Ярты быуаттан ашыу элек логопед һирәк һөнәрҙәр иҫәбендә булған. Элек хәҙерге замандағы кеүек телмәр етешһеҙлектәрен төҙәтергә ашыҡмағандар, ул сир тип тә һаналмаған, әммә бөгөн был – көн талабы.
“Ши-ши-ши”, “Са-са-са”, – тип өндәшә бала Әлфиә Рәил ҡыҙы Йосоповаға. “Афарин, әйҙә, шулай дауам ит!” – тип дәртләндереп ебәрә малайҙы логопед. Бала өндәрҙе асыҡ, ышаныслы һәм матур итеп әйтергә өйрәнгәнгә тиклем уның менән даими эшләй белгес.
Йыш ҡына логопед тураһында “уҡытыусы кеүек дауалай, табип кеүек уҡыта” тип әйтәләр. Был һүҙҙәр – ошо өлкәнең ике тармаҡ сигендә булыуына ишара: беҙ әле телгә алған һөнәр эйәһе, ҡыҙыҡайҙың йәки малайҙың телмәрен төҙәтеп, уҡығанда һәм яҙғанда хаталар ебәрмәҫкә булышып ҡына ҡалмай, бәләкәс йөрәгенә ышаныс һәм өмөт тә өҫтәй. Ә был сифаттар иһә тормошта бик кәрәк.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа педиатрҙар, логопедтар һәм неврологтар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа телмәр патологияһының үҫеше хаҡында белдерә. Был проблема геройыбыҙ Әлфиә Рәил ҡыҙын да борсой.
– Хәҙер ошондай хәлдәрҙең ни өсөн йыш теркәлеүе хаҡында аныҡ ҡына яуап биреүе лә ауыр. Минеңсә, төп проблема – ата-әсәләрҙең балаһына иғтибарҙы аҙ бүлеүендәлер. Йыш ҡына балалар иғтибарын үҙенә тартып алған зәңгәр экрандар, гаджеттар әсәй-өләсәйҙәрҙең әкиәттәрен, атай-олатай менән иркенләп һөйләшеүен алмаштыра, – ти логопед.
Белгес әйтеүенсә, хәҙер күп кенә атай-әсәйҙәр, ҡыҙының йәки улының өндәрҙе дөрөҫ сығармауына иғтибар итеп, логопедҡа күрһәтергә үҙҙәре алып килә икән. Мәҫәлән, бер ваҡыт әсәй кеше “р” өнөн асыҡ әйтә алмаған улын белгескә күрһәткән: хатта бер сәғәт тә үтмәгән, Әлфиә Рәил ҡыҙы балаға өндө матур әйтергә өйрәткән. Ә әсәнең күҙҙәренә бәхет йәштәре сыҡҡан! Был тәбиғи, сөнки һәр әсәй-атай бәләкәсенең бәхетле, һау булып үҫеүен теләй.
Әлфиә Рәил ҡыҙы гимназияға 1-се класҡа килгәндәрҙең бер нисә айҙан һуң ҡайҙалыр “юғалып ҡалған” өндәрҙе сығарыуы хаҡында һөйләне. Ә был мәктәп ишеген тәүге тапҡыр асҡандар өсөн бик мөһим: дөрөҫ әйтелгән, “йотолмаған” өндәр киләсәктә яҡшы белем алырға ла булышлыҡ итәсәк, тиҫтерҙәре араһында ла улар үҙҙәрен ҡыйыу тотасаҡ.
Логопедтарға ваҡытында мөрәжәғәт итеү киләсәктә балаға күп кенә проблемаларҙан арынырға ярҙам итә, шуға бер ҡасан да беҙгә ярҙам һорап килеүҙән оялырға кәрәкмәй. Өҫтәүенә һәр бала үҙенсәлекле. Бынан тыш, улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән даими һөйләшегеҙ, мәҫәлән, юлда ла, урамға саф һауа һуларға сыҡҡанда ла, өйҙә лә. Тик шуныһы: балағыҙ әйтә алмаған өнгә бәйле һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтеүгә баҫым яһағыҙ.
Баланың нисек һөйләйәсәгенә, йәғни уның телмәренә тын алыш үҫеше – өндө дөрөҫ әйтеү, тасуири уҡыу һәм башҡалар – йоғонто яһай, – ти логопед. – Шуға телмәр тын алышының үҫешенә йүнәлтелгән күнекмәләр барлыҡ логопедик дәрестәрҙә тиерлек атҡарыла. Шулай итеп, һөйләшкәндә дөрөҫ тын ала һәм сығара белеү ҙә бик мөһим. Телмәр сифаты уның дөрөҫ эшләнеүенә бәйле.
Әлфиә Рәил ҡыҙы уҡыусылар менән ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – авт.) тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын башлаған ул. Әйткәндәй, был вуздың беренсе тапҡыр логопед белгеслеге буйынса уҡытып сығарған курсы вәкилдәренең береһе ул. Әлбиттә, йәш белгескә хеҙмәт юлының башында еңел булмаған, тик ул юғалып ҡалмаған, көн һайын тырышҡан, тәжрибә туплаған. Һуңғараҡ иһә эш һөҙөмтәләрен, уңыш-ҡаҙаныштарын, балаларҙың өндәрҙе дөрөҫ әйтә алыуҙан йылмайыу-ҡыуаныуын күргәс, тағы ҡанатланып эшкә тотонған.
Тәүге хеҙмәт йылдары күптән артта ҡалған инде. Хәҙер Әлфиә Рәил ҡыҙының Дыуан районының Мәсәғүт ауылы гимназияһында эшләүенә лә байтаҡ ваҡыт үткән. Ғәҙәттә, дәрестәргә башланғыс кластарҙа белем алған 30-лаған уҡыусы килә. Ә логопедтың эш кабинетында барлыҡ шарттар булдырылған: төрлө төҫтәге уҡыу пособиелары, атрибуттар һәм башҡалар бар.
Бына шулай бик үҙенсәлекле һөнәр эйәһе Әлфиә Йосопова. Һәр көн ул, эшенән ҡәнәғәтлек табып, уға бар күңелен, тырышлығын һалып, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Яратҡан һөнәрең буйынса эшләү үҙе бәхет түгелме ни?!
Айһылыу НИЗАМОВА.
Дыуан районы.