Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2022, 20:00

Медиатармаҡта ниҙәр бар?

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҙур коллегияға йыйылды. 

Медиатармаҡта ниҙәр бар?
Медиатармаҡта ниҙәр бар?

Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының коллегияһы уҙҙы. Унда агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев, тармаҡтың төп предприятиелары – “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостан “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре ҡатнашты. Шулай уҡ ултырышҡа Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Динара Ихсанова һәм “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Александр Секнин килде.

Республиканың ҡала һәм райондарындағы баҫмалар етәкселәре коллегияға онлайн тәртибендә ҡушылды. Уның эшендә тармаҡ өсөн мөһим мәсьәләләр ҡаралды, мәҫәлән, хәҙерге медиабаҙарҙың төп тенденциялары, тармаҡты үҙгәртеп ҡороу, баҫма продукцияны һәм интернет-мөхитте үҫтереү, яңы шарттарға яраҡлашыу һәм башҡалар.

Максим Ульчев үткән йылға йомғаҡ яһаны.

– Тармаҡтағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе – республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән “Медиайын”. Форум йомғаҡтары буйынса һанлы медиамәктәп булдырылды, журналистар әҙерләү буйынса Башҡорт дәүләт университетында маҡсатлы уҡытыу өсөн өҫтәмә бюджет урындары бүленде (2022 йылға – 15 урын), заманса медиапроекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар буйынса аҡса күсте, – тине ул. – Йыл дауамында беҙ тышҡы фронтта әүҙем эшләнек, республика брендын үҫтерҙек, эске баҙарҙа эшләнек, мәғлүмәт сәйәсәтен, халҡыбыҙ өсөн көнүҙәк яңылыҡтарҙы күрһәттек. Һөҙөмтәле эшләү өсөн предприятиеларҙың бөтә инфраструктураһын һаҡлау һәм нығытыу мөһим булды.

Агентлыҡ етәксеһе белдереүенсә, мәғлүмәт оперативлығы өсөн “Башинформ” сайтында рус һәм башҡорт телендә берҙәм административ панель булдырылды, бөтә дәүләт киң мәғлүмәт саралары өсөн технологик яҡтан яңы сайт эшләй башланы. Һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: яҙылыусылар һаны өс тапҡырға артҡан.   

– Өсөнсө йыл беҙ тулы “хәрби” мәғлүмәт әҙерлеге режимында эшләйбеҙ. Хәҙер, көнбайыш санкцияларының көсәйеүе һәм иҡтисади көрсөк шарттарында, төп бурысыбыҙ – халыҡты мөһим мәғлүмәт менән төп тәьмин итеүсе булараҡ, киң мәғлүмәт сараларының туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеү.

2021 йыл медиатармаҡ өсөн күп яҡлап уңышлы булды. Бик күп күрһәткестәр буйынса алдынғы урындар биләйбеҙ. Мәҫәлән, милли проекттарҙы яҡтыртыу йәһәтенән – бишенсе, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса – өсөнсө, “Эшҡыуарлыҡ” милли проектын яҡтыртыу йәһәтенән – беренсе, “Экспорт” милли проекты буйынса – икенсе урын һәм башҡалар.

Былтыр Башҡортостанда донъя, ил кимәлендәге ҙур саралар булды. Улар араһында Фольклориада, “Ворлдскиллс” милли чемпионаты финалы, көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында донъя чепионаты һәм башҡалар бар. Был сараларҙың бөтәһен дә лайыҡлы яҡтыртып, республиканы Рәсәйҙә, сит илдәрҙә киңерәк танытыуға өлгәштек.

Заман саҡырыуҙары шундай – интернет, социаль селтәрҙәрһеҙ эш бармай. Халыҡ ҡайҙа - матбуғат саралары ла шунда. Ошо нигеҙҙә һуңғы йылдарҙа был майҙансыҡтарҙа уҡыусыларҙы арттырыу эше киң алып барыла. Ҙур уңыштар бар. Һәр баҫма, телеканал, радионың үҙ төркөмдәре булдырылған, уларҙа тормош ҡайнай. Уҡыусылар һаны ла бермә-бер арта. Киләһе йылға ла ошо күрһәткестәрҙе һаҡларға һәм арттырырға бурыс ҡуйылды.

Баҫма матбуғат та үҙ аудиторияһы өсөн мәғлүмәт йөрөтөүсе булып ҡала. 2022 йылда гәзиттәрҙең дөйөм тиражы 296,12 мең дана тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 98 процент. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының баҫмалар төркөмө бөгөн төбәктең киң мәғлүмәт саралары рейтингында 4-се урынды биләй. Социаль селтәрҙә яҙылыусылар һаны өс тапҡырға артҡан (2020 - 721734, 2021 - 1855172). Бер йыл эсендә 10-ға яҡын район баҫмаһы аудитория ҡеүәтен арттыра алған, уларҙың "Бәйләнештә”ге төркөмөндә - урындағы халыҡтың 50 проценттан ашыуы. Был – Яңауыл, Ейәнсура, Күгәрсен райондарындағы һәм башҡа редакциялар. Муниципалитеттарҙа шәхси пабликтар араһындағы иң көслө конкуренттарҙы уҙып киткән бер нисә редакция бар. Улар - Благовар, Краснокама, Мәсетле райондарыныҡы.

Артабан коллегия медиа өлкәһе алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү форматында дауам итте. Дөйөм алғанда, яңы трендтарҙы иҫәпкә алып аудиторияны арттырыу бурысы торҙо һәм ул үтәлде. Заманса медиаҡулланыу яңы һөнәри саҡырыуҙар булдыра, журналистар уҡыусыларҙың, яҙылыусыларҙың, тамашасыларҙың, радиотыңлаусыларҙың мәнфәғәттәре күҙлегенән сығып эшләй. Шул уҡ ваҡытта республика киң мәғлүмәт саралары телде, милли, мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлай, хәҙерге сәйәси ысынбарлыҡта халыҡ өсөн объектив һәм төплө мәғлүмәт сығанағы булып ҡала.

Фото: Валерий Шахов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: