Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2022, 13:44

Ватан иманы

Ошо көндәрҙә шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Һәҙиә Дәүләтшина, Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты,  Салауат Юлаев ордены кавалеры  Гөлнур Яҡупова түбәндәге мөрәжәғәтен ебәрҙе.

“Хөрмәтле ватандаштарым!   Донъяла барған үтә лә ҡатмарлы хәлдәр мейемде айҡай, йөрәгемде тетрәндерә.

Беҙ, башҡорттар, үтә лә ватансыл халыҡ, быға дәлилдәр килтереп тормайым, сөнки сал тарихтан ғына түгел, бөгөнгөбөҙҙән дә мәғлүм был. Ә Рәсәй – беҙҙең Оло Ватаныбыҙ, йөҙҙәрсә милләттәрҙе, телдәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе татыулыҡта-тиңлектә йәшәткән Ил.

Күптән түгел шағирә, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Зарина Бағышаеванан хат алдым. Унда ошолай тиелгән: “Ҡатындар”ҙа һеҙ һөйгәне хаҡына Украинаға киткән героиняғыҙ Мәүлиҙә яҙмышына бәйләп шул илдең сәйәсәте, мәҙәниәте, халҡы тураһында ҡайта-ҡайта күп кенә яҙғанһығыҙ. Шул урындарҙы яңынан уҡып сыҡтым, сөнки Ватан иманы тәңгәлендәге фекерегеҙ  хәтергә уйылып ҡалғайны, уларҙы уҡыусыларыма ҡабатлап еткерергә, әңгәмә ҡорорға ниәтләнем. Бик тә бөгөнгөгә ауаздаш бит, был теманың ҡалҡып сығырын алдан күргәндәйһегеҙ...”

Ҡәҙерле уҡыусыларым, ватандаштарым, ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға төп героиням Нурияның Мәүлиҙә әхирәтенә бәйле уй-хистәренән – “Ҡатындар” трилогияһының “Бер һөйгәнем өсөн” тигән романымдан бәләкәй генә өҙөк ҡуям.

“...Украинанан, Мәүлиҙәнән, бандероль килеп төштө. Хат менән бергә әллә күпме  фото ебәргән. Башта хатын уҡыным: “Әхирәтем! Һиңә әле берәүгә лә әйтмәгән серемде сисәм: Алеша миңә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Инде өсөнсө тапҡыр... Бүтәнсә түҙер әмәлем ҡалманы, ти. Тә­­ҡәтем бөттө, ти.  Нема терпения, коханна, имеш... Ри­за­лы­ғымды бирҙем, Нурия. Йәшем егерме бишкә етте, ысвикла бисәләре араһында йөрөһәм, күптән күҙгә бәреп әйтерҙәр ине, кенәгәң аҫҡа батты, тип. Олексийға утыҙға ла күп ҡалманы, дуҫтары бала-сағалы булып бөттө. Әсәһе лә, ахыр килеп, басурманкаңды ал да ҡуй, яратҡасың, тигән. Ҡыҙый, мин атайыма шалтыратырға йыйынам, һин ипләп кенә уның ҡолағына тишә тор, Мәүлиҙә кейәүгә сығырға йыйына тип, йәме!

Ә фотоларҙы Олексийҙың өләсәһе йәшәгән утарҙа төшөрҙөк, ҡунаҡҡа барғайныҡ. Ғәжәпме? Унда Толпарлыға тартым әйберҙәр етерлек – һиртмә ҡойолар, үҙҙәре һуҡҡан буйлы турпыштар, башы семәрле ағас карауаттар... Ә утар осонан ҡырағай дала йәйелеп киткән, үҙ­ҙәре “дикое поле” тип йөрөтәләр ҙәһә. Унда, офоҡҡаса тулҡын ҡағып, ҡылған сай­ҡала. Скифтар, сарматтар һыбай елгән, ти, ул далала заманында. Һәм ҡыпсаҡтар, әлбиттә”.

Сумдым был хатҡа, рәсемдәргә – уларҙан алған тәьҫораттарға. Зиһен төпкөлөнән ауаз килде: халҡыңдың бер тармағы Тын йылға буйҙарына күсенгән саҡ, яугир рухлы ҡыпсаҡ саҡ! Дәште-Ҡыпсаҡ!.. Дәште?  Кем өндәште?! Һин,  хәтерем, һөрән һалаһың: “Күҙ иңләмәҫ киңлектәргә йәйрәп, күгәреп ята Ҡыпсаҡ да­лаһы... Өс мөҡәддәс ҡанун ҡыпсаҡтарҙа: һыбай сабыу, мәргән уҡ атыу һәм дә ирек!” Уҡыныммы быны ҡайҙандыр?  Ҡан хәтере мәғлүмәт бирә булыр? Әл­ми­саҡ­тан тарихи аңын юймаған, тоҡомон барлап, быуындан-быуынға бәйән итеп ҡанына  һеңдергән, ҡыпсағы – тармаҡ-тармаҡ шәжәрә ағасының бер ботағы булған халҡымдың балаһы мин.

Әмин абыйға фотоларҙы күрһәттем, йәпле генә теге хәбәрҙе лә килтереп ҡыҫтырҙым.

– Басурманка тигәндәрме?! Аспирантурала уҡыған ҡыҙғамы?  Күрһәтерем мин уларға! – тағы ҡыҙып ал­ды Әмин абый. Шунан ҡапыл һорап ҡуйҙы: – “Тарас Бульба”ны уҡығанһыңдыр?

– Мәктәп программаһында бар ҙаһа.

– Хәтереңдәме, Тарастың улы, Андрийы, дошман воеводаһының ҡыҙы сибәр полячкаға ғашиҡ була ла атаһын, халҡын һата. Полячка уны юрамал әүрәтә, улай ҙа: “Егет, минең атайым бит һинең Ватаныңа ҡаршы һуғыша”, – тип иҫкәртә. Егет нисек яуап бирә?

– Хәҙер, иҫләп ҡарайым...

– Иҫтә ҡалдырмаҫлыҡмы, оноторлоҡмо?! “Һин – минең Ватаным”, – ти Ан­дрий. Ана шундай хыянатсыл халыҡ улар, белгең килһә.

– Бәс, халыҡ араһында кеме юҡ. Шул уҡ Тарас Бульбаның өлкән улы Остап һатлыҡ йән түгел!

…Шул һөйләшеүҙән һуң уйыма “Һин – минең Ватаным!” тип һөйгәненә табынған теге Ан­дрий килә лә  инә, килә лә инә. Бер һөйгәне өсөн әҙәм балаһы илен ҡалдырып күсеп тә китә – ана, Йәнкиҫәк, Мәүлиҙә... Мөхәббәт хаҡына йәнен фиҙа ҡыла – ана, Ромео менән Джульетта, Таһир – Зөһрә... Хыялый була – Ләйлә менән Мәж­нүн... Эв­ри­диканы ҡотҡарырға Орфей ҡара  гүргә төшә, Нәркәстең Һәүбәне – һыу аҫты батшалығына...

Ләкин береһе лә һөйгән йәрен Ватан менән тиңләмәгән! Илһөйәрлек – иң изге, иң тоғро хис, ул кешегә әсә ҡарынында, кесе йыһанда уҡ, ҡан аша күсә, тыу­­ғас, әсә һөтө менән һеңә ләһә. Эйе, донъя ҡуласаһы әҙәм балаһын сит ер­ҙәргә лә ташлай, һөйәге тыуған тупрағына ҡайтмағандар  бар, әммә Ватаны һәр кемдең  йөрәгендә тамырланған, ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, ул тамыр өҙөлмәй. Шуға инанамсы…”

Гөлнур Яҡупованың яҙмаһында иҫ киткес тәрән, тормошсан хәҡиҡәт ярылып ята. Уйланырға урын бар...

 

Г. САЛАУАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: