Әлфирә менән мәктәп йылдарынан танышбыҙ. Ниндәйҙер фән буйынса район олимпиадаһында танышып киттек тә аҙаҡ хат яҙыша башланыҡ, һирәк-һаяҡ төрлө сараларҙа күрешеп торҙоҡ.
Мәктәпте тамамлағас, юлдар айырылды: мин – Өфөгә, ул бер туған апаһы йәшәгән Ырымбур ҡалаһындағы медицина институтына уҡырға инде. Оҙаҡ йылдар аралашмай йәшәгәндән һуң, социаль селтәр аша аралашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгәс, тағы бер-беребеҙҙе табып алдыҡ.
Әлфирә арыу уҡ йылдар инде Кипрҙа йәшәй. Себерҙә табибә булып эшләп йөрөгәнендә бер төрөк егете менән танышҡан. Тегеһенең ғаиләһе – ата-әсәһе, бер туған ағаһы һәм һеңлеһе Кипрҙа икән. Мөнәсәбәттәрен законлы рәүештә нығытырға ҡарар иткәндән һуң егет башҡорт ҡыҙын ата-әсәһе менән таныштырырға тип алып ҡайта. Милли традицияларҙы һаҡларға тырышып йәшәгән ғаилә Әлфирәне әллә ни ихлас ҡабул итмәй, әммә буласаҡ ире үҙ һүҙендә ныҡ тора һәм йәштәр өйләнешә. Был мәлгә егеттең Себерҙәге компания менән төҙөлгән килешеүе тамамлана, өҫтәүенә ата-әсәһе лә тыуған еренә ҡайтыуын талап итә. Шулай итеп, Әлфирәгә ете ят ерҙә, өр-яңы шарттарҙа йәшәп китергә тура килә.
“Башта шул тиклем ҡыйын булды. Ҡәйнәм минең табип булып эшләргә теләүемде бөтөнләй аңламаны. Уның тормошҡа ҡарашы “ҡатын-ҡыҙҙың бурысы – ирен, балаларын ҡарау, тәмле итеп ашарға бешереү, донъя бағыу” кимәлендә ине. Үҙемдең тормош принциптарына тоғро ҡалыу өсөн иҫ киткес ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килде. Ярай, ирем һәр ваҡыт мине яҡланы, ыңғайыма торҙо. Улым менән ҡыҙым тыуғас, иремдең туғандары менән аралар бер ни тиклем яйланды. Олоғая барған ҡайным менән ҡәйнәм дә минең табибә булып эшләүемдең ыңғай яҡтарын баһалай хәҙер”, - тип һөйләгәйне Әлфирә алыҫ утрауҙағы тормошо тураһында.
Әлбиттә, ундағы тормоштоң беҙҙеке менән сағыштырғанда күпкә еңел булыуы, бер нимәгә мохтажлыҡ кисермәй йәшәүе тураһында ла йыш телгә ала ул, әммә ҡайһы берҙә үкенес, һағыш хистәрен дә йәшермәй. Ошоғаса ике йылға бер тигәндәй ҡайтып йөрөһә лә, “атай-әсәй, туғандар һағындыра, йышыраҡ ҡайтҡы килә”, тип яҙа.
Ошо көндәрҙә Әлфирә бик ауыр ҡайғы кисерҙе: әсәһе мәрхүмә булып ҡалды. Бик-бик теләһә лә ҡайта алманы ҡәҙерлеһен оҙатырға... Донъяларҙың буталып торған сағында юлға сығырға тәүәккәлләй ҙә алмағандыр, ире, балалары ла ҡурҡҡандыр... Ҡайғыһын уртаҡлашып яҙған хәбәремә бик әрнеүле хат яҙып һалды.
“Күңелемә тынғылыҡ тапмайым... “Ғәфү ит, әсәкәйем, һуңғы юлға ла оҙата алмауым өсөн”, тип эстән генә ҡәҙерле кешемә өндәшәм. Ул минең өҙгөләнеүҙәремде күрәлер, аңлайҙыр, ғәфү итәлер, тип ышанғым килә. Күңел тулы бушлыҡ, һағыш ҡына... Ҡасандыр гөрләп торған өйөбөҙҙә яңғыҙ ҡалған атайымды уйлап, йөрәгем өҙөлә... Олоғайған атайың, әсәйең янына йыш ҡайтып, улар менән туйғансы аралашып йәшәү ҙә – оло бәхеттер ул. Шуны хәҙер тағы ла нығыраҡ аңлайым, тик бер нәмә лә эшләй алмайым...” – тигән юлдар бар ине уның хатында.
Фото: yasnoznanie.ru