Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 11:55

Яҙмышы бер китап яҙырлыҡ

“Күңелем тыныс, атайым һуғышта батырҙарса алышҡан”

Сәйет Йәрмөхәмәтовтың ғаилә архивынан.
Фото:Сәйет Йәрмөхәмәтовтың ғаилә архивынан.

Зинфир Йәрмөхәмәтов һәр йылдағыса 9 майҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала: беренсенән, Бөйөк Еңеү байрамы, икенсенән, ул ошо көндә тыуған. Быйылғыһы айырыуса мөһим – ул 80 йәшлек юбилейын билдәләй, шулай уҡ тормош иптәше Мәрвиә Мөхәмәтәмин ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүҙәренә 55 йыл тулған.

Эйе, Зинфир Сәйет улы бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт – һөйөклөһө янында, ике ҡыҙы һәм ейән-ейәнсәре уңыштары менән ҡыуандыра, әммә уға ошо тормош камиллығына өлгәшеү өсөн күп һынауҙар аша үтергә тура килгән. Үҙе әйтмешләй, яҙмышы бер китап яҙырлыҡ.

Тормош һынауҙары уны тыуғас та ныҡлыҡҡа һынай башлаған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Атаһы Сәйет Шәймөхәмәт улы 1941 йылдың авгусында фронтҡа алына. Ул китеп, туғыҙ ай уҙғас, 1942 йылдың 9 майында Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында  улы Зинфир донъяға ауаз һала. Шулай итеп, атай менән улға бер-береһен күрергә насип булмай – яугир 1943 йылда яраланып, дауаханала вафат була.

Әммә ауылда күрә алмаған ҡайһы берәүҙәр “Сәйет Шәймө­хәмәт улы һуғышта булмаған” тип хәбәр тарата, шуға ла бәләкәй Зинфирға нахаҡ һүҙҙәр, рәнйе­теүҙәр ишетеп үҫергә тура килә. Үҫәйем әле бына, барыбер ата­йымдың ҡаһарман батырлығын иҫбат итәсәкмен. Мин – батыр балаһы, тип үҙенә ант бирә малай.

Йылдар үтә, Зинфир Сәйет улы эҙләнеүҙәрҙән туҡтамай. Төрлө урындарға хат яҙа һәм дөрөҫлөктө табыуға өлгәшә. Атаһы сержант Сәйет Йәрмөхәмәтовтың хәрби юлын өйрәнеп, уның батырҙарса көрәшеүен һәм юғары награ­даларға лайыҡ булыуын асыҡлай.

Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк сержант Йәрмөхәмәтовтың орудие расчеты немец баҫҡынсыларына ҡаршы батырлыҡ өлгөһө күрһәткән. 1942 йылдың 6 июлендә тревога буйынса Йәрмөхәмәтов хәрби һөжүмгә күтәрелеп, дошманға ҡаршы яу аса. Дошман уты яуып тороуға ҡарамаҫтан, улар тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ алыша. Һалдаттар команданы ваҡытында һәм аныҡ үтәй. Был көндө батарея дошмандың көсөн баҫтыра. Артабан да 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлы артиллерия дивизионының 101-се бүлексә­һенең өсөнсө батарея орудиеһы командиры Сәйет Йәрмөхәмәтов тыуған ил өсөн иң яуаплы һәм хәл иткес минутта тәүәккәллек күрһәтә – дошмандың миномет батареяһы ҡыйратыла, хәрби йөк тейәлгән өс автомашинаның көлө күккә оса. Яугир был күрһәткән батыр­лыҡтары өсөн “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ булған.  

Зинфир Сәйет улы, атаһын бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, уның менән ғорурланып йәшәй.

– Күңелем тыныс, атайым һуғышта батырҙарса алышҡан. Иң мөһиме – шуны асыҡланым. Атайым Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында тыуған. Колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған. Бик эшсән, тынғыһыҙ кеше булған. Һуғышҡа үҙенең аты менән киткән. Тәүҙә Алкин ҡасабаһында хәрби әҙерлек үткәндәр, шул мәлдә мин яралғанмын, – ти Зинфир Сәйет улы.     

Бала сағы ауыр йылдарға тура килһә лә, атайһыҙ үҫһә лә, Зинфир Йәрмөхәмәтов был тормошта юғалып ҡалмай. Бала саҡта ат ҡараусы булып эшләй. Һуңынан – армия, Төркмәнстан, Кушка. Лайыҡлы хеҙмәт юлын үтә, исемле сәғәт менән бүләкләнә. Тыуған ил алдында хәрби бурысын намыҫлы үтәп ҡайтҡас, ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә токарь өйрәнсеге булып эшкә урынлаша. Тәүге көндәрҙән үк дөйөм ятаҡтан бүлмә бирәләр.

Бер мәл армия дуҫы Фармут дөйөм ятаҡта йәшәгән таныш ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға саҡыра, Зинфир Сәйет улы ихлас ризалаша. Алсаҡ, ихлас, аккордеонда уйнаған егетте барыһы ла оҡшата. Ошо көндө ул буласаҡ тормош иптәше, Бүздәк районының Урал ауылы ҡыҙы Мәрвиәне осрата. Һылыу, тыйнаҡ ҡыҙ шул уҡ заводтың икенсе цехында эшләгән була. Мәрвиә бәйләргә ярата, матур йырлай – Калинин исемендәге мәҙәниәт йортонда хорҙа шөғөлләнә.

Тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатҡан йәштәр ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1967 йылдың 8 апрелендә ғаилә ҡора. Ул мәлгә ҡарата бөтмөр Зинфир Сәйет улы бер бүлмәле кооператив фатир алырға ла өлгөргән булған. Кәләшен үҙ торлағына алып ҡайта. Бер йылдан ҡыҙҙары Зөлфиә, ә 1970 йылда Лилиә тыуа.

Зинфир Сәйет улы “Синтезспирт” заводына һурҙырғыс машинисы булып эшкә урынлаша, бер аҙҙан уны өлкән машинист итеп үрләтәләр. Эштең барлыҡ нескәлектәрен белгән Зинфир Йәрмөхәмәтов бында лайыҡлы хеҙмәт юлын үтә. Механикка уҡып ала, һуңынан 4-ВГСО пунктында командир була.

Завод ғаиләгә өс бүлмәле фатир бирә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Зинфир Йәрмөхәмәтов бер нисә тапҡыр Ялта шифаханаларына юлланма менән бүләкләнә. Ғаилә менән бергә диңгеҙгә ял итергә барыу өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә оло ҡыуаныс була. Был йылдарҙы әле лә һағынып, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала хеҙмәт ветераны.

Зинфир Сәйет улына 1990 – 1992 йылдарҙа Ленинакандағы ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға насип була.

– Унда һыу бөтөнләй юҡ ине. Уны төрлө ысулдар менән ер аҫтынан эҙләнек, ә ер ҡыбырлай, йөрөүе ҡурҡыныс. Мин ватыҡ япҡысты табып йүнәткәйнем, һыу китте, – ти ул.

Ул мәлдә Зинфир Йәрмөхәмә­товтың слесарь-сантехник һөнә­ренә эйә булыуы ярҙам итә, аҙаҡ уны мастер итеп үрләтәләр. Әйткәндәй, ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙәге намыҫлы хеҙмәте өсөн 1991 йылда “Ер тетрәү зона­һындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән дә наградлана.

Зинфир ағайға “Кабель” Өфө конструкторҙар бюроһында эш­ләргә тура килә: тәүҙә йөк ташыусы, һуңынан слесарь-сантехник йөгөн тарта. Һигеҙ йылдан һуң “Синтезспирт”ҡа кире эшкә ҡайта. Ул ошо предприятиенан хаҡлы ялға сыға. 

Мәрвиә Мөхәмәтәмин ҡыҙы ла егерме йыл дауамында бер цехта намыҫлы хеҙмәт юлын үткән. Ғөмүмән, ирле-ҡатынлы Йәрмө­хәмәтовтар ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙҙәрен яуаплы, башҡарыусан, тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтә.

Тынғыһыҙ, уңған Зинфир Сәйет улы хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә ултырмай – торлаҡ-коммуналь идаралыҡта, фәнни-тикшеренеү институтында, “Аҡтау” ҡунаҡхана­һында, һалым инспекцияһында эшләй. Шулай итеп, 79 йәшкә еткәс кенә: “Етте, ял ит”, – тип әйтә ул үҙенә.

Бөгөн хеҙмәт ветераны тормош иптәше менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ҡыҙҙары уңышлы эшләп йөрөй. Ейәнсәрҙәре Сабина менән Эльвина ла юғары уҡыу йорттарын тамамлап, был тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Ейәне Адель Белгородта хәрби хеҙмәттә.

Зинфир Сәйет улы – бик үҙенсәлекле кеше ул. Уның тыуған ергә, ғаиләһенә һөйөүе, ата-бабаларының яҙмышына битараф булмауы һоҡландыра. 1934 йылда уның әсәһенең ата-әсәһенә “кулак” мөһөрө тағып, 12 баш һыйырын, алты башмағын, 15 һарығын, 10 йылҡыһын, өс тайын, кәртә-ҡураларын, туғыҙ дана умартаһын тартып алған булғандар. Зинфир ағай йылдар үткәс, был ғәҙел­һеҙлеккә ҡаршы көрәшеп, судта еңеп сыға. Түләнгән компенсация бары бер бүрек алырға ғына етә. “Был осраҡта эш аҡсала түгел ине, маҡсатым ғаилә намыҫын яҡлау булды”, – ти ул.

Әйткәндәй, ул  атаһы – яугир Сәйет Йәрмөхәмәтовҡа тыуған нигеҙҙәрендә обелиск эшләтә. Уны 2019 йылдың 6 майында тантаналы рәүештә асалар. “Ғәҙеллек юллап, биш судта еңеп сыҡтым”, – ти ул.

Бына шулай фиҙакәр хеҙмәттә һәм ғәҙеллек юлында йәшәй һуғыш осоро балалары, хөрмәтле хеҙмәт ветерандары Мәрвиә Мөхәмәтәмин ҡыҙы менән Зинфир Сәйет улы Йәрмөхәмәтовтар. Киләсәктәре лә яҡты, матур булһын, улар – тик хөрмәттә йәшәүгә лайыҡлы быуын.

 

Рәмилә МУСИНА.

 

Өфө ҡалаһы.

Улар 55 йыл бергә.
Улар 55 йыл бергә.
Улар 55 йыл бергә.
Читайте нас: