Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 23:07

Һомғол буйлы булам тиһәң...

Табиптар дөрөҫ туҡланыу буйынса ҡатын-ҡыҙға ниндәй кәңәштәр бирә?

* Тикшереүҙәр шуны раҫлай: иртән ашамаған кеше артыҡ килограмдарҙы тиҙ йыя. Ҡатын-ҡыҙға уянғас йөҙөм, сәтләүек менән һоло бутҡаһы ашарға, етен майын ҡулланырға тәҡдим ителә.

* Кискә табан кеше арый һәм ниндәйҙер шәрбәт ризыҡ ашағыһы килә. Күҙәнәкле матдәләргә бай аҙыҡ асығыу тойғоһон баҫа. Көн һайын бер нисә сәтләүек ашағыҙ, уларҙың составында мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаған омега-3 матдәһе бар.

* Сағыу төҫлө аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар тыштан ғына ялтырамай, ә файҙалы ла. Бындай аҙыҡ тәндә зарарлы ирекле радикалдарҙы бәйләгән флавоноид һәм каротин кеүек химик элементтарға бай, улар иһә елһенеүҙе иҫкәртә. Көнөнә бер аҙ йәшелсә, еләк-емеш ашарға тырышығыҙ, был осраҡта башҡа аҙыҡ та зыянлы булмаҫ.

* Ашауҙан бөтөнләй баш тартмағыҙ, ә тәүлек нормаһын 100 калорияға булһа ла кәметергә тырышығыҙ. Был бөтөнләй  беленмәйәсәк, әммә йылына биш килограмға тиклем ябыға аласаҡһығыҙ. Тикшереүҙәр ҡулланған аҙыҡты кәметеү ғүмерҙе оҙайта тип тә иҫбатлай.

* Күберәк һыу эсегеҙ. Һыуҙың организмға файҙаһы һанап бөткөһөҙ ҙур. Был шыйыҡсаны һау кешегә көнөнә 2-2,5 литр эсеү кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙға ошондай ябай ғына формуланы ла файҙаланырға була: 31 һанын тән ауырлығына ҡабатлағыҙ. Мәҫәлән, 60 килограмм тартағыҙ икән, һеҙгә көн һайын кәмендә 1860 миллилитр һыу эсергә кәрәк.

* Йәшел сәйҙең файҙаһы ҙур. Уның составындағы полифенол йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшә. Галлат эпигаллокатехин тигән химик матдәнең бигерәк тә ыңғай һөҙөмтәһе ҙур. Ҡара сәйҙә бындай матдәләр юҡ. Йәшел сәйҙә кофеин да аҙыраҡ.

* Һарымһаҡ, һуғанды сей килеш ашағыҙ, бешкән хәлдә уларҙың инфекцияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлеге юғала.

* Көртмәле, ер еләге, ҡурай еләге – ҡеүәтле антиоксиданттар. Көртмәле составындағы ресвератрола тигән матдә йөрәк, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртә.

* Шулай ҙа белгестәр бөтә йәшелсә, емеш-еләк араһынан һаулыҡҡа файҙаһы буйынса тәүге урынды помидорға бирә. Уның составында яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшкән тәбиғи пигмент – ликопин бар. Томат шулай уҡ С витаминына ла бай. Помидор бешерелгән, ҡыҙҙырылған килеш тә үҙенсәлектәрен юғалтмай.

* Алма менән томат ҡурылдай быумаһы, үпкә ауырыуҙарын да иҫкәртә, уларҙа яҡшы антиоксидант – кверцетин бар. Аҙнаһына кәмендә биш алма һәм өс-дүрт помидор ашауҙы ғәҙәт итеп алығыҙ.

Римма СОЛТАНОВА әҙерләне.

Читайте нас: