“Ике бүлмәле фатирҙың өстән бер өлөшө миңә мираҫ буйынса ҡалды һәм уны рәсмиләштерҙем. Атай-әсәйебеҙҙән ҡалған торлаҡтың өстән ике өлөшө – ағайымдыҡы. Мин был торлаҡта йәшәмәһәм дә, үҙ өлөшөм өсөн түләргә тейешменме?
З. Фәйзиев.
Өфө ҡалаһы”.
– Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән бәйле һорауҙар Рәсәй Торлаҡ кодексының 153-сө, 154-се статьялары, шулай уҡ Рәсәй Юғары суды Пленумының 2017 йылдың 27 июнендә ҡабул ителгән 22-се “Граждандарҙың күп фатирлы йортта социаль яллау йәки уларҙың милке хоҡуғында булған торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса ҡайһы бер бәхәстәрҙе ҡарау тураһында”ғы ҡарары менән көйләнә.
Закондарға ярашлы, торлаҡты ҡарау – милексе иңендә. Уның менән бергә торлаҡта теркәлгәндәр һәм йәшәгәндәр ҙә яуаплы.
Шулай итеп, милек хоҡуғы булған кеше түбәндәгеләр өсөн яуап бирә:
l торлаҡты һәм дөйөм йорт милкен ҡарау;
l капиталь ремонт;
l нормативтар буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн (әгәр ул рәсми рәүештә торлаҡта теркәлһә).
Үҙ-ара дәғүәләр булмаһын өсөн түләүҙәрҙе бүлеү буйынса килешеү төҙөргә мөмкин.
Айһылыу НИЗАМОВА