Ишембай районының Этҡол ауылы – был төбәктә генә түгел, тотош республикала ла билдәле ауылдарҙың береһе. “Матур ауыл-2018” республика конкурсында “Иң егәрле ауыл” номинацияһында еңеү яулағас, улар тураһында матбуғат биттәрендә байтаҡ мәҡәләләр баҫылғайны.
Эйе, Этҡол – райондағы иң ҙур башҡорт ауылдары иҫәбендә. Ул үҙенең иҫ киткес хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә эшһөйәр, намыҫлы, мәрхәмәтле кешеләре менән дә дан тота.
Күптән түгел социаль селтәрҙә, аныҡлап әйткәндә, Этҡол ауылының тормошо яҡтыртылып барған төркөмдә урындағы мәҙәниәт йортонда алтын туйын билдәләгән парҙарҙы ҡотлау тантанаһы уҙыуы тураһында йылы яҙма булды. Был сарала 50 йыл ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер иткән Минисара менән Рафиҡ Үмәрбаевтар һәм Аҙнай ауылынан Минзилә менән Рәүҙәт Хәйруллиндарҙы тәбрикләгәндәр. Ишембай ҡалаһы һәм районы ЗАГС бүлегенең әйҙәүсе белгесе Әлфиә Хөсәйенова юбиляр парҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләген дә тапшырған.
Гәзит уҡыусыларҙы алтын туйҙарын билдәләгән Үмәрбаевтар ғаиләһе менән яҡындан таныштырып үткем килә. 1952 йылдың 11 октябрендә Бәләкәй Мәҡсүт ауылында Ғәбиҙә менән Сибәғәт Ибраһимовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып Минисара тигән ҡыҙ бала донъяға килә. Ул үҫкән татыу ғаиләлә дүрт ҡыҙ – Минзилә, Минисара, Разия, Нәзилә һәм ике ул – Йәүҙәт, Рәүҙәт тәрбиәләнә. Минисара башланғыс класты тамамлағас, дүрт йыл күрше Этҡол ауылына йөрөп уҡый. 1966 йылда аталары Сибәғәтте ҡаты ауырыу аяҡтан йыға. Ике йыл интеккәндән һуң ҡәҙерле кешеләре яҡты донъя менән хушлаша. Минисара ике йыл буйы әсәһенә ярҙам итә, ғаилә менән бергәләп дүртәр гектар сөгөлдөр баҫыуында эшләйҙәр. 1969 йылда ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында ун айлыҡ бухгалтерҙар курсын тамамлай. Нәҡ шул мәлдә күрше Этҡол ауыл советының бухгалтеры декрет ялына сыҡҡан булып, Минисара Ибраһимоваға эш бәхете йылмая.
Урта белем алыу теләге менән киске курста уҡый башлай. Көндөҙ эштә, кисен уҡый, шул арала клубҡа йөрөргә лә өлгөрә. Байрамдарҙа концерттар әҙерләйҙәр, спектаклдәр ҡуялар. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан, телгә оҫта, дәртле, шаян, талантлы Рафиҡ исемле егетте һыу һөлөгөндәй һылыу, һомғол буйлы, итәк осона төшөп торған оҙон сәсле Минисара менән ошо бергә уйнаған спектаклдәр дуҫлаштыра ла инде. Этҡол йәштәре эргә-тирә ауылдарға ла спектакль күрһәтергә йөрөй. Бер мәл шулай күрше ауылға белдереү ебәрәләр, тик күҙ асҡыһыҙ буран башлана. Йәштәр үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, йәнәһе, иғлан булғас, халыҡ көтә, ышанысты юғалтырға ярамай. Йәйәүләп, көс-хәл менән барып етһәләр, клубта халыҡ таралышҡан, өс-дүрт кенә кеше ултыра икән. Улар өй беренсә йөрөп халыҡты йыя. Спектаклдән һуң буранда йәнә йәйәүләп ҡайтырға сығалар.
Минисараның тормош юлдашы Рафиҡ Үмәрбаев һигеҙ балалы ғаиләлә буй еткерә: Рафиҡ, Рафаэль, Розалия, Сәриә, Азалия, Лилиә, Фидалия, Илһам. Ғаиләлә балалар күмәк булғас, олатаһы менән өләсәһе: “Беҙгә лә ярҙамсы кәрәк”, – тип Рафиҡты үҙҙәренә йәшәргә ала.
Рафиҡ үҫеп буй еткереп, әрме сафында ла йөрөп ҡайта, шофер булып эшкә төшә. Спектаклдә бергә уйнаған һылыу Минисара тәү күреүҙән күңеленә ята. Көндәрҙән бер көндө Рафиҡ Минисара янына килеп: “Өләсәйем көтөп ҡалды, мин һине кәләш итеп алып ҡайтам, тинем. Әйҙә, беҙгә киттек”, – ти. “Мин йәтим бала түгел, тәүҙә әсәйем менән һөйләш, барып рөхсәт һора”, – ти Минисара. Шуны ғына көткәндәй, Рафиҡ иртәгәһенә үк буласаҡ ҡәйнәһенә һөйләшергә килә.
1971 йылдың 31 декабрендә туйҙары була. Сәмләнеп тормош көтөп алып китә йәштәр. Рафиҡ колхозда шофер, инженер, гараж мөдире, артабан мәктәптә шофер булып эшләй. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, Минисара ла әллә нисәмә эш атҡара, төп эшенән тыш, уңған хужабикә булып таныла: ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, килешле итеп күлдәктәр тегә, аш-һыуға маһир. Ауылдаштары уны иң тәмле бауырһаҡ бешереүсе тип белә. Оло байрамдарға, ҡәҙерле ҡунаҡтарға унан бешертеп алалар. Бына шулай, өйҙә хәстәрлекле әсәй, һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә ул.
Улар йәшәгән ҡотло донъя әллә ҡайҙан балҡып тора. Ауылда йәшәһәләр ҙә, ҡаласа уңайлы шарттар булдырылған, нурлы йорттарында һәр ваҡыт йылы һәм яҡты. Тәҙрә төптәрен күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәгә күмелгән гөлдәр биҙәй, ишек алдында ла төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, тәмле итеп һөт ризыҡтары етештерәләр. Икеһе лә донъясыл, бөтмөр, егәрле. Шулай бер-береһен аңлап, ауылдаштарының хөрмәтен яулап, тормоштоң уртаһында ҡайнап ғүмер итәләр. Минисара Сибәғәт ҡыҙы 40 йылға яҡын баш бухгалтер булып эшләй, хеҙмәтенә яуаплы ҡарауы менән абруй ҡаҙана. Рафиҡ та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылып, хаҡлы ялға сыға. Моңло йырлай, гармунда уйнай. Ауылда үткән Яңы йыл кисәләрендә ул – алыштырғыһыҙ Ҡыш бабай. “Рафиҡ Ҡыш бабай булһа, байрам күңелле үтә”, – ти ауылдаштары.
Үмәрбаевтарҙың ғаиләһендә береһенән-береһе матур биш ҡыҙ үҫеп буй еткергән: Азалия, Ләйсән, Әлфиә, Әлиә, Гөлназ. Уларҙың дүртәүһе медицина юлын һайлаған. Ҡыҙҙарына матур тәрбиә, белемгә ынтылыш биреүгә өлгәшкән улар. Бәхетле ҡайны менән ҡәйнә дүрт кейәүен – Дамир, Рим, Динис, Айназды улдары кеүек яратып, уртаҡ тел табып, ярҙам ҡулы һуҙып тора.
Балалары яратҡан һөнәренә эйә булып, матур тормош ҡорған. Азалия Ишембайҙа йәшәй, ҡалғандары Себер тарафтарында төпләнгән. Өләсәй менән олатайҙы ҡыуандырып, дүрт ейән – Дим, Әмир, Данил, Ильяс һәм дүрт ейәнсәр – Алина, Камилла, Аделина, Мәликә үҫеп килә. Каникулда, йәй көндәрендә Үмәрбаевтарҙың өйө балаларҙың шат тауышына күмелә.
50 йыл элек мөхәббәт, ихтирам, бер-береңә ышаныс менән ҡоролған ғаилә нигеҙе бөгөн дә ныҡлы. Рафиҡтың әсәһе Зөһрәгә 90 йәш тулды. Этҡол ауылының абруйлы, хөрмәтле кешеләре Минисара менән Рафиҡ Үмәрбаевтарҙың мөхәббәтле ғаиләһе – күптәргә өлгө. Бына шундай һоҡланғыс кешеләр ул беҙҙең ҡоҙа менән ҡоҙағыйыбыҙ!
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.