Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 11:32

Мөғжизәгә ышанырға кәрәк

“Ошонан беҙгә лә мөйөш бүлһәңсе!” тип үтенеп һораған йорт уларҙыҡы булған.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Һәр төрлө конкурстар, уҡытыусыны төрлө яҡтан һынау менән бер рәттән, уның һөнәри үҫешенә лә көслө йоғонто яһай. Бер нисә йыл элек ойошторолған “Педагог-эҙәрмән” баш ҡала конкурсында 71 уҡытыусы көс һынашҡайны. Жюри Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы педагог, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Кәлиеваны еңеүсе тип таныны. Уҡыу йылының дүртенсе сиреге башланып торғанда Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы менән осрашып һөйләштек.

– Һәр кемгә лә педагог таланты бирелмәгән. Уҡытыусы һөнәрен һайларға кем йүнәлеш бирҙе?

– Һабаҡташтарым да, тиҫтерҙәрем дә үткән быуаттың 80-се йылдарында йә табип, йә космонавт булырға хыялланды, шул иҫәптән мин дә. Ошо ниәтте тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөгә барғым килде, әммә атайым менән әсәйем Мәсәғүт педагогия училищеһында (хәҙер – Мәсәғүт педагогия колледжы) уҡыуымды теләне. Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһындағы берәй уҡыу йортонда белем алам тиһәм, яҡындарым был уйымды ла хуп­лар ине. Мәсәғүт ауылы респуб­ликабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары өсөн баш ҡала ролен үтәһә, Әлкә һәм уның эргә-тирәһендәге бер нисә ауыл уң яҡлап та, һул яҡлап та Силәбе өл­кәһенә сиктәш. Ғәзиз кеше­ләремдең берҙән-бер ҡыҙҙарын йыраҡҡа ебәргеһе килмәгәндер. Мәктәптә гел “биш”легә генә уҡығас, Мәсәғүттәге белем уса­ғына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ барып индем.

Йәйге практиканы үтер өсөн III курста Силәбе өлкәһенең Вязовая ҡасабаһына оҙаттылар. Бында тәрбиәсе һөнәренең нескәлектәрен аңланым, ә инде дәүләт практикаһын тыуған Әлкә урта мәктәбендә үттем. Балалар менән эшләү ифрат оҡшаны. Артабан “уҡытыусы булам” тигән ҡарар күңелемдә ныҡлап нығына барҙы. Өҫтәүенә атайымдың: “Ҡыҙым, балалар менән бергә булғас, мәңге ҡартаймаҫһың”, – тип йыш ҡабатлағанын бер ҡасан да онотмаҫмын.

Педагогия училищеһын уңыш­лы тамамланым. Бер юлы өс һө­нәрҙе үҙләштерҙем. Дипломымда “башланғыс кластар уҡытыу­сыһы”, “йыр уҡытыусыһы” һәм “оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе” тигән яҙыу бар.

 

– Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы, хеҙмәт биографияғыҙ ҡайҙа башланды?

– Тәүге аҙымдарымды Салауат районының Йонос мәктәбендә яһаным. Коллективтың берҙәм­леге һәм татыулығы алға әйҙәне, балаларҙың шул хәтлем аҡыллы һәм эскерһеҙ булыуы дәрестәрҙе еңел үткәрергә булышлыҡ итте. Хатта иртәнсәккә хәтлем бер-беребеҙҙе һағынышып та өлгөрә инек. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та замана. Колхоз-совхоздарҙың нәҡ тарҡалған осоро. Ирем Рөстәм хужалыҡта бил бөкһә лә, эш хаҡы түләнмәй. Уҡытыусыларға әҙме-күпме аҡса биреп торалар ине.

Йәшәү – тыуған ауылым Әлкәлә, ул Йоностан өс саҡрым алыҫлыҡта ята. Ул саҡта транспорт менән йөрөүҙе уйларға ла кәрәкмәй, көн дә эшкә йәйәү тәпәйләйем, ике арала сабып йөрөйөм.

Әлкә – данлыҡлы ауыл. Унан БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Мәжит Алкин, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйепов, Салауат Юлаевтың музейына нигеҙ һалған Тархан Заһиҙуллин, табип-онколог Таһирйән Фәттәхов һәм башҡа күренекле кешеләр сығыуы – шуға асыҡ миҫал.

 

– Әйтеүегеҙсә, атай-әсәйегеҙ һеҙҙе ситкә ебәрергә теләмәгән. Улай ғына ла түгел, эш урынығыҙ булған, ауылығыҙҙа өр-яңы ҙур өй төҙөгәнһегеҙ. Тота килеп Өфөгә сығып китеүгә нимә этәргес булды?

– “Айгөл, әйҙә, Өфөгә һыпырт­тыҡ!” – тип иң яҡын әхирәтем Изольда ҡотортто. Ул Башҡортос­тан ауыл хужалығы институтын (хәҙер – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) тамамланы, һөнәре буйынса бухгалтер. Талпынған күңелемә шул етә ҡалды. Дүртәүләшеп – мин, ирем, I класты тамамлаған ҡыҙым Лилиә һәм әхирәтем Изольда баш ҡалаға сыҡтыҡ та киттек. Бәләкәсебеҙ Айгүзәлгә ул саҡта ике йәш тә тулмаған ине әле, уны ҡайным-ҡәйнәм менән атай-әсәйем ҡарап торҙо. Тәүәккәл булғанбыҙ. 2001 йылдың 1 сентябрендә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына эшкә урынлаштым, быйыл бында эш башлағаныма 21 йыл тула. Дөйөм хеҙмәт стажым – 28 йыл. Ғөмүмән, данлыҡлы 20-се гимназияла хеҙмәт күрһәтеүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Бында уҡытыусылар бер-береһенә те­ләк­тәш, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Уҡыусы­ларҙың яҡшы уҡып, төрлө сара­ларҙа ҡатнашып, мәктәптең абруйын күтәреүе, белемле булыуы, ғилемгә көслө ынтылышы шатландыра.

Шул да һөйөндөрә: беҙ, уҡы­тыусылар, Башҡортостан Башлы­ғының ярҙамын һәр саҡ күрәбеҙ, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ла һәр йәһәттән булышлыҡ итә, үҙебеҙҙе ҡурсаулы итеп тоябыҙ.

 

– Класта – 26 бала. Ҡыҙ һәм ма­лайҙарҙың береһе лә иғтибар­ҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Барыһына ла нисек өлгөрә­һегеҙ?

– Һайлаған һөнәремде яратам, бүтән эште күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусылыҡҡа уҡы­ған­мын, мөғәллимә тигән бөйөк исемде йөрөтәм. Тырышҡанда бөтәһенә лә өлгөрөргә мөмкин.

 

– Һеҙ 18 генә йәштә ғаилә ҡорғанһығыҙ. Иртәрәк булған тип үкенмәйһегеҙме?

– Мәсәғүт педагогия учили­щеһының IV курсында уҡығанда, тормошҡа сыҡтым. 18 йәшем тулғас та, бер нисә йыл дуҫла­шып йөрөгән, ауылдашым Рөстәм тәҡдим яһаны. “Һиңә генә өйлә­нәм” тигәс, ҡаршы килмәнем (көлә).

Ирем менән ни бары 25 йыл ғына бергә йәшәп ҡалдыҡ. Бынан дүрт йыл элек, көмөш туйыбыҙға ике ай ҡалды тигәндә, һөйгә­немдең ғүмере өҙөлдө, уға 48 генә йәш ине. Ваҡыт яраларҙы дауалай, тиһәләр ҙә, һағынабыҙ, юҡһынабыҙ... Уйлап ҡараһаң, әгәр ҙә “йәшмен әле” тип һуҙып йөрөһәм... Бәхетле тормош кисерҙек, ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп торҙо. Бер-беребеҙҙе ярты ҡараштан аңлай инек, беребеҙ икенсебеҙгә фекерҙәш тә, таяныс та булдыҡ. Ҡулы алтын ине, бөтә эште үҙе башҡарҙы. Халыҡ телендә әйткәнсә, “черновая квартира”ны өс ай эсендә зиннәтле йортҡа әйләндереүе хайран итте. Һағынып һөйләргә генә ҡалды инде хәҙер. Һөйгәнең менән бергә үткәргән һәр сәғәтең ҡәҙерле, тип тиккә генә әйтмәйҙәр икән.

 

– Белеүемсә, һеҙ педагогия институтының көндөҙгө бүле­генә уҡырға инеп, уны ситтән тороп тамамлағанһығыҙ.

