Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2022, 11:10

Тын алырға өйрәттең...

Исеме һулар һауама әйләнде.

multiurok.ru
Фото:multiurok.ru

Яҡын кешемдән иремдең икенсе ҡатынға әүрәп йөрөгәнен, бына ошо мәлдә йән киҫәгемдең теге ханымда ҡунаҡта булыуын ишеткәс, шаҡ ҡаттым. Тәнемде ялмап алған һалҡын уттан дерелдәп алдым да киттем. Шунан башым әйләнеп, күңелем болғанды. Үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанған иремде икенсе бисә ҡуйынында күҙ алдына килтереү менән ашҡаҙаным булған ғына ризығын уҡшытып “сығарҙы”.

Яттым һуҙылып. Ауыҙымды ас­һам, тағы ла ҡоҫоп ебәрермен тип, ирендәремде ҡымтып шымдым. Хәбәр килтергән кешем бүлмәмә ингәс кенә, яңғыҙ түгеллегем иҫемә төштө. Минең бөхөлләнгәнемде күргән һеңлекәшем: “Бер һинең генә ирең йөрөмәй ҙә инде, ҡалай килештерәсе! Бәлки, бөтә ирҙәрҙең дә һөйәркәләре бар икәнен белһәң, еңелерәк булыр, тим дә. Миңә үпкәләмә, йылдан ашыу күҙәтәм үҙеңде, иҫ китмәле аңраһың икән! Бар кеше белә, ә һин – юҡ! Йә, тыныслан”, – тине лә сығып китте. Хушлаша алмай ятып ҡалдым. Өйөмдә япа-яңғыҙмын. Башымдағы уйҙарҙан уйылып китмәһәм ине лә... Барыһы ла белә, тисе.... Ә мин? Ниңә ҡыбырлап та булмай ул? “Ыстағәфирулла, ирем вафат булһа, артынса үлермен ул”, – тигән уй мейемде телеп үтте йоҡо баҫа башлаған мәлдә.

Мәктәптән ҡайтҡан ҡыҙымды ашаттым да кире ауҙым. Был мәлдә мейемде береһенән-береһе зәһәрерәк, хәтәрерәк мең төрлө уй-ниәттәр быраулай ине. Тимәк, ул күрше ҡалала, һөйәркәһендә! Эштә, имеш! Барырға! Икәүһен дә тоторға! Уйнашсыларҙы фашлауымдан тантана итеп, шарҡылдап көлөргә, биттәренә төкөрөп, арттарына тибеп сығып китергә! Уф… Ю-ю-ю-юҡ, хәлдән килмәй улай мәсхәрәләнергә... Ай Аллам, ғәрлеге ни тора бит әле! Белмәгән-күрмәгән бисә булһа бер хәл. Тьфү, ике ирҙән айырылғанына бармаһа, башҡа кеше бөткәндер! Иртәгә “эштән” ҡайтырға тейеш. Ни йөҙө менән күренер икән?

Туҡта, ҡәйнәмә, әсәйемдәргә шылтыратайым, рисауай итәйем әле үҙен! Шуны ғына көткәндәй, әйберҙәрен төйнәп сығып китһә?! О-о-ой, нисек кенә күтәрер икән быны йөрәгем? Кемгә барырға, кемгә һөйләргә? Булмай! Үҙ даныңды үҙең һатырға өлгөрөрһөң, ә хәҙергә бер кем дә белмәҫкә тейеш! Ҡыуам, баҫтырам, ана бара юлы! Үҙе аңлатыр туғандарына, ә минең ғәйебем юҡ!

Аһ! Йөрәгем сәнсә, китсе, ир уйлап үлеп ятаһы түгел! Күкрәгем яна, ирендәр кибә... И-и-и, меҫкен, һыу ғына баҫырмы икән йөрә­гең­дәге утты? Ни эшләргә, ни ҡылырға һуң? Әҙәм алдында ҡайһылай оят, ире ташлап китте, тип көлөрҙәр инде... Ҡайһы ерем оҡшаманы икән, туғыҙ йыл бергә йәшәп? Нишләп өндәшмәй генә гонаһҡа батып йөрөй икән, йөҙөмдән көлөп... Үләм икән... Тын алыуҙары ла ҡыйын... Күкрәгем янып бара...

– Һыу, һыу...

– Балаҡайым, рәхмәт. Ю-ю-юҡ, бер нәмә лә булманы.

– Эйе, иртәгә ҡайта. Бешерәм. Ҙур бәлеш, әлбиттә. Иртәгә ҡайта бит, сабыр итәйек саҡ ҡына, йәме.

Уй, битһеҙ, балаһының өҙөлөп көткәненә төкөрөп тә бирмәй йөрөгән атай кәрәкме икән? Нисек ер йотмай үҙҙәрен... Ҡыуам. Йүнһеҙ кәнтәйҙән, даны әллә ҡасан сыҡҡан бисаранан ҡалған ирҙе нисек эргәмә һалырмын? Фу, ерәнгес... Мине яратҡан һымаҡ ҡыланамы икән унда? Бышылдаймы икән миңә генә әйткән һүҙҙәрен? Уҡшыта, башым ауырта, дарыу... Әллә күберәк эсергә лә йығылырға? Минһеҙ ҡалһа, ҡәҙеремде белер!

Аллаҡайым, тәүбә, тәүбә! Ни һөй­ләйем мин, ауыҙымдан ел алһын, әстәғәфирулла тәүбә! Балам, балам хаҡына кисер мине, яңы­лыш ысҡынды! Ни эшләргә? Ни эшләргә?.. Бәлеш тағы уға! Шулайтмай ней! Улай ҙа булмай, бала көтә бит. Бәлешен бешерермен, мун­саһын яғырмын, эт күңеле – бер һөйәк. Әммә инде ҡағыл­дырмам! Бармағы менән дә ҡағылмаясаҡ ул миңә, әҙәм аҡтығы! Һөйәркәһен наҙлар, туймаған нәмә!

Йә Алла... Үҙем һуң? Һағын­ма­ным­мы уны? Көтмәнемме? Яратманыммы ни?.. Яратмайыммы хә­ҙер иремде? Өҙөлә икән йөрәгем... Унһыҙ нисек йәшәрмен? Унан башҡа минең кемем бар? Булырмы? Кәрәкме? Юҡ. Миңә башҡа кемдер кәрәкмәй. Уның һымаҡ мине белгән кеше юҡ, булмаҫ та. Тимәк, ул мине яратмай хәҙер. Шуға... Ҡайһылайтып көлөргә булды минән яҙмыш, ә? Көтмәгән яҡтан килтереп һуҡты, ят инде хәҙер шаңҡыған балыҡтай. Ни эшләргә? Былай ғына ла ҡалдырып булмай... О-о, шуның сама ла уйҙарҙан нисек шартламай икән кеше тигәнең, ә?

Туҡта, туҡта... Ә ни өсөн мин уның менән һөйләшмәйенсә илаулап, теләһә нимә уйлап ятам әле? Яратышып өйләнештек, матур ғына йәшәй инек. Нилектән яңы­лышҡандыр? Минең бер ҙә генә ғәйебем юҡмы икән? Шулай уҡмы? Кем-кем, ул юҡтан ҡуба торған кеше түгел. Мин, үәт, исмаһам, дыуамал, телем ни һөйләгәнен ҡолағым ишетмәй китә ҡайһы саҡ. Тыныслан. Тын ал. Яуап бир, тик дөрөҫөн генә әйт – һиңә кәрәкме хыянат иткән ирең? Эх, кәрәк шул! Тағы кемде уны яратҡан һымаҡ һөйә алырһың икән? Бер кемде лә! Тимәк... Ҡайтыр. Аңлатыр.

Ана, таң да атты. Тор. Йыуын. Матур күлдәгеңде кей, бит-йөҙөңдө алландырып, керпектәреңә саҡ ҡына һөрмә тартып ебәр! Йылмай, көҙгөгә ҡара, үәт, беҙ ҙә нисауа! Бәлешеңде ҡуй! Яратмаһа – инәлеп тә ҡалдыра алмаҫһың, яратһа – ҡыуһаң да китмәҫ! Кем яңылышмай?..

Ана, яратҡан гөлләмәләреңде тотоп инеп тә килә. Йөрәгем алҡы­мымдан сыға икән! Әллә ул да ише­тә инде тибешен? Бөҙрә сәс­тәре, тигеҙ генә теҙелеп торған теш­тәрен күрһәтеп йылмайыуы, йылыҡай йомшаҡ устары, тәмле генә еҫе... Һағындым... Ҡапыл ғына уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңланым. Бының өсөн бары бер генә мәл, бер генә һөйләм, бер генә яңылышыу кәрәк булған икән! Булһын! Кемдеңдер ҡосағын татып, сит ҡатындың наҙҙарына иҫереп йөрөһә лә, ул минеке! Минеке! Минең йәрем, минең ирем, минең баламдың атаһы! Ул – тик минеке! Яратам, уны ғына һөйәм, уны ғына көтәм, ул тип йән атам, уны һағы­нам, ул тип зарығам, һарыларға һабышам...

Ишетәһегеҙме? Йоғонаһы бул­мағыҙ! Ул – минең йәнем, һулар һауам, тормошомдоң мәғәнәһе. Минекенә теймәгеҙ, барыбер бер ҡасан да, бер кемгә лә бирә торғаным юҡ, тигән уйҙар менән иремдең йылы ҡосағына сумдым.

Әлегә... “Иҫәр” ҡатын ролен уйнап алайым саҡ ҡына: “Ниҙәр һөй­ләрһең икән, йәнем? Тыңлайым. Үҙең аңлатаһыңмы? Аңлайым. Мин дә яратам. Мин дә һағындым. Ки­серәм. Ғәфү итәм мин һине, яратҡан, берҙән-бер ирем, баламдың атаһы!..”

Шул ваҡыттағы йоҡоһоҙ бер төн яҙмышымды 180 градусҡа үҙгәртте лә ҡуйҙы. Илшатымдың: “Үҙең ишетмәһәң, мин әйтә алмаҫ инем. Балдыҙға рәхмәт еткергәне өсөн. Ғәйеплемен. Кисер... Яратам!” – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, түгелеп иланым. Иремдең ирендәренең ҡайнарлығы, тәненең яҡынлығы, наҙлаған ҡулдары аҡылдан шаштыра яҙҙы. Ошоға тиклем тыйылып килгән хистәр быуаһы йырылдымы ни, йөрәгемдең бар наҙын тамсыһына тиклем иремә бирҙем. Төндәрҙең ни тиклем илаһи, сихри булыуын икебеҙ ҙә төшөндөк. Йән киҫәгемдең ҡуйынында бәләкәс кенә бала кеүек иркәләнеүем, уның һөйөү тулы ҡарашын күреүем, ирененең уятмаҫҡа тырышып ҡына ҡағылыуын тойоу бәхеттең етенсе ҡаты ине минең өсөн.

Тап шул йоҡоһоҙ төндән һуң минең телмәремдә Илшат исеме Илшатыма, йәнемә, һулар һауама әйләнде. Иремә йылы ҡарашымды, наҙлы һүҙҙәремде, ул яратҡан тәмле ризыҡтарҙы йәлләмәнем – ҡәҙерле кешемдең шатлығының сәбәпсеһе үҙем булыуыма ҡыуанып тик йөрөнөм. Кәйефем уға ҡағылып, уның тән йылыһын тойоуға бәйле булып китте. Саҡ ҡына күҙемдән юғалһа, ысынлап та, тыным тарыға башлар ине. Миңә барыбер ине: кеше бармы-юҡмы, ҡунаҡтамы, тыш­тамы, йорттамы – Илшатымды һыйпап, үбеп, уға һыйынып, һығып ҡосаҡламайынса янынан үтә алмай инем. Тегенең осҡон сәскән бәхетле ҡарашын тойоу ғына ла күктең етенсе ҡатына күтәрә ине. “Анау “кәнтәй” асты бит күҙемде, мин еҙнәңһеҙ йәшәй алмайым икән дә баһа”, – тип сер сискәнем булды һеңлемә. “Уй, яратаһың инде килештерергә”, – тип рәхәтләнеп көлдө уныһы ла.

Әммә... Ошо хәлдән һуң күңе­лемдә үҙем дә аңламаған ҡурҡыу тойғоһо оялап алды. Илшатым кү­ҙемдән осоп ҡына барҙы. Ҡайҙа ғына барам тиһә лә, ебәргем кил­мәй үҙен. Төрлөсә ялбарып, инәлеп тә ҡалдыра алмаһам, үҙенән айырыла алмай бер булам. Эшенән зарығып көтәм, үҙемдекенән дә ҡабаланып, бер магазинға ла һуғылмайынса, атлап түгел, хатта йүгереп ҡайтам.

Илшатым әйткән ваҡытында ҡайтып өлгөрмәһә, фантазиям бер-бер артлы әллә ниндәй ҡурҡыныс хәл-ваҡиғаларҙы барлай башлай, уны “юғалтыуҙан” йөрәгем ҡалты­рап, хәлем бөтә. Үҙемә урын таба алмай, сыҙамай, ҡапҡа тышында көтөр инем. Йырын яғынан килеп сыҡҡан иремде күреү менән, ҡаршыһына еләм: “Йәнем, һулар һауам бит һин минең!” – тип илап, ҡосағына ташланған саҡтарым да булды. “Иҫәркәй, бигерәк иркәләт­тем инде үҙеңде”, – тип сәстәрем­дән үбә-үбә көлөр ине. Ә шул минуттарҙа мейемде “оҙаҡҡа түгел, оҙаҡҡа түгел был” тигән ҡот осҡос уй быраулар ине.

Икенсе “баллы айыбыҙ” йылдан ашыу дауам итте. Аяҙ көндә атҡан йәшендәй булды иремдең сире тураһындағы яңылыҡ. Ваҡытында шылтыратмағас, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Йоҡоһоҙ, ашһыҙ, һыуһыҙ аҙна-ун көн үтте. Кемдән, нимә һорарға ла белмәйһең, билдәһеҙлектән дә ауыр нәмә юҡ икәненә төшөндөм. Иремдән килгән телеграмманы уҡығанда, бер мәлгә аңым томаланды. Шул секунд эсендә мин үҙемдең, ҡәнәферҙәр тотоп, ауыл зыяратына китеп барғанымды ап-асыҡ күрҙем.

Табиптар Илшатҡа инвалид мөһөрө һуғып, артабан йәшәр өсөн ныҡ ҡына һаҡланырға кәрәклеген әйтеп ҡайтарҙы. Минең ҡурҡыуым көсәйҙе генә түгел, сиктән ашты. Төндә түгел, көндөҙ ҙә йоҡлап ятҡан иремдең пульсын ҡапшап ҡарап, күкрәгенә башымды һалып, тын алышын тыңлайым. Дөп-дөп, дөп-дөп. “Тип-тип, тип-тип кенә”, – тип өнһөҙ бышылдар инем.

Борсолоуҙарымды йүгәнләргә тырышһам да, ҡылыҡтарым, кәйефем мине “һатыр” ине. Илшатыма күрһәтмәй генә иларға, тауыш-тынһыҙ доғалар уҡырға, һаулыҡ һорап, Аллаһы Тәғәләгә ялбарырға өйрәндем. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Һин минең һулар һауам, китмә минән, ҡалдырма мине. Тын ала алмай үлермен һинһеҙ, йәнем... Илшатым, мин һине теге бисәгә бирмәнем бит, үлемгә лә бирмәйем!” – тигән һүҙҙәр ысҡынды бер заман.

Ауыр һулағайны шул саҡта сабыр ирем: “Мин һине ныҡ яратам. Һин – мәңгелек мөхәббәтем. Бисә­кәйем, дөрөҫ аңла: мин һорап алманым был ауырыуҙы, бер ҙә былай килеп сығыр, тип уйлама­ғайным. Ситтәргә китәһем юҡ, һине ташлап, бәпесем, бында шиклә­нәһе лә булма. Әммә инвалид­лыҡты еңел сирлеләргә бирмәйҙәр шул. Әгәр ҙә... Ныҡ бул йәме. Һин көслөһөң, мин беләм. Бер бөртөк ҡыҙымдың барлығын онотма, зинһар. Ныҡ бул”. “Юҡ, юҡ!!! Үлмә. Китәһе булма. Ҡалдырма беҙҙе”. “Үлгем килмәй. Тыныслан, бөтәһе лә яҡшы булыр. Башҡаса был темаға ауыҙымды ла асмайым, үтенәм, һин дә телгеләмә йәнемде”.

...“Юбилейың, 35 йәшең менән, йәнем, һулар һауам минең”. Кил­тер­гән бер ҡосаҡ ҡәнәферҙәрем араһынан фоторәсемдәге Илшатым шат йылмайып миңә баҡҡан. Тын алырға өйрәтеп өлгөрҙөң, йәнем, рәхмәт...

 

Альмира ИСХАҠОВА.

 

Таулыҡай – Баймаҡ – Сибай – Өфө – Лос-Анджелес.

Читайте нас: