Күптән түгел Сибайҙа үткән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы ҡаланың ғына түгел, ә тотош Урал аръяғы райондарының гүзәл заттарын бер майҙанға йыйҙы. Ул “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды. Сараның яңы асылған Сибай филармонияһында үтеүе лә уның мәртәбәһен арттырҙы.
Нисек бәхетле булырға?
Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙен уңайлы мөхиттә тойоу, иғтибар һәм йылылыҡ менән солғаныу, һәләттәрен, тәбиғи асылын асыу, матурлыҡ һәм нәзәкәтлек серҙәренә төшөнөү, ғаиләлә үҙеңде нисек тотоу, етәксе иреңдең ышаныслы терәге булыу өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк кеүек сетерекле һорауҙарға белгестәрҙән яуап, кәңәш алыу мөмкинлеге биргән “бәхет биләмәһе”ндә был юлы бөтәһе 14 тематик майҙансыҡ эшләне. Уларҙың һәр береһендә гүзәл затҡа нисек бәхетле булыу сере сиселде, төрлө психолог кәңәштәре бирелде, нисек кейенергә, биҙәнергә, макияж яһау, прическа эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, күҙҙең яуын алыр күргәҙмәләрҙә һәр кем үҙ зауығына ҡарап төрлө таштарҙан эшләнгән биҙәүестәрҙән алып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас милли кейемдәр һәм этник аксессуарҙар, һатып алыу мөмкинлектәре тыуҙырылды.
Сарала “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе”нең проект авторы, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, “БлагоДать” хәйриә фонды президенты Лариса Назарова, Рәсәй йырсыһы, продюсер Виктория Макарская һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында ойошторолған был форумдың 21-се туҡталыш урыны итеп Сибай ҡалаһы юҡҡа һайланмаған. Сибай күптән инде Урал аръяғы райондарының баш ҡалаһына әйләнгән, төбәктең рухи, мәғариф, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау үҙәге булып тора. Сибай ҡалаһында яңыраҡ өр-яңы заман талаптарына яуап биргән клиник-диагностикалау йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылыуы ла был һүҙҙәргә ҡеүәт кенә өҫтәй.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы сиктәрендә, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан Рәсәй халҡының милли аш-һыуына арналған “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо.
– Хөрмәтле Сибай ҡалаһы, Урал аръяғы халҡы! Һеҙҙе ысын күңелдән сәләмләйем! Мине проекттың авторы булараҡ таныштырһалар ҙа, ысынында, ул бик күп абруйлы ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән булдырылды. Проект табиптарына, спикерҙарға, психологтарға, алыҫ араны яҡынайтып Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә төп урынды биләй. Ғаиләлә бөтә нәмә уға бәйле. Үҙегеҙ теләгән мөхит булдырып, шунда бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйем! – тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы асыҡ академия авторы Каринэ Владимировна.
Бәхет – һәр кемдең йөрәгендә
Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның эргә-тирәһендәгеләр ҙә, ғаиләһе лә бәхетле. Бәхет күп яҡлы һәм аңлайышһыҙ, әммә ул һәр беребеҙҙең күңелендә, йөрәгендә булыуына инанды сарала ҡатнашҡан гүзәл заттар. Ысынында, ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыу өсөн күп кәрәкме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү маҡсатында бер нисә майҙансыҡҡа юл алдыҡ.
“Ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе”ндә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге һәм тышҡы ҡиәфәте, матурлыҡ серҙәре менән табип-косметолог, терапевт Гүзәл Гәрәева, косметолог-эстетист Лиана Сафина “Йөҙ, кәүҙә, тән” темаһын күтәрһә, “Ҡатын-ҡыҙ магнетизмы көсө” тураһында педагог-психолог Инга Айытҡолова бәйән итте. Психолог Юлиә Хәкимова “Нисек ресурста ҡалырға һәм хәҙерге заман реалийҙарында юғалып ҡалмаҫҡа” тигән темаға бик матур психолог кәңәштәрен еткерҙе. Рәсәй социаль селтәрҙәренең үҙенсәлеге менән медиа эксперт, копирайтинг курсы авторы Ольга Маловица таныштырһа, “Рәсәй терәге” Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Николаева “Үҙ эшең – бәхет биләмәң. Ҡатын-ҡыҙ уңышы бар деталдәрҙә. Әсәлек менән эшҡыуарлыҡты нисек комфортлы алып барыу” темаһын яҡтыртты.
Һәр ҡатын-ҡыҙ матур булырға, зауыҡлы кейенергә һәм мода менән йәнәш атларға тырыша. Бигерәк тә яҙ еткәс, гүзәл заттарҙы быйылғы йылда ниндәй төҫ, трендтар өҫтөнлөк итеүе ҡыҙыҡһындыра. Был тәңгәлдә уларға стилист Юлия Чувилина яҙғы гардероб тураһында һөйләне һәм, бер нисә модалы, һәр кем ҡуллана алырлыҡ алымдар тәҡдим итте.
– Зауыҡлы, ҡупшы һәм стилле кейенеү, күптәр уйлағанса, ҙур аҡсалар талап итмәй. Һәм шул уҡ ваҡытта ул ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә ҡарамай, 18 йәшлектәр араһында ла килешһеҙ кейемдәр кейгән ҡыҙҙарҙы осратырға мөмкин булһа, етмеш йәшлек ханымдар араһында ла зауыҡлы һәм стилле кейенеп, күптәрҙә һоҡланыу уятҡан ҡатын-ҡыҙҙар бар. Иң мөһиме – кейемең кәүҙәңә килешле һәм йөҙөңдө асырға тейеш. Икенсенән, кейем-һалым – ул һинең инвестицияң. Әгәр инвестицияны дөрөҫ һала белә икәнһең, ул һинең тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, эшеңдә уңыштарға өлгәшергә, ғаиләңдең ныҡлы булыуына ярҙам итәсәк. Модалы кейемдәр артынан ҡыуырға кәрәкмәй, ә уларҙан илһам алыу, кәйефеңде күтәреү мотлаҡ. Зауыҡлы гардероб ябай ҙа, уңайлы ла булырға тейеш, – тине стилист Юлия Чувилина.
“Ҡатын-ҡыҙ абруйы” биләмәһендә бер юлы өс спикер – нейропсихолог, нейробиолог, психотерапевт Руслан Сәйфуллин, табип-анестезиолог-реаниматолог Марина Латушкова, финанс һәм һалымдар буйынса консультант Эльмира Ҡадирова психологик һәм физик сәләмәтлек тураһында диалог ойошторҙо.
Гүзәл заттың үҙ сәләмәтлеге өсөн битараф булмауы шатландырҙы. Һаулыҡ биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡаланан килгән белгестәргә күренеп ҡалырға, кәңәштәр алырға тырышты. Был көндө республика табиптары 144 өлкәнде, 156 баланы ҡабул итте, 335 кеше диагностик тикшереү һәм экспресс-тест үтте. Бигерәк тә тар йүнәлештәге табиптарға, атап әйткәндә, онколог – маммолог, гематолог, эпилиптолог, ревматолог, эндокринологка күренергә теләүселәр күп булды. Берекмәлә белгестәр ҡабул итеүҙе башлар алдынан “Сәләмәт йылмайыу биләмәһе” сиктәрендә Сибай коррекция мәктәбенә барҙы. Унда аҡ халатлылар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәленә тарыған 98 баланы ҡарап, шуларҙың 49-ын дауаланы.
Бер көн эсендә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы, “NGC” клиникаһы белгестәре йөҙәрләгән кешегә сәләмәт һәм бәхетле тормошҡа табан алға аҙым яһарға ярҙам итте.
“Урал аръяғының йомшаҡ көсө” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәйриәлек фонды һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерҙе. Был проект ҡатын-ҡыҙ, ғаилә, йәмәғәт именлеге хаҡына яуаплылыҡты алға ҡуя. Һөйләшеү барышында Урал аръяғы ҡала һәм райондары ҡатын-ҡыҙҙарының инициатива һәм проекттарына ярҙам итеү өсөн майҙансыҡтар булдырыу, үҙ-ара бәйләнеште һәм коммуникацияны яҡшыртыу тураһында барҙы. Сараның махсус ҡунағы – йырсы, актриса, продюсер Виктория Николаевна Макарская ла түңәрәк өҫтәлдә эшлекле тәҡдимдәр әйтте.
Әйткәндәй, түңәрәк өҫтәлдә Урал аръяғы райондары башлыҡтарының ҡатындары ла махсус саҡырылған ине. Улар өсөн етәксе ирҙәргә нисек терәк булырға, ярҙам итергә тигән һорауҙарға яуап бирелде.
Матурлыҡ менән бәхет һәр саҡ йәнәш
Ысынлап та, матурлыҡ менән бәхеттең һәр саҡ бергә булыуына йәнә бер тапҡыр инанды гүзәл зат. Ҡатын-ҡыҙҙың һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылып йәшәүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә “Матурлыҡ биләмәһе”ндә уларҙың шул тиклем күп булыуын аңларға мөмкин: был көндә һәр кем нәзәкәтле һәм һөйкөмлө, сибәр һәм зауыҡлы булырға тырышты. Ә уларға дизайнерҙар, визажистар, стилистар һәм парикмахерҙар матурлыҡ серҙәре буйынса үҙ кәңәштәрен еткерҙе. Кемдер прическа, икенселәре – макияж яһау, ҡаштарҙы тәрбиәләү, бәғзеләре нисек биткә массаж яһау серҙәрен үҙләштерҙе. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар “Хәрәкәт биләмәһе”н дә ныҡ оҡшатты. Хореограф Инна Пивоварова гүзәл заттарҙы сальса-бачата бейергә өйрәтте.
Әсәйҙәре менән килгән балаларға ла был көндә күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалманы. Кескәйҙәргә “Бала саҡ биләмәһе” эшләне. Улар рәхәтләнеп балалар өсөн махсус йыһазландырылған бүлмәләрҙә уйнаны, ҡомда һүрәт төшөрөп, төрлө уйынсыҡтар эшләп ҡараны, 3D ысулы менән үҙҙәре яратып ҡараған йәнһүрәт “персонаждарын” төшөрҙө. Физик сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн дә махсус күнекмәләр урыны булдырылған ине.
Оҫталарҙың күргәҙмәһе күҙҙең яуын алды
“Ижад биләмәһе” сиктәрендә урынлаштырылған күргәҙмәләрҙең ниндәйҙәре генә юҡ ине?! Йәшмә таштарынан эшләнгән төрлө биҙәүестәр, шкатулка, сувенирҙар булһынмы, кейемдәргә милли биҙәктәр һалып эшләнелгән әйберҙәрме, күндән тегелгән этник сумкалармы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәреме, селтәр-ҡашмауҙармы, ҡурсаҡтар, төрлө уйынсыҡтармы – барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙың оҫта ҡулдары менән тыуҙырылған сәнғәт өлгөләренә тиң күҙҙең яуын алыр әйберҙәр. Шулай ҙа Сибай сәнғәт колледжының студенттары менән берлектә эшләнгән “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге йөндән, дебеттән эшләнгән палантиндар, шәлдәр, төрлө әйберҙәр, селтәр, ҡашмауҙар, хәситә һәм башҡа әйберҙәр мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ысын мәғәнәһендә хайран ҡалдырҙы. Асия Солтан ҡыҙы Каринэ Хәбированың Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ҡулдан эшләнгән әйберҙәр донъяла иң юғары сәнғәт өлгөләре һанала, әммә әлегә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар уны тулыһынса аңлап та бөтмәйҙер. Тап ошондай саралар киләсәктә үҫешергә, үҙҙәре эшләгән әйберҙәрҙе нисек, ҡайҙа һатырға, артабан ниндәй йүнәлештә дауам итергә тигән һорауҙарға яуап бирә лә инде.
Биләмәләрҙең барыһында ла ҡатнашыу мөмкинлеге булмаһа ла, ҙур ышаныс менән шуны әйтергә мөмкин: уларҙың һәммәһендә лә гүзәл затҡа нисек бәхетле, һөйөклө, яғымлы, ҡәҙерле, уңышлы, зауыҡлы, нәзәкәтле, эшлекле, заман менән йәнәш атлаусы булыу, иң мөһиме – ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоу серҙәрен өйрәтеп кенә ҡалманылар, ә бәхетле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел икәнлеген аңлаттылар.
“Тәмле”нең тәмлекәстәре!
Ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, тыжыҡ, тултырма, ҡымыҙ, буҙамы, ҡороттоң һәр төрлөһө булһынмы, эремсек, талҡан, сәксәк, бауырһаҡ, ҡомалаҡ икмәгеме, татар халҡының милли аш-һыуы булһынмы, ҡаҙаҡтарҙың бишбармағымы, рус халҡының кухняһымы – бер-бер артлы теҙелгән күргәҙмәләр яғында ла халыҡ ағымы өҙөлмәне. Мул ризыҡтан әҙерләнгән аш-һыуҙан, һый-ниғмәттән өҫтәлдәр һығылып тора, уларҙы әҙерләгән оҫта хужабикәләр һәр кемде шат йылмайып ҡаршы ала. Икенсе йыл рәттән Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан Рәсәй халҡының милли аш-һыуына арналған “Тәмле” конкурс-күргәҙмәһе ойошторола.
Музей директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, быйыл “Тәмле” конкурсында ҡатнашыусылар дүрт номинация буйынса аш-һыу тәҡдим иткән. Ит, һөт, икмәк ризыҡтары һәм уларҙан етештерелгән продукциялар һәм милли эсемлектәр. Башҡорт милли аштары буйынса “Төйәләҫ” ағинәйҙәр клубы ағзаһы Римма Ғәзимова, рус кухняһы буйынса Алевтина Лизунова (Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы), татар милли ризыҡтары буйынса Сибай институтынан Юлиә Ишемғолова, ҡаҙаҡ халҡының аш-һыуын тәҡдим иткән Жанслу Рысмухамбетова һәм тажик ризыҡтарын әҙерләгән Амиритдин Хәсәновтар еңеүсе булып танылды.
Күргәҙмәлә ҡатнашҡан һәр кем иҫәтәлекле бүләктәргә һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Һуңғы ваҡытта халыҡтың экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк итеүе, үҙебеҙҙә етештерелгән һәм милли ризыҡтарға иғтибары артыуы бигерәк тә әһәмиәтле.
Сәхнәлә Сибай “йондоҙҙары” балҡыны!
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы “Сибайҙа йондоҙҙар ҡабына” Рәсәй эстрада артистарының шәп концерты менән тамамланды. Йырсы Виктория Макарская, Сибайҙа тыуып үҫкән, әле Рәсәй эстрадаһында балҡыған йырсы, бик күп йырҙар авторы Карина, Силәбенән килгән яҡташыбыҙ Вероника Назарованың сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы етәксеһе Каринэ Хәбирова ҡала ҡатын-ҡыҙҙарына бәхетле булыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Яҙҙың ҡояшлы көнөндә, өр-яңы филармония бинаһында иртәнән алып кискә тиклем барған сара ысын мәғәнәһендә гүзәл заттарҙы бер көнгә булһа ла бәхетле итте, иң мөһиме – бәхетле булыу өсөн күп нәмә кәрәк түгеллеген аңлатты. Бәхетле булыу өсөн үҙ йөрәгеңде тыңлау ҙа етә.
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.