Хәмерһеҙ туй Йылайыр яҡтарында ят күренеш түгел, һанай китһәң, хәҙер күптәрҙең, айырыуса йәштәрҙең айыҡ тормошҡа ынтылыуын күрәһең. Халҡыбыҙҙың тарихын байҡаһаң да, байрамдар эскелекһеҙ, ҡымыҙ менән генә үткән.
Күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсы бәйгеһендә ҡатнашҡан Йылайыр районының Сәләх ауылында ла айыҡ туй булды. Башҡорт халҡының туй йолаларын теүәл үтәп, күрше ауыл кешеләре ҡоҙалашты: һигеҙ бала үҫтергән Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановтарҙың өлкән улы Радмир Ашҡаҙар һылыуы Зилиәгә өйләнде. Ул да биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Зөһрә Хәкимйән ҡыҙы менән Фәннүр Мирғәле улы Атановтар бер ул һәм дүрт ҡыҙға матур тәрбиә биргәндәр.
Йәш килен Зилиә Йылайыр ауылында “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында эшләй. Радмир иһә Аҡъяр тау колледжын тамамлағас, 2010 йылда ил алдындағы бурысын үтәп, әрмелә хеҙмәт иткән. Армиянан ҡайтып, хеҙмәт юлын Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында башлаған, аҙаҡ Себергә эшкә киткән. Вахта ысулы менән уңышлы эшләп йөрөгән егет бөгөн ике ҡатлы өй һалған, машина ла һатып алған. Йәштәрҙең төпләнер ояһы булыуы ғаиләне лә ныҡлы итә.
– Радмир бала саҡтан ипле, тәүфиҡлы булыуы менән айырылып торҙо. Һигеҙ балалы ғаиләлә иң ҙур ағай булараҡ бөтә һеңле-ҡустыларына иғтибарлы, атай-әсәйҙең ныҡлы терәге һәм ярҙамсыһы, – ти ауылдаштары уның тураһында.
Ҡайһы берәүҙәр, хәҙерге заманда эскеһеҙ тантаналарҙы күҙ алдына килтереү ҡыйын, тиһә лә, Тотмановтар менән Атановтар алдында туйҙы айыҡ итергәме-юҡмы тигән һорау тормаған. Ике ғаилә лә – Зөһрә апай менән Фәннүр ағай ҙа, Таңсулпан апай менән Рөстәм ағай ҙа был төбәктә яҡташтары араһында абруйлы, өлгөлө.
Тотош ауыл менән гөрләтеп килен төшөргән сәләхтәр – ысын мәғәнәһендә берҙәм халыҡ. Сәләхте бал ҡорто күсе менән сағыштырырға ла була. Бәләкәй төбәктәр шул яғы менән көслө лә: башланғыс буйынса береһе “һайт” тиһә, икенсеһе “тайт” тип күтәреп алырға әҙер тора.
Ҡасандыр үҙҙәре ошо ауылға йәш килен булып төшөп, таштай батҡан алсаҡ та, шаян да еңгәйҙәр йәштәрҙең тормошона ырыҫ, бәхет, бәрәкәт теләп, ҡоҙаларҙы шартына еткереп ҡаршы алып, уйын-көлкө, йыр-моң, туйҙарҙа ғына яңғырай торған төртмә таҡмаҡтар менән байрамды биҙәп, айыҡ туйға йән, йәм өҫтәне.
– Ғәләмәт матур үтте туй! Таңсулпан апай киленен ап-аҡ мендәргә баҫтырып, ауыҙына бал-май ҡаптырып ҡаршы алды, йәш килендең иң бәләкәс бикәсе еңгәһенең билен систе. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған мул табында һыйланып, үҙ-ара һөйләшеп, туғанлыҡ ептәрен барлап, ҡәрҙәшлекте нығытҡас, йола буйынса бәләкәй бикәс һыу юлын башланы. Һыуҙан ҡайтҡас, килен һыуын һатыу йолаһы ла күрһәтелде. Ҡунаҡтар ҙа, ауылдаштар ҙа алып ҡайтҡан һыуҙан ауыҙ итеп, рәхмәт әйтте, йәштәргә тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан еңгәйҙәр һандыҡ һатыу эшен ойошторҙо. Һатыусылар һәм һатып алыусылар үҙ-ара килешкәс, бирнә өйҙөң түренән урын алды. Ул арала еңгәй бүләген алырға бер урам балалар йыйылып киткәйне. Уныһы ла үҙенә күрә күркәм йола. Бәләкәс кенә ҡәйнештәр һәм бикәстәр еңгәйҙе күреп, бүләкле булып, ихлас ҡыуанып таралышты.
Кискелеккә Сәләх ауылы инәйҙәре, апайҙары “Килен сәйе”нә йыйылды. Һыйҙан һығылып торған өҫтәл янында һәр кемеһе, киленгә бүләктәрен биреп, теләктәр әйтте. Йәш бейем Таңсулпан апай барыһына ла килен яулығы өләште. “Килен сәйе”, “Килен яулығы өләшеү” ҙә – беҙҙең яҡта һаҡланып ҡалған матур йолаларҙың береһе.
Бына шулай ауылыбыҙҙа тағы ла бер ғаилә барлыҡҡа килде. Ата-әсә тырышып үҙ бурысын атҡара ул, ҡалғаны йәштәрҙең тик үҙенән тора, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты матур ғаилә байрамы уртаһында ҡайнап йөрөгән еңгәләрҙең береһе Зөлфирә Таһирова.
Нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдарынан килә сәмле сәләхтәрҙең. Халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә генә түгел, ауыҙ-тел ижадына ла, фольклорына ла иғтибарлы улар: мәҫәлән, күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан көнәркәштәре – Күгәрсен районының Сәлих ауылы халҡы менән халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижады – әйтеште тергеҙҙеләр. Ошо ауылда тыуып үҫкән шағир, журналист, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Сибай Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, шиғыр китаптары авторы Мотал Рәмов, бәйгегә ҡеүәт өҫтәп, әйтеште башлап ебәрҙе. Сәлихтәргә иһә сығышы менән Моҡас ауылынан булған Гөлкәй Исмәғилева ярҙам итте. Ул Федоровка районында йәшәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, әлеге көндә хаҡлы ялда.
Сәләхтәр менән сәлихтәрҙең Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадының йыр поэзияһы формаһына ҡараған әйтеш жанрын тергеҙеүҙәре ысын мәғәнәһендә оло иғтибарға лайыҡ.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Йылайыр районы.