...Үткән йәйҙең йәмле бер көнөндә Йәнйегет ауылы эргәһендәге Улаҡ шишмәһенә байрамса кейенгән халыҡ ағылды. Ҡатын-ҡыҙҙар матур кейенеп, ағинәйҙәр сулпы, тәңкәләрен тағып, ир-егеттәр кемеһе ҡурай, кемеһе баян тотоп, тәбиғәткә юл тотто. Бала-саға ла шау-гөр килеп, олатай-өләсәйҙәренә эйәрҙе.
Был осрашыуҙы ойошторған Разия Хәйбулла ҡыҙы Баймөхәмәтова – һуғыш осоро балаһы. Дәһшәтле яу йылдары, биш-алты йәшлек ҡыҙ баланың йөрәгендә онотолмаҫлыҡ яра ҡалдырып, хәтерендә ғүмерлеккә уйылған. Үҙе иҫән саҡта ул һуғышта ятып ҡалғандарҙы бермә-бер теҙеп телгә алырға, шул осорҙа булып үткән хәл-ваҡиғаларҙы йәш быуынға һөйләп ҡалдырырға, яҡындағы ҡәберлектә кемдәр ятҡанын белгертергә теләп, ауылда ҡор йыйҙы. Был йыйында миңә лә булырға яҙҙы. Хәйер, Разия инәй үҙе кисергәндәрҙе миңә түкмәй-сәсмәй һөйләгәйне инде.
Боронғоса йәпрәйле күлдәк өҫтөнән йәтеш камзулын кейгән, ҙур яулығын яҙып ябынған инәй, хәтирәләрен һүтә-һүтә, шишмә янында килгән халыҡты көттө. Улаҡ шишмәһе уға бик ҡәҙерле, сөнки яҙмышына бәйләнгән. Атаһы Хәйбулла менән әсәһе Ғәйниямал, ете малайҙан һуң тыуған ҡыҙҙарына бағышлап, ошо шишмә янында ҡорбан салған, бөтә туғандарын йыйып, сабыйға исем ҡуштырған. Ҡартатаһы Баһауетдин Байназаров, ейәнсәренә бүләк итеп сәңгелдәгенә көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән селтәр һалған. Күпте күргән шишмә был! Кемдәр генә уның янынан үтмәгән дә кемдәр генә уның шифалы һыуын эсмәгән! Разия инәйҙең Иҫке Сибай ауылына килен булып төшөүенә лә бихисап йылдар үткән. Бер улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн улы Рафаэль – үҙенең эргәһендә, Гүзәл ҡыҙы Баймаҡта йәшәй.
Шишмә янына халыҡ ашыҡмай килә торҙо, ә Разия инәй үҙ башынан кисергәндәрҙе һүтә торҙо. Уның һөйләгәндәре, сылтырап аҡҡан шишмә тауышына ҡушылып, ҡолаҡта әле һаман яңғырап торғандай.
“1943 йылдың йәйе әле булһа күҙ алдымда: бер туған еҙнәм, ул ваҡытта колхоз рәйесе булып эшләгән Абдулла Рафиҡовты һәм бер нисә ир-егетте ауыл халҡы һуғышҡа оҙатты. Колхоздың өйөр айғыры Туратты, тағы бер нисә атты ла ҡуша алып киттеләр. Еҙнәм, иң тәүҙә улы Хисбулланы ҡыҫып ҡосаҡлап, таш ҡоймаға күтәреп ултыртты, унан һуң мине һәм кескәй Рәйзәне лә ҡоймаға күтәреп ултыртып, икебеҙҙең дә сәсебеҙҙән һыйпаны. Шунан теге ағайҙар менән арбаға ултырҙы, береһе гармун уйнап ебәрҙе, ат ҡуҙғалып китте. Беҙ, балалар, арттарынан төшөп йүгерҙек. Еҙнәм беҙгә әйләнеп ҡараны ла фуражкаһын болғаны. Бала ғына булһаҡ та, айырылышыуҙың ни тиклем ауыр булғанын аңланыҡ. Ауыл осондағы зыяратты үткәс, беҙгә ҡайтырға ҡуштылар. Һуғышҡа киткәндәр артынан күҙебеҙ талғансы ҡарап ҡалдыҡ, һуңынан ергә ултырып ҡысҡырып иларға тотондоҡ. Ауыл кешеләре беҙҙе саҡ тынысландырып, өйөбөҙгә алып ҡайтты. Зиһенебеҙгә һуғыш тигән төшөнсә бына ошолай килеп инде. Бала ғына аңы менән һуғыштың ҡот осҡос афәт икәнлегенә төшөндөк...”
Ә бөгөн шундай йәмле, бәхетле көн. Килгән һәр кеше, Разия инәй янында туҡталып, ихлас күрешә, шишмә тауышы ыңғайына гөбөр-гөбөр һөйләшә, көлөшә. Ирекһеҙҙән әлеге мәлде һуғыш осорондағы көндәр менән сағыштырҙым. Разия инәйҙең һөйләгәндәре эҙәрлекләне.
“Ауылда аслыҡ, яланғаслыҡ көслө булды, бала-саға иңенә ауыр эш ятты. 10 йәшлек баланан алып ауылда булған һәр кеше колхоз эшенә сыҡты. Йәйгеһен бесән әҙерләнеләр, көҙөн ашлыҡ йыйҙылар, ҡышын колхоздың һыйыр малын, һуғышҡа китмәй ҡалған аттарҙы, колхоздың һарыҡ-кәзәһен ҡаранылар. Һаман күҙ алдымда, төндәрен ултырып, ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға ойоҡбаш, бейәләй бәйләне, инәйҙәр киндерҙән тула һуғып, сылғау әҙерләне. Йәй көнө тәмәке һалырға янсыҡ эшләрҙәр ине. Киптерелгән ҡорот, эремсек, талҡан, ҡурмас ҡурып һалдылар. Ошо күстәнәстәрҙе ауылдан киткән һалдаттар артынан ебәрҙеләр. Бер-бер артлы яуҙа һәләк булғандарҙың “ҡара ҡағыҙы” килде. Ауылда ҡайғы-хәсрәт артты, ауырыуҙар күбәйҙе. Йәшәүе, көн итеүе ныҡ ауырлашты...”
Уйҙарымдан арынырға теләп, тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Алдымда – ожмахҡа тиң тәбиғәт ҡосағы! Ҡаҙанда ит бешә, самауырҙар борҡолдап ҡайнай. Разия инәйҙең: “Һуғыш осорондағы аслыҡты телгә алыуы ла ҡурҡыныс. Ҡара яҙҙың рашҡы ваҡытында бер ҡатын, ике балаһын эйәртеп, беҙҙең ауылға килеп еткән ерҙә йән биргәндәр... Ризыҡ эҙләп килгән булғандарҙыр инде”, – тигәне ҡолаҡта сыңлай.
Ошо йыйында Разия инәй һөйләгән Айһылыу апай менән дә танышырға яҙҙы.
“Һуғыш ваҡытында тирә-яҡта тик үлем генә ине. Дүрт йыл эсендә ауылда тыуым булманы. Өйҙәрҙә сабый тауышы онотолдо. Кешеләрҙең күңелен ҡара һөрөм баҫты. Халыҡ балаға һыуһағайны, һыуһаған ғына түгел, сарсағайны. Ниһайәт, 1945 йылдың көҙөндә “Дәүләтбәй ағайҙың өйөндә Хәбирә еңгәй балаға ауырыған” тигән һүҙ ишетелде. Был төндә ауылдың бер кешеһе лә йоҡламаны, хатта беҙ ҙә, балалар ҙа. Шәме булған кеше шәм яғып, булмағандары ҡаҙан аҫтына ут алып, доғалар уҡып, тыуыр баланы көттө. Ай тулған төн ине ул, хатта урам яп-яҡты ине.
Шул ғәжәйеп төндә донъябыҙға ҡот бүләк итеп ҡыҙ бала тыуҙы. Бәпесте күрергә тип ауылыбыҙ кешеләре генә түгел, хатта тирә-яҡтан да кеше күп килде. Бөтә ауыл менән яңы тыуған балаға Айһылыу тип исем ҡуштылар.
Айһылыу, ысынлап та, ауылдың ҡото булды. Бәләкәс кенә ҡыҙсыҡты ағайҙары урамға алып сыҡҡанын көтөп йөрөйбөҙ, сығыу менән йүгерешеп эргәләренә барабыҙ ҙа уны күтәрергә тип сиратҡа баҫабыҙ. Бәләкәсебеҙ ҡулға тиҙ өйрәнде, кем булһа ла баланы күтәреп алып йөрөр ине. Икенсе йәйҙә “Айһылыу атланы!” тигән хәбәр таралды. Ун айы ла тулмаған ҡыҙ тыпыр-тыпыр атлап китте. Уның тәпәй баҫыуын ҡарап тороуы үҙе ҙур кинәнес ине! Көндөҙ муйыл күҙебеҙ йоҡлаған була, уның уянғанын көтөп, тышта ултырабыҙ. Бына ағаһы күтәреп алып сыға, ергә баҫтыра һәм ауылыбыҙҙың ҡото йүгереп китә. Беҙ артынан эйәрәбеҙ. Ул ҡолаһа, беҙ ҙә ҡолаған булабыҙ. Урам тулы йәшел хәтфә үлән, йомшаҡ ҡына бәпкә үләне күпереп сыҡҡан, уның араһында көмөш өлпө лә бар, ул шундай йомшаҡ. Беҙ бәләкәсебеҙҙе өлпө өҫтөнә ултыртабыҙ ҙа бармаҡтарын һыйпайбыҙ, табаны менән битебеҙҙе иркәләйбеҙ. Ошо шундай ҙур кинәнес бирә торғайны.
Ер-әсә үҙе лә беҙгә ҡушылып ҡыуана кеүек тойолдо беҙгә. Күк йөҙө шундай тыныс, күк кенә төҫтә, һабантурғай бер туҡтауһыҙ һайрай. Офоҡта йым-йым итеп монар уйнай, ә ерҙә ҡуян үрте ергә тулҡын-тулҡын булып һибелә.
Һуғыш ваҡытында бомбалар шартлап гөрһөлдәүҙән, яугирҙәрҙең үле кәүҙәләре ергә ауыуҙан, тылдағы кешеләрҙең аслыҡтан шешенеп үлеүенән Ер-әсә лә арыған булғандыр, моғайын. Бик оҙайлы ҡайғыларҙан һуң бөтә кеше бәләкәй генә ҡыуанысҡа ла шундай талсыҡҡан ине. Һәр кем ошо ҡыҙ балаҡайҙы күреп ҡыуанды, йыуанды. Ауыл эргәһенән ат менән үтеп барыусылар ҙа, аттарынан төшөп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡыҙ баланы күреп китер ине. Ҡыҙсығыбыҙҙы тотоп тупылдатып арҡаһынан һөйгөләре килә, ә беҙ уны бирмәйбеҙ, ҡыҙғанабыҙ. Баланы сит кешегә күрһәтеүҙән ҡурсалайбыҙ, күҙ тейеүҙән һаҡлайбыҙ. Мин йән-фарман йүгереп өйгә барып инәм дә, ҡаҙан аҫтындағы ҡоромдо усыма һөртөп, кире йүгерәм. Айһылыуҙың маңлайына ҡоромдо һөртөп кенә ҡалмайым, хатта һылап ҡуям. Сабыйҙы күҙ ҡараһылай күреп һаҡланыҡ. Ул беҙҙең ҙур шатлығыбыҙ, ауылыбыҙҙың ҡото булды. Бына ошолай булды һуғыштан һуң тәүге баланың тыуыуы...”
Йәнйегет ауылында тыуған Айһылыу Дәүләтбай ҡыҙы Ҡарасоваға хәҙер 77 йәш. Осрашыуға килгәндәр араһында уның бер туған ағаһы Рәфҡәт Ишбирҙин дә бар ине, ул 1938 йылғы.
Дәүләтбай менән Хәбирә Ишбирҙиндәр алты балаға ғүмер бүләк иткән. Геройҙарымдың яҙмышы тураһында тәфсирләп яҙыу кәрәк тә түгелдер. Совет осоронда көн иткән, хәләл көсөн түгеп, ауыл хужалығын күтәргән, ҡара таңдан тороп, колхоз-совхоз эшенә егелгән, ил ҡаҙнаһын байытҡан, тормоштоң бар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, ил шатлығы менән йәшәгән, күпте күргән оло быуын кешеләре улар. Хәҙерге көндә бала-сағаһы өсөн өҙөлөп, ейән-ейәнсәрҙәренә әүрәп, ҡартлыҡ көндәрен кисерәләр.
Улаҡ шимәһе буйында йыйылып, Разия инәйҙең тарих булып ҡалған хәтирәләрен тыңлап, үткәндәрҙе онотмаҫҡа кәрәклегенә инанып ултырҙы был көндә кешеләр. Был сара үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә уртаҡ булған халыҡтың хәтерендә оҙаҡҡа ҡалыр.
Разия инәй ниәт иткән сараны үткәреүгә ауыл китапханасыһы Гөлсөм Нух ҡыҙы Мусина ҙур тырышлыҡ һалған. Йәнйегет ауылында тыуып үҫеп, ошо ауылда ғүмер иткән Хәмиҙә Ғизетдин ҡыҙы Ҡоланбаева ла ҙур ярҙам күрһәткән. Тормош иптәше Фаил Исрафил улы менән бергәләп ауыл тормошон алға этәргән, шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙар улар. Ике улы ла ошо хужалыҡта эшләй, улар ата-әсәһенең ҙур терәге. Бөгөн улар – ауылдың тотҡаһы, тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ.
Йәйге йәмле осрашыу онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырып, оҙон ҡыштың һалҡын көндәрендә яҡты бер нур булып күңелдәрҙе яҡтыртып торҙо.
Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА.
Баймаҡ районы.