Һуғыштан һуң колхозға етәксе булырға ризалашҡан кешегә һәйкәл ҡуйыр инем. Ауылдар тамам емерелеп, хәлһеҙләнеп бөткән. Аслыҡ-яланғаслыҡ үҙенекен иткән: халыҡ һаны ныҡ кәмегән, хужалыҡтарҙа ябыҡ үгеҙҙәр йөк тарта. Ауылдарҙа өс-дүрт баш йөк аты булһа, улар алдынғылар рәтендә. Районда йөҙҙән артыҡ колхоз бар.
1951 йылда Түбән Кансияр, Бүләк ауылдарын берләштергән “Еләктау” колхозын етәкләргә утты-һыуҙы кискән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, коммунист Васви Фәтхлислам улы Аҡбәровты ебәрәләр. Районда үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән уҙаманды күптәр белә. Партияның Балтас райкомы бюроһы Васви Аҡбәровҡа ышаныс күрһәтерлек сифаттары булыуы тураһында хәбәрҙар. Дөйөм йыйылышта халыҡ был кандидатураға берҙәм тауыш бирә. Заманында шул ауылдың күренекле шәхесе, уҡытыусы Хатип Имай улы Имаев: “Мин белгәндәр араһында иң талантлыһы ул булғандыр. Халыҡҡа ихтирам менән ҡарай. Уны беренсе күреүемдә үк колхозға ҡеүәтле, хужалыҡ эштәрен яҡшы белгән етәксе килгәнен аңланым”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан ине. Васви Аҡбәровҡа “Еләк-тау”ҙа оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1953 йылдың башында уның тормошонда киҫкен боролош була. Ауыр заманда ябай колхоз менән аңлайышлы, фәһемле, файҙалы итеп ойоштора белеүе район хужаларына оҡшай, етәксегә хас фекерләү һәләте булыуын да күрәләр. Ауыл хужалығын ҡыҫҡа ваҡытта аяҡҡа баҫтырыу буйынса партияның Үҙәк Комитеты махсус пленум үткәрә. Кадрҙарҙы һайлап алыу демократик принципта ойошторола. “Яҡты юл” (Түбәнге Һикеяҙ, Яңы Яҡшый ауылдары) колхозсылары Васви Аҡбәровты үҙҙәренең рәйесе итеп һайлай. Колхозға зирәк, уңған, талапсан хужа килә. Тормош иләгенән иләнгән, күп ауырлыҡтарҙы үткәреп, инде даръя яфаларын кискән уҙаман ауылдаштары янына теләп, яңы өмөттәр, яңы пландар менән ҡайта. Рәйес эш башлағанда уҡ үҙенә көслө команда туплай. Тыумыштан инженер Ҡәүи Бәхтиев барлыҡ механизмдар өсөн яуаплы. Ул Һикеяҙ йылғаһына гидроэлектр станцияһының проектын эшләй, төҙөлөштәргә етәкселек итә.
Васви Аҡбәров үҙе лә техник-механик була – һуғыш алдынан Силәбе авиация училищеһын тамамлаған. Уҡыуға ла һәләтле булған. Кәрәк ваҡытта төплө, аҡыллы кәңәшенән өҙмәй. Шуға ла төҙөлөш ҡыҫҡа ваҡытта бара. Ябай колхозсы Васви Аҡбәровтың атаһы Фәтхлислам берҙән-бер һыйырын һатып, уның аҡсаһына тирмән ташы алып ҡайта. Васви Аҡбәровтың оло улы Муллайән атаһының оҫта гармунсы булыуы менән уртаҡлашты: “Һикеяҙҙа уйнаған гармун тауышы Яңы Яҡшыйға ишетелгән, күңелдәрҙе елкеткән. Ул тормоштоң ҡәҙерен, йәмен табып йәшәне. Кәрәкһә, уйлағанын тормошҡа ашыра. 1953 йылда ҡыҙыл ҡашлы, ялтырап торған исемле ҡара төҫтәге баян алып ҡайтҡанын хәтерләйем. Нәҡиә инәй: “Нисек түләп бөтөрәбеҙ инде?” – тип зарлана, ләкин атай бик музыканы яратҡан кеше була”.
Планлаштырылған эште дауам итәләр. Бәхтиев Ҡәүи ағай менән Һикеяҙ йылғаһын быуыуҙы ойошторалар. Был эштә уның мөһимлеген, әһәмиәтен аңлаған бар ауылдаштар ҡатнаша, яҡын-тирәләге ауылдарҙан да кешеләр килә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Һәр бер өйҙә Ильич лампалары балҡый башлай. Киске 5-тән төнгә ҡәҙәр халыҡ электр утынан файҙалана. Ул саҡта кешеләрҙең иҫ киткес оптимист булғаны, иртәгәһе матур көнгә ышанып йәшәгәне һоҡландыра.
Әлеге пионер лагеры биләмәһен, күрше район менән һөйләшеп килешеп, Яңы Яҡшый файҙаһына рәсмиләштерәләр. Бында ял йорто ҡорорға планлаштыралар. Хеҙмәт кешеһенең ял итергә ваҡыты ла, яйы ла юҡ юғиһә.
Ат заманы булһа ла, малсылыҡта эштәр көйлө барҙы. Колхозсылар инде ҡулаҡсаның нимә икәнен тойҙо. Хеҙмәт энтузиазмы күтәренке булды. 1956 – 1957 йылдарҙа колхоз ҙурайтылды”. Яҡты юл”ға Тутағас, Ташлыйылға, Уртайылға, Мағашлы-Алмантай, Гәрәй, Тибел ауылдарын ҡуштылар. Шулай итеп, һигеҙ ауыл хужалығы “Сигнал” колхозына тупланды.
Был яҡтарҙа берҙәм, уңған, эшсән, булдыҡлы халыҡ йәшәй. Нәҡ шул йылдарҙа Тибел кирбес заводы төҙөлдө. Колхоздың үҙ кирбесе булғас, ҙур төҙөлөштәр башланды. Күмәк эш ырамлы бит. 60-сы йылдарҙа ҡушылған Текән, Шауъяҙы, Тибелдене индереп, ун бер ауылда сусҡа, һыйыр, тауыҡ фермалары төҙөлдө. Малсылыҡ алға китте. Тирә-яҡтағы йүкә урмандарында умартасылыҡтар булдырылды. “Сигнал” колхозы исеме телдән дә, гәзит биттәренән дә төшмәне. Бында зоотехник Бәйнә апайҙың хеҙмәт өлөшө ҙур булды. Ул Һикеяҙға Әлшәйҙән килен булып төшкәйне. Аҡбәров командаһындағы инженер-электрик Ҡәүи Бәхтиев, үҙ теләге менән һөнәрҙе өйрәнгән ветеринар Мәсһар Мөхәммәтов, башланғыс партия ойошмаһы секретары Тараҡый Исламов, йәш агроном-белгес Мәҡсүт Фәғәмов, төбәк дауаханаһының баш табибы, невропатолог Рифҡәт Зәиров, урта мәктәп директоры Әмир Ғабдрахманов, баш бухгалтерҙар Мәсһар Вәлиев, һуңынан Мәүләүи Ғилметдинов, мәҙәниәт етәкселәре Ғәли һәм Зәки Бәхтиевтәр эштең уртаһында ҡайнаны. Васви Аҡбәровтың иң яҡын ярҙамсылары ла, кәңәшселәре лә улар ине.
Мәктәп директоры уҡыусыларҙы машина-трактор төҙөлөшө буйынса уҡытты. Практик дәрестәр колхоз баҫыуҙарында үткәрелде. Һуңынан баш агроном вазифаһын Ғәбделмалик Ғәбиҙуллин башҡарҙы. Ул эшләгәндә төрлө культуралар, шул иҫәптән беренсе булып шәкәр сөгөлдөрө сәселә башланы. Ғәбиҙуллин ергә ҙур һаҡлыҡ менән ҡараны. “Сүп сәсеп, ерҙе алдамағыҙ!” тигән ҡанатлы һүҙҙәре лә булды уның.
Тараҡый Шәйех улы тураһында иң йылы һүҙҙәрҙе әйтеү урынлы булыр. Партия секретары һәр ваҡыт кәңәшсе, ярҙамсы һәм фекерҙәш булды. Алдынғыларҙы данлау, уларҙы үрнәк итеп күрһәтеү колхоз тормошоноң дөрөҫ йүнәлеше тураһында һөйләй.
21 йыл КПСС-тың Балтас райкомының беренсе секретары булып эшләгән Ғафурйән Фәтхуллин: “Сигнал”да эшләй белделәр. Районда йыл һайын иң күп иген үҫтереп, дәүләткә тапшырған алдынғылар булды. Ленин ордены кавалерҙары, алдынғы тракторсы Әсхәт Ғамилов, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты, алдынғы һауынсы Хәнифә Шәйехованың хеҙмәт күрһәткестәре юғары ине. Ярыш алдынғыларының хеҙмәте башҡаларға маяҡ булды”, – тип хәтерләй.
Төҙөлөш эштәре йылдам алып барылды. Был тармаҡта Ғәйни Мәрҙәновтың тырыш хеҙмәт емеше өлгөһө әлеге көндә лә ҡулланыла. Фермалар, мәҙәниәт объекттары, магазиндар төҙөлдө. Эшкә күңелен биреп эшләне халыҡ. Хеҙмәт яҡшы баһаланды. Васви Аҡбәров ваҡытында “Сигнал” колхозының берҙәм коллективы күп тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡҡа лайыҡ булды.
Тутағас – Һикеяҙ араһындағы тарлауҙа ҡымыҙ бейәләре үрсетелде. Заманында БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров был тармаҡ үҫешенә ҙур баһа бирҙе.
Васви Аҡбәров “Колхоз мәктәптән башлана” тигән саҡырыуҙы төп принцибы итеп йәшәне. Мәктәптә йыш булыр, ярҙам итер ине. Ул ауылдаштарының мохтажлыҡтарын күреп, улар менән уртаҡ тел табып йәшәне, оло йөрәкле етәксе булды. Мәҫәлән, өй төҙөп сыҡҡанда һәр кешегә транспортҡа ташлама яһалды, кирбес бүленде. Ике йыл эсендә 460 урынлыҡ (районда иң ҙурыһы) мәҙәниәт йорты төҙөү алда әйткәндәрҙе иҫбатлай. Уны төҙөүҙә 100-гә яҡын балта оҫтаһы ҡатнаша. Был бина, ысынлап та, гөрләп эшләгән мәҙәниәт усағына әйләнде. Өфө, Ҡазан, Йошкар-Ола, Минзәлә ҡалаларынан театр коллективтары, концерт бригадалары даими рәүештә килә башланы.
Васви Аҡбәров халыҡ ихтирамын яуланы. 1958 йылда “Сигнал” колхозында радиоузел эшләй башлай. Радионөктәнән регуляр рәүештә ауыл йәштәре концерт менән сығыш яһай. Зәки Бәхтиев өҙҙөрөп аккордеонда уйнай. Тормош дауам итә. 11 ауылдан килгән һөттө урында эшкәртер өсөн Тутағас ауыл базаһында май заводы төҙөлә. Йәйләүҙәр эше буйынса район семинары ҡунаҡтары бында уңған, булдыҡлы халыҡ йәшәгәнен күрә. Алдынғы ҡарашлы рәйестең күкрәген Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены биҙәй, ул күп миҙалдар менән дә бүләкләнә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 1968 йылдың авгусында “Сигнал” колхозында ижади командировкала булып китеүе – айырым бер сәхифә. Игенсе менән шағирҙың уртаҡ темалары байтаҡ. Мостай Кәрим мәктәп балалары, колхозсылар янында була. Рәйес Васви Аҡбәров өлгәшкән уңыштар, Һикеяҙ башҡорттарының көнкүреше, тормошо тураһында кинәнеп һөйләй. Эшләгән эше, күрһәтер объекттар булғас, ил ағаһы алдында юғалып ҡалмай хужа.
Васви Аҡбәров 11 ауыл, ете бригада менән идара иткән 20 йылда бар көсөн, белемен, ҡеүәтен ошо вазифаға бирҙе. Биш ул үҫтереп, уҡытып кеше иткәненә ҡыуана Васви Фәтхлислам улы. Ғүмеренең көҙөнә инә, ә көҙҙөң – үҙ йәме! Тауҙан ауылға төшкәндә күренгән төҙөк йорттар, урамдар, уның заманында төҙөлгән һәр бер бина күңелгә үтә яҡын, ҡәҙерле. Талдарға ышыҡланып талғын ғына Танып аға. Ғүмер дауамында үткән күп юлдарҙың иң яҡыны ошо бит.
Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.