– Мәсәғүт педагогия учили­щеһын тамамлау менән Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙер – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты), баш­ланғыс белем биреүҙең педагогика һәм методика факультетына уҡырға индем. Ғаиләле булһам да, көндөҙгө бүлектә уҡыйым. Тәүге балабыҙ –  Лилиә ҡыҙыбыҙ тыуҙы, етмәһә, эшләп йөрөйөм. Хәйер, минең тормошта бөтәһе лә бергә үрелеп-уҡмашып барҙы. Аҙаҡтан инде ситтән тороп уҡырға күстем. 1998 йылда инс­титутты тамамлап, диплом алдым, бер йылдан һуң икенсе ҡыҙым – Айгүзәл тыуҙы. Лилиә Башҡорт дәүләт универси­те­ты­ның роман-герман филоло­гияһы факультетын тамамланы, инглиз телен “һыу кеүек эсә”, һөнәре буйынса эшләй. Айгүзәл – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тарих факультеты студенткаһы. Наҙгөл иһә 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының VI класында уҡый. Ҡыҙҙарым – терәк-таяныстарым, яҡын серҙәштәрем. 

Ә бына бер нәмәгә әле лә әсенәм. Лилиә ҡыҙыбыҙҙы үҙебеҙ йәшәгән Әлкә ауылы мәктәбенә I класҡа алып бара алмағаныма һаман да үкенәм. Мине бит 1 сен­тябрҙә Йонос ауылы мәктә­бендә балалар көтә ине, иртә менән шунда йүгерҙем.

 

– Һеҙ мөғжизәгә ышана­һығыҙмы?

– Матур ғына, киләсәккә төрлө пландар ҡороп йәшәп ятҡанда иремә инфаркт булды. Мине аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тойолдо. Рөстәмде дауаханаға һалдылар, хәле ныҡ ауыр, етмәһә, ҡуртымға алынған фатирҙа көн итәбеҙ.

Көн дә эштән һуң ғәзиз кешемдең янына ашҡынам. Бер көн шулай кардиология үҙәгенә юлланғанда Баҡалы урамында троллейбус ватылды ла ҡуйҙы. Ни эшләйһең, артабан йәйәү атларға. Ике ҡулда ла сумка. Ниңәлер, уң яҡта төҙөлөп ятҡан күп фатирлы йорт күҙемә салынды. Йөрәккә бөтәһе лә йыйылған: ирем ауырып ята, кеше тупһаһын тапайбыҙ, балалар ҙа бәләкәй. Күңел һыҡрай. “Эй, Хоҙайым, анау хәтлем иркен йорттан ғаиләмә бәләкәй генә бер мөйөш тапһаңсы!” – тип бейек йортҡа төбәлеп, илайым-инәләм.

Ниһайәт, ирем аяҡҡа баҫты. Күп тә үтмәне фатирға ордер бирҙеләр, ҡулыбыҙға асҡыс тот­торҙолар, шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ. Адрес буйынса торлаҡты эҙләп киттек. Ғәжәп бит, теге ваҡыт мин “ошонан беҙгә лә мөйөш бүлһәңсе!” тип ялбарып торған йорт беҙҙеке булып сыҡты! Ошонан сығып “мөғжизә юҡ” тип әйтеп ҡара, телең әйләнмәҫ. Унынсы ҡат икән, лифт эшләмәй. Көскә менеп етеп, фатирҙы асайыҡ тиһәк, бәләкәй ике бала килеп сыҡмаһынмы?! Улай ғына ла түгел, “а мы здесь живем”, тиҙәр. Кәйеф төштө. Ни генә ҡылырға тип аптыранышып торғанда, тегеләрҙең ата-әсәһе күренде. Баҡтиһәң, был фатирға урам һепереүселәрҙе ваҡытлыса ғына урынлаштырғандар икән.

 

– Уҡытыусыларҙың тормош девизы ниндәй?

– “Нимә генә эшләһәң дә, ул яҡшыға килтерә” тигән бөйөк философтың ҡанатлы һүҙҙәрен тормошта ҡулланам. Тағы ла киногероиня Скарлеттың: “Был турала иртәгә уйлармын” тип әйткәне ныҡ оҡшай.

 

–  Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргә­негеҙ өсөн ҙур рәхмәт!  

 

Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.

Читайте нас: