8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә уҙған конкурста ҡатнашҡан сираттағы гүзәл зат вәкиле – Гөлназ Рәхмәтуллина-Абдуллина – менән таныштырабыҙ. Ул Ишембай балалар сәнғәт мәктәбендә вокал буйынса уҡытыусы булып эшләй. Дүрт бала әсәһе. Тырыш, уңған, етеҙ, хәстәрлекле, ихлас, әүҙем ҡатын – бешереү оҫтаһы. Машинаны оҫта йөрөтә. Девизы: “Тормош һынауҙарына бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып, ғаилә өсөн тырышырға!”
Гөлназдың иң яратҡан шөғөлө - ашарға бешереү. “Көн дә манты, билмән, бәлеш, ҡоймаҡ һәм башҡаларҙы әҙерләйем: ҡамыр аҙығы бешермәй ҡалғаным юҡ, хатта хәҙер суши эшләргә оҫтарҙым, - ти уңған ҡатын. – “Дүрт балаға бер ҡаҙан тултырып бешерәһеңме?” – тип һорайҙар. Юҡсы, көнөнә өс-дүрт ризыҡ әҙерләйем. Ҡәҙерле кешеләрем тәмле ашаһын тип тырышам”.
Бына шундай беҙҙең Гөлназ! Бынан тыш, ул төп эшендә лә өлгөрә, интернет-магазинда ла эшләй. Өҫтәүенә массаж да яһай.
Ире Айбулат Альберт улы Рәхмәтуллин – сығышы менән Ейәнсура районынан. Полицияла хеҙмәт итә, взвод командиры. 22 йыл бергә йәшәйҙәр. Ул Чечняла командировкала булғанда, ҡатынына өс баланы үҙенә генә ҡарарға тура килгән, шул ваҡытта Гөлназ машина йөрөтөргә лә өйрәнгән. Әйткәндәй, ҡатын һәр балаһын туғыҙ айынан уҡ аҙнаһына ике тапҡыр бассейнға йөрөтә.
“Аллаһ Тәғәлә яратҡан ҡолона һынауҙарҙы күп бирә, ти. Ауыр операциялар, хатта биш йыл элек инсульт кисерҙем. Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫтым, тормош дауам итә. Балаларым өсөн Хоҙай көс бир тип тырышам”, - ти ул.
Гөлназ менән Айбулат Рәхмәтуллиндарҙың өлкән улдары Айназға – 19 йәш. Ул Ишембай нефть колледжында быраусыға уҡый. Икенсе улдары Азаматҡа – 13 йәш. Тырыш малай өс йыл рәттән республика “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашҡан. Ике йыл рәттән финалдан төшөп ҡалһа, быйыл иһә ул еңеүсе тип танылған. Ете йәшлек ҡыҙҙары Әминә - I класс уҡыусыһы. Ул бейеүгә әүәҫ, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Бәләкәйҙәре Рамазанға өс кенә йәш әле. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәй булһа ла, апай-ағайҙары кеүек тырыш, сәмсел, ныҡыш, маҡсатлы күренә.
Балаларҙың сәнғәткә ынтылыуы тиккә түгел, сөнки әсәйҙәре уға ғашиҡ. 1999 йылда ул Ишембай районының Маҡар ауылындағы мәктәптә сольфеджио уҡытыусыһы булып эш башлаған.
Әле уңған ғаилә Ишембайҙан биш километр алыҫлыҡта ятҡан Яңы Георгиевка ауылында Бөрйән ҡарағайынан ике ҡатлы йорт һала, быйыл яҙ унда күсергә тигән уй-ниәттәре бар.
Фотолар Гөлназ Абдуллина-Рәхмәтуллинаның шәхси архивынан.