Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 08:00

Әй буйҙарын гөлгә күмеп...

“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, ең һыҙғанып эшләйбеҙ”, – ти Ришат Низамов.

Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә ойошторған "Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы" конкурсында Салауат районының Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте етәксеһе лә ҡатнаша.

Ришат Риян улы 1967 йылда Салауат районының Лағыр ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәттән һуң Өфө автотранспорт техникумын тамамлаған, әле юғары белем ала. 1994 – 2016 йылдарҙа эске эштәр органдарында эшләгән. 2019 йылдан Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашабыҙ, ең һыҙғанып эшләйбеҙ”, – ти ул.

Салауат районы Лағыр ауылы халҡы  “Айыҡ ауыл-2021” бәйгеһенә иң беренселәрҙән булып ҡушылды, сөнки бында республикабыҙ данын күтәреүсе, башҡорт рухын, уның йолаларын, кәсебен һаҡлаусы тырыш, берҙәм халыҡ йәшәй. “Айыҡ ауыл - сәләмәт биләмә” девизы менән лағырҙар бәйгелә старт алды. Бөгөн сәләмәт йәшәү рәүеше һәр кемдең күңел торошо, көн девизы булырға тейеш.

– Бөгөнгө конкурс — шул тиклем ҙур проект. Беҙҙең эшебеҙҙә ул — ауылдарҙағы һаҡлап алып ҡалынған кеше ғүмерҙәре һәм ғаиләләр, үҙебеҙ йәшәгән төбәкте тәртипкә килтереү буйынса тормошҡа ашырылған яңы идеялар, алкоголле эсемлектәр һатҡан нөктәләрҙе ябыу. Һәм иң мөһиме — насар ҡылыҡтарға альтернатива булыуын аңлатыу. Еңеп сыҡмаҫлыҡ хәлдәр, проблемалар, ситуациялар булмай ул, бары тик теләк кенә булһын, – ти Ришат Риян улы.

Бәйге бик матур “Әй буйҙарын гөлгә күмеп, әйҙә балҡы, Лағырым!” сараһы менән асылған. Ошо арала ғына ла Лағыр ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә бик күп ҡыҙыҡлы саралар ойошторолған, халыҡ "йәшел йылан" ҡорбаны булмаһын өсөн  байтаҡ эштәр башҡарылған. Төрлө кәңәшмәләр, мауыҡтырғыс саралар, осрашыуҙар уҙа.

Эскелек – ул сир һәм уның менән көрәшергә кәрәк. Лағыр ауыл биләмәһе башлығы һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары, комиссия ағзалары ауыл буйлап рейдтар ойоштора. Уларҙың маҡсаты – имен булмаған ғаиләләрҙең, йәш ғаиләләрҙең тормош - көнкүрешенә байҡау яһау, тәҡдимдәр индереү, кәңәш биреү. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йолаларҙы тергеҙеү буйынса бик күп эштәр башҡара. “Кис ултырыу”, “Кәзә ҡымыҙын эшләү серҙәре”, “Ҡаҙ ҡаурыйы һыҙырыу”, “Ығырмау эшләү”, “Балаҫ һуғыу кәсебе”, “Һөт ризыҡтары – байлыҡ бит ул” башҡорт йолалары тергеҙелеп, халыҡ иғтибарына сығарылған. Спорт саралары, бәйгеләр даими уҙғарылып тора.

Лағыр ауылы биләмәһе “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһына ҡушылып, 4 ауылда ла автойөрөш ойошторған. Бөтәһе 20 автомашина Донбасста йәшәгән халыҡҡа теләктәшлек белдергән, махсус операцияла ҡатнашҡан яугир ир-егеттәребеҙҙең иҫәнлеген-именлеген теләгән.

“Халыҡ ынйылары” конкурсында  Салауат районының ауыл биләмәләренән 12 фольклор коллективы ҡатнашҡан. Гран-приҙы Лағыр ауылы биләмәһе фольклор коллективы яулаған. 

Лағыр ауылының мәсете ауылдың рухи ҡәғбәһе булып тора. Бынан бер нисә йыл асылған иман йорто ауылдың олоһон да, кесеһен дә берләштерә. Дин юлында булғандар байтаҡ.

– Ауыл биләмәһендә ойошторолған эштәр туранан-тура сәләмәт балалар үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Эскелектең яҡшылыҡҡа килтермәүен бында күптәр аңлай. Сәмләнеп донъя көтәләр, күркәм йорттар ҡалҡып сыға. Беҙҙең саралар бәйге сиктәрендә генә ойошторолмай, улар - беҙҙең йәшәү рәүеше. Бына шулай берҙәм, тырыш беҙҙекеләр. Беҙ үткәнебеҙгә күҙ һалып, тарихыбыҙҙы ихтирам итеп, ышаныслы аҙымдар менән киләсәккә атлайбыҙ. Әле беҙҙең башҡараһы эштәребеҙ күп! – ти Ришат Низамов.

Ғөмүмән, Лағыр ауыл биләмәһе халҡы берҙәм, матур донъя көтә, ауыл, район һәм республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Фото: Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәтенән.

 

 

Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Әй буйҙарын гөлгә күмеп...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: