Минең өсөн фекер белдереү мөһим. Ошоно башҡарыуҙың өҫтәмә юлы – үҙемә лә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүҙәр. Был осраҡта сиклеһең – төбәлгән һорауҙар ғына эсендәһең, уның ҡарауы, бығаса йә уйламаған, йә әйтергә, яҙырға әмәл тапмаған нәмәләргә лә ҡарашыңды хәбәр ҡылаһың – бының инде яңы ижади эштәргә нигеҙ булыуы ихтимал.
Бына шуларҙың бер нисәһе һәм яуаптарым.
Йүткереп әйтһәң дә, еткереп әйт
– Радиохәбәрсе өсөн иң ауыры нимә?
– Һыуыҡ тейгәндә тура эфирға сығыу. Шул арҡала тауыштың үҙгәреүе – үҙе үк хөрт, ә инде тотош ғәм ҡаршыһында йүткереү йә туҡтауһыҙ тамаҡ ҡырыу, минеңсә, һис бармай, ләкин радиохәбәрсе лә – кеше, ул да хатта эҫе йәйҙә лә сир эләктереп ҡуя, ә тапшырыу алып барырға мәжбүр. Күҙ алдына килтерегеҙ: һөйләй генә башлау менән тамаҡ ҡот осҡос ҡысытып алып китә, көсөргәнештән күҙеңә ҡан һауа, триллер персонажын хәтерләтәһең, шуға ҡарамай тейешлене, үлһәң үл, ә әйт...
Ни эшләргә? Телсән ҡунаҡ ҡотҡара ала. Сираттағы һорауыңа яуап биргәнендә, сығып инергә кәрәклекте ишаралап аңғартаһың да, бесәйҙәй йомшаҡ баҫып, ишеккә йүнәләһең. Ипле асаһың, шым ябаһың.
Тауыш режиссеры бүлмәһендә иреккә һыуһаған бөтә эске булмышың ҡапҡаһы шар асыла:
– Ҡаж-ҡож!!! Ҡаж-ҡож!!!
Иң бәхетле секундтарың ошо, тип уйлайһың. Фекерҙән аҙаҡ кире ҡайтаһың, әлбиттә, сөнки тормош мөғжизәле, күктәргә мендереп өйрөлтмәле бүтән хәлдәрҙән дә тора, әммә мәлендәгеһе мөһим. Тик былай ҡотолоу, ҡабатлайым – бәхет йылмайғанда, һүҙсән эксперт тура килгәндә генә, юғиһә тәүгә килгән кешенең аптыранып ҡалыуы, сәбәләнә башлауы ихтимал.
Һалҡын алдырыуҙың файҙаһы ла тейеүсән – ҡыҫҡа, шуның менән бергә йөкмәткеле һөйләргә мәжбүр ҡыла. Ә йыйнаҡ телмәр шундай шәп нәмә бит, дуҫтар! Ул һау сағыңда ла кәрәкмәй түгел: ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ, киҫә-киҫә ҡыҫҡарыр, тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ, һуға-һуға оҙонайыр, тиелһә лә, тап һүҙ мәсьәләһенә ҡағылмай был — етмәй ҙә, бөтмәй ҙә тормаһын.
Күркәмлек эстә ята
– Кейем кешене биҙәйме, кеше – кейемдеме?
– Ир кешегә тышҡы ҡиәфәт мөһим түгел, иле, ғаиләһе өсөн файҙа килтерһен, элмәле тундарҙы кеймәһә лә ярай, ҡатынына ала торһа, шул еткән, тигән фекер бар. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Мин, ғөмүмән, ике енестең ошо тәңгәлдә лә мөмкинсә айырылып тороуы яғындамын, юғиһә универсаллеккә ынтылыш был өлкәлә лә күҙәтелә – сауҙаханала “унисекс” тип ебәрәләр. Бында яманлыҡ булмауы ла ихтимал: ҡыҙҙарҙың егеттәрҙекенә тартым шаҡмаҡ күлдәк, ҡалын табанлы, тупаҫ ботинка кейеүе үҙенсәлекле, хатта күркәм күренә, һомғол кәүҙәле һылыуҙың кинола, һөйгәненең иркен күлдәген яҙа-йоҙа эләктереп, аш-һыу яраштырыуы ла матур ғына килеп сыға. Ә бына егеттең сағыу салбар эсендә ҡыҫылыуы, бәлки, замансалыр, ләкин сама кәрәк.
Бына шунан ярала ла шул тышҡы күренештең ир-егет өсөн дә мөһимлеге. Үксәһе ашалған, ғүмере тәрбиә күрмәгән аяҡ кейеменә тыныс ҡарай алмайым. Кейемде кеше биҙәгәне лә юҡ түгел. Әйткәндәй, уны хөрмәт итеүең мөһим, өшөмәҫ йә яланғас булмаҫ өсөн генә ҡапланыуың түгел. Нимәлер кемгәлер бармай, ә кемдәлер көҙгө һирәк ҡояштай балҡып китә.
Килешле булһын өҫтөң. Бының өсөн эсеңдә күркәмлек тойғоһо ятырға тейеш, шунһыҙ әллә ниндәй янып торған модалы, ат хаҡлы нәмә алһаң да, матур күренмәй. Үҙем, мәҫәлән, костюм яратам, ләкин ғәҙәти булмауы – күптәрҙең кеймәүе шарт. 50 – 60-сы йылдар киноларында бик ҡыҙыҡтары күрһәтелә, бөгөн улар юҡ тиһәң дә була, сөнки магазиндарҙағы әйбер күпселеккә тип тегелгән, эксклюзивлыҡтан сауҙасыға файҙа аҙ – алмайҙар. Ижади кешегә тормошта ҡатмарлыраҡ икәненә йәнә бер миҫал был.
Кейем түгел, аксессуар булһа ла, сәғәтте лә ҡыҫтырайым – уны тағыуҙы ҙурға сығарам. Айырыуса ир кешегә кәрәк. Һәм затлы булыуы мөһим. Күркәмлек кенә бирмәй, тонуста ла тота ул һине – ә ир-егет ваҡытты тотоноу йәһәтенән дә ойошҡан булһын.
Буш булмаһа ла, бушаҡ
– Тәүге мөхәббәткә ышанаһығыҙмы?
– Әлбиттә! Иң эскерһеҙ, иң саф, иң нескә тип нарыҡланырлыҡ был тойғоно һәр кем кисерһә яҡшы. Бигерәк тә ижадсы – бик күп шиғырҙарҙың үлеп ғашиҡ булған әкиәти үҫмерлектә яҙылғаны мәғлүм. Байтаҡ ҡәләм шунан һуң юҡ та була, тотҡан ҡул йә башҡа, матди яҡтан килемле шөғөлгә күсә, йә “сеймал” етмәй – бығасаһы ярһыу хискә генә таянған, баҡтиһәң.
Тәүге мөхәббәттәр була торһон әле – ғүмер буйы һағынып иҫләрлек бер гүзәллек бит ул! Ауыр мәлдәрҙә ыңғай ғәмәлдәр хаҡында уйларға табиптар ҙа ҡуша, ошондай шәп хистәрҙең, изге иҫтәлектәрҙең әҙәм үлемесле ауырығанда уны донъяға кире ҡайтарған осраҡтары ла бар.
Ләкин ул, ҡаты инаныуымса, һүрәтме, ҡыҫҡа видеомы булараҡ ҡынамы, үҙ заманында ҡалырға тейеш – олоғайғас эҙләргә кәрәкмәй. Тормошта ошондай хәлдәр булғылағанға әйтәм быны һәм ҡабаттан осрашыуҙар ғаиләләр өсөн ғауға, һинең өсөн үкенес кенә килтереүсән, сөнки аҡҡан һыу менән бергә кеше тыштан, хатта эстән дә үҙгәрмәй тормай – сирҙән ҡотолдорор, аяҡһыҙ ереңдән һикереп баҫтырырлыҡ, йонсоу көндә ҡояш ялтлатырлыҡ яҡты хәтирәңдән мәңгелеккә ҡолаҡ ҡағыуың да ихтимал.
Ғөмүмән, мөхәббәтте бөйөк мөғжизә тип күрәм, унһыҙ, тик аҡыл, ҡулланмалар буйынса ғына йәшәүҙе, буш уҡ булмаһа ла, бушаҡ йәшәү тип баһалайым.
Үҫеү һәм үсегеү
– Сәсегеҙ ниңә оҙон?
– Был да булдымы оҙонлоҡ! Егет саҡты күрһәге-е-ҙ... Ә сәбәбе – бәлки, ижадилыҡтың бер сағылышылыр, бәлки, айырылып тороуға ынтылыу һөҙөмтәһелер, хәйер, был да – ижадилыҡ, әлбиттә, бәлки, үҙемдең ҡарамаҡҡа, ниндәйҙер дәрәжәлә килешәлер ҙә.
Үсеккәнмендер йә ҡасандыр – үс итәмдер шунан бирле. Ҡасандыр тигәнем туғыҙынсыла уҡыған ҡыш булды – хәрби комиссариат табиптарҙан ҡаралырға саҡыртҡайны. Ун алтыһы тулғандарҙы йыл да комиссия үткәреп, дарыу ҡаҙап, ә унан алда, ниңә кәрәккәндер, сәстәрен ҡырып ҡайтаралар ине. Беҙҙең менән дә тап шулай булды. Етмәһә, таҡыр көйө фотоға төшөргә ебәрҙеләр.
Әрмегә ваҡытым етеп, хәрби билетымды асып ебәрһәм, яп-ялтыр баш ҡарай. Хеҙмәттә күпме танытма күрҙем – сәсле инеләр, минең документҡа ныҡ ғәжәпләнеп ҡаранылар.
Шаяртам, әлбиттә, үсегеү ҙә, үс тә юҡ. Үҙенсәлегем генә бар.
Дошманым икәү
– Бөгөнгө заман ҡайһы яғы менән оҡшай?
– Уңайлылығы һәйбәт. Мәҫәлән, фекерҙе шунда уҡ смартфонда теркәп була. Рулдә уны яҡынға һалып ҡуям, уйға килгәнде шунда аҡҡа уям. Быны башлыса туҡтаған, исмаһам да, яйлаған саҡта башҡарам, әлбиттә, ә иң шәбе – светофор алдында, тик уныһы тиҙ йәшелгә буяла. Телевидениела реклама йәһәт бөткән һымаҡ. Ул ҡысҡырғанда ла ноутбукка ташланам, ләкин арлы-бирле шаҡылдағансы кино дауамланып та китә. Ижади яҡтан ҡарағанда, дошмандарым шулай ҡуш – йәшел светофор ҙа ҡыҫҡа реклама.
Кинәнестәрем киң
– Эштән, ижадтан ҡала тағы нимәләр күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек бирә?
– Автомобиль йөрөтөү, көҙгө алтын урман, балыҡсылау, бесәй башын һыйпау, урам этенә икмәк һалыу, тауыҡтарҙың ҡәнәғәт йырлағанын күреү – күп инде... Кисә, миҫалға, ҡыҙылтүштәрҙе күҙәтеп кинәндем. Алһыу эстәрен тумпайтып алғандар ҙа ултыра ғына бирәләр. Тимәк, яҙ яҡын. Астарҙыр ҙа, моғайын, ләкин әсмәк түгелдәр – күгәрсендәр ише аяҡ аҫтында буталмайҙар.
Күҙ талдырғыс
– Нимә ул ҡала?
– Автомобиль тәҙрәһенән бейек-бейек биналар күренә лә ҡала, бынан күҙҙәр тала – бына шул ул ҡала.
Урала торһон ептәр Уралымда
– Тыуған төйәгегеҙ менән арағыҙ нисек?
– Кейем ул. Мин — төймәһе. Уға кәрәкмен – минең дә ярҙамымда, ҡатнашлығымда йәшәй.
Төймәләр кейем һатып алынғанда бушағыраҡ булыусан. Әсәйем мәрхүмә шунда уҡ нығытып сыға торғайны – һәр нәмәлә теүәллек яратты.
Төймәне тотҡан ептең ныҡлығы мөһим. Күпмелер ваҡыттан туҙа башлай – төймә бушай. Йыш ҡайтыу, йылғанан ятып һыу эсеү, иҫ киткес күркәм һөйләште ишетеү, хәл-әхүәл белешеү һиҙәп аҫтына яңы еп булып урала: хәҙер инде һин дә төшөп ҡалып юғалмаҫһың, кейем дә камиллыҡта ҡалыр.
Быны мин әҙәм балаһының яңы ғына тыуған сағынан атайсалы менән бәйләнеше, тим. Туған телдә һөйләшеүҙе ишетеү, халҡының моңдарын тыңлау уның нигеҙен ышаныслы сырмай.
Тыуған еребеҙҙең алтын төймәләре булайыҡсы!
Йәнә ошолар
– Нимә ул сабырлыҡ?
– Шәп сифат! Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн һәйбәт. Ҙур нәмәләрҙән башлап бәләкәскә тиклем талап ителә ул. Юҡ-барға сабып сыҡмау ҙа был. Тәү ҡарашҡа, бәлки, көнкүреш кимәлендәге төшөнсә кеүек күренһә лә, ғәмәлдә, минеңсә, юғары мәҙәниәт кимәленә тарта. Мәҫәлән, кеше менән һөйләшкәндә фекерен сабыр ғына тыңлауҙы, бүлдергең килһә лә, туҡталыуҙы нисек юғары сабырлыҡ тимәҫһең?! Ниндәйҙер низағтар быҫҡый башлағанда ла дөрләүҙәрҙән нисә-нисәмә ҡотҡарып ҡалды икән шул сабырлыҡ...
– Сабыр кеше ниндәй ул?
– Тотанаҡлы, ихтирамлы, аҡыллы, белем-ғилемле, донъяға киң ҡарашлы, үҙ фекерле. Бай даирәле булғаны өсөн дә сыпранламай, ваҡ-төйәк һүҙ ҙә, мәшәҡәт тә ситен унан. Һөҙөмтәлә еңеп тә сыға. Кешене биҙәгән сифаттарҙың береһе. Йәмғиәттең шуны баһалай белеүе генә кәрәк – сабырлыҡ көсһөҙлөк тип түгел, ә көслөләр эше тип ҡаралһын.
– Нимә ул хыял?
– Ҙур нәмә! Ҡыҫҡа булһа ла, киң итеп әйтелә лә бит. Тотоп булғыһыҙ – тау артынан тау, боролош һуңынан боролош... Етелмәгәне өсөн дә хыял ул. Һин ҡыумайһың артынан, ул һине эйәртә. Юлда баяғы тауҙарға артылаһың, шуны хыялыңдың тормошҡа ашыуы, тип уйлайһың. Һәм был һәйбәт тә – әҙәм балаһына еңеүҙәр ҙә кәрәк – рухландыралар, илһамландыралар.
Әлеге артылыштарҙы маҡсат тип тә булалыр. Хыял менән маҡсаттың айырмаһы шунда ла – икенсеһе тәүгеһенең эсендә ята. Бөгөн хыял төшөнсәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һиммәтен юғалта – заман кешеһе маҡсат ҡуя ла шуға етергә тырыша, ә хыялланған кешегә ҡырын ҡарала – хыялый тигән һүҙе лә бар бит. Минеңсә, аҡыллы кеше – хыялый ҙа кеше, ләкин маҡсатһыҙ түгел. Ғөмүмән, гел генә донъя ағышына буйһоноуҙы хаҡҡа сығармайым, барыр юлын белгән – бәхетле.
– Хыял менән генә йәшәп буламы?
– Тормош иткәндә ихтыяжың күп түгел икән, ғаилә ҡарамаһаң, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ғына түгел, бурыслы ла ағзаһы булмаһаң, мөмкин – ил өҫтөндә сәпсек үлмәй. Боронғо фәйләсүфтәр ише хыял эҙләп, донъя гиҙә алаһың. Ижади кешегә ғүмерҙе, бәлки, шулай кисереү дөрөҫтөр ҙә, әммә, минеңсә, тәбиғәт һиңә һәләт һалғас, йәмғиәткә уны емешләтә, ҡолас-ҡолас бир ҙә. Ә бының өсөн яҙыусыға ла эшләргә, кейенергә, автомобиль йөрөтөргә, бала тәрбиәләргә кәрәк. Ижадсы тормошо ана шуның менән дә ҡатмарлы – йәмғиәт иң тәүҙә тап унан талап итә – ҡайҙаһың, ниңә өндәшмәйһең? Ҡатмарлы, ләкин ауыр ҙа, ҡыйын да түгел. Халыҡ алдында майҙан тота алғаныма, быға әхлаҡи ҙә хоҡуғым булғанға сикһеҙ шатмын. Тыңлаусым бар, уҡыусым бар, тамашасым бар.
– Гүзәллекте нисек аңлайһығыҙ?
– Һәр хәлдә лә, һәр мәлдә лә кеше булып ҡалыу был. Башлыса ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡулланылһа ла, ир-егеткә бәйле лә әйтергә мөмкин – гүзәл сифатлы тип. Кеше булыу – ваҡланмау ҙа. Әсәйем мәрхүмә малай сағымдан шулай өйрәтте – ваҡлыҡтан, айырыуса матди өлкәләге сүптән өҫтөн ҡала бел, тине. Нимәлер өсөн талаш ҡупҡанда, ир-егеттең дә иҫкегә иҫе китеп, бушлай булғас, нимәнелер өйөнә ҡайырғанын күргәндә ҙур уңайһыҙлыҡ кисерәм. Был осраҡта эстән үҙемә әйткәнем ошо: “Унан ғына байып та, ул юҡтан бөлөп тә кителмәй”.
Гүзәл кеше – интеллигент та ул. Тышҡынан бигерәк эске. Үҙендә булмағанды бар тип, булған һәйбәтте күп тип күрһәтмәүсе, үҙе булып ҡалыусы. Ғәҙел кеше лә – гүзәл кеше, әйтелеш-яҙылыштары менән оҡшап та торалар бит. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, халҡын уйлаусы, телен уйлаусы, мәҙәниәтен уйлаусы ул – интеллигент.
– Күңел байлығы...
– Күңелең ни тиклем киң, уға шул хәтлем байлыҡ та һыя. Быны мин бер һүҙ менән атайым – моң. Халҡыңдың быуаттар төпкөлөнән килгән ауазы ла ул, тәбиғәтеңдең тын алышы ла, рухи хазиналарыбыҙ балҡышы ла, һоҡлана белеү ҙә, гүзәллекте күреү ҙә, намыҫ та, яуаплылыҡ та, фекерлелек тә...
– Тормош мәғәнәһе һеҙҙең өсөн нимә?
– Ғүмеремде лайыҡлы үтеү – бер кем алдында ла күҙ йәшерерлек булмаһын. Шулай тигәндә тәү нәүбәттә әле генә әйтелгән намыҫты күҙҙә тотам. Бөйөк төшөнсә тип баһалайым уны. Яҙа алыуым – ул тормошом мәғәнәһе. Әйтә алыуым. Ғаиләмде ҡарауым. Кәрәклегем ҡыуандыра. Һаулыҡ булһын әле – ниәтләнгәндәрем күп.
– Ғәҙеллекте нимә тип беләһегеҙ?
– Ҡуштың – ҡуш, буштың буш булып ҡалыуы рәүешендә. Ҡуштың буш күренеүе хөрт, бушты ҡуштай күрһәтеү ғәҙел түгел. Ғөмүмән, донъя, минеңсә, иҫ киткес камил яралтылған: нимәлер ҡуш, нимәлер буш – һәр береһе кәрәк тә. Үҙгәртергә ҡырсынмайыҡ. Әҙәм балаһы шуны аңлаһын да икенсе бер кешесә булырға тырышмаһынсы – тәбиғи сыҡмай. Замандаштарымдың үҙҙәрендә ниндәйҙер сифаттың юҡлығын – миҫалға, йырлай алмағанын тура әйтеүе уға хөрмәт уята.
– Ғәҙеллек кенә булырға тейешме, ғәҙелһеҙлеккә лә урын бармы?
– Донъя тотош ғәҙеллектән тора алмай – ҡапма-ҡаршылыҡһыҙ үҫеш тә юҡ. Ләкин, һәр нәмәләге кеүек, бында ла сама кәрәк – хаттин ашылмаһын.
– Нимә ул батырлыҡ?
– Башҡалар башҡара алмағанды башҡарыу. Йән-тәнде аямай, ниндәйҙер кәртәләр аша ҡыйыу атлау. Алдан барыу. Мәҫәлән, Әхмәтшәриф олатайымдың совет осоронда ла дини ғәмәлдәрҙе теүәл атҡарғанын батырлыҡ тимәй, нимә тиһең?! Ижад итеү ҙә – батырлыҡ ул. Кемдер берәү шәхси байыуҙы маҡсат итеп, шуға төрлөсә ынтылғанда, һиңә, бәлки, өҫтән ҡарағанда, тәбиғәттән килгән һәләтеңде ташламауың, донъя көтөр өсөн хәлең етешмәгәндә лә оло ижади хыялыңа табан барыуың да – батырлыҡ. Ошоно дәүләт менән йәмғиәттең тәрән аңлауы мөһим.
– Үҙегеҙҙе алдағанығыҙ бармы?
– Юҡ. Мөмкин дә түгелдер – үҙеңә үҙең дөрөҫтө әйтмәгәндә башҡалар алдында нисек пак булмаҡ кәрәк. Ғөмүмән, алдауҙы, шаяртыуҙы түгел, нәҡ алдауҙы ныҡ хөрткә сығарам. Быны үҙем етмеш аҙымдан һиҙәм. Икенсенән, ҡасан да булһа беленә бит ул – күҙ йәшереп йөрөрлөк булмаһын.
– Миллилекте нисек аңлайһығыҙ?
– Һәр кем иленең гражданы ғына түгел, милләтенең улы, ҡыҙы ла булһын. Тамырҙарын, исмаһам, төҫмөрләһен. Башҡорт кешеһе ырыуын белһен. Бел, ләкин бүлмә, тип тә әйтәм мин – быны халҡыбыҙҙың бөтөнлөгө кәрәклегенән сығып белдерәм.
– Аңлы тормош алып барыу нисек була?
– Бының өсөн аңдың үҙенең нимәлеген тәрән төшөнөргә ине лә бит... Ғүмерем буйы аңларға тырышам. “Аңлау” һүҙенең үҙенең дә тамыры ошо. Тормошто алып барып буламы икән әле – үҙе бара бит ул... Аҡылыңдан, күңелеңдән сығып, нисектер йоғонто ғына яһайһың. Һинән тормаған нәмәләр бик күп донъяла – ҡайҙа, ҡасан, кемдән тыуыуыңдан алып ғүмереңдең һуңғы минуттары ҡайҙа, ҡасан һуғыуына тиклем.
– Хис...
– Күңел торошо ул. Минеңсә, һәр беребеҙҙә бар – кемдәлер күберәк, кемдәлер әҙерәк. Берәүҙәр күрһәтә, икенселәр йәшерә. Матдилыҡты алға һөргәндәр йомоп тота. Шул уҡ кеше, ниндәйҙер хеҙмәтенән арынғас, хистәре сыға башлаған осраҡтар ҙа күп. Хисле кеше тормошта уңышҡа әллә ни өлгәшмәй, тип раҫлау бар, ундайҙарға өҫтән дә ҡарағылайҙар, ләкин бынһыҙ ҙа мөмкин түгел – ана, роботтар ҙа хәҙер хислегә әүерелә.
– Егәрлелек, тырышлыҡҡа ни мөнәсәбәттәһегеҙ?
– Былар ҙа тәбиғәттән килгән нәмәләр: булһа – бар, булмаһа – ҡанға мәжбүрләп өҫтәү ҡатмарлы. Һәйбәт сифаттар. Ялҡаулыҡҡа антоним итеп ҡарағанда – айырыуса, ләкин бында ла сама кәрәк – бар аҡсаны эшләп бөтә алмайһың. Егәрлелек кеше башынан йөрөү ҙә булмаһын.
– Ә сәмләнеү?
– Сәм, ғәм, йәм, йән – килешеп торған төшөнсәләр. Яҡшы тип нарыҡлайым. Совет осоро хәбәриәтендә “сәмләнеп эшләү” һүҙбәйләнеше ныҡ ҡулланылды. Төшөнсә таҙа ҡалһа – ниндәйҙер хилафлыҡтарға, аяҡ салыуҙарға олғашылмаһа – шәп: еләк еләккә ҡарап бешә.
– Сәмле кеше – мәлле кеше, тиеү дөрөҫмө?
– Дөрөҫтөр. Ҡалған эшкә ҡар яуғанын иҫтә тотоу был, ә бындай ҡарҙың, ғәҙәттә, иремәгәнен беләбеҙ.
– Сараһыҙлыҡ кешене ниндәй аҙымдарға этәрә?
– Бындай күренеш бар, сөнки әҙәм – ҙур буйһоноуҙа. Үҙе лә буйһондора, үҙенең алдында ла кәртәләр ҡалҡа. Шуның менән бергә былай тим: сараһыҙлығы ғына булһын, сығыу юлы табылыр.
– Сараһыҙлыҡҡа осрағанығыҙ бармы?
– Күп тапҡыр! Тормош үҙе шул сараһыҙлыҡтарҙан да тора бит – йәмғиәттә йәшәгәс, унан азат түгелһең. Яҙылған закондар, яҙылмаған әхлаҡи ҡанундар бар – һәр береһен үтәргә бурыслыһың. Күпселеген сараһыҙҙан башҡараһың. Матди хәлең хөрттә фатир йә автомобиль алырға тип кредитҡа сумаһың, был да – бүтән мөмкинлек булмағандан. Тәбиғәткә лә буйһонаһың – һыуыҡта күлдәксән йөрөп ҡара!
Икенсе белемем буйынса юрисмын – ҡанун хәрефе, рухы ныҡ һеңдерелгән миңә, ҡайһы бер нормаларҙы сараһыҙҙан үтәйем. Байтағы сара ҡалмағандан индерелгән дә – парламенттарҙан тормош үҙе шуны талап итә. Юғарыраҡ кимәлдәге сараһыҙлыҡтар ҙа була – ауырыу кеше янында, хатта көндәре һанаулы ҡалғанда ла, һәйбәтте һөйләнелә. Ҡатын-ҡыҙға йылы һүҙ ҡушыу ҙа нигеҙле булмай ҡуя.
– Нәзәкәт...
– Ғәрәптән алынған һүҙ бит инде был. Нескәлек, һомғоллоҡ, тыйнаҡлыҡтыр. Ҡатын-ҡыҙҙың шулай булыуы мине иҫ киткес ҡыуандыра, хисләндерә, күктәргә күтәрә.
Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.