Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 16:49

“Буш хәбәр һөйләүгә ваҡытымды әрәм итмәҫкә булдым...”

apsychologies.ru
Фото:apsychologies.ru

Өләсәйемә ваҡыт табып, йышыраҡ барырға, күңелен күрергә тырышам. Яңғыҙлыҡтан эсе бошалыр кеүек. Уның эргәһенә хәл белешергә килгән кешеләр һирәгәйҙе шул. Күршеһендә йәшәгән Мәхүбә һәм Әсмә исемле әхирәттәре лә гүр эйәһе булғас, өләсәйем үҙ эсенә бикләнеп, кеше менән аралашмаҫ булды. Яҡындарыңды юғалтыу ҡайғыһы көслө кешеләрҙе лә аяҡтан йыға, ә һикһәнде ҡыуған өлкәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ инде.

Был килгәнемдә өләсәйем менән иркенләп, яйлап сәй эсеп алғандан һуң күңелебеҙҙе рәхәт­ләнеп бушаттыҡ, мәле еткән бул­ғандыр, күрәһең. Ул да асылып китте, дыуамал йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

– Эй, ҡыҙым, йәш саҡта матур ҙа, йылғыр ҙа, уңған да булаһың. Минең тиктормаҫ, аралашыусан холҡомдо белгән ата-әсәйем “был “ут бөрсәһе” өйгә йоҡманы инде” тип, һуҡранып та ала торғайны. Әхирәттәрем быуа быуырлыҡ, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ, бүлешеп серҙәребеҙ бөтөрлөк түгел. Тик яйлап уларҙың ҡайһы берҙәре “иләктән иләнеп”, аҡрынлап юғала барҙы, – тип ауыр һулап ҡуйҙы өләсәйем.

– Ҡалаға уҡырға йә эшкә киткәндәрҙер...

– Тәү тапҡыр әхирәттәремдең һирәгәйә башлағанын олатайыңа кейәүгә сығып, һинең әсәйеңде ҡулыма алғас, ныҡ тойҙом. Хатта бер табаҡтан тигәндәй ашап йөрө­гән иң яҡшы дуҫым Әнисә: “Камилә, үпкәләмә, һин бит хәҙер ней уйын­ға, ней аулаҡҡа йөрөй алмайһың. Һинең менән егеттәр тураһында ла элеккесә һөйләшеп булмай. Ә һинең бәпесеңде нисек биләүең, иреңә нисек ярарға тырышыуың миңә һис кенә лә ҡыҙыҡ түгел”, – тип асыҡтан-асыҡ белдергәс, бик ауыр ҡабул иткәйнем. Шул саҡта мин тәү тапҡыр ысын дуҫлыҡтың нисек булырға тейешлеге тура­һында уйлана башланым. Ә бит Әнисә менән ғүмеребеҙ ахырынаса бергә дуҫ булырға һүҙ ҡуйыш­ҡайныҡ, килеп сыҡманы.

– Өләсәй, һинең институтта уҡығанда әхирәттәрең менән ҡосаҡ­лашып төшкән фотоларың ифрат күп, ҡайһылары менән булһа ла аралашаһыңдыр?

– Кейәүгә иртәрәк сығыуым байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, һис кенә лә үкенмәйем. Һәр ғаи­ләләге кеүек, олатайың менән һүҙгә килгән, бер-беребеҙҙе аңлап етмә­гән мәлдәр булғыланы. Шул мәл­дәрҙең береһендә көн һайын тигәндәй хәл белешергә йүгереп килгән яҡын әхирәтемдең ыша­нысһыҙ булып сығыуы шаҡ ҡа­тырҙы. Баҡһаң, йән дуҫым институт йылдарында иремә мөкиббән ғашиҡ булып йөрөгән, минең өсөн ауыр мәлде үҙ файҙаһына ҡулланмаҡсы булған... Хоҙайға шөкөр, олатайың менән аңлаштыҡ, килештек, тормошобоҙҙо боҙорға ирек бирмәнек, уның мине ярат­ҡа­нын ғүмер буйы тойоп йәшәнем... – тип, өләсәйем ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөрткөләне. – Ҡыҙым, шуны аңла, йәш үтеү менән һинең аралашыу даирәң дә тарая башлай. Буш һүҙ һөйләү, ләстит һатыу, бәхәс ҡороу, ниндәйҙер этлек, хөсөтлөк ҡороу тураһында уйҙар башҡа ла инеп сыҡмай. Тыныс күңел менән йәшәге килә. Бәлки, минең ошо һиллекте боҙоуы мөмкин булған ҡайһы берәүҙәр менән арала­шыуҙы сикләргә кәрәктер, тигән уйҙар ҙа башыма килгеләне. Шуға күрә буш хәбәрҙәре менән ваҡы­тымды алған таныш-тоношҡа үҙем башлап шылтыратмай, ҡунаҡҡа саҡырмай башланым. Теге яҡтан да тынлыҡ һиҙелә. Күңелдә рәхәтлек тоям, тынғыһыҙлаған кеше юҡ.

– Яңғыҙлыҡ ҡурҡытмаймы һуң, өләсәй?

– Мин быны һис тә яңғыҙлыҡ тип атай алмайым. Ни өсөн минең артымда юҡ-бар хәбәр һөйләп, тормошома бары ыҙғыш, әрләш, бәхәс индерергә тырышҡандарҙы һыйын­дырырға тейешмен? Үҙ яныма бары иң яҡын, һинең кеүек ышаныслы, ихлас кешеләрҙе генә туплағанмын, – тип йылмайып, ҡулдарын яурыныма һалды өләсә­йем.– Кешеләр тормош, ваҡыт менән һынау үтә. Уларҙың бары­һын да дуҫ тип һанап, йыш ҡына хаталанабыҙ. Һинең менән йылдар артылыштарын, ауырлыҡтарын бергә үткән һәм ауыр мәлдә ярҙам ҡулын һуҙғандарҙы ғына ысын дуҫ тип атап булалыр. Мөнәсәбәт ҡорғанда бөтәһе лә йөрәктән сыҡһын һәм йөрәккә барып етерлек булһын. Ҡыҙым, аралашҡан кешең күңелеңә ятмаһа, уға ваҡытыңды әрәм итмә, мин быны оҙайлы тормош тәжрибәмдән сығып әйтәм.

 Өләсәйемә тормош һабаҡтары өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтле булһам да, был аҡылды ғәмәлгә ашырыу, “бойҙайҙы кәбәгенән” айырырға өйрәнеү өсөн әллә күпме ваҡыт талап ителеүен, хаталы аҙымдар яһаласағын да яҡшы аңлайым.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: