Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дыуан районында эш сәфәре ҡылды. Төбәк етәксеһе Таҙтүбә ауылындағы яңы мәктәп бинаһын ҡарап сыҡты һәм “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһында булды.
Март айында Таҙтүбәлә урта мәктәптең яңы бинаһы төҙөлөшө тамамланды. Ул республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы һалынды. Объектта эш 2020 йылдың мартында башланғайны. Ләкин йөкләмәләрен үтәмәү сәбәпле, тәүге подрядсы компания менән килешеүҙе өҙөргә тура килде. Майҙансыҡҡа яңы подряд ойошмаһы килде. Башҡарырға тейешле эштәр исемлегенә шулай уҡ йәшелсә һаҡлағыс, блоклы ҡаҙанлыҡ төҙөү, мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү инде. Яңы уҡыу йортоноң дөйөм хаҡы 210 миллион һум тәшкил итте.
Радий Хәбиров уҡыу кластарын ҡарап сыҡты, уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Ҡайһы бер йәш педагогтар Дыуан районына “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса килгән. Грант ярҙамында улар торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Сығарылыш класс уҡыусылары киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Күптәр юғары уҡыу йорттарына, IX класты тамамлаған бер бала медицина колледжына уҡырға инергә ниәтләй. Республика Башлығы муниципалитетҡа уның уҡыуын айырым маҡсатлы нигеҙҙә ойошторорға тәҡдим итте.
Таҙтүбә мәктәбендә ватансылыҡ тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Бында 32 юнармеец тәрбиәләнә. Башҡортостан Башлығы уларҙы Шишмә районындағы “Патриот” хәрби-ватансылыҡ паркындағы сменаларҙың береһенә саҡырҙы. Әйткәндәй, парк тәүге курсанттарҙы быйыл 1 июндә ҡабул итә.
Республика етәксеһе шулай уҡ мәктәп китапханаһында, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына булды, абруйлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлеккә яҙма ҡалдырҙы.
Уҡытыусылар һәм ата-әсәләр активы менән аралашҡанда Радий Хәбиров ауылда тағы ниндәй объекттарҙың иғтибар талап итеүе менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡ әйтеүенсә, урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм мәҙәниәт йортон реконструкцияларға кәрәк. Төбәк Башлығы 2024 йылда Таҙтүбәлә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү бурысын ҡуйҙы.
– Бөтә уҡытыусылар һәм ата-әсәләр исеменән һеҙгә ошондай матур бүләк өсөн ҙур рәхмәт, – тине уҡыу йорто директоры Елена Иванова. – Яңы мәктәп ауылыбыҙ ғорурлығына һәм биҙәгенә әүерелде.
– Мәктәп, ысынлап та, бик шәп. Мин бер аҙ борсолғайным, сөнки төҙөүселәр уны былтыр файҙаланыуға тапшырырға тейеш ине. Ләкин подрядсы вайымһыҙ булып сыҡты, уның менән хушлашырға тура килде, – тине Радий Хәбиров. – Яңы компания килде. Һөҙөмтәлә ул бына ошондай шәп объект төҙөп ҡуйҙы. Урындағы халыҡ быға лайыҡ. Ауыл мәктәбе һәр ваҡыт белем биреүгә ҡарағанда ла ҙурыраҡ бурысты үтәй. Халыҡ өсөн ул мәҙәни, белем биреү үҙәген тәшкил итә. Күреүемсә, бында йәштәр күп, ауыл йәшәй, үҫешә. Шуға күрә бөтә мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итербеҙ.
Дыуан районында Башҡортостан Башлығы “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһында ла булды. Ойошма 2016 йылдан эшләй һәм “Простор” компаниялар төркөмөнә инә. Бында дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һумлыҡ бер нисә ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
– Беҙҙең хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер. Сәсеү майҙаны – 9,5 мең гектарҙан ашыу. Етен сәсеүгә айырым иғтибар бирәбеҙ, – тине “Простор” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Александр Леушканов. - Орлоҡтар, ашлама һатып алдыҡ, техника паркын яңырттыҡ.
“Былтыр “Рассвет” предприятиеһында “Йәшелсә ожмахы” ауыл хужалығы кооперативы ойошторолған. Ул 43 миллион һумлыҡ республика грантын алған. Сәғәтенә 50 тоннаға тиклем иген киптереү комплексы сафҡа индерелгән. Тиҙ бешә торған ярмалар һәм бутҡа етештереү цехы асылған. Киләсәктә әҙер продукцияны үлсәп төргәктәргә тултырыу линияһын һатып алыу күҙаллана.
Төбәк Башлығы инвесторҙарға аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән республика программаһы буйынса ҡорамалдар һатып алыуға субсидиянан файҙаланырға тәҡдим итте.
– Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереү мөһим. Һөҙөмтәлә аграрийҙар ҙа күберәк табыш аласаҡ. “Рассвет” ауыл хужалығы предприятиеһына сауҙа селтәрҙәренә сығарыласаҡ ярмаларҙы фасовкалауҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. Был перспективалы йүнәлеш, – тине Радий Хәбиров. – Күреүебеҙсә, предприятие тотороҡло эшләй. Әле бында 63 эшсе иҫәпләнә, әкренләп яңы эш урындары ла барлыҡҡа килер. Республика Дыуан аграрийҙарының уңыштарын күҙәтеп барыр, ярҙам итер. Инвесторҙар менән үҙ-ара даими хеҙмәттәшлек итеү шарт. Шул саҡта ғына эш һөҙөмтәле буласаҡ.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152054.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152054.html