“Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә иғлан иткән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнашҡан берҙән-бер гүзәл зат вәкиле Айгөл Байрамғолова Баймаҡ районының Темәс ауылы хакимиәтенә етәкселек итә.
Айгөл Ғүмәр ҡыҙы 1975 йылда Баймаҡ районының Әмин ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалын тамамлаған. 2018 йылдан - әлеге вазифаһында.
Темәс ауылы биләмәһе - Баймаҡ районында иң эреләрҙең береһе. Айгөл Ғүмәр ҡыҙы әйтеүенсә, унда халыҡтың йәшәү шарттары ҡаланыҡыларҙан кәм түгел.
Һис һүҙһеҙ, хәҙерге заманда ауыл биләмәһе башлығы булыу айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап итә, элекке кеүек дөйөм хужалыҡтар булмағанлыҡтан, төйәктең генә түгел, һәр кешенең тиерлек яҙмышын, көндәлек мәсьәләләрен яйға һалыу, ярҙам күрһәтеү талап ителә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәрҙе контролдә тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап бурыстар ҙа өҫтәлә.
Темәс ауылы биләмәһендә үҙ төйәген күркәмерәк, уңайлыраҡ итергә ынтылған йүнсел халыҡ йәшәй. Күп сараларҙы ойоштороуҙа урындағы ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәләре әүҙем ҡатнаша. Ошондай йәмәғәт ойошмалары ағзаларының хакимиәт хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә биләмәләге иң ҡырҡыу мәсьәләләр ҙә тиҙ арала хәл ителә.
Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы тип танылған Темәстең социаль инфраструктураһын яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, күптән түгел унда автомобиль заправкаһы станцияһынан ауылға ингән ерҙәге күпергә тиклемге юлдың (2,5 саҡрым) асфальт япмаһы яңыртылған. Бының өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән.
Биләмәләге башҡа ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, күперҙәр һалыу, яугиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла. Күптән түгел бында район хакимиәте ярҙамында Шырҙы быуаһы аша яңы күпер төҙөлгән. Уның эргәһендә урындағы халыҡтың көсө менән янғын һүндереү машинаһына һыу алыу урыны – пирс эшләнгән. Ишей ауылында ла быйыл яңы күпер файҙаланыуға тапшырылған.
Хакимиәттең уң ҡулы - ауыл депутаттары, старосталары, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәләре, аҡһаҡалдар ҡоро. Уларҙың ярҙамы менән төрлө байрамдар, төҙөкләндереү, йәшелләндереү аҙналыҡтары, имен булмаған ғаиләләр проблемаларын хәл итеү, эскелеккә, эшһеҙлеккә ҡаршы саралар үткәрелә.
Темәс ауылы моделле китапханаһы ҡарамағында “Ҡорама”, ”Ағинәй” клубтары әүҙем эшләй. Урындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ауыл хакимиәте менән берлектә балыҡсылар ярышы, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аш-һыу конкурстары үткәрә, йыл һайын Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы митингта, “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу традицияға әйләнгән. Темәс тарихи-мәҙәни үҙәге, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл һайын апрель һәм сентябрь айҙарында Милли кейем көнөнә арнап төрлө саралар уҙғарыла.
Биләмәлә аҙна һайын биләмәләрҙе таҙартыу буйынса “Таҙа кесаҙна” акциялары ойошторола. Халыҡ был эштәрҙә дәррәү ҡатнаша, һәр кем үҙ йорто тирәһен дә тәртиптә тоторға тырыша.
"Күп эш башҡарылыуға, төрлө программалар ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап әле. Урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу, төҙөкләндереү буйынса бурыстарҙы атҡараһы бар. Киләсәктә лә проблемаларҙы халыҡ менән бергә кәңәшләшеп хәл иткәндә, күп нәмәгә өлгәшеп буласаҡ", - тигән ышаныста Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.
Фото: Темәс ауылы биләмәһе.