Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 11:36

“Аҙғынлыҡ башына етте...”

“Өйгә сир алып ҡайтып, ҡыҙыма йоҡтороуы бар”

pixabay.com
Фото:pixabay.com

Массаж, дауахана, концерт кеүек ерҙәргә барһаң, мотлаҡ берәй белешеңде осратаһың йәки яңы кешеләр менән танышаһың. Мин дә бер шәп апайға массажға йөрөйөм. Уға һәр саҡ сират. Был юлы барғанда 50 йәш тирәһендәге ҡатын менән таныштым. Исемен Фәтиха тип алайыҡ. Һүҙҙән һүҙ сығып, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тураһында һөйләшеп киттек. Был ханымдың яҙмышы ябайҙан булмаған, халыҡ әйтмешләй, ирҙән дә уңмаған. Республиканың бер районында вазифалы урында эшләгән, әле Мәскәүгә вахтаға йөрөй.

Төп һөйләшеү уртаҡ танышыбыҙҙың иренән айырылып йөрөгән ҡыҙына барып тоташты. Йәш ҡыҙ кейәүгә иртә сыҡҡан. Уның тормош иптәше эшләй, былтыр ипотекаға бер бүлмәле фатир алғандар, өс йәшлек матур ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Барыһы ла ал да гөл кеүек, әммә ире ситкә йөрөй икән. Бер ҡатын менән генә сыуалмай, интернет селтәрендә төрлө енси хеҙмәттәр тәҡдим иткән фәхишәләр менән мауыға.

Әлбиттә, “ҡыҙҙың ҡыҙыу ҡарар ҡабул итеп, айы­рылышырға ашығыуын хупламайым” тим һүҙ аралаш. Әммә уның әсәһе лә: “Айырылһын, ул бит фәхишәләргә йөрөй, өйгә сир алып ҡайтып, ҡыҙыма йоҡтороуы бар, шунан ҡурҡам”, – тип ҡыҙын айырыу яғында тора.

Фәтиха апай иһә ошондай хәлгә бәйле үҙ яҙмышында булған хәл-ваҡиға менән уртаҡлашты. Уның беренсе ире үлеп киткән. Яңғыҙ йөрөй торғас, икенсе кешене осрата. Ул яҡшы эш хаҡы түләнгән компанияла водитель булып эшләгән, вахтаға йөрөгән.

– Теле телгә йоҡмай ине, шулай уҡ бик йөрөмтәл булды. Вахтанан ҡайтҡас та, ҡатындар менән сыуала ине. Берҙе әхирәтем менән тотҡас, айырылырға ҡарар иттем, үҙем дә унан йыраҡ булырға теләп, вахтаға эшкә юлландым. Шулай итеп, беҙҙең арала ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре бөттө: һирәк осрашабыҙ һәм мин уның менән түшәк уртаҡлашмайым. Хәҙер иһә мәлендә араларҙы өҙөүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Шул саҡта барыһына ла күҙ йомһам, бөгөн бында ултырмаған булыр инем.

Теге ир, вахтаһынан ҡайтҡас, дауаханаға барып ятты. Шул мәлдә бер шәфҡәт туташы менән енси бәйләнешкә ингән. Бер аҙҙан теге ҡатындың ВИЧ-инфекция йоҡтороуы билдәле була. Әлбиттә, бындай осраҡта сирленең кем менән енси бәйләнешкә ингәнен асыҡлайҙар. Ул сирҙе минең ир “бүләк иткән” булып сыҡты. Мин дә анализ тап­шырҙым. Аллаға шөкөр, таҙа булып сыҡтым. Алдан әйте­үемсә, уның хыянатын белгәс,  үҙемә яҡын­лат­маным, Хоҙай үҙе аралағандыр, тим. Шулай итеп, ирҙең аҙғынлығы үҙенең башына етте, сөнки күп тә үтмәне, үлеп ҡалды, – тип үҙ башынан үткәндәрен һөйләне.

Ошо булған хәл аҙғын тормош алып барған, теләһә кем менән енси бәйләнешкә ингәндәрҙе уйға һалһын ине. Ысынлап та, ВИЧ-инфекция йоҡторғандар, СПИД менән ауырығандар ифрат күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәкерле сир ауылдарҙа ла таралған. Бөгөн ирекле тормош алып барған йәштәргә аңлатырға кәрәк, аҙғынлыҡтың ике осо була...

Мәғлүм булыуынса, былтыр республикала ВИЧ-инфекцияға (кешенең иммунитетын ҡаҡшатҡан вирус) 972 996 кеше тикшерелгән.  Анализ тапшырыу­сы­ларҙың 1975-е ыңғай һөҙөмтә биргән. “Был унан алдағы йылға ҡарағанда 902 осраҡҡа күп”, – тип белдерҙе СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.

Уның һүҙҙәренсә, ВИЧ-инфекция барлыҡ райондарҙа ла, ҡалаларҙа ла теркәлгән. Бөтәһе 37800 ауырыу осрағы асыҡланған. Әлбиттә, был күрһәткес Рәсәйҙәгенә һәм Волга буйы федераль округындағыға ҡарағанда түбәнерәк, әммә тынысланырға сәбәп түгел. 

– Республикала ВИЧ-инфекция ныҡ таралған биләмәләр – Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама ҡалалары, Мәләүез, Благовещен, Ишембай, Белорет, Иглин, Көйөргәҙе, Ҡалтасы, Бөрө, Әбйәлил райондары, – тине Рафаэль Яппаров.

Башҡортостанда ВИЧ-инфекция бер аҙ “ҡартайған”, йәғни былтыр вирус 31 – 50 йәшлектәр араһында күп асыҡланған. Йышыраҡ ир-егеттәр ауырый – былтыр 58,2 процент булған. Сир күпселек енси юл аша тарала, икенсе урында – наркотик матдәләр ҡулланыу һәм ауырлы әсәнән балаға күсеү осраҡтары.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас: