Ҡолош ауылы иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Сылтырап ағып ятҡан Шәгәр йылғаһы, күктәргә олғашҡан Алтын-түбә, Олобаш, Ҡара тәкә тауҙары ауылға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә.
Ҙур булмаған тораҡта бөгөн 162 кеше йәшәй. Йәштәр башлыса Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, район үҙәгенә йөрөп көс түгеүселәр ҙә байтаҡ. Халыҡ күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, мул йәшәргә тырыша. Ауылда фельдшер-акушер пункты, клуб, китапхана бар. Мәктәп юҡ, башланғыс кластар – күрше Ҡотой ауылына, өлкәнерәктәр Ураҙға йөрөп белем ала.
Ҡолоштар биләмә, район күләмендә ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ағинәйҙәр һәм ветерандар ойошмалары һөҙөмтәле эшләй. Быйыл улар “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты.
Ҡолоштоң төп байлығы, әлбиттә, уның егәрле, берҙәм, һәр ерҙә лә әүҙем халҡы. Шундайҙарҙың береһе – Хәҙис Сафиуллин. Үҙенең ихатаһында музей асып, йәнтөйәгенең тарихын өйрәнеүгә, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һала ир уҙаманы.
Хәҙис Ғибәҙулла улы һигеҙ балалы ябай ауыл ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы ғүмере буйы малсылыҡта эшләй, ат тәрбиәләгәндә бәләгә осрап, бер аяҡһыҙ ҡала. Шуға күрә хужалыҡтағы ауыр көс талап итә торған эштәр дүрт малайҙың иңенә ята. Ҡыҙҙар әсәләренең йортта алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары була. Ғөмүмән, ғаиләлә һәр кем бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә.
Ауылдағы башланғыс мәктәптән һуң, Хәҙис күрше Ҡотой мәктәбенә йөрөп, һигеҙ класты тамамлай. Көн һайын биш-алты саҡрым араны саф һауала йәйәүләп үтеү үҫмерҙе физик яҡтан сыныҡтырып ҡына ҡалмай, тыуған яҡ тәбиғәтенә лә ғашиҡ итә. Ауыл тирәһендәге һәр ағас, һәр шишмә, һәр таш уға таныш булып, атай-олатайҙарҙың үткәнен һөйләгән кеүек тойола. Тап шул ваҡыттан башлана ла инде уның тыуған яҡ тарихы менән “ауырыуы”.
Мәктәпте тамамлағас, Хәҙис колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңғараҡ механизаторҙар курсын үтеп, комбайнсы булып китә. Рафиҡ ауылы һылыуы Фәүзиә менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Колхоз йәштәргә бәләкәй генә бура эшләп бирә, шуны күтәреп, йортло булалар. Тиҫтә йылға яҡын комбайнсы булыу дәүерендә Хәҙис Сафиуллиндың “диңгеҙ карабын” гел “йондоҙҙар” биҙәй. Аҙаҡ малсы булып эшкә урынлаша. Ҡайҙа ғына булһа ла, Хәҙис Ғибәҙулла улы тырышып, намыҫлы хеҙмәт итә, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, донъялар үҙгәргәс тә, Сафиуллиндар юғалып ҡалмай. Заманға бирешмәй, ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көтәләр, өр-яңынан йорт һалып инәләр. Әммә төп ҡомары – тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын ташламай ир уҙаманы. Йыйған һәр экспонатты ул тирә-яҡ ауылдарҙың музейҙарына тапшырып бара.
Бер ваҡыт ауыл зыяратында сәйер тамғалар менән яҙылған ташҡа иғтибар итә ул. Эҙләнә торғас, рун тамғаларын өйрәнгән ғалим менән дә таныша. Ташҡа “177-се һижри йыл” тип яҙылғаны асыҡлана, тимәк, Ҡолош ауылына кәмендә 1221 йыл тип иҫәпләп сығара улар.
Ғөмүмән, ҡолоштар ата-бабалары тарихына ҙур хөрмәт менән ҡарай. Бергә йыйылып кәңәшләшкәс, ошо урында обелиск та урынлаштыралар, ә былтыр зыярат эргәһендә 1921 йылғы аслыҡтан һәләк булғандарға таҡтаташ ҡуялар.
Шәхси музей асыу уйы Хәҙис Ғибәҙулла улына бынан тиҫтә йыл элек килә. Ғүмере буйы ауыл китапханаһында эшләп, хаҡлы ялған сыҡҡан ҡатыны Фәүзиә Муса ҡыҙы ла иренең теләген хуплап ҡына ҡалмай, уның башланғысында беренсе кәңәшсегә һәм ярҙамсыһына әйләнә.
Иҫке йорттарын йүнәтеп, кәштәләр урынлаштырып, музейға яраҡлаштырып ала Сафиуллиндар. Был хәбәрҙе ишетеп, ауылдаштары боронғо әйберҙәрҙе, көнкүреш кәрәк-ярағын килтерә башлай. Музей тиҙ арала экспонаттар менән тулыландырыла һәм уның тураһында хәбәр тирә-яҡҡа тарала.
Бөгөн бында ике меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Боронғо өй кәрәк-ярағы бик күп: күмер үтеге, тирмән, йөн иләү ҡоролмаһы, һауыт-һабаның күплегенән күҙҙәр ҡамаша. Бөгөнгө көнкүрештән сыҡҡан ҡайһы бер әйберҙәрҙе хатта олораҡ быуын да ҡайҙа һәм нимә өсөн ҡулланылғанын тиҙ генә иҫенә төшөрә алмаҫ. Ә Хәҙис Ғибәҙулла улы һәр экспонат тураһында тулы мәғлүмәт бирә, улай ғына ла түгел, һәр әйбергә уның атамаһы һәм ҡасан, кем тарафынан музейға тапшырылғаны тураһында яҙыу ҙа беркетелгән.
Йорттоң бер мөйөшөндә башҡорт тирмәһе йыһазландырылған, унда балаҫтар түшәлгән урындыҡ өҫтөндә милли кейемдә башҡорт ҡатындары еҙ самауырҙан “сәй эсә”, стеналарға сигелгән таҫтамалдар, ҡул эштәре эленгән. Ситтәрәк төбәктә сыҡҡан файҙалы ҡаҙылмалар коллекцияһы, башҡорт музыка ҡоралдары, боронғо аяҡ кейемдәре, сабата һәм башҡалар ҡуйылған.
Советтар осорона ла бер урын бүленгән. Пионер галстуктары, значоктар, байраҡтар, Ленин һыны, барабан, торбалар, күптәрҙе шул йылдарға алып ҡайтып, һағыш тойғоһо уятыр.
Дингә арналған мөйөштә төрлө дини атрибуттар урын алған, бик боронғо Ҡөрьән-Кәрим китабы ла бар. Зәйнулла Рәсүлевтең шәкерте Мөхәммәт исемле мулланың “ишан таяҡтары” ла һаҡлана музейҙа. Музей хужаһы һәр экспонат тураһында оҙаҡ итеп һөйләй ала.
– Бына был ҡул тирмәне, уны беҙҙең ауылда йәшәгән Махиян бабай Рәхмәтуллин заказы буйынса һуғыш осоронда Белорет районының Мәхмүт ауылы оҫтаһы эшләгән. Заказ әҙер булғас, Махиян бабай уны 18 саҡрым юл үтеп, йәйәүләп күтәреп алып ҡайта. Ҡайтып етә лә өҙлөгөп йығыла һәм бер ай түшәктә ята. Әммә үкенмәй, тирмән хужаһына уның менән файҙаланғандары өсөн бер ус он менән түләгәндәр бит, – тип экспонаттар тарихы менән таныштырыуын дауам итә эҙәрмән.
Музейҙа сит илдәрҙән килеп эләккән әйберҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, иероглифтар менән сыймаҡланған Ҡытай балтаһына ике быуаттан ашыу, тип билдәләгән музейҙы ҡарарға килгән Өфө ғалимдары. Һиндостан вазаһының да бик боронғо икәнен асыҡлағандар. Әйткәндәй, музейҙың экспонаттарға бай булыуына ғәжәпләнеп ҡайта улар.
Ҡолош ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында утыҙ кеше ҡатнаша, уларҙың яртыһы ғына тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта. Музейҙа шул шанлы йылдарға бер стенд бағышланған, һәр яугирҙең фотоһы, улар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Еңеү көнөндә сыҡҡан “Правда” гәзитенең бер һаны ла һаҡланған.
Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн ҡолоштар тылда ла фиҙакәрлек күрһәтә. Һуғыш йылдарында ауылда саңғы эшләү цехы асыла. Урындағы оҫталар уҫаҡтан саңғылар эшләп, фронтҡа оҙата. Уларҙың бер пары һәм таҡта ярыу яйланмаһы бөгөнгә тиклем һаҡланған.
Төрлө йылдарҙа әрме хеҙмәте үткән, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һалдат бурысын намыҫ менән үтәгән Ҡолош, эргә-тирәләге ауылдарҙың ир-егеттәре тураһында ла мәғлүмәт бар музейҙа. Йәш быуын күңелендә илһөйәрлек, үҙ тамырҙарың менән ғорурлыҡ уятыр өсөн уларҙың әһәмиәте һанап бөткөһөҙ ҙур.
Музейҙа хәҙерге заман өсөн дә урын бүленгән.
– Һәр үткән көн тарихҡа яҙыла, шуға күрә ҡала-район, ауыл кимәлендә булған мөһим хәл-ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөп, теркәп барырға тырышам, – ти Хәҙис Ғибәҙулла улы.
Учалыла уҙғарылған “Мәргән уҡсы” республика бәйгеһе, район һабантуйы, ауылда уҙғарылған саралар тураһында стендтар ҙа бар бында. Эҙәрмән район һәм республика гәзиттәренең һәр һанын йыйып бара, урындағы яҙыусыларҙың яңы сыҡҡан китаптарын ҡәҙерләп һаҡлай.
Республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына барған сәйәхәттәренән фотолар ҙа бар. Әйткәндәй, Хәҙис Сәфиуллин тыуған яҡ тәбиғәтен яҡшы белә. Таныш-белештәрен ул үҙе Ирәмәлгә оҙатып алып бара, ҡыҙыҡһыныусыларға Учалы урмандарында табылып, бөгөнгә тиклем сер йомғағы булып ҡалған башҡорт пирамидаларына сәйәхәт ойоштора, хатта уларҙың картаһын да эшләп ҡуйған. Үҙ ғүмерендә өс йөҙ тирәһе ағас ултыртҡан ир уҙаман балаларында ла тыуған ергә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән, ейән-ейәнсәрҙәрен дә шуға өйрәтә.
Хәҙис Сафиуллин музейға экскурсияға килеүселәрҙең исем-фамилияларын теркәп барырға ғәҙәтләнгән. Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Силәбе, Төмән өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, хатта Үзбәкстандан, Германиянан, Төркиәнән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән дә килеп, халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар булған.
Музей, ысынлап та, бик бай һәм мауыҡтырғыс. Хәҙис Ғибәҙулла улы уны ниндәйҙер дан йәки аҡса табыр өсөн түгел, ә тыуған төйәгенең ысын патриоты булараҡ, йөрәк ҡушыуы буйынса ойошторған. Был бәләкәй генә йортта халҡыбыҙҙың тотош тарихы һаҡлана, тиһәк тә хата булмаҫ.
Римма СОЛТАНОВА