Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Башҡортостанда “ҡара алтын” сығарыусылар сафы һирәгәйә башлай – меңдәрсә эшсе фронтҡа китә. Уларҙы үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар алмаштыра. Ә быраулау ҡоролмаларында тәжрибәле нефтселәр урынына ҡалғандар республика нефтенең артабан да фронтты өҙлөкһөҙ яғыулыҡ менән тәьмин итеүенә өлгәшә.
Республиканың биш мең нефтсеһе фронтҡа китә, шуларҙың яртыһынан күберәге кире әйләнеп ҡайтмай. Һуғыш геройҙарының исеме тарих биттәренә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Уларҙың күбеһе юғары наградаларға лайыҡ булған.
“Ишембайнефть” тресынан ғына (хәҙер ул “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына инә, “Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп операторы) хәрби хеҙмәткә 750-гә яҡын кеше саҡырыла.
Башҡорт нефтселәренең Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө бик ҙур була. Был турала СССР Дәүләт планы комитеты рәйесе Николай Байбаков та белдерә. Комитет билдәләүенсә, фронттағы һәр өсөнсө цистернаға башҡорт нефтенән етештерелгән яғыулыҡ ҡойолған.
Яғыулыҡ һәм энергетика ресурстары һауа һөжүме, танк һәм диңгеҙ хәрби операциялары өсөн кәрәк була. Ә Башҡортостан фронттың иң мөһим донор өлкәләренең береһенә әүерелә. Нефть сәнәғәтенең ҡеүәтле үҫеше Бөйөк Ватан һуғышының йомғаҡтарына ҙур йоғонто яһай.
Ишембай тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Владимир Игнатьев былай тип билдәләй: “Һуғыш ваҡытында ишембайҙар элек табылған ятҡылыҡтарҙы үҙләштергән, шулай уҡ яңыларын тапҡан, етештереүҙе арттырған, фронтҡа яғыулыҡ биргән. Был йылдарҙа Башҡортостан нефтселәре 5,5 миллион тонна самаһы нефть сығарған. Ул йылдарҙағы тырыш хеҙмәт республиканың хәҙерге сәнәғәт ҡеүәтенә нигеҙ һала.
“Ишембайнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығына һуғыш яландарынан 300-гә яҡын кеше әйләнеп ҡайтҡан. Улар йәнә “ҡара алтын” сығарыусылар сафына баҫа, һуғыштан һуң илебеҙҙе төҙөкләндереү өсөн эшләй.
Башҡортостандың беренсе нефть скважиналарындағы ауыр эшкә хатта ир-егеттәр ҙә сыҙай алмаған. Кемгәлер белем етмәгән, ҡаты климат шарттарына, ғәйәт ҙур физик көсөргәнешкә түҙә алмағандар... Ә ир-егеттәр фронтҡа киткәс, нефть вышкаларында, быраулау ҡоролмаларында ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр эшләй башлай.
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ышаныслы тылға әүерелә, бынан фронтҡа аҙыҡ-түлек, техника, боеприпастар һәм, иң мөһиме, яғыулыҡ оҙатыла. Тик 1941 йылдан 1945 йылға тиклем ирҙәрҙе алмаштырып, батырҙарса “ҡара алтын” сығарған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында мәғлүмәт аҙ. Тарихҡа күҙ һалһаң, һуғыш йылдарында нефть тармағындағы эшселәрҙең яртыһы тиерлек уларға тура килә. Әлбиттә, хәҙерге кеүек яңы килгән белгестәрҙе өйрәтеү, уҡытыу ойошторолмай. Быға ваҡыт та булмай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тәжрибәле оҫталарҙан һөнәр нигеҙҙәрен үҙләштерергә кәрәк була. Сатлама һыуыҡтарҙа ике сменаға бүленеп, 12–14-әр сәғәт эшләйҙәр.
1942 йыл башында “Ишембайнефть”тә генә 358 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, шуларҙың 52-һе быраулау бригадаһында була. “Туймазынефть” промыслаһында һәм быраулау ҡоролмаларында ул йылдарҙа эшселәрҙең яртыһынан күберәген ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә.
Тап ошо мәлдә дошман СССР-ҙың көньяҡ райондарынан фронтты яғыулыҡ менән тәьмин итеү юлдарын өҙә. Шул ваҡыттан алып нәҡ Башҡортостан нефте хәрби частарға яғыулыҡ оҙата.
Ил етәкселеге көн һайын Башҡортостандың Ишембай районынан мәғлүмәт һорай. Фронтҡа ебәрелгән яғыулыҡ күләме һәм поезд эшелондары, һәр промысланың торошо, һәр скважина тураһында ентекле отчет ебәрелеп тора.
Мәҫәлән, “Ил” самолётын һауаға күтәреү өсөн – туғыҙ мең литр, “Т-34” цистернаһын тултырыу өсөн 540 литр яғыулыҡ кәрәк була. Нәҡ шул йылдарҙа Кинйәбулатов ятҡылығы асыла, был тәүҙә мотор яғыулығы дефицитын һиҙелерлек кәметергә, ә һуңынан фронттың яғыулыҡҡа ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирә.
1943 йылдың 29 сентябрендә 5-се скважинанан ҡеүәтле нефть фонтаны бәреп сыға, уны мастер Голяков быраулай. Скважинаның ҡеүәте тәүлегенә яҡынса алты мең тонна тәшкил иткән. “Бишенсе” артынан тағы ла тиҫтәләгән скважина быраулана.
Асыштың бөтә ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын түбәндәгеләр дәлилләй: “Башнефть”тең баш геологы Андрей Трофимук илдең беренсе геологы исемен ала, уға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Кинйәбулат нефть ятҡылығын асыу еңелдән булмай. Эш шунда: бишенсе скважинала оҙаҡ ваҡыт быраулау эштәре һөҙөмтә бирмәй, нефть булмай. “Ҡара алтын” алырға тырышыу бушҡа булғас, скважиналарҙы бөтөрөргә ҡарар ителә. Яңы ятҡылыҡтарҙы тикшереү өсөн торбалар етешмәй, иҫкеләрен ҡаҙып алырға тура килә, уларҙың бер өлөшөн сығарыуҙың берҙән-бер юлы шартлатҡыс ҡулланыу була. Шартлауҙан һуң ҡоҙоҡтан торба ҡалдыҡтары урынына өҫкә ҡеүәтле нефть фонтаны атылып сыға.
1944 йылға СССР дошман һуғыш башында баҫып алған күп биләмәләрҙе кире яулауға өлгәшә. Әммә Краснодар крайындағы күп кенә нефть ятҡылыҡтары һаман да дошман ҡулында ҡала, Баҡы һәм Грозный участкаларында нефть сығарыуға бәйле проблемалар киҫкенләшә. “Ҡара алтын”дың һәр литры алтынға тиңләнә. Ошо ауыр ваҡытта Башҡортостанда Туймазы девон ятҡылығын асыу ҙур роль уйнай.
Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләүселәргә был осорҙа бик ауырға тура килә. Эш шунда: был ваҡытҡа Совет армияһы Майкопты һәм нефть ятҡылыҡтары булған башҡа көньяҡ райондарҙы азат итә. Мәскәү Туймазы ятҡылығында быраулау эштәрен туҡтатыуҙы һәм бушаған техниканы дошмандан азат ителгән ерҙәргә күсереүҙе талап итә. Әммә ул саҡта Степан Кувыкин (һуңынан ул Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм беренсе дәрәжә ике Сталин премияһы лауреаты булып китә) етәкселегендәге “Башнефтекомбинат” идаралығы, шулай уҡ баш геолог Андрей Трофимук уңышҡа ышана һәм хеҙмәттәштәре менән бергә маҡсатлы рәүештә нефть ятҡылығын эҙләүен дауам итә.
– Девон ятҡылыҡтарында быраулау ярайһы уҡ тиҙ бара. Мәҫәлән, идара итеүҙә иң яҡшыларҙың береһе булған Андрияшин бригадаһы скважинаны 1200 метр тәрәнлеккә тиклем быраулай. Мастер Трипольский етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ быраулау эштәрен дауам итә. 1700 метр тәрәнлеккә тиклем барып еткәс, нефттең тәүге билдәләре барлыҡҡа килә. 1944 йылдың 29 сентябрендә, ниһайәт, девон нефтенең ҡеүәтле фонтаны урғылып сыға, – ти “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Туймазынефть” ветерандар һәм пенсионерҙар советы рәйесе Сергей Бабанов.
Ул скважинаның һаны 100-сө була. Туймазы ерендә табылған ҡеүәтле ятҡылыҡ Ватандың нефть сәнәғәте яҙмышын үҙгәртә һәм Еңеүҙе тағы ла яҡынайта. Тәүлегенә 250 тоннанан ашыу нефть ағымын тәшкил иткән скважина шунда уҡ “Туймазынефть” тресында етештереү күләмен ике тапҡырға арттыра.
Бөтә көс Ҡыҙыл Армияны яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Ә бының өсөн “ҡара алтын” етештереүҙе һиҙелерлек арттырырға кәрәк була. Ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын ул ваҡыттағы ысын геройҙарҙың береһе Аҡмал Вәхитов таба. Әлеге ваҡытта был предприятиеның вариҫы булған “Башнефть-Добыча” предприятиеһы (“Ишембайнефть” тресы) тарихы скважиналарҙы ремонтлау оҫтаһының исеменән айырылғыһыҙ.
Аҡмал Вәхитов Ҡазан губернаһында тыуған, 23 йәшендә Грозный ятҡылығында нефтсе булып эш башлай. 1937 йылда Ишембайға килә. Һуғыш йылдарында нефть запасы ҡырҡа кәмей, уны етештереүҙең икенсе ысулдарын уйлап табырға кәрәк була. Аҡмал Ғилфан улының ныҡышмалылығы һәм коллективының героик хеҙмәте хатта тәүҙә өмөтһөҙ булып күренгән скважиналарға ла яңы һулыш өрөргә мөмкинлек бирә.
– Аҡмал Ғилфан улы көн-төн эштә юғалып, өйгә бик һирәк ҡайтты, тип хәтерләй ине өләсәйем. Уның хеҙмәтен юғары баһалайҙар. 1941 йылда “Социалистик ярыш отличнигы” исеменә лайыҡ була, ә 1942 йылда “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ә өс йылдан һуң уға “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы тапшырыла, – ти нефтсенең ейәнсәре Луиза Шәңгәрәева.
Улар – награда, намыҫ, дан хаҡына түгел, ә фашист баҫҡынсыларын еңергә ярҙам итеү өсөн бар тырышлығын һалған быуын. Стаханов бригадалары һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла әүҙем эшләй. “Ишембайнефть” тресының 1-се етештереү бригадаһы ярты йыл дауамында Бөтә Союз ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.
– Һуғыштың тәүге осоронда наградалар хатта фронтта ла яугирҙәргә һирәгерәк бирелә. Тылдағы эшселәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Аҡмал Ғилфан улының хеҙмәте 1942 йылда уҡ Хөкүмәт тарафынан баһалана. Ысынлап та, был быуын ҡеүәтле, легендар кешеләр заманы ине, – ти Аҡмал Вәхитовтың бүләһе Наил Шәңгәрәев.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуғыштан һуң да легендар нефтсе фиҙакәр хеҙмәтен дауам итә. Һуғыштан һуң өс йыл үткәс, 1948 йылдың 8 майында Аҡмал Вәхитовҡа “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исем бирелә. Өс йылдан һуң ул Ленин ордены менән бүләкләнә.
“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте.