Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2022, 09:19

Донъя тырыштар ҡулында

Булыр бала – биләүҙән, тигәндәре дөрөҫ.

Геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Геройҙың шәхси архивынан.

Баланың буйын түгел, аҡылын үҫтерергә кәрәк, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. “Беләге йыуан – берҙе йығыр, белеме бар – меңде йығыр” тигән әйтем дә – ошоға ишара. Яуымбай ауылы егете Алмас Назаровҡа бөгөнгө уңыштары күктәге ҡар ише яумаған, юҡтан килмәгән, әлбиттә.

24 йәшендә генә техник фәндәр кандидаты булыуға өлгәшкән, фәҡәт үҙенең ныҡышмаллығы, маҡсатына ынтылышы менән үрҙәр яулаған аҫыл ир-егет ул! Район­дағы иң йәш фән кандидаты осош ҡанаттарын ҡайҙа, нисек үҫтергән, киргән – бөгөнгө һүҙем ошо хаҡта.

 

Иҫтәлектәр кәштә тулы

 

“Алмас бәләкәйҙән ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, ныҡыш, алдына алғанын ҡуймай торған булды. 4-5 йәшендә динозаврҙар, йыландар, хайуандар менән ҡыҙыҡһынғас, беҙ уға һүрәтле ҡыҫҡа мәғлүмәттәр туплаған энциклопедиялар алып бирҙек. Минән уҡытып, иҫләгәнен башҡаларға мауыҡтырғыс итеп һөйләп йөрөр булды ул.

Уҡырға барғас та, уҡыу әсбап­тары менән генә мөрхәтһенмәне – “Звездное небо”, “Хочу все знать” тигән энциклопедия китаптарын йотлоғоп уҡыны. Хайуандар, ҡош-ҡорт донъяһы менән шул тиклем мауыҡты, “ҙурайғас, биолог булам” тип йөрөнө. Мин уның ҡыҙыҡһы­ныуҙарына ҡаршы төшмәнем – һораған бер китабын алып бирҙем.

 География фәне ингәс, уны ла оҡшатты. Олимпиадаларҙа ҡатна­шып, алдынғы урындар яуланы.  Бәләкәйҙән саңғыла йөрөнө, ярыш­тарҙа ҡатнашты. Байназарҙа уҡы­ғанында саңғы буйынса зона, республика ярыштарында көсөн һынаны.

Өс ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер ир заты бәләкәйҙән йыйнаҡ, теүәл, тәртипле булды. Уның бөтә нәмәһе һәр ваҡыт үҙ урынында. Бер әйберен дә ташламаны. Бөгөн булһа башланғыс кластарҙа тотонған пеналдары, покемон жетондары, бүләк ителгән блокнот-ручкалары ята. Хатта пионер галстугы, значогы ла.  “Зарница” уйындарына ағастан үҙе эшләп алған автоматтары, гранаталары, сноуборды, ҡылысы ла һаҡлана. Әйҙә, тынғыһыҙ улымдың бала сағының бер өлөшө, иҫтәлеге булып ята бирһендәр.

Ваҡытты үҙенсә бүлә торғайны: мәктәптән ҡайтҡас, ниндәй эштәрҙе башҡарырға, дәрес әҙерләргә, үҙенең шөғөлдәре менән булышырға, китап уҡырға, телевизор ҡарарға. Уның тәүлеге минутлап бүленгән һәм һәр эшенә тәғәйен ваҡыт ҡаралған.

Бер заман Алмас самолеттар менән ҡыҙыҡһына башланы: компьютерҙан самолеттарҙың схемаһын ҡарап, ағастан юнып эшләне. 7-се кластан унынсыға хәтлем самолеттар менән “ауырыны”. Улар әле булһа кәштәлә һаҡлана. Самолеттарҙан тыш, караптар, һандыҡ, айыу, илек һындарын эшләүгә тотоноп китте үҫмерлек осоронда. Ҡыҙыҡһыныуы ҙур булғас, атаһы ағастан сувенирҙар ырып юныу өсөн кәрәкле ҡоралдар алып бирҙе.

Мәктәптән һуң тәүҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының  Стәрлетамаҡ филиалында ике йыл уҡыны, сөнки баш ҡалалағы юғары уҡыу йортона саҡ ҡына балы етмәне. Өсөнсө курсҡа Өфөгә күсте.

Студент сағында ла әүҙем булды: йә спортта, йә ғилми-тикше­ренеү  эштәренең уртаһында ҡай­на­ны. Икенсе курста уҡығанында “В”, “С” категорияларына водитель танытмаһы алды. Был сығымдар беҙҙән булманы – үҙе эшләп уҡыны. Ғөмүмән, атай-әсәйгә һалыныу, кемдәндер ниҙер өмөт итеү тигән нәмә Алмаста юҡ. Студент сағында уҡ, эшләп тә йөрөгәс, ике һеңлеһенә ҡиммәтле телефон, ноутбук һатып алып бирҙе. Үҙен дә, һеңлеләрен дә ҡараны. Мин уға юл ыңғай таксистар аша аҙыҡ-түлек кенә ебәрҙем. Үҙенең аҡсаһы, көсө, тырышлығы менән уҡыны”, – ти Алмастың әсәһе, ғүмерен Яуымбай мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагог Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы Назарова.

 

Яуымбайҙың йәш ғалимы

 

2016 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының машиналар эшләү производство­һының конструктор-технологик тәьмин итеү бүлеген тамамлап, бакалавр белеме ала Алмас. 2018 йылда магистратураны уңышлы тамамлай. Йәйге хәрби йыйындар­ҙа ҡатнашҡан белгескә запастағы офицер (лейтенант) исемен бирәләр. 2019 йылдың декабрендә иһә техник фәндәр кандидатлығына диссертация яҡлай.

“Ҡыҙыҡ кеше инде ул беҙҙең Алмас. Яңы йылға күп итеп күстә­нәстәр, һәр беребеҙгә ҡиммәтле  бүләктәр тейәп ҡайтып төштө. Ғаиләбеҙ аш табынына йыйылғас, мин кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым, тип әйтеп һалды. Ошо хаҡта ла беҙгә алдан әйтмәгән. Беҙ аптырап та, ҡыуанып та бөтә алманыҡ был хәбәргә”, – ти әсә.

2021 йылдың  сентябренә тиклем Алмас “Авиация технологиялары технопаркы фәнни-етештереү ассоциацияһы”ның ион-плазма технологияһы бүлегендә инженер-технолог булып эшләгән. Әле Өфө дәүләт авиация техник университетының Авиация технологиялары һәм материалдары институтының машиналар эшләү технологиялары кафедраһында студенттарҙың “Көс машиналары” конструкторлыҡ бюроһы етәксеһе вазифаһын башҡара.

Студент сағында ла, әле лә ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәләре менән Рәсәй һәм халыҡ-ара конфе­ренцияларҙа сығыш яһай Яуым­байҙың йәш ғалимы. Мәҫәлән, сит илдәрҙән дә вәкилдәр ҡатнашҡан аспиранттар һәм йәш ғалимдарҙың  Х “Фән һәм техниканың көнүҙәк проблемалары” тигән Бөтә Рәсәй ҡышҡы мәктәп-семинарында (Өфө, 2017), 2018 йылда Магнито­горскиҙа ойошторолған 24-се Урал металсылар-термистары мәктәбендә, “Ҡорос һәм иретмә металдарҙы өйрәнеүҙең көнүҙәк проблемалары” тигән темаға һәм башҡа күп кенә Рәсәй, донъя кимәлендәге кәңәш­мәләрҙә уңышлы сығыш яһаған.

2019 йылда Мәскәү авиация институтында кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡлағас, “Технопарк АТ” фәнни-етештереү ассоциа­ция­һында әйҙәүсе инженер-технолог  булып  эшләп алған. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Алмас 28 фәнни мәҡәлә әҙерләп баҫтырған. Уларҙың 17-һе Web of Science һәм Scopus фәнни цитаталар халыҡ-ара мәғлүмәт-аналитика индексына ингән. Шулай уҡ егет 11 уйлап табыу патентына эйә. Ҡыҫҡаһы, тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән әйтемде үҙ миҫалында раҫлай йәш ғалим.

 

Ояһында ни күрһә...

 

Эйе, ниндәйҙер ҙур уңыштар ҡаҙаныу, үҙең һайлаған хеҙмәт өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ҡайҙалыр сит илдә йә Мәскәүҙә тыуып үҫеү кәрәкмәй. Бәғзе берәүҙәр уйлағанса, Берҙәм дәүләт имтиханын бирә алмайым, теләгән ергә инә алмайым, тип туған телеңдә уҡыуҙан ваз кисеү ҙә мотлаҡ түгел. Быны Бөрйәндең әллә ни ҙур булмаған Яуымбай ауылында тыуып үҫкән Алмас Назаров  үҙ миҫалында раҫлай – һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн бары изге, матур ниәт, ныҡышмаллыҡ, егәрлелек, рух һәм ихтыяр көсө талап ителә.

Ана бит, ябай ауыл уҡытыусыһы Хә­лиҙә Мазһар ҡыҙы менән ауыл­дың бынамын тигән ир-уҙаманы, бөгөн район магазиндары буйлап  эшҡыуар Ҡарасуриндарҙың  икмә­ген ташыусы водитель Юнир Мазһар улының дүрт балалы ғаиләһендә бынамын тигән егет, йәш ғалим, ваҡыт һәм ғүмер ҡәҙерен белеп йәшәгән ир-арыҫлан тыуып үҫкән.

Әйткәндәй,  Назаровтарҙың   өлкән ҡыҙҙары Зөһрә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағас, тағы тәрбиәсе һөнәренә квалификация һынауын үткән. Бөгөн ул – ике юғары белемле педагог. Әтек егете Илназ Байморатов менән яҙмышын бәйләп, ике бала тәрбиәләйҙәр. Миләүшәләре БДУ-ның география факультетын, магистратураны тамамлап, тормошҡа сыҡҡан. Гөлсимәләре, Өфө медицина колледжын тамамлап, эшләп йөрөй. Хәлиҙә менән Юнир Назаровтар 31 йыл ҡулға-ҡул тотоноп йәшәй, ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө.

Әйткәндәй, Алмас, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Өфөнән ике бүлмәле фатир һатып алған. Ике студент һеңлеһен дә үҙендә һыйындырып йәшәткән шәп ағай ул.

Булыр бала – биләүҙән, ти ха­лыҡ әйтеме. Булмаҫтайҙар – ҡырҡ­та ла, иллелә лә ата-әсә елкәһендә йә эскелек һаҙлығында. Шөкөр, һү­рәт­ләмәм геройы бөгөнгө йәштәргә һәр яҡлап өлгө булыр – уҡыу, эш, спорт, фән, карьера яғынан да. Иманлы ғына кәләш осрап, ғаиләһендә лә бәхетле булырға яҙһын Яуымбайҙың йәш ғалимына!

 

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 

Бөрйән районы.

Читайте нас: