Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:03

“Планым бер – йәшәргә!”

Фаягөл Дәүләтйәрованың шәхси архивынан
Фото:Фаягөл Дәүләтйәрованың шәхси архивынан

Башҡортостан юлдаш телеканалында, һис шикһеҙ, үҙ эшенең оҫталары эшләй. Үҙҙәре һәләтле, үҙҙәре сибәр гүзәл заттар – телевидениеның тотҡаһы, тиһәң дә хата түгел. Бөгөн шундай сая ҡыҙҙарҙың береһе – Фаягөл ДӘҮЛӘТЙӘРОВА менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул матур йылмайыуы менән 15 йыл дауамында “Сәләм” тапшырыуы аша бар республиканы уятты, әле иһә “Яңылыҡтар” тапшырыуы дикторы.

– Һинең Ишембай ҡыҙы икәнлегеңде беләбеҙ. Иң һылыу ҡыҙҙар шул яҡтан, тиҙәр бит... Тамырҙарың тураһында һөйлә әле, Фаягөл.

– “Сәләм!” тип башлайым әле һөйләшеүҙе! Эйе, Ишембай ҡалаһында тыуып үҫтем. Атай-әсәйем, туғандарым араһында үткән бала саҡ, үҫмер йылдарын йылылыҡ менән иҫкә алам. Мин – Ишембай районы Этҡол ауылы егете Ҡасим Әхмәт улының һәм Бәләкәй Байыҡ ауылы һылыуы Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙының тәүге шатлығы. Ғаиләлә ике бала үҫтек, Илдар исемле туғаным бар. Кешенең шәхес булып формалашыуында ғаилә иң мөһим роль уйнай тиһәм, яңылышмам. Мин мөхәббәтле, донъяға киң ҡарашлы, белемле, татыу, матур һәм изгелекле кешеләрҙең ба­лаһы булыуым менән бәхетле­мен. Атайым белеме буйынса инженер ине, ғүмере буйы яуап­лы вазифаларҙа эшләне, шулай булһа ла нескә тойомло, ижадҡа, шиғриәткә ғашиҡ баянсы булды. Әсәйем Башҡортостандың атҡа­ҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, ғүмере буйы гәзиттә эшләне. Төрлө йыл­дарҙа яуаплы секретарь, Стәрле­тамаҡ, Ишембай ҡалаларында башҡорт баҫмаларының баш мөхәррире булды. Нәфис һүҙ оҫталығы миңә унан күскән.

Ишембай ҡалаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия интернатында уҡыным. Гимназия мөхитенең дә тәьҫире ҙур булды миңә. Дирек­торыбыҙ Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева линейка һайын тотош мәктәпкә “һеҙ буласаҡ президенттар” тип өндәшә ине. Шулай итеп, беҙҙе ҡанатландырып, киләсәккә ышаныс тыуҙырып, юғары маҡсаттарға әйҙәп уҡыттылар.

17 йәшемдә Ишембай ҡалаһы менән хушлашып, Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеге студенты булып киттем. Шул уҡ йылда эшләй ҙә башланым. Студент йылдарын да, әлбиттә, яратып хәтерләйем. Кафедра мөдире, фән докторы Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтовҡа рәхмәтлемен, киң күңелле кеше ине, гел аңлап, хуплап ҡараны студенттарының “эшлеклелегенә”.

– Һин журналистиканың телевидение йүнәлешен һайла­ғанһың. Уҡыған саҡта уҡ унда барырыңды белә инеңме? Камеранан ҡурҡыу тойғоһо юҡмы?

– Журналист булыуымды мәктәп йылдарында уҡ белә инем. Әсәнән күргән – тун бескән, тиҙәр бит. Көҙгө алдында гәзит уҡып, диктор булырға хыялландым. Мәктәп уҡытыусыларым да минең теләгемде тойомлап, гел хуплап торҙолар. Театр белгесе булырға ла уй бар ине, әммә мин абитуриент саҡта был йүнәлеш буйынса студенттар йыйманылар. Беренсе курста уҡып йөрөгәндә, әле булһа хәтерләйем, март айында әсәйем телефон аша, телевидениела алып барыу­сыларға конкурс иғлан иткәндәр, барып ҡара, тине. Мин инде икеләнеп, дәрес ҡалдырғым килмәй, тигәнгә, әсәйем: “Бар! Бер тапҡыр дәрес ҡалдыры­уыңдан бер ни булмаҫ. Бар! Һин булдыраһың!” – тип өгөтләп, миндә ышаныс уятып, көсләп тигәндәй ебәрҙе. Бына бит ул әсә йөрәге! Һәм ана шул 22 мартта үткән алып барыусылар конкурсы киләсәгемде билдәләне лә инде.

2002 йылдың 19 майында ми­не тәүге тапҡыр әлеге рус яңы­лыҡтары алып барыусыһы Евге­ний Романов менән эфирға ҡуй­ҙылар. Евгений минән ике йыл алда эшләй башлаған бул­ған, ярайһы уҡ тәжрибәле ине. Ул ва­ҡытта бер сәғәтлек “Сәләм” про­граммаһын бер көн алда яҙҙы­ралар ине, тапшырыуҙы яҙҙырыу 3-4 сәғәт дауам итә. Шул ва­ҡыт­тан алып каникулдарға ҡай­тыу минең өсөн бөттө тиергә була.

Камераға килгәндә, бик урынлы һорау. Телевидениела “камера уны ярата” тигән төшөнсә бар. Ысынлап та шулай. Камера нисектер кешенең эске донъяһын ҡутарып сығарып, уның йөҙө аша сағылдыра алған үҙенсәлеккә эйә. Мин камераға ҡараһам, унда бер ғаләм күргән кеүекмен һәм шул ғаләмде яратып ҡосаһы килә.

– “Сәләм”дә эшләгән дәүер­ҙәрең тураһында ентекләберәк һөйләһәң ине. Иртүк тороп эшкә йөрөүҙәре ауыр булманымы? Ни өсөн был тапшырыуҙы ҡал­дырҙың? Халыҡ һине яратып ҡарай ине бит.

– О, эйе! “Сәләм”дә эшләгән 15 йыл ғүмерем – айырым бер матур һәм сағыу дәүер! “Сәләм” ул айырым бер фабрика, минең өсөн тормош мәктәбе булды. Уның үҫеше күҙ алдымда, минең ҡатнашлығымда барҙы. Легендар коллегаларым менән бергә эшләү ваҡытын яратып хәтерләйем. Етәксебеҙ Дилара Зарипова, көслө редакция туплап, оҙаҡ йылдар “Сәләм” исемле караптың капитаны булды. Үҙенең дәрте, тиҙлеге, егәрлелеге менән һәр бер журналисҡа өлгө ул.

Сәләмде парлап, русса-баш­ҡорт­са алып бара торғайныҡ. Ана шул йылдар эсендә Евгений Романов, Нил Дистанов, Алексей Радченко, Александр Кузьменко, Дмитрий Каретко һәм башҡа бик шәп алып барыусылар менән бер­гә эшләргә насип булды. “Иртәнге осрашыуҙар” рубрикаһы сиктәрендә республиканың ме­ңәр­ләгән матур-матур кешеләре менән әңгәмәләр ҡороу бәхете тейҙе. Тәүҙәрәк гел тапшы­рыу­ҙарҙы яҙҙырып эшләгәс, тура эфирға күсеү бик тулҡын­лан­дырҙы. Тура эфир менән яҙылыу эше – ер менән күк араһы. Тора-бара тура эфирға ла өйрәнелде, хатта улай уңайлыраҡ тойола башланы. Бөтә нәмә тәжрибә менән килә. Иртәнге бишенсе яртыла телевидение машинаһы Өфө буйлап тапшырыуҙың ижади төркөмөн йыйып ала ла сәғәт алтыға телеүҙәккә килтерә. Бер сәғәт дауамында гримерҙар беҙҙе “кешегә” әүерелдерә лә, сәғәт етелә “Хәйерле иртә, хөр­мәтле тамашасылар!” тип эш башлайбыҙ. Тотош республиканы йылдар буйы уятыуыма ҡара­маҫтан, асылымда мин өкө кеүек һуң ятып, һуң уянырға яратҡан кеше булып ҡалдым. Парадокс! “Яңылыҡтар”ға 2017 йылда күс­тем. Ул йылдағы директо­ры­быҙ Ғәлим Миңлеғәли улы Яҡу­повтың тәҡдим-бойороғо һайлау ҡал­дырманы. Һәм мин уның юғары про­фессионаллегенә, тәжрибә­һенә ышанып, икенсе бер плане­таға күсеп киттем, тип әйтә алам. Шундай яуаплы эшкә һәләтемде күрә алыуына мин уға ла бик рәхмәтлемен. “Яңы­лыҡтар”ҙа эш башлар алдынан, дикторҙар эталоны Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзинанан фатиха алдым. Уның менән кәңәш­ләштем. “Һин эш­ләр­­лек эш”, – тине. Тәүге мәлдәр­ҙә хөрмәтле коллегам Гөлнур Йосопйән ҡыҙы Вәлиеваның кә­ңәштәре өсөн дә бик рәхмәтле­мен. Сәйәсәт, йәм­ғиәттәге хәл-ваҡиғалар мине һәр саҡ ҡыҙыҡ­һындырҙы. Шуға яңылыҡтар донъяһына сумыу үҙенә күрә яңы баҫҡыс булды. Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы ҡарама­ғындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акаде­мияһын тамамлауым яңылыҡтар­ҙағы эшкә ҡыҙыҡ­һыныуҙы тағы ла арттырҙы. Ҡат­марлы ижти­мағи-сәйәси өлкәлә арыу-талыу белмәй хеҙмәт иткән коллегаларым менән һоҡланам. Әлеге көндә “Сәләм” тапшырыуына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, танылған һәм юғары профессионал Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова менән бер бүлмәлә ултырып эшләүемә ифрат шатмын. 

– Республика халҡы һине оҫта алып барыусы булараҡ та белә. Ҙур сәхнәгә ҡасан алып барыу­сы булараҡ саҡыра башланылар? Был эш нисек бирелә?

– Ҙур сәхнәгә сығыуым менән Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменкоға бурыслымын. Ул тәүгеләрҙән булып минең рус телендә алып барыу һәләтемде баһаланы. Сәхнә ҡанундарына төшөндөрҙө. Ул минең остазым. Александр Владимирович менән беҙ “Сәләм”дә, “Урал-лото” тапшырыуында, сәх­нәлә лә бихисап күркәм саралар алып барҙыҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының сағыу йондоҙо Рита Өмөтбаева ойошторған проекттарҙа ла бергәләп рәхәтләнеп эшләнек.

– Ҡайҙа етди дәүләт саралары, ҙур концерттар, федераль кимәлдәге мөһим саралар – һин шунда. Тулҡынланыу юҡмы? Ниндәй бөйөк кешеләр менән эшләнең? Аралашыуға нисек улар? 

– Эйе, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән, төрлө ҙур акционер йәмғиәттәренең сараларын алып барырға саҡыралар. Тура эфирҙа, ундай сараларҙа ниҙәр тойоп, ниҙәр кисергәнде үҙебеҙ генә беләбеҙ инде. Тәү ҡарашҡа эш ҡатмарлы ла түгел һымаҡ, ә шулай ҙа еңел түгел. Тулҡынланыу бөтмәй ул. Тәжри­бәнең артыуы, нервы ҡаҡша­уына килтерә (йылмая – авт.). Иң тулҡынландырғыс мәл, әлбиттә, сараның башы. Тамашасы тулы залдың сәхнәһенә тәү аяҡ баҫыу. Ана шул башлап ебәрһәң, зал менән контактҡа инһәң, тыныслана башлайһың, көсөргәнеш үтеп китә, күңел бар ғаләмгә һөйөү менән тула.

Тап ҙур сәхнә миңә данлыҡлы кешеләр менән осрашыу, бергә ижад итеү мөмкинлеге биргән сығанаҡ та. Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Березин, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы Владимир Молчанов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Дмитрий Дюжев һәм Анатолий Белый, Мәскәүҙең билдәле алып барыусылары Егор Пирогов, Станислав Гунько һәм башҡа киң билдәле кешеләр менән иңгә-иң терәшеп эшләгән мәлдәр булды. Башҡортостан йондоҙҙарынан Сергей Филатов, Евгений Романов, Искәндәр Урманцев, Иван Броневой, Илья Мясников, Ашот Бабаджанов менән йыш ҡына сәхнәгә бергә сығабыҙ. Коллегаларымдан гел уңдым. Мәскәү алып барыусыларының ҡайһы берәүҙәре менән әле лә хәбәр­ләшеп торабыҙ. “Үҙеңдән башҡа­ны әүлиә тип бел” тигән мәҡәл­гә ярашлы эшләргә тырыш­ҡан­ғамы икән, күңелдә һәр береһе тураһында йылы хәтирәләр. Дмитрий Дюжевтың үтә лә хисле, кешеләргә бик иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы һоҡлан­дырҙы. Анатолий Белый менән дә йырлап эшләнек, бик ябай һәм ихлас кеше. Владимир Березин, Анатолий Молчановтарҙан бөйөклөк энергетикаһы ағыла. Һоҡланғыс шәхестәр.

– Декрет ялына ла китеп ал­дың, был осорҙа тапшы­рыуһыҙ, сәхнәһеҙ ҡыйын булманымы? Балаларға нисә йәш булғанда кире эшкә сыға һалдың? Әле ғаилә, балалар менән бергә эште алып барыу ауыр түгелме?

– Улыбыҙ Азамат менән бер йәшенә тиклем генә ултырып сыҙаным да, саҡырғайнылар, йүгереп тигәндәй “Сәләм”ләй башланым (йылмая – авт.). Шундай сағыу, тулы, аралашыуға бай тормош рәүешенән һуң, тәүге декрет ялы еңел бирелмәне миңә. Әлеге аҡылым менән, “йәшәй белмәгәнһең икән, ҡыҙы­ҡай” тип ҡуям үҙемә. Азамат алтынсы йәшкә киткәндә ҡыҙыбыҙ Сәлимә тыуҙы. Уға бер йәш тулғайны, пандемия башланды. Шуға күрә лә мин иркенләп ҡыҙыма өс йәш тулғансы, ике бала менән декретта ултырҙым. Моғайын, пандемия булмаһа ла, алдараҡ эшкә сыҡмаҫ инем. Йә­шәй бара, күп нәмәгә тынысыраҡ ҡарай башлайһың. Ике декрет ваҡытында ла эшһеҙ ултырманым. Юғары кимәлдә үткән төрлө сараларға саҡырып торҙолар. Айына ике-өс тапҡыр булһа ла, эшләп ҡайта инем. 

Ике бала, эш, өй мәшәҡәттәре менән бергә, ҡатын-ҡыҙҙың тормошо йыш ҡына эстафетаны хәтерләтә башлай шул. Тәрән тын алабыҙ ҙа – яңынан. Хәләл ефетем Илдар Филарет улы, сәнғәт донъяһынан бик алыҫ булһа ла, хеҙмәтем нескәлек­тәренә аңлап ҡарай, ярҙам итә. Бер төптән булып йәшәгәндә, барыһын да хәл итеп була. Шөкөр, ике өләсәй ҙә ярҙамынан ҡалдырмай.

– Әле ниндәй проекттар өҫ­төн­дә эшләйһең, Фаягөл? План­дарың?

– Кешенең иң төп проекты – ул үҙе (йылмая – авт.). Ә план бер – йәшәргә!

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.

Читайте нас: