Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 15:59

Сал ҡылғанлы Хәйбулла ҡыҙын Бөрйән ере үҙ итте

З. Хәсәнованың шәхси архивынан.
Фото:З. Хәсәнованың шәхси архивынан.

Ҡылғанлы дала илендә – Хәйбулла районының Иләҫ ауылында тыуып үҫкән Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова, бынан 35 йыл элек Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Бөрйән районының Мораҙым мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Ошонда ул ғүмерлек мөхәббәтен – Мәһәҙей ауылы егете Вәхит Сәғит улы Хәсәновты осрата һәм яҙмышын Бөрйән егете менән бәйләй. Шул ваҡыттан алып ул килен булып төшкән Мәһәҙей ауылына таштай-ҡомдай бата. Мораҙымда бер йыл эшләгәндән һуң, 1988 йылдың сентябрендә Мәһәҙей мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып  эшкә күсә.

 

Зинира Фазылйән ҡыҙы яратҡан һөнәренә  бөгөнгәсә тоғро ҡалып, бөтә күңелен һала. Әлеге мәлдә уның уҡыусылары урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлап, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, уңышлы эшләп йөрөй. Яратҡан эше менән бер рәттән, Зинира Фазылйән ҡыҙы белемен камиллаштырыуға ваҡыт табып, 2005 йылда Магнитогорск дәүләт университетының башланғыс кластар факультетын уңышлы тамамлай.

Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк, тигән бик матур әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ул ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, әҙәпле, тәрбиәле, һәр яҡтан өлгөлө, балаларҙың яҡын дуҫы, кәңәшсеһе, серҙәше, эҙләнеүсән, алдынғы ҡарашлы булырға тейеш. Талапсан уҡытыусы Зинира Фазылйән ҡыҙында был һыҙаттар бөтә тулылығында сағылыш таба. Ул кешеләрҙе тыңлай белә, һәр кемдең күңелен аңлай, урынлы кәңәштәрен бирә.

Зинира Хәсәнова ауылдың, райондың йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Һайлау комиссияһында эшләй, мәктәптең профсоюз комитетын етәкләй. Шулай уҡ ул “Күксиҙәм” балалар фольклор ансамблен ойоштороп ебәрҙе, Мәһәҙей ауылы мәҙә­ниәт йортонда уҡытыусы­ларҙың үҙешмәкәр вокаль ансамблендә йырлай, бейей. Зинира Фазылйән ҡыҙына режиссерлыҡ һәләте лә хас. Дәрестәрҙе бик оҫта итеп, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үткәрә.

Ул бөгөн 1-се һәм 3-сө класс уҡыусыларына белем бирә. Уларҙы маҡсатҡа ынтылыусан итеп тәрбиәләүгә бар тырышлығын һәм көсөн һала. 2017 йылда райондың “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында өсөнсө урын яуланы.

Мәһәҙейҙәр Зинира Фазылйән ҡыҙын күптән инде үҙ иткән. Алсаҡ еңгәй ҙә, изге күңелле килен дә, һөйөклө тормош юлдашы, яратҡан әсәй һәм өләсәй ҙә ул. Хәсәновтар бөркөттәй улдар тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Улдары Илһам – Бөрйән районы эске эштәр бүлегендә, Юнир Белорет ҡалаһында металлургия комбинатында уңышлы эшләп, ғаиләһе менән матур итеп донъя көтә.

 Тормош иптәше Вәхит Сәғит улы менән кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт көтөп, ҙур, иркен йортта бик матур итеп донъя көттөләр. Ҡәйнә-ҡайныһы Ғәфифә апай һәм Сәғит ағай мәрхүмдәр менән татыу, матур ғүмер итте сал далалы Хәйбулланан төшөп, Бөрйән ерен үҙ иткән  килен. Түшәктә ятҡан ҡәйнәһен дә бик яҡшы ҡараны. Тик, үкенескә ҡаршы, 34 йыл бергә тормош көткән хәләле Вәхит Сәғит улы был яҡты донъяны ташлап китте...

Көнө буйы эшендә булып, ҡайтҡас мал-тыуарын ҡарап, йорт эштәрен барлап, матур йәшәй бөгөн Зинира Фазылйән ҡыҙы Хәсәнова. Уның тормош юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Бар булмышы менән уҡытыусы булған, фиҙакәр хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, 35 йыл ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған шәхескә киләсәктә лә тормош матурлығына һөйөнөп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙә­ренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ауырлыҡ­тарға-һынауҙарға бирешмәй, дәртләнеп эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

 

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

 

Бөрйән районы,

Мәһәҙей ауылы.

Читайте нас: