Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 20:18

Груша-дворянка

Бөгөнгө Асҡар миңә ят кеүек тойола. Кешеләрен дә таный һалып бармайым. Ә ниндәй сағыу шәхестәр йәшәгән бында заманында! Инде баҡыйлыҡҡа күскән ауылдаштарымды хәтерләһәм, район үҙәгенең йәмен улар алып киткән һымаҡ күренә башлай.

 

Груша әбей үҙе бер ҡыҙыҡ кеше ине. Ни ғәләмәттер, беҙ гел уға күрше тура килдек. Уҫал, тура һүҙле әбейҙән бала-саға бик ҡурҡа торғайны, сөнки ул үтә ныҡ таҙа­лыҡ, тәртип ярата, малай-шалай­ҙың шаулашып уйнағанын да яратмай, ә ике ҡатлы йортта йәшәгәндә, үҙенең ишек алдына шалдан сик һыҙып ҡуя. Бысраҡ аяғың менән әлеге сикте аша атлап сығып ҡара!

Груша әбей һәр ваҡыт әберкәле ҡупшы күлдәктә, селт аҡ, сигеүле алъяпҡыста, эшләпәлә һәм аҡ бирсәткәлә йөрөй. Аҡ бирсәткәне йәй көнө хатта бөгөн дә кеймәйҙәр әле. Башҡалар ҡара-һоро кейенеп йөрөгән йылдарҙа Груша әбей шулай нәзәкәтле, бөтәһенән дә айырылып тора ине. Мин хәтерләгәне бирле ул дауаханала йыйыштырыусы булып эшләне. Ундағы персоналға, сирлеләргә бер сүп күренмәгән тап-таҙа иҙәндән йөрөүе нисегерәк булғанлығын күҙ алдына килтерәм.

Беҙ иһә уның менән бик татыу йәшәнек. Әсәйемдән байтаҡҡа олораҡ булһа ла, инәй миңә сер­ҙәрен дә һөйләй торғайны. Михайловка ҡасабаһында уның бер туған апаһы Матрена йәшәне. Беле­үемсә, апалы-һеңлеле улар бик аралашманы, быға Груша әбейҙең кешеләргә ҡарата үтә талапсан булыуы ҡамасаулағандыр, моғайын.

Емеш-еләккә, бәшмәккә ул яңғыҙ йөрөргә яратты. Бер саҡ Таңатар йылғаһы буйына муйылға бара Груша әбей, оҙаҡ уйлап тормай, ағас башына менеп ултыра ла муйыл тирә башлай. Бер аҙҙан муйыл төбөнә ике-өс ир мотоциклда килеп туҡтай ҙа эсергә ултыра.

– Шым ғына ултырам шулай, – тип көлә-көлә һуңынан һөйләй әбей. – Ҡыбырларға ла ҡурҡам, ҡа­пыл бер ҡороған ботаҡ һынып китте лә быларҙың араҡы шешә­һенә барып төштө. Күтәрелеп ҡа­раһалар, мин ултырам бит инде. “Уй, мәскәй әбей, мәскәй әбей!” – тип һикерешеп торҙолар ҙа, араҡыларын да онотоп, һыҙҙылар. Тәүҙә мотоциклдарын ҡабыҙа алмай бер булдылар әле. Ул арала мин: “Не бойтесь, ребята, это же я, баба Груня”, – тип ҡарайым, ишетмәйҙәр ҙә.

Урамға сыҡҡандағы кеүек ҡупшы кейенгән булһа, бәлки, ҡурҡмаған да булыр ине әлеге ир-ат, ҡырға сыҡҡанда беҙ иң әрһеҙ кейем кейәбеҙ бит инде.

Ғәҙәттә, уның аҡ бирсәткәлә, эшләпәлә йөрөүен әсәйемдең түбәндәгесә аңлатҡаны хәтеремдә:

– Матрена менән Груня әбейҙәр – дворян ҡыҙҙары, шуға ла бүтәндәрҙән айырылып торалар. Улар шулай тәрбиәләнгән... Ата-әсәһе һөргөнгә оҙатылғас, ҡыҙҙар, бик һәйбәт белем, тәрбиә алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, ғүмер буйы ҡара эш башҡара.

Танығыһыҙ булып үҙгәргән Асҡар урамынан киләм. Ҡаршыма ергә тейә яҙып торған әберкәле күлдәктә бала сағымдың бер йәмле хәтирәһе – Груша инәй килеп сығыр һымаҡ...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА 

Читайте нас: