Юлдыбай – республикала һәм Йылайыр районында иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Ул – Түңгәүер ырыуы башҡорттары ауылы, райондың көньяҡ-көнсығышында Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Ошо төбәк борон-борондан кешеләрҙе йәлеп иткән, быны археологик сығанаҡтар ҙа раҫлай.
Халыҡты йәлеп иткән төбәк
Тарих фәндәре кандидаты, Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов белдереүенсә, археолог М.Х. Садиҡова ауыл биләмәһендә табылған урта быуатҡа ҡараған ҡурған ҡәберлектәрен өйрәнә: "II Юлдыбай ҡурғандары. XIII-XIV быуаттар Юлдыбай ауылы, Йылайыр районы. Ике таш ҡурған ауылдың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Ҡурғандарҙың диаметры – 4,5 метр, бейеклеге – 20 – 25 сантиметр. Ике ҡурған да 1963 йылда тикшерелде. Уларҙа башын төньяҡҡа ҡаратып улаҡтарҙа ерләнгән ҡәберлектәр, быяла муйынсаҡтар, көмөш көҙгөләр, тимер бысаҡтар, тотҡалы суйын ҡуҙ мейесе һәм XIII-XIV быуатҡа ҡараған башҡа әйберҙәр табылды", – тип яҙа.
Н. А. Мәжитов фекеренсә, “Юлдыбай ҡурғандарында табылған ҡуҙ мейесе – Көньяҡ Уралда иң тәүҙә табылған суйын әйбер, ул XIV быуатҡа ҡарай. Был ҡурғандарҙағы ҡәберлектәрҙең ҡоролошо һәм ерләү ысулы Көньяҡ Уралға XIII-XIV быуаттарҙа Үҙәк һәм Көньяҡ Ҡаҙағстандан килгән күсмә ҡыпсаҡ ҡәбиләләре ҡурғандарыныҡына яҡын. Көньяҡ Уралдың ҡыпсаҡ ҡәбиләләре башҡорттар араһына күскәс, мөһим компонент булараҡ, башҡорт халҡы составына инә".
Профессор Ф. Ғ. Хисамитдинованың материалдарына ярашлы, Юлдыбай ауылы 1795 йылдан алып билдәле. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарих архивында был ауыл буйынса рәүиз әкиәттәре 1816 йылдан башлап һаҡланған. Билдәле булыуынса, Юлдыбай ауылы Түңгәүер улысы сотнигы Юлдыбай Бәкировтың исемен йөрөтә. Ул – 1773 – 1775 йылдарҙа Е. Пугачев һәм С. Юлаев етәкселегендәге ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡан. 1774 йылдың 22 майында Ноғай даруғаһының Үҫәргән улысы старшинаһы Һабыр Ҡотломбәков һәм шул уҡ даруғаның Бөрйән улысы старшиналары Төркмән Йәнсәйетов һәм Морат Абталов менән Уртаҙым ҡәлғәһен баҫып алыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың май-июнь айҙарында башҡа башҡорт командирҙары менән бергә подполковник И. Л. Тимашевтың отрядына ҡаршы алыша.
Ауылға Юлдыбайҙың нигеҙ һалыуы ла күп бәхәстәр тыуҙыра, әммә Йәрмөхәмәт Юлдыбаевтың тыуған йылынан сығып, Юлдыбай 1720 – 1730 йылдарҙа, ә уның атаһы Бәкир XVII быуат аҙағында йәки XVIII быуат башында тыуған, тип фаразлай тарихсылар. Нисек кенә булмаһын, Юлдыбай – бай тарихлы ауылдарҙың береһе. 2006 йылда уның данлы 800 йыллығы киң билдәләнә. Тантана ваҡытында Рус дәүләтенә ҡушылыу хөрмәтенә “Ете ырыу” һәйкәле асыла. Өфөлә тәүгеләрҙән булып Конгресс-холда юғары кимәлдә “Беҙ – юлдыбайҙар” тип аталған концерт программаһы ла онотолмаҫ хәтирә ҡалдыра. Концерт 2008 йылда ҙур аншлаг менән үтә, унда 180-дән ашыу кеше ҡатнаша.
Ҡасандыр Матрай районына ҡараған Юлдыбай ауылы – ошо төбәктең мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау үҙәге. Юлдыбай мәктәбенә күрше Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан да балалар килеп уҡый. Кластар һаны 10-12-гә барып етә. Юлдыбайҙа шулай уҡ балалар йорто урынлашҡан була, унда тәрбиәләнеүселәр ҙә ауылдағы мәктәпкә йөрөп уҡый.
Республикабыҙ өсөн бик күп талантлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән Юлдыбай ауылы талантлы шәхестәре менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Улар – яҙыусы Мөслим Әбсәләмов, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева, мәшһүр ҡурайсылар – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфҡәт Шәрипов, талантлы ҡурайсы Рөстәм Шәрипов, Айрат Ҡарасов, Ринат Нурисламов, Айгиз Ҡарасов, Иҙрис Таҡалов, Ләйсән Моталлапова, Ғәли Хәмзин һәм башҡа бик күптәр тап ошо бәрәкәтле ерҙә тәпәй баҫҡан.
Шуны ла әйтергә кәрәк, бөгөн республикала киң танылыу тапҡан “Һылыуҡай”, “Йәшлек-шоу”, Йәштәр һабантуйы һәм “Беҙ – үҙебеҙ юлдыбайҙар!” исемле саралар ҡасандыр тап Юлдыбай ауылында башланып, артабан республика кимәлендә үткәрелә башлай.
Күҙ төбәп барыр урын
Ауыл халҡы урындағы үҙидараға күҙ төбәп йәшәй. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙамға ышаныс бағлай... Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша. Ситтән ҡарағанда, еңел кеүек күренгән вазифа ифрат мәшәҡәтле, ауыр.
Хакимиәт башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевтең был вазифаға тәғәйенләнеүенә – өс йыл тирәһе. Үҙе лә ошо ауылда тыуып, Юлдыбай урта мәктәбенә етәкселек иткән, халыҡ менән ярайһы уҡ эш итә белгән, ауыл тормошон яҡындан күреп үҫкән Илнур Илшат улына ышаныс менән тапшырылған яуаплы эште башлап ебәреү ҡыйын булмай, шуға күрә эшмәкәрлектәре уң бара, халыҡ та йәш, дәртле хужанан ҡәнәғәт.
Юлдыбай ауыл биләмәһенә Юлдыбай, Бәләкәй Юлдыбай (Һынташ), Воскресенка (Вәскәр) ауылдары һәм Вознесенка утары инә. Биләмәлә бөтәһе 2 мең 86 кеше йәшәй, Юлдыбай ауылында 1 мең 870 кеше 522 хужалыҡта донъя көтә. Шуларҙың 353-ө – пенсия йәшендәгеләр, 742-һе – эшкә яраҡлы граждандар, ҡалғаны – балалар, уҡыусылар һәм студенттар.
Бөгөн ауылда ғаилә мәҙәниәт үҙәге, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, урта белем биреү мәктәбе, “Ләйсән” балалар баҡсаһы, ауыл дауалау амбулаторияһы, ике мәсет, баҙар, почта бүлексәһе, һаҡлыҡ банкыһы, дарыухана, кафе, Урал аръяғы агроинженерия колледжы, һигеҙ шәхси магазин бар. Ауыл эргәһенән Магнитогорск – Сибай – Сара автомобиль юлының үтеүе лә бында йәшәүселәр өсөн бик уңайлы. Шулай уҡ Өфө, Ырымбур яҡтарына ла юл йөрөү мәшәҡәт тыуҙырмай. Баймаҡ, Сибай ҡалаларына ла саң ҡундырмайҙар. Бер һүҙ менән әйткәндә, гөрләп торған ауылдарҙың береһе, ундағы халыҡ тулы ҡанлы тормошта йәшәй.
Етәкселек “ҡамытын” өс йылға яҡын тартҡан Илнур Илшат улы менән әңгәмәләшкәндә, шуны асыҡ тойорға мөмкин: етәксе үҙ эшенә етди ҡарай, ауылдың проблемаларын яҡшы белә, уны хәл итеү юлдарын барлай.
Ғөмүмән, биләмә башлығы – халыҡтың йәшәйеше өсөн яуап биргән етәксе. Ауылдың яҙмышы, урындағы халыҡтың көндәлек тормошондағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, уларҙың йәшәйешен яҡтыртыу, уңайлы шарттар булдырыу ҙа ауыл башлығы иңендә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: юлдыбайҙар, бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәре тәҡдим иткән проектты тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Тап ошо программа һөҙөмтәһендә ауыл дауалау амбулаторияһы эске яҡтан төҙөкләндерелгән, янғын һүндереү депоһы төҙөлгән, янғын һүндереү машинаһы һатып алынған, урамдар яҡтыртылған. Быйыл юлдыбайҙар хоккей майҙансығын төҙөү проектын тәҡдим иткән, уның хаҡы яҡынса 1 миллион 300 мең һум тирәһе. Әгәр ҙә проект яҡлау тапһа, ауыл халҡы кәрәкле аҡсаны йыйыу өсөн инициативалы төркөмдәр төҙөйәсәк. Ҡыш хоккей майҙансығы бигерәк тә кәрәк, ти ауыл биләмәһе башлығы.
– Һуңғы йылдарҙа кешеләр, шул иҫәптән ауыл халҡы ла сәләмәт тормошҡа, спорт менән шөғөлләнеүгә етди ҡарай. Беҙҙең ауылда “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексы бар, әммә ул ғына ауыл халҡының ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереп етмәй. Унда уҡыусылар һәм студенттар өсөн көндөҙ төрлө секциялар ойошторола, кисен иһә ауыл халҡына волейбол уйнарға, тренажерҙарҙа шөғөлләнергә килә. Ҡыш саңғы йөрөү, скандинавса атлау ҙа бик популяр, әммә боҙҙа хоккей уйнау теләге көслөрәк, шуға күрә нисек тә проектты яҡлап сығырға ине, – ти Илнур Ҡорбанғәлиев.
Әйткәндәй, күптән түгел генә "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Ғәлиән Ихсанов исемендәге күсмә кубокка төрлө спорт ярыштары үткән. Ярышҡа Юлдыбай, Матрай, Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ишмырҙа ауылдарынан ике быуын спорт һөйөүселәре йыйылған. Бындай спорт саралары даими үтеп тора.
Ауылда тормош ҡайнап тороуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең ауылдан ситкә китеүе күҙәтелә, ә ситтән Юлдыбай ауылына йәшәргә килеүселәр һаны арта. Аҡрынлап балалар тыуымы кәмей, ә был хәлдең туранан-тура балалар баҡсаһының һәм мәктәптең киләсәгенә ҙур йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа ауылда төпләнеүселәрҙең булыуы, үҙҙәренең шәхси эшен асып йә шәхси хужалығында күпләп мал, йылҡы, ҡош-ҡорт үрсетеүҙәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре, теген цехы асыуҙары хуплауға лайыҡ.
Ҡайһы бер йүнселдәр үҙ көсө менән бәлеш, бөйөрөк һәм тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һатыуға алып сыға, икенселәре иһә, ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, ярайһы уҡ аҡса эшләй. Шулай уҡ ауылда һәр аҙнаның бер көнөндә баҙар ойошторолоуы ла ауыл халҡына үҙ продукцияһын һатыу мөмкинлеген тыуҙыра. Әйткәндәй, ситтән килгән һатыусыларҙың тауарын арзаныраҡ хаҡҡа һатып алыу ҙа отошло.
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй, ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиевкә һәр саҡ терәк һәм күп эште атҡарып сығыуҙа Юлдыбай урта мәктәбе директоры Земфира Кинйәбаева, ветерандар советы рәйесе Рәшит Иҫәндәүләтов, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова, ғаилә һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Әмир Моталлапов, участка полиция хеҙмәткәре Фирғәт Сырлыбаев һәм башҡалар ярҙам һәм терәк булып тора. Бар башланғыстарҙы ла бергәләшеп-кәңәшләшеп эшләгәнгә күрә, һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы.
Әле ауыл биләмәһе башлығының иңендә – юлдарҙы һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, көндәр йылыныу менән Һаҡмар йылғаһының ташып китмәүен һәр саҡ күҙәтеү, берәҙәк эттәр, яҙ етеү менән ауыл көтөүен ойоштороу, төҙөкләндереү һәм башҡа бик күп проблемаларҙы хәл итеү хәстәре. Әйткәндәй, йәйҙең тәүге айында Юлдыбай ауылында тыуып үҫкәндәр өсөн ҙур сара – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы була. Был тәңгәлдә лә ойоштороу эштәре башланған, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, ауылды төҙөкләндереү һәм урамдарҙы матурлау, ауыл тарихын туплау, яңы мәғлүмәттәр йыйыу кеүек эштәргә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Ауыл биләмәһенең ҡырҡ эше, мең мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, көн буйы беҙҙе Илнур Илшат улы оҙатып йөрөнө, ауыл һәм уның уңған халҡы менән яҡындан таныштырҙы, шуға күрә уға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, киләсәктә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ышаныс бағлайбыҙ.
Киләсәк – балаларҙа!
“Ләйсән” балалар баҡсаһына дүрт төркөмдә 80-гә яҡын бала йөрөй. Коллективта бөтәһе 12 хеҙмәткәр эшләй. Балалар баҡсаһы мөдире Фәүриә Айытҡолованы осрата алмаһаҡ та, тәрбиәсе Зөһрә Аҡҡужина беҙҙе мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы менән таныштырҙы.
– Беҙҙә кескәйҙәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған, ата-әсәләр балаларын баҡсаға ҙур теләк менән алып килә. Төркөмдәргә бүлеп эшләйбеҙ, һәр төркөмдөң үҙ исеме һәм тәрбиә йүнәлештәре бар. “Йәйғор”, “Бал ҡорттары”, “Себештәр”, “Ҡояшҡай” тип аталған төркөмдәр булдырылған. Халыҡ ижады өлгөләренә таянып, бигерәк тә әкиәттәр аша тәнәйҙәргә тәрбиә бирергә тырышабыҙ, сөнки уларҙа һәр саҡ яҡшылыҡ, игелек, дуҫлыҡ кеүек матур сифаттар еңеп сыға. Халыҡ ижады өлгөләрен сәхнәләштерәбеҙ ҙә, кескәй артистарыбыҙ үҙҙәре лә спектаклдәр ҡуя, әкиәттәрҙе һөйләй, һүрәттәр төшөрә.
Төп йүнәлештәрҙең береһе – баланың телмәрен үҫтереүгә лә етди иғтибар бирелә, сөнки һуңғы ваҡытта күп ғаиләлә ҡыҙының йәки улының нисек һөйләшеүенә, уның телмәренә ата-әсәһе иғтибар бирмәй, бәләкәйҙән ҡулына телефон тоттороп, әкиәт ҡаратып ултыртып ҡуйыуҙы хуш күрә. Мәктәпкә барғас, балаһының телмәренең үҫешмәүен белеп, аптырап ҡала. Бында кем ғәйепле, әлбиттә, ата-әсәнең ғәйебе ҙур. Бигерәк тә мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәге балалар менән ошо йәһәттән маҡсатлы эш алып барыла, – тине Зөһрә Ғәйнулла ҡыҙы.
Шуныһы ҡыуандырҙы: хәҙер бәләкәй ауылдағы балалар баҡсаһында ла кескәйҙәрҙең йыш ҡына русса һөйләшеп йөрөүенә күнегеп барыла, ә бында балалар саф башҡортса рәхәтләнеп аралаша. Ҡыҙҙар хатта милли күлдәктәр кейеп алған. Тәрбиәселәре Нурия Буканова һәм Рәүилә Мозафарова менән Әсәйҙәр байрамына йыр әҙерләүҙәренә лә шаһит булдыҡ.
Көҙ еткәс,14 ҡыҙ һәм малай мәктәпкә белем алырға юл аласаҡ, уларҙың урынына иһә баҡсаға шунса кескәйҙең килеүе көтөлә.
Белем усағында
Бай тарихлы Юлдыбай урта мәктәбе ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зилә Абдуллина әйтеүенсә, педагогтар коллективында бөтәһе 27 кеше эшләй, уларҙың барыһы ла юғары белемле, коллективтағы хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 48.
Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән белем усағында 209 уҡыусы белем ала. Күрше Һынташ һәм Вәскәр ауылынан балаларҙы көн һайын мәктәп автобусында алып киләләр. 2019 йылдан алып мәғариф учреждениеһында “Үҫеш нөктәһе” эшләй.
Артабан мәктәп менән танышыуҙы дауам итеп, күңелле йыр ағылған кластың ишеген асабыҙ. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңнур Нурисламова уҡыусылары менән сираттағы сараға әҙерләнә икән. Беҙгә лә малайҙар бик матур йыр бүләк итте.
37 йылдан ашыу педагог стажы туплаған Миңнур Фәйзулла ҡыҙы, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында башлаған. 1986 йылда Юлдыбай ауылы егете Рәмил Әхмәтзәки улына кейәүгә сығып, йәштәр ошонда төпләнеп ҡала. Шул ваҡыттан алып яратҡан эшенә тоғро ҡалған хөрмәтле уҡытыусы ауылда абруй ҡаҙанған. Бөгөн ул 4-се класс балаларына белем бирә, уҡыусыларының һәр береһенә айырым ваҡыт табып, уларҙың һәләтен үҫтереү менән шөғөлләнә.
Барыһы ла спорт ярата
Юлдыбайҙағы “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексына күптәрҙең күҙҙәре ҡыҙа тиһәк, һис яңылышмаҫбыҙ. Ни тиһәң дә, ауыл ерендә тап ошондай комплекстың булыуы күп кенә район үҙәктәрендә йәшәгән кешеләрҙең әлегәсә хыялы булып ҡала. Бында дүрт тренер төрлө йүнәлештәге спорт секцияларын алып бара. Мәҫәлән, баскетбол буйынса тренер Ләйсән Ҡудашева өс төркөмдә эшләй. Бигерәк тә уның ҡатын-ҡыҙҙар баскетбол командаһы районда ғына түгел, төбәктә лә иң яҡшылар рәтендә.
Милли көрәш буйынса тренер, үҙе лә төбәктә келәм батыры булып танылған Ришат Аҡҡужинды районда барыһы ла яҡшы белә. Уның тәрбиәләнеүселәре район һабантуйҙарында һарыҡ менән генә бүләкләнеп ҡалмай, төрлө район, төбәк, зона, республика ярыштарында ла даими алдынғы урындар яулай.
Йомағужа ауылында тыуып үҫкән Ришат Ринат улы 6-сы кластан алып милли көрәш менән шөғөлләнә. Район һәм республика ярыштарында ҡатнаша, милли көрәш батыры тигән исемде йыл һайын лайыҡлы яҡлай, үҙенең дә көрәшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта. Тренеры Миңлеғәле Ҡолғалин өйрәткән һәр алымды, уның кәңәштәрен теүәл башҡара, көрәш үҙенсәлектәренә төшөнә. 11-се класта уҡыған сағында һабантуйҙа көрәшеп, үҙенең тәүге ҙур бүләге – һарыҡты алғас, мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә. Артабан әрме сафына барып, хәрби бурысын үтәй. 2003 йылда Юлдыбай урта мәктәбендә эш башлай һәм бер йылдан “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына милли көрәш буйынса тренер итеп эшкә саҡырыла. Ошо йылдар дауамында уның 30-ҙан ашыу тәрбиәләнеүсеһе төрлө район, республика, төбәк-ара ярыштарҙа еңеү яулаған. Бигерәк тә Айгиҙәр Йәрмөхәмәтов, Тимербулат Янбаев, Айназ Мөхәмәтрәхимов, Даян Жилиевҡа ҙур өмөт бағлай ул.
– Көрәшкә малайҙарҙы ғына алам, ҡыҙҙар ҙа теләк белдерә, әммә милли көрәш гүзәл заттар өсөн түгел. Берәүҙәр – үҙ теләге менән, икенселәрен ата-әсәһе алып килә. Милли көрәш секцияһына 4-се кластан алып йөрөйҙәр, күнекмәләрҙе төрлө төркөмдә алып барам. Тәүҙә уҡыусылар, артабан студенттар, ауыл йәштәре менән эшләйем, кисен иһә ауыл халҡы килә. Юлдыбайҙа элек-электән милли көрәш киң үҫешкән, һәр быуындың үҙ келәм батырҙары бар, шуға күрә ҡыҙыҡһыныусылар күп. Бәләкәйҙәр атайҙарынан күреп үҫә, атайҙары иһә олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итә. Милли көрәш менән шөғөлләнеүселәр бер-береһендә дуҫлыҡ, ихтирам, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй. Шулай уҡ көрәш – буласаҡ һалдаттар, ғөмүмән, ир-ат өсөн үҙ-үҙең һаҡлау ысулы ла. Спорт менән шөғөлләнеп, көрәште үҙ итеүселәр араһында күптәр артабан да сәләмәт тормошто үҙ итә, балаларына ла шуны өйрәтә, – ти тренер Ришат Ринат улы.
Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәгәндәй, стеналарҙа һәм кәштәләрҙә төрлө кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар урын алған.
Ауыл тормошона нур өҫтәп
2019 йылда “Мәҙәниәт” федераль маҡсатлы программа гранты ярҙамында Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, ул ғаилә мәҙәни үҙәге булараҡ сафҡа инә. Ауыл халҡы өсөн яңы шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырылған бинала бер нисә кабинет бар. Мәҫәлән, ата-әсәләр үҙҙәре спорт һәм мәҙәниәт сараларында ҡатнашырға йәки күнекмәләргә, түңәрәктәргә килә, ә балаларын махсус йыһазландырылған бүлмәлә ҡалдыра ала. Унда улар рәхәтләнеп һүрәт төшөрә, төрлө уйындар уйнай. Һаулыҡты нығытыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн спорт ҡоролмалары, төрлө тренажерҙар урынлашҡан бүлмәлә урындағы халыҡ һәр саҡ күп була, ти ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев.
Артабан мәҙәниәт һәм ял үҙәге етәксеһе Әмир Моталлаповтың бүлмәһенә үтәбеҙ. “Күп район хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлеге етәкселәре бындай хан һарайылай бүлмәлә ултырмай, һеҙ ҡайһылай бәхетлеһегеҙ”, – тип шаяртып алыуыбыҙға Әмир Имам улы, йылмайып: “Күптәр шулай ти”, – тип яуаплай.
Ысынлап та, Юлдыбай ауылындағы мәҙәниәт йорто үҙенең иркенлеге һәм күркәмлеге, тамаша залының хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек итеп эшләнеүе, төрлө кабинеттарҙың булыуы, уларҙың уңайлыҡтары, ошонда уҡ китапхананың урынлашыуы ла ауыл халҡы өсөн бигерәк тә ҡулай.
Юлдыбай – ысын мәғәнәһендә таланттарға бай ауыл, бында йыр-моң яратҡан, мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҙ иткән, халыҡ йолаларына тоғро ҡалған, рухи мираҫты йәш быуынға өйрәткән, үҙҙәре лә сәхнәлә һәр саҡ балҡып ижад иткән, дәртләнеп бейегән халыҡ йәшәй, шуға күрә концерт йәки ниндәйҙер мәҙәни сара үткәреү өсөн өй буйлап кеше йыймай, унда халыҡ үҙе теләп килә һәм төрлө түңәрәктәрҙә һәләттәрен арттыра. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт йортонда “Шоңҡар” халыҡ театры (етәксеһе – Фирҙәүес Сырлыбаева), “Аҡйондоҙ” халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле (етәксеһе – Фәнирә Мостафина), “Сатҡылар” өлгөлө балалар ансамбле, “Буранбай” балалар театры, “Һаҡмар” фольклор төркөмө (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сажиҙә Моталлапова), “Ҡәнифә юлы” халыҡ ҡул эштәре оҫталары клубы (етәксеһе – Рәмилә Айытҡолова) уңышлы эшләп килә.
Юлдыбайҙар быйыл “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында үҙҙәрен һынап ҡарай, “Шоңҡар” халыҡ театрына йөрөгән һәүәҫкәр артистар драматург Әминә Яхинаның “Ҡайырылмаһын, ҡанаттар!” спектаклен сәхнәгә әҙерләй, “Буранбай” балалар театры Сәрүәр Суринаның “Аҫыл йөрәк” исемле пьесаһын сәхнәләштерә. Әйткәндәй, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн сәхнә әҫәрҙәренең аҙ булыуын билдәләне һәм драматургтарҙан был тәңгәлдә лә эшләүен үтенде.
Коллективта туғыҙ кеше эшләй, уларҙың барыһы ла ауылдың мәҙәни усағын һүндермәй, халыҡты мәҙәни мөхиткә ылыҡтыра, күңелдәрендә матурлыҡ тойғоһо уята. Әммә проблемалар ҙа бар. Мәҫәлән, сәхнә костюмдарының булмауы, бигерәк тә балаларға сәхнә кейемдәренең тектерелмәүе бәкәлгә һуға, ти улар. Һәр бейеү өсөн сәхнә кейеме тектерелергә тейеш, әммә беҙ уларҙы йылдар дауамында ла көтөп ала алмайбыҙ, тиҙәр.
Ауылдан ҡайтырға сыҡҡанда, бер төркөм малайҙарҙың гөр килеп ҡар бәрешеп урамда уйнауына шаһит булдыҡ. Тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө, балалар рәхәтләнеп уйнай, ауыл йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Бай тарихлы, данлы һәм таланттарға бай Юлдыбай ауылының бөгөнгөһөнөң һәм киләсәгенең башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
Кәримә УСМАНОВА.
Йылайыр районы.