә Ғибәт ҡыҙы Хәлиловаға.

Тағы бер шәп яғы бар уның – әллә күпме шиғырҙы ятҡа белә. Бер нисәүһен (башҡортса ла, русса ла) беҙгә уҡып ишеттерҙе. “Байназарҙа мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгәнемдә көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы иҙән йыуып йөрөгән мине швабрам-утым менән класҡа саҡырып индерә лә, шиғыр ятламай килгән балаларға оят һәм үрнәк булһын тиептер, рус әҙәбиәтенән шиғыр ятлата ине. Шатырлатып ятлап бирһәм, балалар иҫтәре китеп аптырап ултырыр ине”, – тип хәтирәләрен барлай апай.

Нәҡ шундайҙар – тормош тотҡаһы, башҡаларға матур үрнәк тә инде. Һау ғына булһын да гүзәллек тыуҙырыусы егәрле ҡулдарына күҙ теймәһен!

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

Бөрйән районы.

Читайте нас: