Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2022, 11:45

Юлдарҙы ремонтлау - иғтибар үҙәгендә

Соҡорҙар хаҡындағы мөрәжәғәттәр көнүҙәк булып тора.

Юлдарҙы ремонтлау - иғтибар үҙәгендә
Юлдарҙы ремонтлау - иғтибар үҙәгендә

Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау проблемаһына ҡағылған айырыуса иғтибар талап иткән мөрәжәғәттәр бынан ары, төбәк Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡараласаҡ.  Башҡортостан халҡы өсөн был мәсьәлә бик етди һанала. 8 мартҡа ҡарата “Инцидент-менеджмент” системаһында ошо проблема тураһында 64 дәғүә теркәлә.

Артабан да юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эше юл инфраструктураһын планлаштырыу һәм контролләү автоматлаштырылған системаһы аша контролдә тотоласаҡ. 9 мартҡа ҡарата юлдарҙа 3290 етешһеҙлек теркәлгән, 1270-е ипкә килтерелгән.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тағы ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

* Республика халыҡ-ара рейстарҙы бөтөрөү арҡаһында ҡайта алмаған халыҡҡа ярҙам итеүен дауам итә. Туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 24 февралдән 1835 турист махсус рейстар менән ҡайтарылған, йәнә 786 кеше тыуған яғына ҡайтыуҙы көтә. Үҙаллы ял иткән 23 кешенең алтауһы ла ҡайта алған. Башҡалары күҙәтеү аҫтында, кәрәк булһа, уларға ла ярҙам күрһәтеләсәк.

* БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң 8-се һәм Дим дауаханаларындағы, шулай уҡ Салауат һәм Күмертау ҡалаларындағы ковид-госпиталдәр ябылған. Коронавирус менән сирлеләр һаны бер аҙна эсендә 16 процентҡа кәмегән. Туймазыла һәм Сибайҙа ковид-госпиталдәр төҙөү эштәре тамамлана.

* 2022 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 37 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, шуның 27,5 миллиарды – федераль бюджеттан. Иң күп аҡса һаулыҡ һаҡлау, демография, юлдар, мәғариф һәм мәҙәниәт тармаҡтарына бүленәсәк.

* Йәнә бер яҡшы хәбәр. Күптәрҙең күңеленә оҡшаған “Һөт кухняһы” үҙ бренды аҫтында һөт аҙыҡтары етештерәсәк.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: