Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәре бер мәл һүнеп ҡалған һымаҡ булһа ла, әле ҡабаттан уға ҡыҙыҡһыныу арта. Балаҫ һуғырға, кейеҙ баҫырға өйрәнергә теләүселәр күбәйә. Быйма баҫыусылар, ағастан семәрләп һандыҡ, бишек эшләүселәр ҙә һирәкләп булһа ла килеп сыға. Боронғо шөғөлдәрҙе белеүселәр, халҡыбыҙҙың ынйы бөртөктәре һымаҡ, йәмғиәтебеҙҙең сағыу биҙәге булып тора.
Түбәнге Әрмет ауылында һандыҡ, бишек һәм башҡа ағас әйберҙәр эшләгән, тал сыбығынан кәрзиндәр үргән балта оҫтаһы Ринат Исхаҡов йәшәүе тураһында ишеткәс тә, уның менән танышыу ниәтенән ошо тарафтарға юл тоттоҡ.
Оҫтаның йорто әллә ҡайҙан күренеп тора. Өй һалыу, уның эсен биҙәү, йорт-ҡураны ҡороуҙы барыһын да ул үҙ ҡулдары менән эшләгәнгәлер, һәр урыны зауыҡлы, күҙгә лә, күңелгә лә ятып тора. Бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуы ғүмер буйы оҙата килә Ринат Рәшит улын. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, күңел тартҡан шөғөлөнә ваҡыт та иркенәйә. Ә бит тәүге ҡыҙыҡһыныуы үҫмер осоронда китап кәштәһе эшләүҙән башланып китә.
Түбәнге Әрметтә күп балалы ғаиләлә дүрт малай араһында иң бәләкәйе булып үҫә Ринат ағай. Ике айлыҡ ҡына сағында атаһы фажиғәле вафат була. Атаһының ағас эшенә оҫта булыуын ул бары тик яҡындарының һөйләгәне аша ғына белә.
– “Атанан күргән уҡ юнған” тип әйтһәләр ҙә, атайымдың эшләгәнен ҡарап өйрәнергә тура килмәне, уның был оҫталығы миңә ҡандан һеңгән тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Атайым заманында кешеләргә йорттар һалған. Уның аяҡ менән эшләтә торған ағас ҡырыу станогы ла була торғайны әле. Атайымдың вафатына 63 йыл, ә уның үҙ ҡулдары менән эшләгән тумбаһы әле лә беҙҙә ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Ауылда уның менән бәйле бер ваҡиғаны ла һөйләгәндәре хәтерҙә. Бер саҡ ауылдаштар урманға ағас һайларға бара. Ағас кәкре булғас, башҡалар “эшкинмәй” тип ҡул һелтәй, ә атайым алып ҡайтырға була. Матур итеп тигеҙләп юнып, бына тигән бүрәнәләр килтереп сығара. Заманына күрә күркәм йорт һалып ҡуя ул. Атайыбыҙҙың балта эшенә оҫталығы ағайымдарҙа ла бар, ләкин мин был шөғөлдө айырыуса яратып, күңел һалып башҡарам, – ти ул.
Әйтеүебеҙсә, Ринат ағай беренсе тапҡыр 4-5-се кластарҙа уҡығанда китаптар өсөн кәштә яһап ҡарай. Ҡул йышҡыһы һәм бысҡы менән генә эшләһә лә, ул уңышлы килеп сыға. “Өйләнгәс тә әллә күпме ваҡыт хеҙмәт итте әле ул”, – тип көлөп иҫкә алды әңгәмәсем. Аҙаҡ ултырғыстар, өҫтәлдәр эшләргә оҫтара.
– Мин бәләкәй саҡта әсәйем теген машинаһы һатып алғайны. Уның өҫтөнә ултырып ҡайтҡаным әле лә хәтерҙә. Ул машина минән бер нисә йәшкә генә бәләкәй. Әсәйемә ҡарап, унда тегергә өйрәндем. Күрше әбейҙәргә мамыҡтан һырып йылы камзулдар тегеп бирә торғайным. Уның файҙаһын ныҡ күрҙек. Магазинда кейем булмағанда ла ярҙамын тойҙоҡ. Алтмыш йыллыҡ машина әле лә тегә, – ти Ринат ағай.
Һөнәрле кеше бер заманда ла тормошта юғалып ҡалмай. Оҫтарған һайын тағы ла ҡатмарлырағына тотона. Күберәк белергә ынтылыуы эшенең тағы ла камилыраҡ, матурыраҡ килеп сығыуына ярҙам итә. Заманында Ринат ағайҙың әсәһе матур итеп балаҫтар һуға. Үҙенең станогы булмағас, башҡаларҙан алып торорға тура килеүе генә мәшәҡәт тыуҙыра. Быны күргән Ринат Рәшит улы әсәһенә бына тигән итеп балаҫ һуғыу станогы яһап бирә. Ул да бик оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
– Әсәйемдең вафат булыуына – 33 йыл. Ул ейәнсәрҙәренә балаҫ һуғырға тип ниәтләп, йөн иләп, ептәрен әҙерләп ҡуйғайны. Шул ептәр әле лә һаҡлана. Әсәйемдең эшен дауам итке килә, станок эшләп, ҡатыным менән бергәләп балаҫ һуғып ҡарарға тигән дәрт тә бар. Әсәйемдең шөғөлөнә яңы һулыш бирер инек, – Ринат ағайҙың был һүҙҙәрендә халҡыбыҙ йолаларына, шөғөлдәренә ихтирам, уларҙы артабан дауам итеү теләге сағыла.
Бәләкәйҙән ағас эшенә ҡыҙыҡһыныуы көслө булһа ла, мәктәпте тамамлағас, Бәләбәйҙә Ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында уҡып, механик һөнәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында “Әрмет” колхозында хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып башлай. Өс йылдан 26 йәшлек һәләтле белгесте баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Колхоз тарҡалғансы, ун йыллап ошо бурысты алып бара ул. Аҙаҡ механик булып юл хужалығында ла эшләргә тура килә. Һуңынан хеҙмәт юлын Себер тарафтарында дауам итә. Бында ул балта оҫтаһы булып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.
Хәҙер яратҡан шөғөлөң өсөн ваҡыт та иркенерәк. Күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырырға мөмкинлек арта. Беҙ оҫтаны семәрләп һандыҡ эшләгән мәлендә тап иттек.
– Атайым яһаған боронғо һандыҡ ҡомартҡы булып ауыл клубында ултыра. Минең дә күптән һандыҡ эшләргә дәртем бар ине. Шул хыялымды әле тормошҡа ашырам. Бының өсөн эш ҡоралдарын тимерсе цехында үҙемә оҡшағанса эшләп алдым, – ти ағас оҫтаһы.
Тал сыбығынан үрелгән кәрзин һауыттарының да ниндәйе генә юҡ. Көндәлек тормошта ла рәхәтләнеп ҡулланырға була. Туғандарға, дуҫ-иштәргә бүләк итеү өсөн дә бына тигән сувенир. “Был эштәремде һатыу өсөн түгел, күңел өсөн башҡарам. Тағы ла бер хыялым бар әле – ҡайын туҙынан тырыз яһау”, – ти Ринат Рәшит улы.
Ринат ағайҙың һәр башланғысына дәрт-илһам биреп торған тормош иптәше – Зәйтүнә Ибәтулла ҡыҙы. Мәктәп эскәмйәһенән үк дуҫлашып, йәшләй өйләнешеп, хәҙер инде 39 йыл бергә донъя көтә улар. Был ваҡыт эсендә ҡыҙҙары Ләйсән, улдары Рәзиф тә үҫеп етеп, хәҙер үҙ ғаиләләрен ҡорған. Бөгөн Зәйтүнә апай менән Ринат ағай – дүрт ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй.
Ағас эшенә оҫталыҡ та юғалмай, быуындан быуынға күсә. Атаһы эргәһендә ярҙамлашып үҫкәс, улының да ҡулынан килмәгән эше юҡ.
– Ошо йортто төҙөгән саҡта улым дүртенсе класта уҡый ине. Мин ағастан тәҙрә рамдары яһайым, улым эргәмдә ярҙамлашып йөрөй. Шул ваҡыт үҙенә ултырғыс эшләп ҡарарға ҡуштым. Тырыша торғас, килтереп сығарҙы. Хәҙер ултырғысыңа ултырып ҡара, тинем. Ултырғайны, ул ҡыйшайып китте. “Үҙеңде күтәрерлек итеп нығытып эшләп ҡуй”, – тинем. Оҙаҡ ҡына тырышһа ла, эшен еренә еткереп ҡуйҙы. Хәҙер нимәгә тотонһа ла булдыра, фатирын да үҙе ремонтлай. “Рәхмәт, атай, әлдә бәләкәй саҡта эшкә өйрәткәнһең әле”, тигәнен ишетеү күңелгә рәхәт, – ти Ринат Рәшит улы.
Элек, балалар бәләкәй саҡта, күмәкләшеп йыйылып, ағасты һырлап, турағыс таҡталар яһаған мәлдәр ҙә онотолмаған. Зауыҡлы ағас һауыт-һабаның да был йортта төрлөһөн күрҙек. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн сәңгелдәк тә бар. Бәләкәстәр олатайҙары эшләгән бишектә ҙурайған.
Үҙең белеү бер һөнәр булһа, белгәнеңде башҡаларға өйрәтеү – йәнә бер оҫталыҡ. Ринат ағай мәктәп уҡыусылары менән эшләргә лә ваҡыт таба. Күптән түгел клубта малай һәм ҡыҙҙарға кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.
– Элек йәшерәк саҡта мәктәп балаларына һырлап ағас әйберҙәр эшләргә өйрәтергә теләгем ҙур була торғайны. Әле клубҡа оҫталыҡ дәресе күрһәтергә саҡырғас та, шатланып барҙым. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа сәмләнеп кәрзин үрергә өйрәнде. Һөнәрле булып үҫеү бик тә мөһим. Аҙаҡ тормошта ла уның кәрәге сыға. Тал сыбығынан үреүҙең дә үҙ тәртибе бьар. Сыбыҡты ҡышҡы ваҡытта талдың япрағы булмағанда алып ҡайталар. Кәрзинең матурыраҡ булһын тиһәң, ике сәғәт тирәһе ҡайнатҡандан һуң, тышын һыҙырып алырға кәрәк. Шул ваҡытта кәрзин аҡ ҡына булып килеп сыға, ләкин бындай сыбыҡтан үреү күпкә ҡыйыныраҡ. Балаларҙы өйрәткәндә, еңелерәк булһын өсөн ҡайнатылмаған сыбыҡ менән эшләнек, – тине оҫта.
Кәрзиндәрҙең төрлө ҙурлыҡтағыһы, төрлө формалағыһы бар – көнкүрештә һәр береһе үҙ тәғәйенләнешен тапҡан.
Ринат ағайҙың бынан байтаҡ йылдар үҙ ҡулдары менән эшләгән эскәмйә-трансформеры эргәһенән дә иғтибарһыҙ үтеп китә алманыҡ. Бер ҡарағанда, ул ябай эскәмйә булһа, икенсе төрлөрәк итеп әйләндереп һалһаҡ, ике эскәмйә менән өҫтәлгә әүерелә. Элек әйбергә ҡытлыҡ саҡта хатта люстраны ла үҙ ҡулдары менән яһап элә Ринат ағай.
– Иремдән уңдым. Ҡулы эшкә оҫта, донъя көтөүгә шәп. Ғүмер буйы ныҡлы таянысым булды. Ниндәй эшкә тотонһа ла, күңелен һалып, еренә еткереп эшләй. Булғанына шөкөр итеп йәшәйбеҙ, зарланырға бер сәбәп тә юҡ, – ти Зәйтүнә апай.
Ҡыштың оҙон кистәрендә Ринат ағай ағас эше менән мәшғүл. Ҡатыны менән икәүләшеп скандинав таяҡтары менән йөрөп килеү ҙә ғәҙәткә ингән. “Көн һайын биш километрлап юл үтәбеҙ, саф һауала йөрөгәндән һуң тән яҙылып, күңел күтәрелеп китә”, – тиҙәр. Йәй етһә, баҡса эшенә сумалар. Ялға балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең күмәкләп ҡайтып төшөүе – үҙе бәхет. Улар менән мәж килеп үтә был миҙгел.
Ошо ваҡ ҡына мәлдәрҙән төҙөлә ҙур бәхет. Исхаҡовтар ҙа уны үҙҙәренең көсө, тырышлығы менән булдырған.
Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.