Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының граждандар эше буйынса бүлеге начальнигы Рәмил Баһауетдинов 35 йыл хәрби комиссариатта эшләй, шул иҫәптән 23 йыл хәрби комиссар булған.
Рәмил Мөхәмәт улы 1955 йылда Кушнаренко районының Талбаҙы ауылында тыуған. Кушнаренко урта мәктәбен тамамлағас, Өфө дәүләт авиация техник институтына уҡырға инә. Унда хәрби кафедраны ла тамамлай. Юғары уҡыу йорто дипломын алғас, ғаилә ҡора һәм тормош иптәше менән армияға китә. Ул саҡта авиация институтын тамамлаған һәм хәрби кафедрала әҙерлек үткән егеттәрҙең өстән ике өлөшө армияла хеҙмәт итте. Әрменән ҡайтҡас, заводҡа эшкә урынлаша. Унда Рәмил Мөхәмәт улын комсомол секретары итеп һайлайҙар.
– Рәмил Мөхәмәт улы, хәрби комиссариат хеҙмәткәре булып китеүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?
– Ул ваҡытта хәрби комиссариатҡа комсомолда эшләгән кешеләрҙе йыялар ине. Ике йыл заводта эшләгәндән һуң, 1982 йылда тәҡдим буйынса шунда эшкә урынлаштым. Быйыл хәрби комиссариатҡа эшкә килеүемә 40 йыл тула, шуның 35 йылын ошо хеҙмәттә үткәрҙем, ә биш йылы тәнәфес булды.
Минең яҙмыш шул саҡтағы бөтә егет-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек ябай. Тормоштағы төп ҡаҙаныштарым комсомолға бәйле. Комсомол эше кеше менән аралашырға, яҙырға, һөйләргә, ғөмүмән, бөтә нәмәгә өйрәтте. Өфө ҡалаһының Киров районында комсомол ойошмаһында эшләнем.
– Ҡайһы райондарҙа эшләргә тура килде?
– Бер мәл Хәйбулла районы хәрби комиссары ярҙамсыһы вазифаһын тәҡдим иттеләр. Партия ҡушҡас, ризалаштым. Әммә Совет районы хәрби комиссариатында ҡалдырҙылар. Ике йыл эшләгәс, Илеш районына хәрби комиссар итеп ебәрҙеләр. Шулай итеп, 29 йәштән 52 йәшкә тиклем Илеш, Туймазы, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе райондарының хәрби комиссары булдым. 2007 йылдан үҙемде ауыл хужалығы өлкәһенә бағышлап, Әлшәй һәм Дәүләкән райондарында эшләнем. Әммә биш йылдан һуң, 2012 йылда, кире хәрби комиссариатҡа саҡырҙылар.
Эшемде бик яратып башҡарҙым. Һөнәремде яратмаһам, оҙаҡ йылдар бер өлкәлә эшләп булмаҫ та ине. Минеке кеүек яҙмышлы кешеләр беҙҙең арала күп.
– Һеҙ эшләгән йылдарҙағы үҙгәрештәр шауҡымы хәрби комиссариат эшенә йоғонто яһанымы?
– Хәрби комиссариаттар эше 1918 йылдың 8 апрелендә башланған һәм бөтә дәүләт ойошмалары менән сағыштырып ҡараһаң, үҙенең исемен дә, эшен дә үҙгәртмәне. Инде быуаттан ашыу бер төрлө эш менән булышабыҙ: хәрби хеҙмәткә саҡырыу, кешеләрҙең һәм техниканың иҫәбен алып барыу, уларҙы мобилизацияға әҙерләү. Сержант булған ир-егеттәрҙе – 50 йәшкә, офицерҙарҙы 55 йәшкә тиклем мобилизацияға әҙерләйбеҙ. Хәрби комиссариаттың төп вазифаһы үҙгәрешһеҙ ҡалды, һәм бөгөн дә уларҙың эше уғата мөһим, ҙур.
– Бөгөн егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә ҡарашы нисек?
– Беҙҙең Башҡортостанда элек-электән бик лайыҡлы, илде яратҡан егеттәр хәрби хеҙмәткә бара. Йәштәребеҙҙең күбеһе ҙур дәрәжәгә өлгәшә. Улар хеҙмәт иткән частарҙан беҙгә, ата-әсәһенә маҡтау хаттары килеп тора.
Бөгөн армияға ул тиклем күп кеше саҡырылмай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң дәүләтебеҙ армияһы биш миллионға яҡын кешенән торһа, хәҙер бер миллиондан саҡ ҡына күберәк. Шулай уҡ демографик процестар ҙа үҙгәрештәр индермәй ҡалмай.
Һуңғы йылдарҙа патриотик тәрбиә эшен тергеҙергә тырышабыҙ. Республикабыҙҙа “Авангард” илһөйәрлек клубы асыласаҡ. Унда инде хәрби хеҙмәткә бөтөнләй икенсе төрлө итеп әҙерләйәсәкбеҙ. Илде һөйгән егеттәр барыбер күберәк, беҙҙең халыҡ Тыуған илен ихлас ярата.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә хәрбиҙәргә иғтибар ныҡ артты. Матди яҡтан тәьмин итеүгә, торлаҡ мәсьәләһенә иғтибар ҙур, шуға ла хәҙер хеҙмәт итеү абруйлы. Йәш егеттәр ҙә армияға теләп китә.
– Ҡайҙа әрмегә саҡырылыш ойошҡан рәүештә үтә?
– Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, райондарҙа быға халыҡ яуаплыраҡ ҡарай.
Рәсәй Конституцияһының 59-сы статьяһына ярашлы, хәрби хеҙмәт – беҙҙә маҡтаулы вазифа. Шуны егеттәр онотмаһын ине. Беренсенән, армия – ҙур тормош мәктәбе, уны мотлаҡ үтергә кәрәк. Икенсенән, көнкүрешкә яраҡлаштыра: үҙеңде ҡарап, хәстәрләп, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәтә ул. Коллективта аралашыу тәжрибәһен дә бирә. Өсөнсөнән, үҙеңдең биографияңа матур итеп шул хәрби хеҙмәт юлын яҙҙың икән, ул һине ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк.
Армияла хеҙмәт итер өсөн бары түҙемлек һәм эште яратыу талап ителә. Эшен яратҡан кешене бөтәһе лә хөрмәт итә. Егеттәргә шуны әйтер инем: хәрби хеҙмәттән шөрләп, ялған һөйләп йөрөгән кешеләргә ышанмаҫҡа кәрәк. Әрмегә ихлас барһаң, тырыш кешеләр бурысты бик еңел башҡара. Армияға мәктәптә үк әҙерләнергә кәрәк, егеттәрҙең һаулығына ла ныҡлы иғтибар итеү мөһим. Бөгөнгө армияла белемле белгестәр талап ителә, унда ике меңдән ашыу һөнәр бар. Егеттәребеҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип оҙатып ҡалабыҙ һәм ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Ҡайҙа хеҙмәт итһәләр ҙә, имен-һау булһындар!
– Рәмил Мөхәмәт улы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.