Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2022, 09:37

“Ихтирам” хәстәрләй

Реабили­тациялауҙың техник сараларының барыһы ла бушлай тәҡдим ителә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ойошманың төп ҡаҙанышының береһе – бындағы психологик климат. Һәр кемгә изге ҡараш, хөрмәт, миһырбанлыҡ, яғым­лылыҡ – бында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә шундай сифаттар хас. Ошо ваҡыт эсендә үҙәк күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған, киләсәккә ышанысын юғалт­ҡандарға өмөт өҫтәгәндер – иҫәбе-хисабы юҡ. Юҡҡамы ни ололар үҙҙәренең социаль хеҙмәткәрен һағынып көтөп ала. Күптәр өсөн улар яҡын кешегә әйләнгән. Ярҙамға мохтаждарҙы өйҙәрендә хеҙмәтләндереү норматив документтарға ярашлы бар талаптарҙы үтәп башҡарыла. Да­рыу­ҙар, аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауар­ҙары һатып алыу, аш-һыу әҙерләү­ҙә ярҙам итеү, йәшәгән йорттарын таҙартыу, кейем, түшәктәрен алмаштырыу, ваҡытлыса ҡарау, дауалау учреждениеларына оҙатыу, реабилитациялау-техник саралар өсөн документтар тултырыу, медик-социаль экспертиза үтеүҙә булышлыҡ итеү, санитар-гигиена кеүек хеҙмәттәр ҙур һорау менән файҙаланыла.

Пандемия ваҡытында үҙәк хеҙмәткәр­ҙәре баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара: үҙҡурсалауҙа бул­ған 60 йәштән өлкәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтә, йорттар буйынса йөрөп, сит илдән ҡайт­ҡандарҙың,  ололарҙың хәлдәрен белешә, коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса аңлатыу эштәре алып бара, буклеттар тарата.

Учалы районының ирекмәндәр ойош­маһы ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының урын­дағы бүлеге, райондың йәштәр сәйәсәте, спорт, туризм комитеты, шулай уҡ “Ихтирам” үҙәге ҡарамағында булды­рылған. Ирекмәндәр хәрәкәт мөмкинлек­тәре сикләнгәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыу килтерә, урман янғындарын һүндереүҙә, юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ҡатнаша, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә.

Ойошторолған йылдан алып “Ихтирам” төрлө проекттар төҙөй һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә тапҡыр гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса Президент фонды гранттарында ҡатнашыу өсөн ғариза ебәрә, әммә еңә алмай. Күптән түгел, ниһайәт, ойошмаға уңыш йылмая.

Дүрт миллиард һум тәшкил иткән РФ Президенты Гранты аҡсаһына илдең ике меңгә яҡын коммерцияға ҡарамаған ойошмалары лайыҡ була. Учалынан улар араһында “Ихтирам” ойошмаһы ла бар.

Координацион комитет ултырышында РФ Президенты Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко учалылар­ҙың ныҡышмалылығын билдәләй:

– Грантты яулап алыу өсөн биш ойошма – унынсы, өсәүһе ун беренсе тапҡыр ҡатнашҡандан һуң ғына үтә алды. Ә Башҡортостандан “Ихтирам” ойошмаһы ун икенсе тапҡыр проектын тәҡдим иткәс, еңеү яуланы. Яулап алынған 472 мең һум аҡсаға үҙәк  техник реабилитациялау прокаты булды­расаҡ, уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, – тине Сергей Кириенко.

– Конкурста оҙаҡ еңә алмаһаҡ та, күңелебеҙҙе төшөрмәнек. Бер юлы бер нисә проект төҙөй башланыҡ. Был грант өсөн дә өс проект тәҡдим иттек. Икенсеһе “Перезагрузка 55+” тип аталып, пенсио­нерҙар өсөн бейеү түңәрәге асыуға арнал­ғайны, өсөнсө – “Беҙ бергә” тип исемләнгән проект мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәһенә ял ваҡыттарында төрлө мауыҡтырғыс саралар ойоштороуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны, – ти  ойошма директоры Илһөйәр Вәлиева.

Еңеү яулаған проектты төҙөү алдынан үҙәк коллективы реабили­тациялауҙың техник сараларына ихтыяж булыу-булмауын асыҡлау өсөн иң тәүҙә һорау алыу үткәрә. Һөҙөмтәлә 150-гә яҡын кеше бындай прокаттың көн талабы икәнлеген билдәләй.

– Реабилитациялауҙың техник сарала­рының эшлектән сығыуы һаулыҡтары буйынса мөмкинлек­тәре сикләнгәндәр өсөн ҙур проблема тыуҙыра. Ремонтлағансы йәки уларҙы яңыһына алмаштырыу өсөн сиратта торғансы, байтаҡ ваҡыт үтә. Бынан тыш, мәҫәлән, инвалид-балалар тиҙ үҫә һәм реабилитациялау сараларын алмаштырыу мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнә. Ә бала өсөн бит һәр көн мөһим.

Пенсионерҙар ҙа оло йәштә булыуҙары йәки хроник сирҙәре сәбәпле үҙаллы йөрөй алмай, үҙҙәрен хеҙмәтләндереү һәләтен юғалта. Матди хәлдәре күптәренә реаби­литациялауҙың техник сараларын һатып алырға форсат бирмәй, ә быға тиклем ҡала һәм районда прокат пункты булманы.

Социаль страховка фонды реабилитациялау саралары менән бушлай тәьмин иткән граждандар әүҙем тормош алып барырға тырыша. Әммә һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән ололарҙың күптәренең рәсми инвалидлығы юҡ. Прокат пункты тап ошондай кешеләр өсөн кәрәк тә инде, – ти ойошма етәксеһе.

Прокат пункты ойошма бинаһы­ның бер бүлмәһендә асыла. Грант аҡсаһына инва­лид креслолары, ҡултыҡ таяҡтары, вело­тре­нажерҙар, хәрәкәт иткәндә таяна торған ҡоролмалар, матрастар, кресло-бәҙрәфтәр, таяҡтар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алына.

– Бер ай эсендә беҙгә ҡырҡтан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Шуны­һы мөһим: реабили­тациялауҙың техник сараларының барыһы ла бушлай тәҡдим ителә. Инвалид креслолары ҙур һорау менән ҡуллана, бер нисә кеше түшәктә ятҡан яҡындарына матрастар алды. Тайғаҡ ваҡытта йығылып аяҡ-ҡулдарын һындырыусылар булды, улар ҡултыҡ таяғына аҡсаларын сарыф итмәне, беҙҙән генә килеп алдылар. Бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүселәр бар. Ғөмүмән, прокатыбыҙҙан кеше өҙөлмәй, – ти етәксе.

Илһөйәр Әсләм ҡыҙы белдереүенсә, үҙәк киләсәктә проектты артабан дауам итергә, райондың ҡайһы бер ауылдарында ла ошондай прокат пункттары асыуҙы планлаштыра. Бының өсөн йәнә социаль проекттар конкурсында ҡатнашырға иҫәп тоталар.

Һандар һәм дәлилдәр:

* 2021 йылда “Ихтирам” үҙәге 656 гражданды хеҙмәт­ләндергән.

Шуларҙың 80 проценты – пенсио­нерҙар һәм 45 йәштән олораҡ инвалидтар.

 

* 2019 йылдан алып “Ихтирам” халыҡты социаль хеҙмәт­ләндереү үҙәге “Ҡаршы­лыҡтарҙы емереп” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә “Һәр кем ярҙам итә ала” хәйриә фестивалендә ҡатнаша.

 

* “Ихтирам” менән бергә Учалының йәнә бер коммерцияға ҡарамаған “Изгелек бүләк ит” ойошмаһы Президент грантына лайыҡ булды. “Көс – рухта” проекты сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сиклән­гән балаларҙы физик яҡтан адаптациялауға һәм социал­ләштереүгә йүнәлтелгән. 456 мең һумлыҡ грант аҡсаһына спорт тренажерҙары, турист ҡорамалдары һатып алынасаҡ, “үҙенсәлекле” балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн спорт саралары, турист походтары ойош­тороласаҡ.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас в