Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2022, 19:30

Йылмайығыҙ!

Ирекле сығанаҡтан алынды.
Фото:Ирекле сығанаҡтан алынды.

Яҙ етте! Йылдың иң матур миҙгеле шатлыҡ ҡатыш бер аҙ борсолоу менән башлана. Яҙ мөхәббәт, ниндәйҙер ҙур тойғо көтәбеҙ. Беҙ ни өсөндөр, сәбәбе бармы-юҡмы, йылмаябыҙ.

Әле ҡар ҙа иреп бөтмәгән, ҡалын кейемебеҙҙе лә һалмағанбыҙ, ә яҙ йылмайта ла башланы. Әммә йылмайыу яҙ билдәһе йәки күңелдәргә шатлыҡ нуры бөркөлөү сағылышы ғына түгел. Шуны белегеҙ: һынсыл кеше, һеҙҙең көлөүегеҙгә ҡарап, холҡоғоҙҙо ла билдәләй аласаҡ.

Көлгән ваҡытта ирендәрегеҙгә сыңғарсай, йәғни сәтәкәй бармаҡ менән тейәһегеҙме? Улай икән, һеҙ үҙ баһаһын белгән, һәйбәт ҡағиҙәләр хаҡында үҙ фекере булған, йәмғиәт үҙәгендә булырға яратҡан ҡатын-ҡыҙ.

Көлгәндә ауыҙығыҙҙы ҡул менән ҡаплаһағыҙ, тимәк, үҙ көсөгөҙгә бик үк ышанмаусан, йомоҡ, баҫалҡы ҡатын-ҡыҙ. Беҙҙең кәңәш – үҙегеҙҙе “ашап”, бәҫегеҙҙе төшөрөп, баһаны түбән ҡуйып ҡәҙерһеҙләнмәгеҙ.

Көлгән ваҡытта башығыҙҙы артҡа ташлайһығыҙмы? Тимәк, һеҙ кешегә тиҙ ышаныусан, балаларса ихлас һәм ябайһығыҙ. Тойғолар хисендә йөҙөргә ярата­һығыҙ, дуҫтар менән туғанда­рығыҙға мул ҡуллыһығыҙ. Әммә тойғо менән генә эш итмәгеҙ – ҡайһы бер мәсьәләләрҙә тойғо­ларға ғына таянһағыҙ, хаталар­ҙың ишәйеүе лә мөмкин.

Көлгән ваҡытта битегеҙгә йәки башығыҙға ҡағылаһығыҙмы? Тимәк, һеҙ хыял һәм хис диңге­ҙен­дә бик оҫта йөҙәһегеҙ. Был, әлбиттә, насар түгел, әммә ҡайһы саҡ бөтөнләй буш хыялдарҙан баш тартып, тормошҡа ашырлыҡ хыялдарға ғына көс түкһәгеҙ, үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла яҡшыраҡ булыр.

Көлгән ваҡытта танауығыҙҙы сирыштырһағыҙ – һеҙҙең тор­мош­ҡа ҡарашығыҙ һәм мө­нәсәбәтегеҙ бик тиҙ үҙгә­реүсән. Кәйеф ҡоло булыу бик үк һәйбәт түгел, ваҡыт үтеү менән мыжыҡ йәки талапсан кешегә әйләнеп китеүегеҙ бар.

Ауыҙҙы ныҡ йырып көләһегеҙ икән, һеҙ дәртле, күңелле ҡатын-ҡыҙ. Аҙыраҡ ҡына тыйнаҡлыҡ бер ҙә артыҡ булмаҫ. Бик ҡыҙыҡ һәм матур һөйләһәгеҙ ҙә, тыңлай белеү ҙә кәрәк бит!

Ишетелер-ишетелмәҫ кенә, башығыҙҙы эйеп кенә көләһегеҙ икән – һеҙ бик намыҫлы, йомшаҡ күңелле кешеһегеҙ. Һеҙ эшегеҙҙе генә түгел, хатта хистәрегеҙҙе лә тәртипкә һалып өйрәнгәнһегеҙ. Һеҙ барыһынан да ҡәнәғәт, һеҙҙең менән дә барыһы ла ҡәнәғәт.

Көлгән ваҡытта эйәгегеҙҙе тотаһығыҙмы? Тимәк, һеҙ нисә йәштә булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ менән йәш һәм алсаҡ булып ҡаласаҡһығыҙ. Был хәлгә һеҙҙе осратҡан һәр кеше аптырар. Әммә был насар түгел. Һеҙ башҡаларҙың йәшәйешенә дәрт һәм күңел йылыһы бөркәһегеҙ.

Көлгән ваҡытта күҙ ҡабағын ҡыҫаһығыҙмы? Һеҙ – үҙегеҙҙе бик яратҡан, баһағыҙҙы юғары билдәләгән кеше. Һеҙ эшһөйәр, маҡсатлы, үҙегеҙгә һәм башҡа­ларға ҡарата ла талапсан, ҡаты ҡуллы. Әммә һәр ваҡыт, һәр эштә “ете тапҡыр үлсәү” ялҡытып китмәйме?

Ә инде нисек булһа ла көл­һәгеҙ, кешеләр фекеренә иҫегеҙ китмәгән, үҙ белдеге менән йәшәгән кешеһегеҙ. Бойондо­роҡһоҙ холҡоғоҙ күбеһенә оҡшамай, әммә бар кешегә лә ярап булмағанын үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ.

Әлбиттә, көлөү ысулдары ла, кешенең холоҡ-фиғеле лә күп төрлө. Донъяла нисә кеше бар – шул тиклем төрҙә көлөү, шул тиклем холоҡ. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ ғәҙәттәр ҙә бар. Әле беҙ шул уртаҡлыҡтар тураһында һүҙ йөрөттөк. Ә, ғөмүмән, ихлас көлгән кеше, ихласлыҡ үҙе үк тормошто биҙәй. Шулай булғас, нисек көлһәгеҙ ҙә, ихлас көлөгөҙ.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: